Нәфис һүҙле Нәзирә

Зал тып-тын. Нәзирә барыһын да ауыҙына ҡаратҡан, хисләнеп шиғыр тыңлайбыҙ...
Алмағастар инә төштәремә,
Бер төбө лә иҫән ҡалмағастыр...
Әсәй менән баҡса ҡото китте,
Китте берәм-берәм шул ағастар...
Берҙән-бер ҡәҙерле кешемде – әсәйемде юғалтыу хәсрәте һаман да бәғеремде өткәнгәме, күҙҙәрем йәшкә мансылды... Эйе, йәнең өшөгән саҡтарҙа ҡайтып һыйынырлыҡ усағың уты һүнеү – ҡыҙ бала өсөн оло бер фажиғә инде ул. Һиҙҙермәй генә янымда башын эйә биреп ултырған баш ҡаланан килгән ҡунағыбыҙ Гөлназға күҙ һалам, ул да тулҡынлана буғай. Күреп торам, Нәзирә был юлдарҙың авторы – шағирәнең дә күңелен ҡуҙ­ғатҡан. Минең иғтибарлы ҡарашымды тойоп, Гөлназ: «Һәйбәт уҡый!» – тип бышылданы. Һуңыраҡ, Кушнаренко ра­йонына журнал уљыусылар менән яҡындан танышырға килгән шағирә, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева был осрашыуҙан һуң тыуған тәьҫораттарын «Ҡыҙыл таң» гәзите аша ла сағылдырҙы. Унда шундай юлдар бар ине: «Шиғырҙы Нәзирә апай Сәхәпова кеүек уҡығандарҙы Өфөлә лә табыуы ҡыйын. Күңелдең иң нескә ҡылдарын тибрәтергә һәләтле ул». Халыҡ әйт­мешләй, фәрештәнең «амин» тигән саѓына тура килдеме, Гөлназдың һүҙе раҫҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Күп тә үтмәне, Башҡортостанда уҙғарылған «Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ» тигән халыҡ-ара әҙәби конкурста ҡатнашып, «Мәжит Ғафури поэзияһы. Әҙәби-нәфис уҡыу» номинацияһында Нәзи­рәбеҙ Гран-приға лайыҡ булды. Уның шатлығы минең өсөн дә ҙур шатлыҡҡа әүерелде. Сөнки Мәжит Ғафуриҙың: «Юҡтырһың да, Алла?», «Кем ул?», «Ила» кеүек көн ҡаҙағына һуҡҡан әҫәрҙәрен Нәзирәнең репертуарына үҙем индергән инем. Рәсәйҙең төрлө яҡтарынан һәм сит илдәрҙән дә килгән 370 конкурсант араһынан балҡып күтәрелгән был нәфис һүҙ оҫтаһы менән тыуған ере ғорурлана ала. Интернетҡа ҡуйылған бәйге видеояҙмаларынан иң күп тауыш йыйғаны ла Нәзирәнеке икәнлеге мәғлүм булды. Ул уның инеш һүҙе менән асыла: «Мин шөғөлөм менән сәнғәт-әҙәбиәт­тән йыраҡ кеше. Тимер-томор, техника араһында, келєттє эшләнем. Ә сәнғәткә, әҙәбиәткә тартылыуым – бала саҡтан. Ғүмерем буйы күңелемдә сәхнәгә мөхәббәт йөрөтәм...»

Шуныһын да өҫтәп ҡуяйыҡ: ул бик матур йырлай ҙа һәм һуңғы ваҡытта Кушнаренко халыҡ театрында әйҙәүсе артистарҙың береһе. Көлкөлө ролдәр­ҙә алыштырғыһыҙ. Халыҡ уны: «Беҙҙең Сәүиә Сираева», – тип кенә йөрөтә.
«Әбей һәм ейәндәр» скетчында өләсәй ролен бирҙеләр. Үҙем дә өләсәй булғанғамы, бик мауығып уйнаным. Һуңынан ишетәм, – тип көлә Нәзирә. – Тамашасылар мине танымаған. Ҡара әле, артистарҙы Өфөнән саҡырғандар, ҡалай шәп уйнанылар, тип һөйләйҙәр икән...»
Ҡайҙан килгән ябай ауыл ҡыҙына бар кешене ауыҙына ҡарата алырлыҡ оҫталыҡ, сәнғәти һүҙгә маһирлыҡ һәм бар булмышыңды арбап ала торған моң? Был һорауымды көлөмһөрәп тың­лай Нәзирә. Йөҙө нисектер яҡтырып, күҙҙәре осҡонланып киткәндәй була:
– ...Саратский йәшел гармун,
Көмөш ҡыңғырауҙары.
Эх, ошо ҡыңғырауҙарҙың
Киске яңғырауҙары
Әллә нишләтә күңелде...

Ошо поэманы уҡыһам, ысынлап та, әллә нимә эшләйем, беҙҙең йәшлек бит был. Үҙебеҙҙең Башҡортостан егете Фәтих Кәримдеке ул, ә ул күңелде ҡуҙғата белә. үҙем дә киске ауыл урамдарын буйлаған кеше бит. Тик гармуным ғына саратский түгел, ә хромка ине. Ферманан һыйырҙарҙы һауып ҡайтҡас, өйҙәгеләрҙең тамағын туйҙырам да тиҙерәк клубҡа... Бейетеп, йырлатып, йәштәштәрҙең күңелен күргәс, урамға сығабыҙ. Киске ауыл буйлап, ем-ем балҡыған йондоҙҙар, беҙҙе оҙатып йөрөгән көләс ай аҫтында йырлап үтеүҙәр ни тора.
– Ҡарттарҙы йоҡонан яҙҙырған­һығыҙ икән, – тием.
– Ә бит ысынлап та, – ти ул. – Йырлай башланыҡмы – ҡапҡа төптәренә сығып ултырып, беҙҙе тыңлайҙар ине. Йылдар үткәс кенә төшөндөм, йәшлектә генә түгел, ҡартлыҡта ла һис һүрелмәҫ ауыл рухы йәшәй икән. Сәрмәсән талдарының моңо, болондарҙа яңғыраған салғы сыңы, ҡырҙарҙағы туҡ башаҡтар шауы булып һәр күҙәнәгемә һеңгән ул минең. Белмәйем, ауылда тыумаһам, әҙәбиәткє, сәнғәткє ылыѓа алыр инемме икән?
...Ә бит моңда – ерем, илем рухы!
Һалынмай ул нота-ҡалыпҡа.
Шул рух беҙҙе кешелекле итә,
Ҡөҙрәт бирә һәм дә таныта...
Был шиғыр юлдарының авторын инде хәтерләмәйем, әммә уның менән тулыһынса килешәм, нәҡ өҫтөнә баҫҡан! Оҫталыҡҡа килгәндә, һүҙ эҙләп кеҫәгә керә торғандарҙан түгелмен. Ҡапҡа төптәрендә егеттәр менән тапҡырлыҡта, зирәклектә көс һынашып, тел сарлап үҫтек. Ә һүҙ сәнғәтенең серҙәренә мине туған тел уҡытыусыһы Әминә апай Мусина төшөндөрҙө. Әле лә хәтеремдә: шиғырҙар ятлауҙан башланды ул. Герой-шағир Муса Йәлилдең «Имән» шиғырын минән кластан класҡа йөрөтөп һөйләтте. Һинең һөйләүеңде үрнәк итеп ҡуялар икән, шымармай сараң юҡ. Күңел былай ҙа гел шиғырға тартылып торған үҫмер саҡ, етмәһә, егет-елән үҙемә атап та лирик теҙмәләр яҙа башланы. Мин шулай матур әҙәбиәт донъяһына атланым. Үҙемде тулҡынландырған хис-тойғоларға ла яуапты шул сихри һүҙ йыйынтыҡтарынан эҙләй инем. Шулай итеп шағир һәм шиғыр минең йән дуҫтарыма әүерелде. Яңы йыл байрамында мәктәптә һәр йылды тиерлек «Иң яҡшы шиғыр уҡыусы» конкурсы ойошторалар ине. Беренсе урын һәм бүләк һәр ваҡыт минеке булды. Һигеҙ класты тамамлап, фермала эшләй башлағас сыҡтым сәхнәгә. Әле лә хәтерлә­йем, «Атайымдың сүкеш тауышы» (авторын инде онотҡанмын) тигән ши­ғырҙы һөйләһәм, әбейҙәр, апайҙар яулыҡ остары менән күҙҙәрен һөртөргә керешә ине. Яҙ-йәйҙәрен, ғәҙәттә, ва­ҡыт булмай, ә бына ҡышҡы оҙон кис­тәрҙә нисек инде түҙеп ятаһың, бер төркөм йәштәр, ат егеп, саналарѓа тейә­ләбеҙ ҙә концерт ҡуйырға күрше ауылдарға сығабыҙ. Мин, ғәҙәттә, шиғыр һөйләйем, унан һорап йырлаталар. Мандолинала ла һәйбәт уйнай инем.

...Мин гармунсы инем йәш сағымда,
Гармун тартып үттем урамдан,
Әле булһа һағына гармун моңон
Йәйге кистәр, ҡышҡы урамдар...
Фронтовик-шағир Әфғән Ғиззәттеке был юлдар, – ти Нәзирә. – Уйлана ҡалһам, йыуатҡандай, күңел түрендә йәшәгән Шиғыр ғали йәнәптәре шулай гел телгә килә лә тора.
Нәзирәне шулай тыңлай-тыңлай, эҙҙәренә баҫа-баҫа уның ғүмер һуҡма­ғынан атлайбыҙ. Йәшлек хәтирәләрен яңыртыу күңелле лә, нисектер яман­һыу ҙа...
Уның: «Шиғыр гел телгә килә лә тора», – тиеүенә һис ғәжәпләнер урын юҡ, уйҙар һүҙ ярҙамында ғәмәлгә керә бит. Үҙ-үҙең менән, йәғни эске «мин»­ең менән һөйләшеү бар. Уйға килгән һүҙ ярҙамында беҙ хистәребеҙҙе таныйбыҙ, донъяны төшөнәбеҙ. Һәм был һүҙ байлығын арттырыу әҙәби-нә­фис һүҙҙән башҡа мөмкин түгел. Һәр уҡы­ған китап – шиғыр йыйынтығы булһынмы, сәсмә әҫәрме – беҙҙең зи­һенде байыта, тойғоларҙы тулыландыра.
Әҙәбиәт хаҡында шулай бер аҙ гәпләшеп алғандан һуң, йәнә Нәзирә­нең ғибрәтле лә, һиммәтле лә үткәненә әйләнеп ҡайтабыҙ. Хәтирәләр йоғонтоһомы, героинямдың матур, тулы аҡ йөҙөнә моңһоулыҡ шәүләһе яғылғанын шәйләйем.
– Үткәндә тороп ҡалған үкенестәрҙе уятмағанбыҙҙыр бит, – тием уға.
– Ю-у-уҡ, – тип һуҙа ул. – Үкенеү тигән нәмә уйыма ла инеп сыҡҡаны юҡ, сөнки ғүмеремдең бер көнө лә бушҡа уҙманы. Ҡайҙа эшләһәм дә, эшемде яратып, еренә еткереп баш­ҡарҙым. Фермала булһынмы, сөгөлдөр баҫыуындамы – алдынғылыҡты бирмә­нем, алдыма ҡуйылған маҡсатым шул ине. 17 йәштә «В.И.Лениндың тыуыуына – 100 йыл айҡанлы» сығарылған юбилей миҙалы менән дә бүләкләндем. Сөнки һәр эшкә ҙур теләк менән тотона инем, мине мәжбүри эшләткәндәрен хәтерләмәйем. Тик бына уҡыуға ынты­лыш хыялда ғына ҡалды шул, – тип дауам итә ул. – Тормош-көнкүреш гел итәктән тартып торҙо: «Ашыҡма, йәнәһе, башта кесе туғандарыңды тәрбиәләп аяҡҡа баҫтыр, атайың, Ҡариҙелдән иҫән-аман ҡайтып, йортоғоҙҙо һалып бөтөрһөн, әсәйең шул ғүмерлек сиренән бер аҙ арыулана төшмәҫме... Ниһайәт, 1970 йыл ине, Рәсмәкәйҙе ҡалдырып, тәүәккәлләп Өфөгә юл тоттом. Теләгем тормошҡа ашты, сәнғәт училищеһы студенткаһы булып киттем.

...Тик ҡыҙға училищены тамамларға яҙмай. Йәйге ялға ҡайтҡас, уны күрше Яҡуп ауылы егете Эдуард урлап алып китә. Күңелендә инде тамырланған йәшлек мөхәббәте – гармунсы егет тороп ҡала, ҡайнылы, ҡәйнәле йортҡа килен булып төшә Нәзирә. «Уҡыуыңды тамамларһың, ҡаршы килмәм», – тип вәғәҙәләр биргән кейәүҙе күп тә үтмәй һалдат хеҙмәтенә алалар. Килен кеше ҡайны, ҡәйнә янында тороп ҡала. Ауырлыҡтарҙы ла ваҡытлыса, яҙмыш һынауы тип ҡабул итергә күнә. Ћарыҡ фермаһына эшкә урынлаша. Фермаға барғас, ҡыҙҙарға мәҙәктәр, көләмәстәр һөйләп, уларҙы көлдөрөп, үҙенең дә кәйефен күтәрә. Шулай итеп тормош уның өсөн сәхнәгә әүерелә. Хәйер, ҡәйнәһе менән ҡайныһын да ташлап ҡуймай ул, үҙҙәренә алып, бала урынына хөрмәтләп ҡарай. Эдуард хеҙмәттән ҡайтыу менән Кушнаренконың үҙенә күсеп йәшәй башлайҙар. Ул «Райсельхозтехника»ға шофер булып, Нәзирә МТС келәтенә эшкә урынлаша. Ике ҡыҙҙары тыуа. Шунда 30 йыл эшләп хаҡлы ялға сыға.

– Иң ҡыҙығы шунда: яңы ерҙә офоҡтар асылды, сәхнәгә сығырға мөмкинлек тыуҙы. Үҙебеҙҙең предприятие «артистары» менән йыл һайын районда, унан республикала үткәрелгән үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары смотрында ҡатнаша башланым. Гел алдынғы урындарҙы яулайбыҙ, телевидениеға саҡырып та төшөрҙөләр. Хәтерем һәйбәт минең, хатта поэмаларҙы яттан һөйләй инем. Мандолинам менән үҙебеҙҙең инструменталь ансамблгә ҡушылып уйнайым. Шул йылдарҙа бирелгән Почет грамоталарын әле лә ҡәҙерләп һаҡлайым.
– Һинең сәхнәгә сығыуыңа Эдуард нисегерәк ҡараны һуң? – тип ҡыҙыҡһынам.
– Беҙҙең мосолман ир-аттары ара­һында кем ҡатынының сәхнә кешеһе булып китеүен хуплар икән? – тип ҡысҡырып көлөп ебәрә Нәзирә. – Ундайҙар, булһа ла, һирәктер. Эдуард та минең сығыштарҙан һуң сығырынан сығып тулай ине. Ул ҡаты ауырып китеп, тамам түшәккә ятҡас ҡына сәхнә­нән айырылырға мәжбүр булдым. Тө­нөн дә, көнөн дә янынан китә алманым. 40 йылдан ашыу бергә иңгә-иң терәп ғүмер кисергән кешеңде юғалтыу бик ауыр икән. Был оло ҡайғынан йолоп алыусы йәнә сәхнә булды...

Районыбыҙҙың мәҙәниәт усағын һүндермәй, һүрелдермәй тотҡан ҡыҙҙары­быҙға: Флида Мөхәмәтйәноваға, Миңзәлә Вәлиеваға, Илүсә Әсфәндиәроваға, Роза Сабуроваға бик рәхмәтлемен. Сы­ғыштарымды күтәреп алалар. «Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ» конкурсында љатнашырѓа ла улар дєртлєндерҙе. Был конкурс минең үҙ-үҙемә булған ышанысымды нығытты. Тимәк, булдыра алам, тип һө­йөндөм. Мин бит сәхнә оҫталары Гөлли Мөбәрәкова, Фәрит Бикбулатов, Айрат Асраров, Рәшит Сабитовтарҙы тыңлап үҫкән кеше, кемдән үрнәк алырға тиәһе юҡ. Улар кеүек тамашасы күңелен яулап алғым килә. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллы­ғына үҙебеҙҙең үҙешмәкәр сәнғәт коллек­тивы менән концерт программаһы төҙөп сығыш яһау теләге лә бар. Репертуарым­да һуғыш йылдарын сағылдырған әҫәрҙәр күп. Хәҙергеләрен дә ситкә ҡуймайым. Әнғәм Атнабаевтың «Салауат менән һөйләшеү» поэмаһын ятланым. Факиһа Туғыҙбаева ижады менән ҡыҙыҡһынам, – ти Нәзирә.

Эх, шиғри һүҙҙең шулай үҙ аһәңен һаҡлап, ҡатып барған бәғерҙәрҙә йәнә тулҡынландырғыс буранын ҡуҙғатырлыҡ, инде ҡанаттарын һалған рухты ҡабат күккә күтәрерлек Нәзирәләр күберәк булһа икән...
Сер түгел, матди барлыҡҡа табын­ған осоробоҙ әҙәбиәт тигән рухи тәғәм­дең тәмен, татын онотоп бара буғай. «Беҙҙә шиғыр-хикәйәт ҡайғыһы юҡ!» тип кенә ебәрәләр. Нәфис һүҙ тигән төшөнсәне онота башланыҡ, гәзит–журналдар уҡыуҙан, китаптан бөтөнләй йыраҡлаштыҡ. «Смартфон», «планшет», «телевидение» тигән саралар алдында барыһы ла көсһөҙмө әллә?..
Үкенес, юғары зауыҡ, мәҙәниәт­лелек, һүҙ сәнғәтенең тажы булған шиғ­риәткә мөхәббәт тәрбиәләргә тейеш бит ул. Бер шулай, күрше төбәккә барғас, беҙ, бер төркөм ижад кешеләре, берәм-берәм сәхнәгә сығып, үҙебеҙ менән танышты­рырға тейеш инек. Алып барыусы һәр ҡайһыбыҙҙан ентекләп «имтихан» алды, нимә менән таң ҡалдырырға йыйынаһығыҙ, йәнәһе. Ҡайһыбыҙ шиғырҙарын уҡырға йыйынғанын әйткәс, әлеге сәхнә «әһеле» аптырауға ҡалды: «Башҡа бер һәләтегеҙ ҙә юҡмы ни? Шиғырҙы кем тыңлаһын, уны аңламайҙар бит»,– ти. Беҙ ни әй­тергә белмәй торғанда, сетерекле хәл­дән бер йор теллебеҙ ҡотҡарҙы: «Бәлки, аңлата белмәйҙәрҙер? Нәзирәләр кәрәк тамашасыға, Нәзирәләр кәрәк!»

Фәндиҙә ХАРРАСОВА.
Кушнаренко районы.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook