Белем усағы белем бирәме?

Башҡортостан мәғарифының элек-электән юғары трибуналар артына сығып маҡтанырлыҡ үрҙәре күп булды. Әле лә улар юҡ тип әйтергә тел әйләнмәй. Әммә ниндәй хаҡ менән?
Һуңғы йылдарҙа «оптимал­ләштереү» тигән ғифрит республикала меңдән ашыу мәктәпте яптырған һәм статусын үҙгәрттергән. 2012–2013 уҡыу йылында ғына 147 белем усағының ишегенә йоҙаҡ эленгән һәм 150-һенең статусы түбәнәйтелгән. Былтыр ҙа йөҙләгән мәктәп шундай яҙмышҡа дусар булды. Бында, әлбиттә, иң зыян күргәне – ауыл мәктәптәре. Уларҙың яйлап бөтә барыуы ауылдың нигеҙен ҡоротоуға беренсе аҙым булып тора. Мәктәптәр ябылыуы ата-әсәләрҙе, балалары хаҡында алдан хәстәрлек күреп, ҙурыраҡ ауылдарға, район үҙәктәренә, ҡалаларға яҡын райондарға күсенергә мәжбүр итә. Әлеге ваҡытта хатта Интернет селтәрендә лә баланың ата-әсәһе эргәһендә уҡыуы яҡшымы, әллә интернаттарҙа ятып уҡыуымы, тигән бәхәс бара. Әлбиттә, интернаттар заманында кадрҙар һандалы булып торҙо һәм тап уны тамамлаусылар араһы­нан республикабыҙҙың бик күп арҙаҡлы кешеләр сыҡты, тип һаналды. Икенсе яҡтан, ауыл кешеләре лә тө­шөп ҡалғандарҙан түгел, улар араһында ла юғары исемдәргә лайыҡ булыу­сылар, етәкселектә эшләүселәр бихисап. Тимәк, белем сифаты ҡайҙа һәм нисек уҡыуыңда түгел, ә кем һәм нисек уҡытыуға, баланың теләгенә, уның күңеленә ниндәй ойотҡо һалыныуға ҡайтып ҡала. Сер түгел, элек мәктәп, ысынлап та, белем усағы була торғайны. Ул һәр балаға, уның фекер­ләү, аңлау кимәленә ҡарап, үҙенә етерлек база белемен бирә ине. Яңы закон буйынса ҡабул ителгән яңы стандарттар буйынса ла бала белем биреү ойошмаһынан үҙ аллы фекер­ләргә өйрәнеп сығырға тейеш. Бик мәслихәт. Әммә шул уҡ яңы – инклю­зив, дистанцион, инновацион стандарттарға, китап ҡулланмай компьютер аша ғына уҡыу кеүек яңылыҡ­тарҙы индерә барыуға ярашлы, төрлө кимәлдәге балалар бер үк программа менән уҡытылғанда, улар үҙ аллы фекерләргә өйрәнәсәкме икән? Эйе, бөгөн ҡыҫҡартылыуға дусар булған ауыл мәктәптәрендә, хатта бер нисә синыфты бер уҡытыусы уҡытҡан осраҡта ла, мөѓєллим үҙенең ауылдаштарының балаларына төплө белем бирергә тырышасаҡ. Сөнки көн һа­йын үҙе күреп йөрөгән кешеләрҙең, туғандарының, күрше-күләненең балаларына белем бирә. Белем бирә алмай икән, ояты үҙенә. Ҙур мәктәптәр­ҙә лә төрлө кимәл күҙәтелә. Ысынбарлыҡта, уларҙың бер өлөшө уҡый, ҡалған өлөшө үҙ кимәленән артыҡ булдыра алмай. Сөнки бөгөн уҡытыу­сының ҡеүәте конкурстарҙа еңгән уҡыусылар, үҙенең төрлө конкурстар­ҙа еңеү кимәле менән баһалана. Ә конкурстарҙа тик бер үк балалар ҡатнаша һәм уҡытыусыға лидер балалар менән шөғөлләнеүе еңелерәк. Ғөмү­мән, мәктәптәр дан-шөһрәт артынан ғына ҡыуған кеүек. Ләкин шуны ла иҫтән сығарырға ярамай: бөгөн был тормошта үҙен, үҙенең урынын тап­ҡан һәм ҙур урындар биләгән кеше­ләрҙең ҡайһыһының уҡытыусыһының атҡаҙанған, мәғариф отличнигы тигән аты бар? Дөрөҫ, 90-сы йылдарға тиклем ал-ял белмәй эшләгән мөғәллим­дәрҙең күбеһенең ундай исеме юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, улар һәр ҡайһы­быҙға тиерлек төплө белем бирергә тырышты һәм маҡсатына өлгәште. Бөгөн иһә белем усаҡтарында исем-аты булмаған уҡытыусылар бик һи­рәк. Ләкин 1952 йылда совет уҡыу­сылары донъяла интеллект буйынса беренсе урын яулаһа, хәҙерге ваҡытта беҙ 147-се урындабыҙ.

Әле мәктәптәрҙә уҡытыусыны белем биреүгә ҡарағанда, дәрес үткәреү мәсьәләһе нығыраҡ борсоған кеүек. Ә инде бала дәресте аңлаймы, юҡмы – унда берәүҙең дә эше юҡ. Аңламай икән – репетитор яллағыҙ! Репетитор кем булырға тейеш инде? Әлбиттә, шул уҡ уҡытыусы, сөнки ул башҡалар­ға ҡарағанда түбәнерәк хаҡ аласаҡ, уҡыусы ла уға өйрәнгән. Был йәһәт­тән бер танышым үҙенең әхирәтенең ҡыҙын мәктәпкә йөрөтмәйенсә, уҡы­тыусылар яллап, уларҙың өйгә килеп дәрес биреүен һөйләп аптыратҡайны. «Тәүҙә мин дә ғәжәпләндем, һуңынан уның ни өсөн былай эшләүен аңланым. Бер яҡтан, балаһы уның күҙ алдында шөғөлләнә һәм уҡытыусының уға нисек белем биргәнен һәр саҡ күҙәтеп була. Икенсе яҡтан, мәктәпкә барып, исем өсөн дәрестә ултырып, һуңынан уға тағын да репетитор яллау өсөн аҡса түккәнсе, баштан уҡ аҡса түләп, әммә сифатлы белем алыуы яҡшыраҡ, тигәс, уның дәлилдәре менән килешмәй сарам ҡалманы», – тигәйне ул.

Әммә бындай белем биреү былай ҙа юрғанына ҡарап аяғын һуҙған урта синыф өсөн түгел. Һәм был юғарыла ултырып, мәғариф системаһын үҙ­гәртеп ҡороусыларҙың уйлағанына тап килә: башланғыс белем алыу һәр кемгә мөмкин булһа, урта белем иһә БДИ тигән ғифриттән ҡурҡмаусылар өсөн. Ә юғары белем бары тик аҡсалыларға ғына. Уйлап ҡараһаң, тиҙҙән ошо ваҡыттар ҙа килеп етеүе бик мөмкин.

Инклюзив белем тигән яңылыҡ та уйландыра. Эйе, физик мөмкинлектәре һәм аҡыл йәһәтенән тайпылыштары булғандар үҙенең һау-сәләмәт тиҫтерҙәре менән бер мөхиттә белем алһа, аралашһа, уйнаһа, уларға йәмғиәттә яраҡлашыу еңелләшәсәк. Тик әлеге ваҡытта бер синыфта төрлө кимәлле балаларға индивидуаль ҡараш етешмәгәндә, был осраљта уларға нисек иғтибар биреп, теманы аңлатып өлгөрөр икән уҡы­тыусы? Шулай булғас, ни өсөн ғәриптәрҙе ғәҙәти мәктәптәрҙә уҡытырға тырышырға? Махсус мәктәптәрҙә, исмаһам, уларға мөнә­сәбәт тә, уҡытыу ҙа тейешле кимәлдә буласаҡ. Уҡытыусы ла ике категория араһында өҙгө­ләнмәйәсәк.

Беренсе сентябрь тағы шуныһы менән хәүефләндерә: «Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында» БР Законына ярашлы, уҡыу пландарын ҡабул итеүҙе ата-әсәләр комитеты һәм мәктәп хакимиәте хәл итә. Мәғлүм булыуынса, бөгөн дүрт төрлө уҡыу планы бар. Әммә милли төбәк булараҡ, беҙгә уның тап икенсеһе тура килә. Икенсе планда дәүләт телдәрен уҡытыу ҙа, туған телдәрҙе уҡытыу ҙа бар, йәғни төбәк компонентына сәғәттәр һаны күберәк бүленгән (башҡа пландар милли республика мәнфәғәтен бөтөнләй күҙ уңында тотмай, тигәндәй. Мәҫәлән, беренсе планда туған телдәр генә бар, дәүләт телдәре юҡ, төбәк компонентына ваҡыт әҙ ҡалдырылған. Бында шуны ла әйтеп китергә кәрәк: төбәк компонентын уҡытыуҙы һәр төбәк үҙе билдәләй ала, әммә финанслауҙы үҙ елкәһенә алырға тейеш. Төбәк компонентының ҡыҫҡартылыу сәбәбе бары шуға ҡайтып ҡала). Икенсе яҡтан, зыялыларыбыҙ, баш­ҡорт теле бөтә, тип, йәмғиәтте кәүкелдәтеп ебәрә. Ә бит уйлап ҡараһаң, башҡорт телен уҡытыуҙы бер кем дә тыймай. Бары тик ниндәй башҡорт теле тураһында һүҙ бар­ғанын ғына асыҡларға кәрәк. Туған тел булараҡ та, дәүләт теле булараҡ та ул, тәү сиратта, Рәсәй Федерацияһының Төп Законы нигеҙендә тормошҡа ашырыла: Закондың 68-се статьяһының 1-3-сө пункттары Рәсәй киңлегендә рус теленең дәүләт теле булыуын, субъекттар үҙҙәренең дәүләт телен индерә алыуын, барлыҡ халыҡтарға үҙ телен һаҡлау, уны өйрәнеү һәм үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыуҙы гарантиялай. Белеүебеҙсә, федераль стандарттар туған телдәрҙе уҡытыуҙы күҙаллай, тимәк, туған телдәрҙе яҡлай. Хәүефләнергә урын юҡ та һымаҡ, ләкин милли республикаларҙың Төп Закон менән яҡланған кеүек күренгән икенсе дәүләт телдәренә ҡурҡыныс янай. Сөнки Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын үҙгәртеү мөмкин түгел, ул Төп Законда ҡаралған һәм «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында»ғы Закон ошо нигеҙҙә эшләнгән. Һәм тап ошо стандарттар дәүләт теле булараҡ уҡытылған башҡорт телен (башҡа милли республикаларҙа – уларҙың икенсе дәүләт теле булып торған туған телдәрен) ҡыҫырыҡлап сығарыуы ихтимал. Эйе, ҡулланылышта ул дәүләт теле булып ҡаласаҡ, әммә дәүләт теле булараҡ өйрәнелеүе икеле. Бында тағы шуны ла билдәләп китмәү мөмкин түгел: төрлө фән уҡытыусыларының башҡа предметтарға лояль ҡарашы һәм белем биреүҙә программа сиктәренән сыҡмауы ла туған һәм дәүләт телдәрен уҡытыуҙа, һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнай. Мәҫәлән, рус теле уҡы­тыусыһы үҙенең туған тел булараҡ уҡытыуға бүленгән сәғәттәрендә балаларҙы Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләү программаһы буйынса уҡыта икән, әлбиттә, башҡа милләт балалары ла үҙенең туған теленә түгел, рус теле дәресенә инергә мәжбүр буласаҡ. Бында инде рус теле уҡы­тыусыһына ҡәтғи талап булырға һәм ул мәктәп етәкселеге тарафынан ҡуйылырға тейеш. Тағы бер мәл: бөгөн республикала рус телле халыљтар күпселекте тәшкил итә. Әгәр уларҙыњ ата-әсәләре беренсе планды ҡабул итеү маҡсаттарына өлгәшһә, был инде дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытыуҙы бө­төнләй юҡҡа сығарасаҡ. Сөнки бөгөн, беренсе план буйынса уҡы­тырға теләүсе мәктәптәр юҡ, тип ышаныслы итеп әйтеүе ҡыйын. Улар уңайлы мәл еткәнен генә көтә. Бына шуныһы хәүефле лә инде.

Балаларға белем биреү теле буйынса ла мәсьәлә күп һорауҙар тыуҙыра: баланы, бигерәк тә башҡорт мәктәптәрендә, нисәнсе синыфҡа тиклем башҡортса уҡытырға? Бында, әлбиттә, мәсьәләгә ике яҡлы ҡарарға була. Беренсенән, 9-сы синыфтар дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы өсөн мотлаҡ рәүештә рус теленән һәм математиканан имтихан тота. Ә ҡалған фәндәр араһынан үҙе те­ләгәнде һайлап, уны туған телендә тапшырыу хоҡуғына эйә. Быны быйыл РФ Мәғариф һәм фән министрлығының бойороғондағы алтынсы пункт та дәлилләне. Унда: «Белем биреү ойошмаһының уҡытыу планындағы инвариант өлөшөндәге уҡытыу предметы, был предметты РФ Мәғариф һәм фән министрлығы башланғыс дөйөм, төп дөйөм, урта дөйөм белем биреүгә дәүләт аккредитацияһы булған мәғариф учреждениеларына тәҡдим иткән исемлеккә ингән дәреслектәр ҡулланып туған телдә уҡытылған осраҡта, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы шулай уҡ туған телдә уҙғарыла», – тип аҡҡа ҡара менән яҙылған. РФ Мәғариф һәм фән министрлығы үҙе үк рөхсәт бирә икән, тимәк, уҡыусыларҙы 9-сы синыфҡа тиклем туған телендә уҡытырға мөмкин. Әммә бында тағы бер мәсьәлә ҡалҡып сыға – уҡытырға китаптар юҡ. Баҡтиһәң, хәҙер З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенә башҡортса дәреслектәр һәм әсбаптар баҫтырыуға заказдар йылдан-йыл кәмей икән. Ә ул заказдар республика мәктәптәренән – министрлыҡҡа, министрлыҡтан нәш­риәткә бирелә бит. Тимәк, республиканың башҡорт мәктәптәре лә балаларҙы туғыҙынсы класҡа тиклем башҡортса уҡытырға әллә ни тырышмай ҙа, тигән фекер тыуа.
Әлбиттә, бер мәҡәләлә генә алда торған мөһим проблемаларҙы күтә­реп тә, яҙып бөтөп тә булмай. Сит­тән ҡарағанда ғына мәктәп бәхетле бала саҡтың ҡатмарлы тормош һуҡ­мағына яйлап ҡына сығара барған бәхетле баҫҡыстары кеүек. Ә инде эсенә, ундағы тормош диңгеҙенә сумһаң...
Бергәләшеп уйланаһы, хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ. Әммә уларҙы ошо өлкәлә эшләп елкәһе сейләнгән кеше генә күтәреп сығып, иғтибарҙы йү­нәлтә, зиһенде ҡуҙғыта алалыр. Өр-яңы уҡыу йылына күтәренке кәйеф менән аяҡ баҫып, мөмкин булғанды бергәләшеп хәл итһәк ине.

Даяна АТАНОВА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook