Һыбайлы

Һыбайлы
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

Миләүшә Ҡаһарманованың хикәйәләре уҡыусы тарафынан йылы икмәктәй көтөп алына. Сере – һутлы телендә, халыҡсан образдарҙа һәм яҙыусының башҡалар өсөн ябай ғына тойолған күренештәрҙән дә әтнәкә таба белеүендә.

Һыбайлы
Хикәйә

…– Иғтибар! – немец офицеры бармағын өҫкә күтәрҙе, эргәһендәге тәржемәсеһе вата-емерә ҡуша һөйләне. – Һеҙ Бөйөк Германияның хәрби пленныйҙары! Беҙ һеҙгә ғүмер бүләк итәбеҙ! Әммә бушҡа түгел! Беҙгә хеҙмәттәшлек итһәгеҙ, ҡушылғандарҙы теүәл үтәһәгеҙ, Совет иленән тулыһынса баш тартһағыҙ, һеҙҙе үҙ сафтарыбыҙға аласаҡбыҙ!
Һөҙә ҡарап торған төркөмдә тауыш булманы. Офицер бер аҙ яуап көттө лә ҡабаттан дауам итте:
– Офицерҙар, бер аҙым алға!
Ҡуҙғалыусы булманы.
Немец ситтә торған үҫмерҙәй генә йәш һалдатты бармағы менән саҡырҙы:
– Сыҡ!
Тегеһе сыҡты.
– Офицерҙарҙы атап күрһәт!
Әсир ҡатып тик торҙо. Һөмһөҙ офицер артында теҙелгән һалдаттарына баш ҡағыуы булды, бахырҙы күҙ асып-йомғансы мылтыҡ төйҙәһе менән һуғып йығып, тапап-иҙеп тә ташланылар. Икенсе ишаранан инде сығарып та аттылар.
– Алға! – аранан икенсе берәү һайланды.
Ҡобараһы осҡан шундай уҡ йәш һалдат ҡалтыранған бармағын төркөм буйлап йөрөттө. Арала «һатлыҡйән», «эт» тип теш араһынан ҡыҫып сығарылған шыбырлауҙар ҙа үҙҙәренән алыҫ китә алманы. Күрһәткәндәрҙе шулай уҡ алып китә торҙолар. Тик атманылар, ҡайҙалыр икенсе урынға күсерҙеләр булһа кәрәк.
ҺыбайлыБыл эштәр тамамланғас, ҡалғандарҙы шул килеш ҡалдырып, һарайға тағы ла йоҙаҡ һалып ҡуйҙылар. Йәндәре алҡымдарына тығылған тотҡондар ни ултырыша, ни телгә килә алмай әле арыуыҡ урындарында тапанды.
– Сығарып ҡына атһындар ине! Атһындар ине тиҙерәк! – Сәйфулла йоҙроҡлап ергә һуҡты.
Биктимер өндәшмәй, ул бик ҡаты уйға батҡан.
– Мәсхәрәнең аръяғы бит был! Хәҙер инһәләр, алҡымдарына йәбешәйек – атһындар!
– Туҡтале... Улай ярһымай тор. Атырға өлгөрөрҙәр.
– Былайтып ултырғансы...
– Сеү! Артыҡ йәнең бармы?
Килешкәндән түгел, дуҫының олораҡ булғанына хөрмәт йөҙөнән шымды егет. Был көн шулай үтте.
Икенсе көн тағы кисәгесә теҙеп ҡуйҙылар. Тағы һорау алыуҙар, туҡмауҙар башланды. Хәҙер инде һәр кемдән белгән мәғлүмәттәрҙе һөйләүҙе талап иттеләр. Тәүге һалдат тағы ла сығарып атылғас, башҡаларҙың шаҡтай теле сиселде. Әммә ябай һалдаттар артыҡ әллә нимә белмәй ине. Был, әлбиттә, фашисҡа ла мәғлүм. Тик уларға мәғлүмәт мөһим түгел, ә тотҡондарҙы һындырыу, рухһыҙ­ландырыу танһыҡ.
Биктимер менән Сәйфулла арттараҡ тора ине, уйламаҫтан офицер бармағы менән дуҫына күрһәтте:
– Сыҡ!
Сәйфулланың йөрәге өҙөлөп төштө. Ҡуша ынтылғайны, Биктимер уны терһәге менән төртөп китте – тик тор.
Офицер ҡулындағы таяғы менән Биктимерҙең эйәген күтәрә төштө:
– Һөйлә!
– Көнбайыш фронттан киләсәк яңы көс көтөлә ине...
– Тағы?
– Уларҙа «Катюша»лар барлығы билдәле ине.
Офицерҙың ҡаштары өҫкә һикерҙе:
– О-о! Яҡшы-яҡшы. Ниһайәт, бер файҙалы хәбәр. Дауам ит.
Сәйфулла үҙ ҡолаҡтарына ышанманы. Был әйтелгәндәр дөрөҫмө-түгелдерме, әммә уның дуҫы дошманға хеҙмәттәшлек итеп, ихлас ҡарап, баш һелкеп һөйләй ине.
– Был хаҡта һалдаттар белмәй, әммә мин штабта мейес сығарҙым һәм командирҙарҙың һөйләшкәнен ишетеп йөрөнөм.
Ары түҙеме етмәне Сәйфулланың. Тоҡомондағы ҡыҙыу ҡанлылыҡ үҙенекен итте. Алдындағыларҙы этә-төртә алға ташланды ла киҙәнеп тороп һалып ебәрҙе тегегә. Биктимер сайҡалып китте, әммә ҡоламаны.
– Инәңде! – Сәйфулла уға турайып баҫырға ла бирмәй, икенсе яҡтан килтереп ултыртты.
– Әх, һин шулаймы әле! Үлгең килһә, үҙең үл! – танауынан ҡан борлаған Биктимер ҙә айбарланып килеп йәбеште хәҙер. Был икәү башҡортсалап һүгенешеп, һорау алыусыларҙы ла, ҡарап тороусы әсирҙәрҙе лә албырғатып, тас-тос һуғышты ла китте. Башта йоҙроҡлап өлөш ултыртышһалар, тора-бара сат йәбешеп көрмәкләшеп, унан ҡолап, быуышып-тибешеп яман өҙөштөләр. Күҙҙәрен селт-селт йомғолап, хәлдең айышына төшөнә алмай торған офицерҙы ахырҙа был күренеш ялҡытты. Эйәген ҡағыуы булды, һалдаттар был икәүҙе саҡ айырып һөйрәтеп алып китте…
…Бынан ары фрицтарға уйын күренде Сәйфулла менән Биктимерҙең дошманлығы. Сығарҙы ла һуғыш­тырҙылар, сығарҙы ла һуғыштырҙылар. Биктимер кеүек яҡшыраҡ мәғлүмәт биреүселәрҙе айырым тотҡандарын, ашатҡандарын белгән Сәйфулланы һөсләү ҙә кәрәкмәне. Яҡташы өҫтөндәге немец гимнастеркаһы уға үгеҙгә ҡыҙыл сепрәк күрһәткәндәй:
– Нимес күлдәген кейеп алдыңмы?! Эт! Сала-ам!
Һалдаттар уларҙы уратып түңәрәк яһай. Дәртләндерәләр, һыҙғыралар, сәпәкәй итәләр. Ә уртала ике башҡорт ҡанға туҙыша...
Ниндәйҙер ваҡытта һалдаттар ҡапыл шымды, турайып ҡатып ҡалды. Яндарына штандартенфюрер килеп баҫҡан икән. Ул көрмәкләшеүселәрҙе күҙәтә биргәс, үҙенә күләгә шикелле эйәреп йөрөгән теге офицерҙан һораны:
– Был ниндәй гладиаторҙар?
– Хәрби тотҡондар, штандартенфюрер әфәнде.
– Еврейҙар?
– Юҡ, штандартенфюрер әфәнде, азиаттар, буғай.
Штандартенфюрер аһылдап төшкән Сәйфуллаға яҡыныраҡ килеп, йөҙөнә төбәлеп ҡараны:
– Ҡайҙан?
Сәйфулла секерәйҙе. Хужаһына нисек ярарға белмәгән офицер тотҡондоң сикәһенә сабып ебәрҙе. Егет, йөҙөн бороп, тешен ҡыҫты. Штандартенфюрер икенсеһенә боролдо:
– Ҡайҙан?
– Уралдан, штандартенфюрер, – Биктимер йәһәт яуаплай һалды.
– Урал?.. – Теге уларға алмаш-тилмәш ҡарап алды, – милләтегеҙ кем?
– Башҡорт, штандартенфюрер.
Киң яурынлы ҡара һылыу хәрби ышанмаған шикелле һаман икеһен дә ҡараштары менән һөҙә биреп торҙо ла ҡапыл боролоп китеп барҙы. Һуғыш әтәстәрен дә айырҙы.
Төн йөҙөндә Сәйфулланы тибеп уяттылар ҙа автомат көбәге аҫтында ҡайҙалыр атлаттылар. Көн дә зарығып үлем көткән егет ниндәйҙер кимәлдә хатта ҡыуанды ла. Бына ул был кәмһенеүҙән ҡотола, ниһайәт, азат була.
Тик ҡырға түгел, ә өйҙәр яғына әйҙәйҙәр. Бына, ишек артынан ишек асып бара торғас, шаҡтай яҡты, йыһазлы бүлмәгә килеп инделәр. Тәҙрәгә ҡарап арты менән баҫып торған кеше, башын ғына бороп, оҙата килеүсегә сығырға ҡушты. Тегеһе бойороҡто йәһәт үтәне. Аҙыраҡ торғас, был да әйләнде. Ә-ә, теге штандартенфюрер икән...
Ул бүлмәнең бер осонан ишек төбөндәге Сәйфуллаға текәлеп тора бирҙе, унан ҡабаланмай ғына атлап янына килде, әйләнеп сыҡты, тағы алдына баҫты.
– Тимәк... Уралдан?.. – Үҙ алдына һөйләнгән һымаҡ ҡылана, – башҡорт, тиһең инде...
Сәйфулла иһә ҡаш аҫтынан уҫал ҡарап тороуын белде.
Штандартенфюрер кинәт көтөлмәгән һорау бирҙе:
– Русса аңлайһыңмы?
«Эйе» тигәнде аңлатып баш ҡаҡты егет.
– Ултыр, – фриц урталағы өҫтәл артынан бер ултырғысты тартып сығарҙы ла ҡаршылағыһына үҙе терәлде. Унан һаман һерәйеп торғанға ишаралап ултырғысҡа күрһәтте. Ултырҙы тотҡон.
– Тартаһыңмы? – хужа сигара һауытын асты.
Яуап – баш сайҡау.
– Эсәһеңме? – быныһын ул ҡыҙыҡ өсөн генә һорай, ахыры.
Тағы баш сайҡау.
– Һин мине яҡшы төшөнәһең, шулай бит? – русса акценты шаҡтай булһа ла, дөрөҫ һөйләшә ине фриц. Сәйфулла тағы баш ҡаға. Инде был фашистан нимә көтөргә, тип уйлап та өлгөрмәне, ҡаршыһындағы уны бөтөнләй шаңҡытҡан хәбәр һалды:
– Мин дә башҡорт. Ышанаһыңмы?
Егеттең күҙ ҡараштарындағы албырғауҙы аңғарҙы, көлөмһөрәне хатта:
– Ышанмайһыңмы?
– Юҡ.
– Ниңә?
– Башҡорттар һатлыҡйән булмай.
Штандартенфюрер уға бик етди ҡараны. Күҙҙәрендә күрә алмау ҙа, нәфрәт тә юҡ ине уның, бары уйсанлыҡ һәм... ниндәйҙер һағышмы...
– Ә мин һатлыҡйән түгел. Мин үҙ илемдең һалдаты ғына.
Артабан ниместең һөйләгәндәренә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне Сәйфулла…

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 5-се (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Миләүшә Ҡаһарманова Бөйөк Еңеүгә - 72 йыл




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook