Ғағауыз еренә сәйәхәт

Ғағауыз еренә сәйәхәт– Нимә эшләйһең? – тип яҙа Өфөләге әхирәтем.
– Грек сәтләүеге йыйып йөрө­йөм, – тип, йәһәт кенә хәрефтәр йыйып, Интернет аша яуап бирәм. – Юғалтмағыҙ, мин хәҙер яланға китәм, һарыҡ һауғандарын ҡарарға.
– Һарыҡты һауалармы ни, хыялый?
– Бында һауалар, – тип яҙам да, әхирәтем Алланы көттөрмәйем тип, машинаға сығып ултыра һалам.

Рәхәт Баурчиҙа. Ғағаузияның баш ҡалаһы Ҡомратҡа билдәле төркиәтсе Гөлли Каранфилдың саҡырыуы буйынса ғағауыз һәм башҡорт шағирәләренең ижады хаҡында һөйләргә тип халыҡ-ара конференцияға барғайным. Ләкин шул хәтлем юлды үтеүен-үткәс, доклад һөйләп кенә ҡайтып китеү хилаф булыр ине. Ауылға саҡырғастары, баш тартманым. Уны беҙҙәгесә ыҡсым ғына итеп күҙ алдына килтергәйнем дә, ғағауыз ауылдарында яҡынса 5-15-әр мең кеше йәшәй икән, ваҡ ауылдар, утарҙар бөтөнләй юҡ. Юл ситтәре буйлап теҙелеп үҫкән ағастың исемен һорағайным, грек сәтләүеге булып сыҡты. Шуға бала һымаҡ ҡыуандым. Әсәйемдең, шәп дауаланыу ысулы таптым, дарыу яһарға йәшел грек сәтләүеге кәрәк ине, тигәне иҫкә төшөп, бешмәгән бит әле, тиеүҙәренә ҡарамай, йәһәтләп йыйып та алдым. Ул инде ҡата башлаған, ә йәш сағында грек сәтләүегенән бик татлы ҡайнатма ла эшләйҙәр. Һандыҡтарҙа былтырғы сәтләүек уңышы һаҡлана икән. Бер аҙ шуны сирып алғас, баҙҙарын ҡарап сығырға булдым. Һәр ғағауыз ғаиләһе ҡышҡылыҡҡа 600-700 литр йөҙөм шарабы әҙерләй, тип ишеткәнем бар, шуны тикшерергә. Шараплы ике ҙур ағас мискә (икәү, сөнки төрлө сортлы виноградтан төрлө шарап яһала) былтырҙан әле бушап етмәгән. Тәме, нисек тип әйтәйем икән, шәкәрһеҙ, әҙерәк телде ҡурып ала. Уны бында көн дә төшкө һәм киске аш алдынан бәләкәй генә стаканға һалып бирәләр, самалап ҡына. Гемоглобин күтәреүгә шәп, тиҙәр. Үҫмер ҡыҙҙарға ла ҡойғандарына аптырап ҡарағанмындыр, бәлки, шуға аҡланған һымаҡ маҡтап алдылар шикелле. Йәй – йәй инде, ашау ҡапҡа эсендә. Беҙҙәге һымаҡ ҙур өҫтәл түгел, тәпәшәк, түңәрәк, тирәләп – бәләкәс кенә ултырғыстар, улары уйынсыҡ ише генә. Уның ҡарауы, шул өҫтәл артына һигеҙ кеше иркен һыйҙыҡ. Кукуруз ярмаһынан мамалыганы, һарыҡ итенән ҡауырманы әхирәтем кисә, Ҡомратта саҡта, бешереп ашатҡайны инде. Бөгөн кирдә, тағы ла һарыҡ итенән төрлө аш-һыу әҙерләне. Бында бөтә ерҙә лә һарыҡ ите, һарыҡ һөтө, һарыҡ һөтөнән эремсек, нур, пәйнир. Иҙәндә һарыҡ йөнөнән һуғылған аҫалы балаҫтар, беҙҙәгесә, сепрәктән буйлатып һуғылған түшәктәр ҙә бар. Алланың ҡәйнәһе Пелагея Ильинична үҙе өлкән-өлкән ете балаҫ һуҡҡан, ә сәскәләрҙең сағыулығы – күҙ яуын алырлыҡ. «Хәҙер диуарға элмәгәстәре, иҙәнгә түшәнем инде», – ти ул. Аңлағанһығыҙҙыр инде, һарыҡтар бында ҙур хөрмәттә. Газ ҡиммәт булғас, ҡышҡыһын йорттарын да һалам ҡушып киптерелгән һарыҡ тиҙәгенән яһалған кирбес яғып йылыталар. Уларын Пелагея әбейҙәр ҡышҡылыҡҡа әҙерләп, теҙеп, киптерергә ҡуйған да инде.
Ғағауыз еренә сәйәхәт
Баурчиға килеп төшкәндә Алланың ире Андрей менән ҡайныһы Василий бабай кукуруз баҫыуында инеләр. Улар ҡайтҡансы әхирәтем менән ҡәйнәһе иркенләп донъялары менән таныштырҙы. Йөҙөмдө күпләп үҫтерәләр, киптерәләр, күп өлөшө шарапҡа китә. Сәтләүек, өрөк, борсаҡ, тут, тағы әллә нәмәләр, баҡсала ни генә үҫмәй… Бесән әҙ, дөрөҫөрәге, һуңғы йылдарҙа бөтөнләй юҡ, ҡоролоҡ, эҫелектән үҫеп тә өлгөрмәй, янып бөтә икән туғайҙар. Шуға һыйыр тотоусы ла юҡ. Көндәре һарыҡҡа ҡала. Ҡуй малы әрһеҙ, кукуруз, люцерна ашаталар.

Грек салаты әҙерләгән һайын, брынзаны нисек эшләйҙәр икән, тип уйлай инем, бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәре ысын икән ул. Ғағауыздарҙа брынзаһыҙ табынды күҙ алдына ла килтермәйҙәр. Тағы ла нурһыҙ, уныһы – брынзанан айырылған эркетте ҡайнатып эшләнгән сыр, тик брынзанан айырмалы рәүештә уны тоҙламайҙар, һаҡламайҙар, ә тоҙланғанын, йәғни брынзаны, улар пәйнир тип атай. Бәрәстәрҙе инәләренән ике айҙа уҡ айыралар икән. Шунһыҙ ҡайҙан һөт булһын? Ҡыҙыҡ, был яҡтарҙа һөт һауып алыу эшен тик ирҙәр генә башҡара. Йәйгеһен бөтә ауылдың һарығы – бер көтөүҙә. Һөттө ғаиләләр сиратлап ала. Йәй эсендә бер ғаиләгә кәм тигәндә утыҙ литр һөт тейеш, күберәк тә булыуы мөм­кин. Ныҡ әҙ һымаҡ тойоламы? Мин дә тәүҙә шулай уйлағайным. Әлбиттә, сәйҙе һөтләп ултырып булмай, ә бына бер йылға етерлек пәйнир (брынза, ул тоҙло һыуҙа йылдан ашыу һаҡлана икән) һәм нур (сыр) яһарға артығы менән етә. Утыҙ литр һөттән, ғәжәп, шундай уҡ күләмдә пәйнир һәм эркетенән тағы ла шундай күләмдә нур сыға. Тағы ла айраны ҡала әле ул уның. Уныһы ҡамырға һәйбәт. Ик­мәкте үҙҙәре бешерә бит. Сүпрәне иһә беҙҙәге ҡомалаҡ урынына кукуруз ононан әсетеп алалар. Ярай, былары һүҙ ыңғайы ғына, шулайтып, киттек беҙ яланға. Унда иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡуйҙарҙы көтөп ятҡан ике көтөүсе мәж килеп һарыҡ-кәзәне һауған саҡ ине. Ҡыҙыҡ та, күңелле лә. Беҙгә бик шат булдылар. Кәзә һөтө үҙе генә булһа, пәйниргә бармай икән, ул шыйыҡ, әммә һарыҡ һөтөнә ҡушып ебәреүгә ярап ҡала, тиҙәр.

Гөбөр-гөбө-ө-ө-өр итеп кенә ҡала, икенсе һарыҡҡа сират етә. Улары өйрәнеп бөткән, теҙелешеп көтөп тора. Струнгар, йәғни ярҙамсы малай, өймәкләшеп китмәһендәр өсөн, ҡарап тора. Алты литр һөт һөҙҙөрөп алдыҡ. Чабан Василий атын, этен күрһәтәм тип алып китте. Сабыр ғына эйәрҙек, улар көтөүсенең ғорурлығы лаһа. Аты менән дә, эте менән дә фотоға төшөрөп алдым, шунан ул, әйҙәгеҙ, ғағауыз чабандары нисек йәшәгәнен күрһәтәм, тип өйөнә саҡырҙы. Киске ун берҙәр тирәһе, һуң инде, уңайһыҙ, тинек. Ай-вайға ҡарап торманы, алып ҡайтып китте. Ғағауыздар, ғөмүмән, бик алсаҡ, ҡунаҡсыл халыҡ, ҡатыны ла артыҡ аптыраманы шикелле, табын ҡороп ебәрҙе. Балсыҡты яндырып эшләнгән биҙәкле кәртәләр, текә сит ил машинаһы, раузаларға күмелгән ишек алды, ә йортоноң матурлығы, заманса булыуы... Уны күрһәгеҙ, һеҙҙең дә көтөүсе булғығыҙ килер ине, моғайын. Ә беҙҙә ауылдарҙа көтөү көтөргә мәңге кеше таба алмайҙар. «Тырышһаң, эшеңде яратып башҡарһаң, ҡайҙа ла матур йәшәргә була», – ти Василий. Йүгереп йөрөп аҙбарын күрһәтә, һарыҡ тиреләрен киптерергә элгән, ҡышҡыһын эшкәртәм, ти. Йөҙөм баҡсалары менән маҡтанып алды. Йортто үҙе һалған, эсенә ремонтты ла үҙҙәре эшләгән икән. Сынъяһау донъя. Ҡатыны өй көтә, пәйнир эшләй, йөн иләй, баҡса ҡарай. Өс баланы уҡыталар. «Мин йәш кеше түгел инде, ҡырҡҡа сыҡтым, ғүмер буйы ошо эштәмен», – ти чабан.
Ғағауыз еренә сәйәхәт
Ғағауыз ирҙәренең күбеһе Мәскәүҙә шул хәҙер. Беҙҙекеләр нисек Себер йөрөһә, улар шулай Рәсәй баш ҡалаһын үҙ итә. Ҡатындары ла ҡалышмай. Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында ғағауыз бисәләре, элекке совет иленән беренселәрҙән булып, сит илгә эшкә йөрөүҙе үҙләштерә, Италия, Греция, Төркиәгә күпләп китәләр. Аҡса ебәреп кенә яталар, ә ирҙәр өй ҡарай, шул мәл үҙҙәрен эшкинмәгән итеп тойоп эскегә һалышыусылар ҙа булды, тиҙәр. Бер аҙҙан донъя үҙ урынына ултыра, йәғни төҙөлөш эшенә маһир ирҙәр Мәскәү йөрөй башлай. Ә ҡатындар, шул йөрөүҙә Европа йәшәйеше менән танышып, уларса тормош көтөргә лә, ремонт-фәләнгә лә өйрәнеп ҡайта. Хәҙерге ғағауыз өйҙәренең иркенлеге, заманса булыуы, сәскәгә күмелеп ултырыуы шул йылдарҙың шауҡымына ла бәйле. Үҙ ерҙәрендә хужалыҡтар, етештереү өлкәһе тамам тарҡалған халыҡҡа сит яҡҡа китеүҙән башҡа сара юҡ тиерлек шул. Бына Алланың атаһы ла, әсәһе лә әле Мәскәүҙә, байҙарҙың өйөн ҡарай, Чишмәкөйҙәге ике ҡатлы хәтәр йорттарында бәләкәй һеңлеһе менән өләсәһе генә йәшәй. Әхирәтемдең ире Андрей ҙа, ҡайныһы ла Мәскәүҙә төҙөлөштә: өс ай эшләйҙәр ҙә бер ай өйҙә торалар. Андрейҙың бер туған апаһы ла, айырылғас, ун йыл элек Мәскәүгә сығып киткән, магазинда эшләй икән, шунда бер милләттәшен осратып, яңынан ғаилә ҡорған, фатир алғас, ҡыҙын да алып китергә хыяллана. Әлегә ейән­сәрен Пелагея Ильинична ҡарай, инде тиҫтә йыл, дөрөҫөрәге. Ун ике йәшлек Александранан, әсәйеңде һағынаһыңмы, тип һорайым. Күҙҙә­ренә йәш төйөлгәнен абайлап, һүҙҙе икенсегә бора һалам. Ҡыҙыҡай – сәйәси һәм иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ арҡаһында ата-әсәһенән айырым үҫергә мәжбүр миллионлаған баланың береһе генә. Үҙебеҙҙә лә ундай­ҙар әҙ түгел бит. Ул һүрәт төшөрөргә ярата, бигерәк тә – үҙе менән әсәһен, буласаҡ өйҙәрен…

Пелагея Ильинична сәйәсмән­дәрҙе әрләй-әрләй бөйөрөктәр бешерә, иртәгә улы менән ире тағы юлға сыға, шуға әҙерләнә. Яландай йорттарында улар Александра менән тағы ла өс айға икәү генә ҡаласаҡ.
Шулай итеп, беҙ теге һөттө алып ҡайтып, һыуып китмәҫ элек тип йәһәтләп, пепсин һала һалдыҡ. Пепсин ул – ойотҡо, мая – ғағауызса әйткәндә. Маяны элек асыҡҡан бәрәсте имеҙеп, йәһәт кенә салып, ашҡаҙанындағы шыйыҡлыҡты алып эшләгәндәр. Хәҙер улай ҡыланыуҙан ҡотолғандар, мая (пепсин) һатыуҙа бар. Бер-ике сәғәттән, һөт ойоғас, беҙ уны ҡоротто, эремсекте һарҡы­тырға элгән ише элеп ҡуйҙыҡ. Иртән тороуға брынза әҙер ине. Уны былай ҙа ашап була, тик тиҙ боҙола. Миңә күстәнәскә һалырға булғас, Пелагея әбей уға тоҙ һылап ҡуйҙы, кәрәгенсә үҙе һеңдерә икән. Ҡалған эркетте ҡайнатып, нур яһап алдыҡ.

Пелагея әбей, эсе бошоп ҡына йөрөп, күстәнәс һалды. Беҙ бик дуҫлашып өлгөрҙөк. Ул көндө Ильинична ире менән улын – Мәскәүгә, килене Алланы – төрки телле ҡатын-ҡыҙҙар форумына – Румынияға, мине Өфөгә оҙатты. Үҙе Алланың ҡыҙы өс йәшлек Лиза һәм тағы бер ейәнсәре – ун ике йәшлек Александра менән сабыр ғына ҡапҡа төбөнә сығып баҫты. Сабыр төрки ҡатыны быуаттар буйы усаҡ һаҡлаған, әле лә шулай, килер көндәрҙә лә шулай булһын! Мин дә ғәзиз тыуған яҡтарыма ашыҡтым. Ҡайтып, яҡындарымды үҙем яһап алып ҡайтҡан брынза менән һыйлағанда, ҡунаҡсыл таныштарымды әллә нисә тапҡыр иҫләйәсәкмен әле.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА. Молдова.


Ғағауыздар – төрки телле мил­ләт, тарихи сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, XIII быуат­тарҙа уҡ хәҙерге Болгария һәм Румынияның Добруджа, Делиорман тигән ерҙәрендә күпләп йә­шәгән. Был яҡтарға улар борон замандарҙа ҡайһы сығанаҡ­тар буйынса Алтай, икенсе яҙмалар буйынса Урал тауҙарынан кил­гән тип һанала. 200 йыллап элек уларҙың күбеһе, Ғосман империяһы аҫтында ҡалыуҙан ҡа­сып, хәҙерге Бессарабияға күсен­гән. Сөнки ғағауыздар христиан динлеләр. Бөгөнгө көндә 250 мең­ләп барҙар. Молдоваға ҡараған Ғағауыз Республикаһында, Болгария, Румыния, Греция һәм Украинала йәшәйҙәр. Ғағауыздарҙың мосолман өлөшө иһә икенсе исем менән йөрөй, үҙҙәрен гаджалдар тип атай һәм башлыса хәҙерге Болгария, Төркиә ерҙәрендә йәшәй, улары һуңғы иҫәп буйынса – 331 мең кеше.

Ғағауыз ерендә
Раузалар бында суҡтан-суҡ,
Сәтләүек бешеп килә.
Эҫе ҡояш аҫтарында 
Ниңә һуң өшөп киләм?
Ҡайҙа ҡарама – ҡыпсаҡтың
Боронғо атамаһы.
Беләм, телдәр аҙашһа ла,
Атама алдашмаҫын.
Бишалманан Шишмәкәйгә
Ҡыпсаҡ ауылы аша
Үтеп барам, әллә инде
Тиҫтә быуаттар аша.
Беҙ үҙ-ара һөйләшкәндә
Һис кәрәкмәй тылмастар.
Ер-һыу аты ҡалай оҡшаш – 
Яттар улай булмаҫтар.
Ҡомор аттың – ҡуңыр аттың
Кешнәүен саба-саба,
Тыңлай-тыңлай Ҡомратта*
Ҡурыуҙы* өрөп ҡабам.
Өрөп ҡабам тарихты ла,
Ауыҙ бешкәс – һуң микән?
Төрки халыҡтың хәтере
Мәңгелеккә туң микән?
Ай ҡыҙын һөйләй Таштимер*,
Ә Гөлли* күк торнаны.
Бөйөк ҡыпсаҡтың дәүләте,
Ниңә мәңге торманың?
Һеҙҙә буҙа, беҙҙә буҙа, 
Һеҙҙә, беҙҙә – һурпа, ит.
Һеҙҙә, беҙҙә – уртаҡ тарих, 
Уртаҡ уй, уртаҡ өмөт.
Сура батыр – һеҙҙең айбар,
Беҙҙеке лә – аптыраҡ.
Бер ҡараһаң, бер туғанбыҙ,
Бер ҡараһаң, ятыраҡ.
Бында раузалар суҡтан-суҡ,
Сәтләүек бешеп килә.
Бында ла быуаттар аша
Таныш моң ишетелә.
Ғағауызмы, күк уғыҙмы,
Нуғай, ҡыпсаҡ затымы?
Кем тип кенә әйтһәләр ҙә,
Бар бит ҡандар тартымы!
Балҡан*, Балҡан, Балҡантау тип
Ынтыла ғағауыздар.
Заятүләктең тауынан
Ишетәмме ауаздар?
Халыҡ күсеү нимә инде, 
Күсенгәс хатта тауҙар.
Хәтер вулканын уята
Көтөлмәгән шартлауҙар.
Ҡомратта ҡунаҡ булғанда
Уйланым ошо хаҡта.
Ҡыпсаҡ*ҡа ҡайтып әйләндем
Мин һыбай ҡомор атта.

*Ҡомрат – Ғағауызияның баш ҡалаһы,
*Ҡурыуҙы – ғағауыз милли ашы,
*Таштимер – тарихсы ғағауыз егете
Таштимер Ҡыпсаҡ,
*Гөлли – төркиәтсе-ғалимә, ғағауыз
ҡыҙы Гөлли Каранфил,
* Балҡан – ғағауыздарҙы 200 йыл
элек Балҡандан Бессарабияға
күсергәндәр,
*Ҡыпсаҡ – Дәште-Ҡыпсаҡ күҙ
уңында тотола.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook