Барабансы

БарабансыТанылған прозаик Сабир Шәриповтың хикәйәләре халыҡсан теле менән генә түгел, йылы милли мөхиткә алып инеүе менән дә ҡәҙерле. Уларҙан хәтерҙә булып та, көндәлегебеҙҙән юғала барған таныш һәм яҡын һүҙҙәр, күренештәр табып һиҫкәнәһең, телдең бәҫен, баһаһын, байлығын, уның боронғолоғон тояһың.

Барабансы
Хикәйә


***

...Батальон иртәнге разводҡа теҙелгән. Рядовой Шамил Аҡсурин музыканттар араһында, штаб офицерҙарына йәнәш төркөмдә. Барабансы ул. Киномеханик флейта һыҙғырта, итексе ефрейтор гобойҙа уйнай, аккумуляторсы һалдат «тәрилкә» зыңҡылдата.
Ыҫпай командир частың үткән аҙналағы режимына анализ яһап, нимәнелер маҡтай, нимәнелер яманлай. Янғын һүндереүҙә ҡатнашҡандарға командование һәм урман хужалығы исеменән рәхмәт күндерә.

– Үкенескә күрә, – ти майор, – беләһегеҙ, рядовой Жаҡсылыҡ Торсонбаев госпиталгә эләкте. Бөгөн шылтыраттылар: «Һеҙҙең боецҡа тере тире кәрәк». Дөрөҫ аңлағыҙ, ҡоралдаш дуҫты бите имәнес килеш көйө өйөнә оҙатһаҡ, үҙебеҙҙең бит ҡыҙарасаҡ!.. Операция, әлбиттә, анһат түгел. Шуға күрә бойормайым, ә өгөтләйем. Донор булырға...

БарабансыАртабан штаб начальнигы – ҡупым капитандың бойороғо яңғыраны: «Кемдәрҙең ҡаны фәләнсә төркөмгә ҡарай? Доброволецтар, биш аҙым алға, марш!»
Аҙ ғына тынлыҡтан һуң барабанын дөмбөрләтеп рядовой Шамил Аҡсурин тыҡ-тыҡ баҫып сафтан сыҡты. «Барабанщик тоже степняк, что ли? – «Нет, он уралец!» – тип мөңгөрҙәшеп алды штабистар.

Тәүге рота замполиты аҙымланы, тиҙҙән үҙ-ара һөйләшептер, ике үзбәк, өс тажик һәм чечен пәйҙә булды.
Ҡаҙаҡ һалдаттары күпләп хеҙмәт иткән роталар трасса әҙерләү командировкаһында ине, моғайын, егермеләбе алға шылт атлар ине бөгөн. Сөнки бөтәһе лә Жаҡсылыҡты үҙ күрә.
– Рәхмәт, урындарығыҙға баҫығыҙ. Разводтан һуң машина алып, санчасть начальнигы оҙатып барыр госпиталгә. Был – приказ! – тине комбат, капитан үҙенә ниҙер әйткәс.

Ә етәүҙән бары тик Шамилдың ғына ҡаны-тиреһе иң ҡулай тип табылды һәм башҡорт егете ҡаза күреүсе ҡаҙаҡ ятҡан палатаға урынлашты. Аҙаҡ операция бүлмәһенә икеһен ике тәгәрәктә алып киттеләр...

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 12-се һанында уҡығыҙ.




Теги: Сабир Шәрипов хикәйә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook