Эҫе һыу

Эҫе һыуСабахатдин Али – XX быуаттың тәүге яртыһында йәшәп ижад иткән төрөк яҙыусыһы. Уның хикәйәләре һәм романдарында ауыр шарттарҙа йәшәп, хәләл көсө менән мал табырға тырышҡан, ҡара эштә йөрөгән ябай, хеҙмәтсән халыҡтың тормошо һүрәтләнә. Беренсе донъя һуғышынан һуң булған ҡыйралыш, етешһеҙлек һәм төшөнкөлөк хөкөм һөргән йәмғиәттә кешеләрҙең нисек ысынбарлыҡҡа яраҡлашып, шул уҡ ваҡытта быуындан-быуынға килгән тәүфиҡ һәм тәрбиә ҡанундарына хыянат итмәй көн күреүен, уларҙың рухи ғазаптар аша үтеп, йәшәү мәғәнәһенә төшөнөргә тырышыуын яҙыусы тәрән психологик образдар арҡылы аса.

Эҫе һыу
Хикәйә

… Ике жандарм, эңер төшкәндә ауылдың ситенә етеп, аттарынан төштө һәм, теҙгендәрен ҡаршы яҡтан йүгереп килгән ҡәһүәсенең ярҙамсыһына тоттороп, киң аҙымдар менән атлап китте.
Ауыл урамында бер кем дә юҡ ине. Алыҫта һыйыр мөңрәүе тоноҡ ҡына ишетелә. Ел тал ботаҡтарында еңелсә һыҙғырып йөрөй. Ауылдың көнбайыш тарафындағы һырттарҙы ҡаплаған урман унда төшкән болот өйөмө кеүек ҡыймылдай.
Жандармдар, ҡәһүәханаға инеп ҡәһүәсе менән яй ғына һөйләшеп алғандан һуң, тышҡа сығып ауылға табан атланы. Өйҙәр тулыһынса ҡараңғылыҡҡа сумғайны…
Ауылдың нәҡ теге осонда, урман башланған ерҙә торған бәләкәй генә йортҡа яҡынлаштылар. Тауыш сығармаҫҡа теләүҙәре аңлашыла ине. Өйҙө уратып алған ҡойма янына килгәс, аяҡ остарына баҫып, утлы тәҙрәгә күҙ һалдылар. Өй эсендә бер ҡатын тубыҡланып аш эсә. Бер нисә толом итеп үрелгән сәстәре арҡаһынан һалынып төшкән. Ара-тирә йәшертен генә тәҙрәнән тышҡа күҙ һала.
Жандармдарҙың береһе:
– Теге ҡәбәхәттең ҡатыны, ҡалай бер нәмә лә белмәгән кеүек ҡылана! – тине. Иптәше:
– Дүртенсегә киләбеҙ. Береһендә лә тота алманыҡ. Был юлы ла Исмәғил юҡ, шикелле. Тик ҡарап ҡарарбыҙ! – тине.
Ҡапҡаны этеп эскә инделәр. Жандармдарҙың береһе баҡсаны урап сыҡты, икенсеһе ишек шаҡыны.
Эстә бер ниндәй ҙә ығы-зығы һиҙелмәне. Бары тик урынынан торған ҡатындың өс итәкле күлдәге ҡыштырлағаны ишетелде. Шунан ишек артынан бер саф тауыш:
– Кем бар унда? – тип һораны.
– Ас… Исмәғилде эҙләйбеҙ!
Келә алынды һәм ҡатын ишекте асып өндәште:
– Рәхим итеп эҙләгеҙ, Исмәғил өйҙә юҡ. Теге ваҡыт килгәндә әйткәйнем инде, яҙҙан бирле Исмәғилдең күренгәне юҡ. Дүрт ай үтте шикелле…
Жандарм ҡысҡырып ебәрҙе:
– Ауыҙыңды яп! Бына инде ике көн ул бында икән. Беҙгә хәбәр иттеләр!
Ҡатын йомшаҡ тауыш менән:
– Ялған, ялған! Исмәғил енәйәт эшләгәндән һуң был яҡтарҙа күренмәне лә хатта. Ҡай тарафтарға киткәнен Хоҙай үҙе генә белә. Бәлки, тауҙар араһында үлеп ҡалғандыр?
Жандарм тоҡтарҙы асты, йоҡо урынын аҡтарып ташланы, һуңынан тирә-яғына ҡаранды. Өй бер бүлмәнән һәм тар ғына коридорҙан ғибәрәт ине. Коридорҙа зәйтүн майы сүлмәге менән турағыс таҡта һәм тағы ла ни икәне аңлашылмаған бер нисә әйбер тора. Бик киң бүлмәнең бер яғында түшәк йәйелгән, уның мөйөшөндә иһә асыҡ Ҡөрьән ята…
Төрөксәнән
Фәйрүзә Ғарипова тәржемәһе.


Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 4-се (2017) һанында уҡығыҙ.




Теги: Сабахатдин Али




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook