Үҙеңә тиң үрҙәр, «Сөйөмбикә»!

Татарстанда баҫылған, Башҡортостанда ла яратып уҡылған «Сөйөмбикә» журналының сыға башлауына 100 йыл тулып үтте. Бер быуатлыҡ тарихында ниндәй генә шәхестәр булып китмәгән дә ниндәй генә тарихи ваҡиғалар аша үтмәгән ул! Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бөтөн татар айлыҡ ижтимағи-сәйәси баҫмаһы күптәргә «Азат ҡатын» исеме менән таныш. Баҡтиһәң, журнал 1913 йылда алдынғы ҡарашлы мөғәллим Яҡуп Хәлили тарафынан, ҡатын-ҡыҙ донъяһының сиктәрен киңәйтеү, фекерләүен, тормошҡа ҡарашын үҫтереү маҡсатында, тәүгеһенең фажиғәле вафатынан һуң алған икенсе ҡатыны Әсмәнең бирнә аҡсаһына нәшер ителә башлай. Айына ике тапҡыр баҫылған «Сөйөмбикә»нең 115 һаны донъя күргәс, 1918 йылдың ғинуарында, буржуаз ҡараштарҙы, иҫкелекте алға һөрә тип ғәйепләп, уны сығарыу туҡтатыла, ойоштороусыһы атып үлтерелә.

Ләкин татар телендәге ҡатын-ҡыҙҙар журналы 1926 йылда «Азат ҡатын» исеме менєн яңынан тергеҙелә. 73 йылдан һуң, 1991 йылда, уға «Сөйөмбикә» исеме ҡайтарыла.

Был баҫма менән «Башҡортостан ҡыҙы»н оҙаҡ йылдар дауам иткән дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Элек-электән хәл белешеп, ҡыуаныс-шатлыҡтар, һөйөнөс-көйөнөстәр менән уртаҡлашып йәшәү изге йолаға әйләнгән.
Йыл башында улар беҙҙең редакцияла ҡунаҡта булып киткәйне. Шунда сөйөмбикәләр 100 йыллыҡтарын ҙур байрам кисәһе менән йомғаҡларға йыйыныуҙарын әйтте.

Һәм бына беҙ – абруйлы баҫманың күркәм юбилейында. Ул, II Бөтөн донъя татар ҡатын-ҡыҙҙары форумы сиктәрендә, Ҡазан ҡалаһында, Ғ. Камал исемендәге Татар дәүләт драма театры бинаһының яҡты сәхнәһендә үтә. Ер шарының төрлө ҡитғаларынан, йәмғеһе 19 илдән йыйылған 500-гә яҡын ҡатын-ҡыҙ ҡатнашҡан сараның төп тантанаһы, абруйлы баҫмаға арналған кисә – рух күтәренкелеге, моң, шиғри ћүҙ, тарихҡа байҡау, йомғаҡ яһау, өлгәшелгәндәр һәм табыштар менән ғорурлыҡ, юғалтыуҙар менән моңһоулыҡ хистәре солғанышында уҙа.

Татарстан Дәүләт Советы Рәйесе Фәрит Мөхәммәтшин йөҙ йыл дауамында нәшер ителгән баҫманы юғары баһаланы. Татарстандың беренсе Президенты Минтимер Шәймиевтың ҡотлауын еткерҙе. «Сөйөмбикә» журналистарына хөкүмәт бүләктәре, Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Иң тулҡынландырғыс минуттар, моғайын да, 1999 йылдан алып бирелә килгән «Сөйөмбикә» беләҙеген кейҙереү тантанаһы булғандыр. Редакцияның «Аҡ ҡалпаҡ» татар ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы менән берлектә булдырған бүләге бөтөн донъя буйынса йыл да киң танылыу яулаған, милләт файҙаһына ҙур эштәр башҡарған бер йә бер нисә ҡатын-ҡыҙ өлөшөнә төшә. Был юлы зат­лы беләҙеккә журналист, йәмәғәт эшмәкәре Филисә Хәкимова, йырсы, йәмәғәт эшмәкәре, халыҡ-ара «Сөйөмбикә вариҫтары» фестиваль-проектының авторы Гөлзада Сафиуллина, Финляндияла йәшәүсе, «Исламиә» йәмғиәте эргәһендә эшләп килеүсе йәкшәмбе татар мәктәбе уҡытыусыһы Хәмиҙә Чайдам лайыҡ булды.

«Сөйөмбикә» тарихының бер быуатлыҡ дәүерен йомғаҡлап, яңы битен асабыҙ. Ошо матур исемде кире ҡайтарғанда, баҫмабыҙ милләт әсәләре тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ала. Беҙ ҙә был йүнәлештән тайпылмайбыҙ», – тине журналдың баш мөхәррире Ләйсән Юнысова.
«Сөйөмбикә»не ҡотларға килгән мәртәбәле ҡунаҡтар араһында Ырымбурҙан – Мөхтәр Хәсәнов, Нурия Кәримова, Фирүзә Әбсәләмова, Өфөнән – Зәлиә Ахунова, Ҡырғыҙстандан – Гөлсинә Үлмәҫҡолова, Санкт-Петербургтан – Фәриҙә Нәжмиева, Силәбенән – Лена Колесникова, Мәскәүҙән – Лемма Ғирфанова, Нәзифә Кәримова, Роза Хәбибуллина, Праганан (Чехия) – Алһыу Ҡормаш, Финляндиянан Фәзилә Насретдин бар ине.

Йырсылар Венера Ғәниева, Зәйнәп Фәрхетдинова, Рөстәм Закиров, Алина Шәрипйәнова, Гөлшат Имамиева, Резедә Шәрәфиева, Базарбай Бикчәнтәев, Ҡаҙағстандан Майра Мөхәммәт ҡыҙы, Рәсим Ильясов етәкселегендәге «Ҡазан нуры» ансамбле, «Ҡазан» бейеү һәм Татар дәүләт йыр һәм бейеү ансамблдәре сығышы, Миләүшә Сибғәтуллина менән Илдар Ҡыямовтарҙың йәнле итеп алып барыуҙары кисәнең рухын бермә-бер күтәрҙе.
Коллегаларыбыҙ өсөн һөйөнөп, баҫмаға кешелек тарихында мәңгелек ғүмер теләп, йылы тәьҫораттар менән ҡайттыҡ. Дуҫлыҡ һәм йыр бүлешкәндән күңелдә, донъяла йәм арта ғына шул.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook