ӘСӘЙ КҮБӘЛӘГЕ – ТАУИСКҮҘ

ӘСӘЙ КҮБӘЛӘГЕ – ТАУИСКҮҘ
Шиғриәттә лә, прозала ла Тамара Искәндәриә – романтик рәссам-сигеүсе. Матурлыҡ һәм нәзәкәтлек, аҡыл һәм зиһен, һөйөү һәм мәрхәмәтлек көсөн бергә ишеп, үҙенә генә хас, ысынбарлыҡ менән әкиәт араһында серлелеге арҡылы ылыҡтырғыс, фәһеме менән уйландырғыс бер ғәжәйеп донъя булдырған әҙибә. Хикәйә Мәхмүт Ҡашғари исемендәге Халыҡ-ара бәйгелә дәртләндереү призына лайыҡ булды.


ӘСӘЙ КҮБӘЛӘГЕ – ТАУИСКҮҘ
Хикәйә


…– Апайҙар, Рәсимә, ҡарағыҙ әле! Әйттем бит һеҙгә, килә ул, тип!
Бөтәһе лә, бер аҙ ҡаушап ҡалып, күбәләкте күҙәтте. Хәҙер осоп китер ҙә юғалыр, тип ҡурҡтылар. Ләкин тауискүҙ бер ҙә осоп юғалырға ашыҡманы. Баязит яйлап ҡына өйҙөң оло яғына үтте, йоморо өҫтәл янына килде. Бөтәһе лә иҫтәре китеп өҫтәлде уратып баҫты. Өҫтәлгә әсәйҙәре ҡасандыр Мәскәүҙән алып ҡайтҡан ебәк эскәтер ябылған, затлы буяуҙары күпертеп һалынған нәзәкәтле сынаяҡтар янында аҡ селтәрле һөлгө ята. Баязиттың свитерынан ысҡынып, күбәләк бүлмәне иңләп осоп алды ла өҫтәлдең ҡап уртаһына аҡ һөлгөгә ҡунды. Аҡ һөлгө ерлегендә уның бәрхәт ҡанаттары айырыуса сағыу йылҡылдап, төнгө лампа яҡтыһында нурланып күренде. Тауискүҙ ҡанаттарын яй ғына, үҙ бәҫен белеп кенә һелкетә, киң асып, гүйә, бөтә матурлығын бүләк итә. Баязит та, ҡатыны Рәсимә менән балалары ла, апайҙары ла көтөлмәгән был хәлдән ғажиз ҡалды. Бөтәһе лә уны өнһөҙ генә күҙәтте.
ӘСӘЙ КҮБӘЛӘГЕ – ТАУИСКҮҘ
– Мин белдем, белдем уның килерен! Әлдә бөгөн ҡалаға китмәгәнбеҙ!
Баязит, ниһайәт, тынлыҡты боҙҙо. Ул тантана итә ине. Башҡаларҙың да күңеле күтәрелеп китте. Әйтерһең дә, әсәйҙәре ҡайтҡан балаларҙай ҡыуаныштылар. Күбәләк, урап килеп, әле береһенең беләгенә, әле береһенең маңлайына ҡунды. Таңһылыуҙың башында оҙаҡлап ултырҙы тауискүҙ. Маңлайына күбәләк ҡунған көйө өйҙөң бүлмәләрен урап уҙҙы ул, әйҙә, әсәй өйөн күреп ҡалһын, йәнәһе. Бәләкәй Нәзирҙең ҡулында ҡанаттарын елпеп туйманы гүзәл йән эйәһе. Көлөшөү тауыштары көсәйгән һайын ул да дәртләнеберәк осто.

– Ярай, ныҡ мауыҡмағыҙ әле һеҙ, – тине өлкән апайҙары. – Ул бит барыбер әсәй түгел. – Күҙҙәрендә йәш тамсылары ялтыраны.
Шул саҡта ғына эреле-ваҡлы балалар, ҡасандыр ошо түңәрәк өҫтәл тирәләй атайҙарының, уларҙы йөкмәп, шаяра-шаяра йүгергәнен, әсәй­ҙәренең ҡыуанып көлөп күҙәткәнен, ошо йоморо өҫтәлдәге ебәк япма өҫтөндә ярышып дәрес ҡарауҙарын, ҡара һауытын яңылыш түгеп ебәрһәләр ҙә, һис тә әр һүҙе ишет­мәгәндәрен, бала саҡтың, күбәләк кеүек, ҡанат елпеп осоп киткәнен, шау-гөр килеп торған өйҙөң инде тынлыҡҡа сумғанын – үҙҙәренең инде мәңгелеккә етем ҡалыуҙарын аңланы. Тауискүҙ ҙә ҡышҡы сатлама һыуыҡта үҙенә ҡайҙандыр, кем тарафынандыр бирелгән нурлы, балҡышлы көс-ҡеүәтен яйлап ҡына юя барҙы. Йоморо өҫтәлдәге йәшел ебәк эскәтерҙә затлы нәфис сынаяҡтарға ябылған селтәрле аҡ һөлгөлә сағыу бәрхәт ҡанаттарын йомдо.

***
Һауаның әллә нисәнсе ҡатламдарында, ә бәлки, ваҡыттың беҙ һиҙмәй торған ағымдарында, бынан бер нисә көн элек шундай һөйләшеү булды.
«Йә, Раббым, һинең ҡөс-ҡөҙрәтеңдең сиге юҡ. Һинең мәрхәмәтең диңгеҙҙәрҙән тәрән, йыһандарҙан төпһөҙ. Һиңә: «Бул!» тип әйтеү етә, теләгән һәр нәмәне тыуҙыра ла, юҡ итә лә алаһың. Бөйөк Раббым, мине йыллығыма балалар күбәләк рәүешендә килер, тип көтә...»
«Ҡайҙан беләһең?»
«Атайҙарының йыллығына күбәләк килгәйне. Уныһы ла һинең ҡөҙрәтең менәндер... Йә, Раббым, балаларыма иман бир. Уларҙың күңел күҙҙәрен ас, юлдарында яҡшы кешеләр генә осрап торһон, Хызыр Ильяс үҙе юлдаш булһын, бар эштәре изгелеккә алып барһын. Файҙалы ғилемдәр, хәләл ризыҡтар, хәйерле ғәмәлдәр насип ит балаларыма, йә Бөйөк Мәрхәмәт һәм Көс эйәһе!»
«...»
«Минең дә балаларымды бер күргем килә...»
«Эй гонаһһыҙ йән, нисек теләгеңә ҡаршы торайым? Фәрештәләр ҙә һинең өсөн үтенгәйне шул...»
«Раббым, мөмкинме?»
«Ә һинең ниндәй күбәләк булғың килә? Донъяла ҡайһылай ғына матур күбәләктәр юҡ!»
«Үҙебеҙ йәшәгән яҡта иң матуры тауискүҙ ине, Раббым!..»
«Ярай. Теләгәнең ҡабул булыр. Тик өлгөрөрһөңмө икән? Күбәләк рәүешен алғансы һин йән һыҙ­ланыуҙары аша башта һөмһөҙ ҡарыш­лауыҡ булырға, шунан инде ҡатҡыл тышлыҡ эсендә түҙеп булмаҫлыҡ ғазап менән ҡанатлы бөжәккә әүерелергә, аҙаҡ ошо йән үрһәләнеүҙәреңдең ҡанатыңа сағыу биҙәк булып төшөүен байтаҡ көтөргә кәрәк буласаҡ бит».
«Өлгөрөрмөн, Бөйөк Рәхим эйәһе!»
Ул өлгөрҙө…

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 1-се (2017) һанында уҡығыҙ.




Теги: Тамара Искәндәриә хикәйә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook