Сәстәреңдән тотоп ҡарар инем…

Сәстәреңдән тотоп ҡарар инем…Миңнур Ҡасимова – Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылынан, мөғәллимә, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре. Һутлы телебеҙҙең, бәрәкәтле еребеҙҙең Мәккәһе булған хозур төбәктә йәшәгән ижадсының хикәйәләре лә йырлап тора. Мәхмүт Ҡашғари исемендәге Халыҡ-ара хикәйәләр бәйгеһендә ошо әҫәр III урын менән билдәләнде.

Сәстәреңдән тотоп ҡарар инем…


Хикәйә


...– Еңгәм!
– Әү, ҡәйнешем!
– Мин ҡәйнеш түгел – кеше!
– И-и-ий, ҡәйнешемде! Ҙурайып киткән ҡалай. Кеше булған икән берәү! – Телефондың теге осонда сылтыратып көлөп ебәргән тауыш Хөрмәттең алҡымынан алды. Йылдар буйы төштәренә инеп һаташтырған еңгәһе бына янында ғына торған кеүексе. Арала илле йыл ғүмер ҙә юҡ. Шул уҡ шишмә сыңы.
– Еңгәм, еңгәм! Һағындым. Барып ҡына күрәйемсе.
– Кил, ҡәйнешем, кил! Мин хәҙер бөтөнләйгә ҡайттым Башҡортостанға. Күрше Биләриттә генәмен.
«Ҡалай ғына матур һөйләшә башҡортса. Шул ғүмер ситтә йөрө лә». –Телефон бауын ҡулына урап алды.
– Барам, бөгөн барам. Әй, юҡ, хәҙер барам. Теге ней… Һин һаман да матурмы, еңгәм?
– Атаҡ! Ошо йәштә кеше матур буламы? – Һаҡ ҡына һорай ҡуйҙы: Киләм, тиһеңме?
– Юҡ, бармайым! Мин һине ямаҡай итеп күреп өйрәнмәгәнмен. Сәстәреңдән генә тотоп ҡарағым килә ине... – Телефон трубкаһы урынына төшөп ятты.
Һыҙып ҡына торған һағыш күкрәген иңләп барғанын тойоп, сығып, кәртә артындағы кәбән һайғауына һөйәлде Хөрмәт. Күҙ алдына диләнкәләге сабындары килеп баҫты. Һөттәй аҡ йөҙлө, күбә арҡаны ише ишелеп төшкән сәс толомо ураҡ менән үлән урғанда осаһына ҡаҡлығып-ҡаҡлығып торған еңгәһе, ҡул һырты менән маңлай тирен һыпыра ла, урман яңғыратып һөрәнләп ебәрә:
– Ҡәйнешем!
– Мин ҡәйнеш түгел – кеше!
– Кеше!
– Әү, еңгәм!
– Әйҙә, һыбай еләйек.
Сәстәреңдән тотоп ҡарар инем…
Икенән үрелгән сәс толомон ҡултыҡ аҫтынан үткәреп бирә лә ҡәйнешенә, китәләр былар диләнкәнең түңгәктәренә абына-һөрөнә береһе – ат, икенсеһе һыбайлы булып. Әсәләре ҡасан ғына сәйгә һөрәнләй инде тип ҡолаҡ һалып йөрөгән апайҙары, услам-услам үләндәрен тоҡтарына һелтәп, мәрәкә күрергә өйкөлөшә, зеүәлдән һис шылырҙай тойолмаған ҡояш эҫеһенән аҙға булһа ла күләгәгә ҡасыр әмәл сығыуына шатланып, ҡайын төбөнә сүгәләп, тегеләрҙең әлһерәшеп килеп тәгәрәгәнен көтәләр.
Иһаһайлап туҡтауҙарына донъяны ут көйҙөргән ҡоролоҡҡа сәсрәп көйөп йөрөгән әсәләре ҡайынлыҡ араһынан килеп сыға.
– Тор ҡорғаҡһыған ерҙән. – Үҙендә йәшәгән ике туған ҡустыһының поезда күреп етәкләп алып ҡайтҡан йәш кәләшенә инде һуҡранам тип ауыҙын асҡан ҡатын, төҫлө кино ҡарағандай, күргәненән өнһөҙ ҡатып ҡала. Салҡан ятып, ҡарағат ише күҙҙәрен тултырып күккә баҡҡан Гөлзәмиәнең һылыулығы уҫал ҡайынбикәһенең дә һушын ала:
– Ай, килен! – Саңдау ише сабынының тамырында ҡатҡан үлән онтаҡтарын шығырҙата баҫып станына атлай. Ҡыҙҙарының яурындарында йөкмәп алып сыҡҡан һыуҙарының тамсыһын да сайпылтмай кәнистрҙән тағандағы баҡырсаһына һыу ҡойоп, йән-яғын елдән киҫкә менән ышыҡлап, ут тоҡандырҙым тигәндә, Гөлзәмиәнең көңгөрт тауышы яңғырай:
– Мәк сәскәһен өҙҙөм
яңылыш ҡына,
Ҡый үләне менән бутаным.
Мәк сәскәһе
белмәй киләсәген,
Үҙ ҡулдарым менән утаным.
Яҫы ҡарағас дүңгәген сәхнә итеп баҫҡан килене телә генә бәғерҙе:
…Йылдар үтер,
күҙ йәштәре кибер.
Бәлки, ғәфү итерҙәр мине.
Унан, бер аҙ ғәйепле кешеләй, усаҡ янына килеп, туҫтаҡҡа айран туҡып алыр ҙа, тамсыһын да сайпылтмай ғына бәүелтә баҫып, урман ситендәге бешәлеккә атлар. Ҡайынбикәһе алдында шымтайып ҡалһа ла, ҡайынһеңлеләре янынан үткәндә, эйелә биреп:
– Ағағыҙҙы дәртләндереп алайым әле. Былай, үҙебеҙ генә, ыратып булмай бит, – тип күҙ ҡыҫып алырға ла өлгөрә.
– Ярай ҙа, баҫҡан ерең ҡарағастай ныҡ булһа. Ҡорғаҡһыған ерҙән йөрөйһөң шул. Ҡыҙыу, үтә ҡыҙыу. Ҡоролоҡ йылы кеше ғаилә ҡорамы? Таң атҡансы клуб һикәлтәһендә гармун тартып арыған иреңде ғүмер буйы дәртләндереп торалмаҫһың шул. – Көн дә шул уҡ хәл – әсәһенең һуҡранғанын Хөрмәттән башҡа ишетеүсе юҡ. Ағаһының ҡайһылайтып дәртләнгәнен ҡарап торғоһо килә лә бит малайҙың, усаҡтан ситкә осҡан осҡондо сыбыҡ менән туҡмап һүндереп торорға ҡушҡан әсәһенән күҙ яҙлыҡтырырмын тимә...

…Һикәлтәһеҙ өйҙөң тупһаһын көскә ашаҡлап инде Хөрмәт. Һап-һары итеп ҡырып йыуылған иҙән, тәҙрәләге сигеүле ҡорғандар, ишек ҡаршыһындағы ағас карауатта ҡуҡырайышып ултырған мендәрҙәрҙәге аҡ селтәрҙәр – бала саҡтағы үҙ өйөнә ҡайтып инде, әйтерһең, әммә бында бөтә нәмә лә яңы. Аҡ балсыҡ менән һыланған мейес артынан килеп сыҡҡан ҡатындың тандыр менән генә әйтелгән хәбәре бер аҙ айнытып ебәрҙе:
– Аманатын тапшырайым, – еңгәһенең теүәл илле йыл элек унынсы ептән туйына тип бәйләгән аҡ эшләпәһе эсенән оҙон ике ҡара толом сығарып, Хөрмәттең ҡулына тотторҙо. – Төҫө итеп һаҡларһың.
…Зыярат ҡылырға кәрәклеген дә онотто. «Тотоп ҡараныңмы инде толомон? Нисә йыл хыялландың». – Күҙ йәштәрен тыйып торманы. Аҡ эшләпәле ике толомдо тубыҡтарына һалып, бәүелтеп-бәүелтеп иланы. Ағаһына тилмереп яңғыҙ ҡалған еңгәһенең заяға үткән әсе яҙмышы, үҙенең ҡатылығы күҙ йәштәре булып аҡты ла аҡты.
…Килгән таҡыр юлдан ҡайтҡыһы килмәне – урман йырмаслап һалынғандарҙың береһенә төшөп бара бирҙе лә, тау сағылына етеп, машинаһын туҡтатты. Күҙҙәре менән һыу буйындағы яңғыҙ йортто эҙләп тапты. Инвалид коляскаһы этеп килгән баяғы таныш һын тупыс аяҡлы әбейгә дарыу ҡаптырып, инсулин ҡаҙағанын аңғарҙы. Коляскалағы ҡатындың яулығы һыпырылып ергә төшөп китте лә, байып барған ҡояштың һуңғы нурҙары сал сәс араһындағы ҡолаҡ осондағы ялтласын көҙгө ише сағылдырып ебәрҙе.
…Инвалид коляскаһы өй янына еткәндә, тау сағылындағы машина йән-фарман кире ауылға елә ине. Ҡорғаҡһыған ерҙе имшетеп, ямғыр яуып үтте...

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 11-се һанында уҡығыҙ.


Теги: Миңнур Ҡасимова




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook