«…Их, был ғүмер ҡәҙерҙәре – Мәңге йәшәп туялмам...»

«…Их, был ғүмер ҡәҙерҙәре – Мәңге йәшәп туялмам...»
Рамай ҠАҺИР


Шиғырҙарынан бөркөлгән халыҡсанлыҡ, ихласлыҡ, ябайлыҡ Учалы шағиры Рамай Ҡаһирҙың ижадын айырым бер хиссиәтле, ерлекле итә. Уның яҙмаларында милләтебеҙҙең борон-борондан килгән ҡатын-ҡыҙға ҡарата оло хөрмәте, сикһеҙ яратыуы, һоҡланыуы, һаҡсыл һәм шул уҡ ваҡытта ҙур өмөттәр бағлаған мөнәсәбәте асыҡ сағыла.


Әсәйемә
Көмөш беләҙектәреңде, әсәй,
Һал әле беләгеңдән.
Тәмле бәлештәр бешерсе
Һутлы ер еләгенән.
Элеккесә сәй эсәйек,
Йыйылышып, аймаҡлап.
Бәлеш тәмләп, йырҙар йырлап,
Эремсекләп, ҡаймаҡлап.
Көмөш беләҙектәреңде, әсәй,
Һал әле беләгеңдән.
Мейес яғып, бәлеш бешер
Беҙгә ер еләгенән.
Әйҙә, ҡунаҡтар йыйылһын –
Беҙҙең ҡапҡа шар асыҡ.
…Күңеленең йомартлығын
Әсәйем һалған асып.

Ауырығанда
Ятып ҡына торам, әсәй,
Ҡалманы хәлкәйҙәрем.
Йөрәгемә шифа булһын
Мәтрүшкәле сәйҙәрең.
Улым, тиеп өндәш миңә,
Бер һыйпа башҡайымдан.
Изге доғаларҙы уҡы,
Айырма Хоҙайымдан.
Ятып ҡына торам, әсәй,
Яҙһа, бер уянырмын.
Яндарымда һин булғанға
Сабыйҙай ҡыуанырмын.
Уянмаһам – яҙмыш инде…
Кирегә юл уялмам.
…Их, был ғүмер ҡәҙерҙәре –
Мәңге йәшәп туялмам.

Бәпәй көткәндә
Кәләшем тәм-том таптыра,
Кейем, ти, туҙған.
Ҡаршы килеп булмай инде –
Балаға уҙған.

Алма-хөрмәләр ташыйым,
Тоҙло кәбеҫтә.
Кәләш инде кәләш түгел,
Гүйә – фәрештә.

Улым һырыға: «Атай, – ти, –
Уйынсыҡ кәрәк».
Ҡыуаныстан күңел йырлай,
Шатлана йөрәк.

Кәләшем алма таптыра,
Малайым – тәтәй.
…Әсә йөрәге аҫтында
Тибешә бәпәй.

Мөхәббәт
О, Мөхәббәт! Ғашиҡ булған
Күңелде тыйып ҡара.
Шатлыҡ-ҡыуаныстарымдан
Йөрәгем сығып бара.

Күҙҙәремдән шатлыҡ йәше
Сөбөрҙәп тамып бара.
Әйҙә, һөйөү уттарында
Үҙең дә янып ҡара.

Иблис заттары ҡысҡыра:
«Ғүмерең бөтөп бара».
Ыжламайым, йөрәгемде
Мөхәббәт өтөп бара.

Ҡанатланып осам тигән
Күңелде тыйып ҡара.
Күкрәк ситлегенә һыймай
Йөрәгем сығып бара.




Теги: Рамай Ҡаһир




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook