Алсаҡ ғүмер көҙө

Алсаҡ ғүмер көҙө Мөһабәт тауҙар, йырып сыҡҡыһыҙ урмандар, етеҙ тау йылғалары уратып алған Белорет районының Мулдаҡай ауылында донъяға килә Сабира Зөфәр ҡыҙы. Күңелендәге моң шишмәһенең башы ла ошонан юл ала. Әсәһе – маһир ҡумыҙсы Шәмсиямал апай менән атаһы– оҫта гармунсы Зөфәр ағайға оҡшап, ғаиләләге ун бер бала ла йырлай, бейей, төрлө музыка ҡоралдарында уйнай. Ә Сабира апай бишектән үк баянға ғашиҡ.

…Ишле ғаиләлә үҫкән ҡыҙға әллә ни уҡыу тәтемәй. Мәктәптән һуң Сабира Сурағолова Өфө фанера комбинатында эш башлай. Мәҙәниәт йортонда ойошторолған курстарға йөрөп кенә нота танырға өйрәнә. Әммә кемдәрҙер уҡып белгәнде, төшөнгәнде тәбиғәт Сабираға үҙе бүләк итә, әйтерһең. Музыканы нескә тойомлауы арҡылы ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, хатта флейтала уйнарға ла ярайһы уҡ оҫтарып ала. Йәне тыуған яҡ моңдарынан туҡылһа ла, яҙмыш елдәре Сабира апайҙы алыҫтарға алып китә. Бүздәк егете Фәнил Иҙиәтуллин менән тормош ҡороп, хәләленең эшләгән еренә – Чукоткаға юлланалар...

...Ижад тулҡындарында тирбәлеп, ҡолас йәйеп эшләп, һөйөнөшөп балалар үҫтергән мәлдә ғаиләбеҙгә оло ҡайғы килде – хәләлем Фәнил мәрхүм булып ҡалды. Ҡапыл төшкән был ғазап ҡурғаш булып йөрәгемә ятты. Артабан йәшәр өсөн ҡайҙан көс табырға, ни эшләргә? Балаларҙы нисек аяҡҡа баҫтырырға? Мең төрлө уй!.. Кеше өсөн иң ҡиммәтле дарыу – кеше, тиҙәр. Миңә лә ярҙамға дуҫтарым, хеҙмәттәштәрем килде...
Альбина ФӘЙЗУЛЛИНА.
Октябрьский ҡалаһы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се һанында уҡығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook