Ап-аҡ туҙҙан – ҡара һағыҙ

Һыуытҡыста сәйер генә ҡара нәмәне күреп, аптырап ҡәйнәмдән һорайым:
– Был нимә ул?
– Ҡара һағыҙ. Тәмләп ҡара әле. Һин, йәш кеше, бәлки, күргәнең дә юҡтыр, беҙ иһә шуны сәйнәп үҫтек.
– Беләм ҡара һағыҙҙы, бәләкәй саҡ­та ишек башынан алып бирә торғайны­лар. Тик шул замандарҙан бирле (минең дә бала сағым күптән артта ҡалған инде...) уны бер ҡайҙа ла күргәнем юҡ ине. Ҡайҙан таптың уны, инәй?
– Беҙҙең ауыл баҙарында ҡош һөтө генә юҡ, килен! – тип яуаплай ҡәйнәм шаяртыу ҡатыш. – Зәйтүнә исемле апайың ҡайната ҡара һағыҙҙы. Бик ҡыҙыҡһынһаң, таныштырырмын үҙеңде.

Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге бул­ған Сәйетбабала халҡыбыҙҙың төрлө йолаларын тергеҙеүгә күп көс һалын­ғанын, оҫталарҙың күбеһен танып-күреп белһәм дә, быныһы минең өсөн яңылыҡ ине. Ҡәйнәм Флүрә Гәрәй ҡыҙы буш вәғәҙәләр биреүселәрҙән түгел. Яйын табып, йәйен ялға ҡайтҡанда һағыҙ ҡайнатыусыны күрергә юлландыҡ.
Зәйтүнә апай Сираева иң тәүҙә беҙ ҡыҙыҡһынған ҡара һағыҙҙы килтереп сығарҙы.
– Май айыныҡы, иң шифалыһы, татып ҡарағыҙ әле, – тип беҙгә һондо. Шунан өҫтәп ҡуйҙы: – Май айындағы һәр нәмә дарыу ғына була ул. Үлән-япраҡтар тиртеп сығып, бар тирә-яҡ йәшәү көсө менән һуғарылған саҡ бит ул. Шул үләндәрҙе ашаған малдың ҡатыҡ-ҡорото, ҡаймаҡ-майы ла сихәтле.

Ап-аҡ туҙҙан – ҡара һағыҙЗәйтүнә Хатип ҡыҙы туҙ һағыҙы ҡайнатыу менән егерме йыллап шөғөлләнә икән. «Нәрисә ҡыҙым йәшләй генә һә­ләк булып ҡалды. Балалары Гөлназ менән Мәзит мәктәпкә лә төшмәгән ине әле, үҙебеҙ тәрбиәләнек», – тип иҫләп китте ул.
Бер көн ейәнсәре йүгереп килеп инә лә:
– Өләсәй, шул-шул әбейҙе беләһеңме? – тип һорай.
– Беләм, нимәгә ул һиңә?
– Ул һағыҙ һата икән, йомортҡа алып барғанға бирә.
– Йомортҡа түгел, бына аҡса, үҙең барып ал.
– Мин уның ҡайҙа йәшәгәнен белмәйем бит, әйҙә һин дә минең менән, – тип иркәләнә ҡыҙыҡай.
– Тел белә ул, ҡыҙым, аҙаштырмаҫ, – ти өләсәһе.

Һорашып таба кәрәкле өйҙө кескәй Гөлназ, алып ҡайта һағыҙҙы. Уны күреп, өләсәһе лә бала сағына ҡайтҡандай була, шул саҡтағы тәмде ҡайтарырға теләп, һағыҙҙы ауыҙына ала. Тик танһығы ҡанмай, тәме лә башҡасараҡ тойола. Шул саҡ әсәһе ҡайнатҡан һағыҙҙың тәмен эргәһендә йүгереп йөрөгән ейәндәренә лә татытҡыһы килә һәм уны үҙе ҡайнатырға тәүәккәлләй. Әсәһенең нисек эшләгәнен иҫләй бит, һәр хәрәкәте күҙ алдында... Тәүге ҡоймаҡ төйөрлөрәк була, өй ҡап-ҡара төтөнгә бата. Икенсегә Зәйтүнә апай эш урынын тышта әҙерләй, барыһы ла үҙе теләгәнсә генә килеп сыға. Ул балаларҙың ҡыуанысы сикһеҙ!
Ап-аҡ туҙҙан – ҡара һағыҙ
Шулай, ейәндәрен ҡыуандырам, тип һағыҙ ҡайната торғас, бөтөнләй оҫтарып, һағыҙсыға әйләнеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡала Зәйтүнә апай. Ыҫ еҫе сығып торған ҡара һағыҙҙың тәмле генә түгел, файҙалы ла икәнен үҙе татып белә ул. «Туҙ һағыҙы ашҡаҙанды эшләтә, тештәрҙе, ҡолаҡ бауҙарын таҙарта, тынысландыра, теш ҡаҙналарын нығыта. Борон шеш сыҡһа ла, ҡыҙылса-бетсәнән дә, теш һыҙлағанда ла шуны, тик май һалмаҫ борон алып, һөртөп дауаланылар. Ат ауырығанда ла файҙаланғандар. Тик ас ашҡаҙанға түгел, ә ҡаҙан ашынан һуң бер аҙ сәйнәп алырға кәрәк уны», – ти Зәйтүнә апай.
Кибет кәштәләрендәге ҡаптарҙың төрлөлөгөн иҫләп, был һағыҙға ла төрлө тәм, әйтәйек, еләк тәмен бирергә мөмкиндер, тип ҡыҙыҡһынабыҙ.
– Тат ҡушһаң, боҙола, – ти ул. – Икенсе тәм биреү кәрәкмәй ҙә, ана үҙе ниндәй хуш еҫле.
Зәйтүнә апайҙың файҙалы шөғөлө хаҡында һүҙ телдән-телгә күсеп, тирә-яҡҡа тарала. Хәҙер баҙарға сыҡһа, шунда уҡ балалар һырып ала, ололар ҙа тәүҙә – тәмләп ҡарарға тип, шунан оҡшатып килә. Шулай итеп, был кәсеп икмәк-тоҙлоҡ табыш та килтерә оло кешегә.

Бәпес көткән ҡатындар ҙа йыш мө­рәжәғәт итә, күңел болғаныуын баҫа, үҙәк көйгәндә ярҙам итә, тиҙәр. Ул ғына түгел, һағыҙ һорап йыраҡтан килеүселәр ҙә етерлек. Салауат, Стәрлетамаҡтан да, Өфөнән дә бар. Ҡайһы берәүҙәр меңәрләп алып китә. «Бер мәл бер ҡатын килеп инде. «Әллә ҡайҙан, Өфө аръяғынанмын», – ти. Баҡһаң, әсәһе биш йыл элек мине телевизорҙан күреп ҡалған да үтенеп һорай икән. «Рәхәтлә­неп сәйнәһен инәкәйем», – тип күп итеп һағыҙ алып ҡайтып китте. Әле яңы­раҡ икенсегә килде», – тип һөйләй апай.
Ап-аҡ туҙҙан – ҡара һағыҙ
Ирегән туҙҙың ҡулланылышы киң була элек. Һауыт-һабаға ҡытлыҡ мәлдәр­ҙә мул сағында. Тимер мискәләрҙән биҙрә эшләп, унда иң тәүҙә туҙ иретәләр ҙә шуның менән биҙрәнең эсен эшкәртеп сығалар. Ауыр була биҙрә, әммә тишелеп бармай, оҙаҡ һаҡлана. Тәңкәл биҙрә, тип атайҙар уны.

Бөгөн һағыҙҙы кемдер – ҡыҙыҡ күреп, кемдер һаулығын нығытыу өмөтө менән ала. Шулай булыуына һөйөнә Зәйтүнә Хатип ҡыҙы. Үҙенең бала сағында ҡара һағыҙҙы икмәк урынына сәйнәргә тура килгәне иҫенә төшкәндә иһә күҙҙәренә йәш тула.
– Эй, ул йылдарҙы: ашарға йүнләп юҡ, икмәк, бәрәңге бик һирәк эләгә. Ашҡаҙанды алдамаҡсы булып, ҡара һағыҙ сәйнәйбеҙ. Хатта сәйнәп йоҡлап китәбеҙ, сәскә йәбешһә, ҡуптарып алып булмай. Стенаға йәбештереп ҡуйһаҡ, уныһы ҡарайып китә... – тип хәтер ебен тағата. – Бабайым да ыҙалап үҫкән. Ғаилә ҡорғас, башҡа сыҡтыҡ. Ҡара ергә килеп ултырҙыҡ, бер тауыҡ биреүсе лә юҡ ине. Аллаға шөкөр, йән биргәнгә йүн бирә, үҙ көсөбөҙ менән яйлап барыһын да булдырҙыҡ. Биш бала үҫтерҙек. Бабайымдың ҡулы оҫта, атанан күргән – уҡ юнған, улдарыбыҙҙың да белмәгән һөнәре юҡ. Шөкөр итеп кенә йәшәйбеҙ бөгөн. Әҙме-күпме, барып алаһы ла юҡ, ошо өҫтәлгә килтереп һалалар ана пенсияһын да. Әллә ыҙалар күреп үҫкәнгәме, тормоштоң ҡәҙерен белеп кенә йәшәргә тырышабыҙ, бына һикһәнгә етеп барабыҙ.

Һаулыҡтың икенсе сере – «ҡытай сәйе» эстек беҙ ғүмер буйы. Боланут үләнен беҙҙә шулай йөрөтәләр. Уны бер тоҡ итеп йыябыҙ, мендәр аҫтына һалып бәҫәртәбеҙ, турайбыҙ, йыуабыҙ ҙа мейестең тандырында ғына кип­терәбеҙ.
Зәйтүнә апай менән Әнүәр ағайҙың тағы бер сере – улар бары тәбиғи ризыҡ менән туҡланырға тырыша. Аҙыҡты ҡыҙҙырмайҙар, тик бешерәләр генә. Һәр иртә ҡабығында бешерелгән картуфты һары майлап ашайҙар.

Самауырлы өҫтәлдә сәк-сәк, таба икмәге, ҡорот, ҡурмас, бал-майҙан баш­ҡа күҙ күреп өйрәнмәгән тағы бер ризыҡ бар ине. Төпрә икән уның исеме. Ондо ҡыҙҙыралар ҙа һары майҙың төпрәһенә (күбегенә) һалып болғатып әҙер­ләйҙәр икән. «Туңғас», киҫәк­тәргә бүләләр. Бер нимәне лә бушҡа әрәм итмәгәндәр борон! Юҡсыллыҡмы, һаҡ­сыллыҡмы, әллә аҡтың һәр тамсыһына булған ҡә­ҙер-ихтираммы был?

– Бына һары майынан да етешегеҙ, – тип ҡыҫтай Зәйтүнә апай. – Һары майҙы ашамаһаң, өрлөгөң һынып төшһөн, тип әйтә, ти. Һис ашай алмаһаң, ҡашыңа булһа ла һөртөргә кәрәк, ти торғайны боронғолар. Көс-ҡеүәт биреп кенә ҡалмай, һалҡындан да һаҡлай бит ул һары май. Кейем юҡ замандарҙа, аяҡтарында ла сабата килеш ауыҙҙарына һары май ҡабып урманға киткәндәр.
Юҡ тип тормағандар инде, ниндәй­ҙер сараһын эҙләгәндәр. Кешеләрҙең шул саҡта ла асыҡ күңелле, йомарт булып ҡала белеүенә һоҡланырлыҡ! Ана бит, Зәйтүнә апай ни тип һөйләй: «Бә­ләкәймен әле. Зөләйха исемле әбей килгән дә әсәйемә илап һөйләп ултыра: «Ҡунаҡ килгәйне. Бер күршемдән сәй тапҡайным, икенсеһенән бәрәңге һорап килгәнсе ҡунағым ҡайтҡан да киткән», – ти. Ҡунағын һыйлай алмаған өсөн ҡайғыра!»

Төрлө сараларға саҡыралар Зәйтүнә апай менән Әнүәр ағайҙы. Урам байрамдарында ла милли аш-һыуҙың әллә нисә төрөн әҙерләп, барыһын аһ иттерә, тәүге урындарҙы алалар.

Беҙгә лә Зәйтүнә апайҙың сәлә­мәтлеккә зыян килтермәгән таҙа ҡара һағыҙ ҡайнатҡанын күрергә, уны татып ҡарарға, ҡайнар утта шажылдап ирегән туҙҙың хуш еҫенә хозурланырға, милли тәғәмдәребеҙҙән ауыҙ итергә насип булды. «Милли ризыҡтарыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы йәштәр белһен, өйрәнһен ине. «Башҡортостан ҡыҙы» журналы уҡыусыларына ла серҙәремде асырға әҙермен», – ти ул.

Гөлшат ҠУНАФИНА.
Ғафури районы.


Ап-аҡ туҙҙан – ҡара һағыҙҠара һағыҙ ҡайнатыу тәртибе
Иң тәүҙә шуны әйтеп үтергә кәрәк: ҡайын туҙын кеше ағас киҫтергән ерҙән барып алыу яҡшы. Тере ағастан һыҙырһаң, тәбиғәткә хилафлыҡ була.
Ҡайын туҙын ҡом-туҙандан яҡшылап ҡырып таҙартабыҙ. Һағыҙ сифатлы булһын өсөн ботаҡ урындарын, ҡаты ороло ерҙәрен дә алып ташлайбыҙ, туҙҙың шымаһын ғына алабыҙ. 1-2 сантиметрлы киҫәктәргә ваҡлап, сөгөн көршәккә һалабыҙ. Мин уның өсөн махсус көршәк тотам. Көршәкте утҡа ҡуйып, өҫтөн яҡшылап ябабыҙ ҙа ауырыраҡ нәмә менән баҫтырып ҡуябыҙ, һауа инмәһен. Ипләп ҡыланырға кәрәк, яңылыш туҙға ут тоҡанып китмәһен!

Утта туҙ яйлап ирей, бер сәғәт самаһы ваҡыт үтә. Шыйыҡлана биргәс, ағас ҡалаҡ, йә таҙа ағас ботағы менән болғатып торабыҙ. Сүп-ҡый төшөрөргә ярамай, ризыҡ әҙерләгәндәге кеүек таҙа булашырға кәрәк. Хуш еҫе тирә-яҡҡа тарала, ҡайһы саҡ күрше-күлән дә килеп етә. Иреп бөткәс, самалап ҡына аҡ май һалабыҙ (бөтәһен дә һалып бөтөрмәй торабыҙ, сөнки майы артыҡ булһа, тешкә йәбешә) һәм яҡшылап болғатабыҙ. 10 литрлы көршәк тулы туҙҙан сыҡҡан һағыҙға 100 – 150 грамм аҡ май алына. Шунан әҙ генә алып, һыуға һалып ҡатырабыҙ да сәйнәтеп ҡарайбыҙ (эргәңдә балалар йөрөһә, сәйнәтеп ҡарауға бигерәк йәтеш!). Ҡатыраҡ күренһә, майҙы өҫтәй бирәбеҙ.

Һағыҙҙың ҡатылығы йәнгә ятышлы булғас, ярты биҙрә самаһы һалҡын һыу һалабыҙ. Һағыҙҙы йыйып йомарлайбыҙ. Бына ошондай сөгөн туҙҙан бер күмәс саҡлы һағыҙ килеп сыға. Уны бауырһаҡ әҙерләгән кеүек бер сәйнәрлек ҡыр­ҡымдарға бүләбеҙ. Ошо көршәктән яҡынса 300 сәйнәм һағыҙ сыға.
Ҡара һағыҙҙы һалҡын һыуҙа, һыуыт­ҡыста һаҡлайҙар. Уны әллә нисә тапҡыр алып сәйнәргә була.

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт:
2007 йылда Финляндияла ҡаҙыу эштәре мәлендә ҡайын туҙынан эшләнгән һағыҙ табыла. Ғалимдар билдәләүенсә, теш эҙҙәре лә һаҡланған һағыҙға – 5 000 «йәш»! Ҡайын туҙында булған матдәләр уны һис боҙмай «һаҡлаған».




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook