«Атайымдан Ватаныма мине Мираҫ иткән ғинуар уртаһы...»

«Атайымдан Ватаныма мине Мираҫ иткән ғинуар уртаһы...»
Ғәййәр һүҙ солтаны, милләтебеҙҙең төп хазинаһы – туған телебеҙҙең әрәсәһен белеп, уны ынйылай итеп ижадында балҡытҡан фәйләсүф шағирыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назар аҡ буранлы ғинуарҙа үҙенең оло байрамын – 75 йәшен билдәләй. Сәсән телле әҙиптең ҡәләменән ҡойолған яңынан-яңы юл-нурҙарҙың әҙәбиәтебеҙ асманын ҡабатланмаҫ биҙәктәр менән байытыуын көҫәп, яҙыусыға оҙон ғүмерле ижад ҡомары теләйбеҙ!


Ғинуар уртаһы
Юртаҡ атҡа юл бит ҡыҫҡа, тиҙәр,
Ваҡытҡа юҡ ҡамсы тартаһы, –
Ҡыш ҡапҡаһын шығырлата асып
Килде тағы ғинуар уртаһы.

Тыуған көнөмдә ул алып килде,
Аҡ бәллеүҙәр итеп аҡ ҡарҙы.
Фатихаһын биргән яҡты донъя,
Кендек инәм итеп ғинуарҙы.

Бурандарың, ғинуар – сәңгелдәгем,
Сатыр ҡорҙо миңә ер-күгең.
Ҡулым ҡаты, тиеп ҡул һонмаһаң,
Күрмәҫ инем донъя киңлеген.

Рәхмәт һиңә! Хәйер, ни һуң сәйер?
Беҙгәме һуң һинән ҡурҡаһы!
...Мин тыуғанда илдә, ҡарҙан бигерәк,
Ҡанға батҡан ғинуар уртаһы.

Атай юлын ҡыйған яу ялҡыны,
Ә әсәйгә – нужа һурпаһы...
Атайымдан Ватаныма мине
Мираҫ иткән ғинуар уртаһы.

Шуға ла мин тыуған көнөм етһә,
Ҡайтам уйҙа тыуған йылыма.
Икеләтә, эйе, яуаплы мин
Тормошома, тотҡан юлыма.

Был донъяла һис кем ҡабат тыумай,
Һәм юҡ беҙгә унан ҡурҡаһы.
Ҡабатлана әммә һаман булһа
42-нең ғинуар уртаһы.

Туҡтармы һуң бер саҡ был донъяның
Ҡан һауҙыртҡыс ҡара бураны?!
Булһын ғүмерем,
булһын минең йырым –
Ҡәрҙәшлек һәм дуҫлыҡ ораны.

...Тыуған көнөм, хайран ҡалма берүк,
Байрам ғына түгел һин миңә, –
Аҙмы ғинуарҙарҙың ҡарҙары бит
Һарылып килеп ята иңемә.

Аҡһаҡал һүҙе
Әрәмгә китер көсөң,
Көслө менән көрәшмә.
Үҙеңә төшөр үсең,
Бай менән хөкөмләшмә.

Телләшмә көнсөл менән,
Көнсөлгә мәкер әшнә.
Үҙеңдән күтәрел һин,
Үҙеңдән түбән төшмә.

Ҡәҙерлемә
Үлеп китеп яратаммы һаман?..
Эҫенгәнмен тамам, йән ятҡан.
Йәшлек үткәс, бармы икән һаман
Әүәлгесә өҙөлөп яратҡан?

Ғишыҡ уты, ғүмер итә-итә,
Йөрәктәрҙән күсә тормошҡа.
Яратыу ул инде – ҡәҙер итеү,
Ул да бөтһә, ни һуң алмашҡа?!

Нимә генә тимә, мөхәббәттең
Ҡайнарлығы артмай, ул – төптә.
Иҫтәлеге йәшәй – шул йылыта,
Иҫтәлеге йәшәй – шул етә.




Теги: Хәсән Назар




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook