Башҡортостан Ҡыҙы

Тигеҙ тартамы үлсәүҙәр?

Тигеҙ тартамы үлсәүҙәр?Аллаһы Тәғәлә алдында бөтә заттар ҙа тигеҙ. Енес буйынса айырылыу ғына кешеләрҙе хоҡуҡи, әхлаҡи яуаплылыҡтан азат итмәй. Әммә Ер йөҙөндә бизмән төрлө яҡҡа тартыла: мәҙәни, дини йолаларға ышыҡланып, ҡырағай ҡылыҡтар ҡылына. Ҡатын кешенең хоҡуҡтары сикләнә, ирҙәр яфа сигә.

«Гендер» – енестәр тигеҙлеге хаҡында һүҙ алып барғанда, күпкә глобалерәк социаль, сәйәси проблемалар күҙ уңында тотола.

Махачкалаға гендер сәйәсәте буйынса халыҡ-ара форумға юлланғанда, донъяла был йүнәлештә ниндәй эшмәкәрлек алып барылыу хаҡында күҙ алдына ла килтермәй инем. Ҡарасәй-Черкес, Чечен Республикаларынан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Әзербайжандан, Рәсәйҙең күп ҡалаларынан килгән ҡатнашыусыларҙы туплаған конференция өсөнсөгә үткәрелә. Быйылғыһы «Йолаларҙы һаҡлап, заманса йәшәргә» тип аталды. Уның эшендә Башҡортостандан мин ҡатнаштым һәм гүзәл заттың гражданлыҡ әүҙемлеге, республикабыҙҙағы ҡатын-ҡыҙ ойошмалары, журналыбыҙ хаҡында һүҙ алып барҙым. Ағинәйҙәр хәрәкәте тураһындағы мәғлүмәтем ҡыҙыҡһыныу уятты.

Тигеҙ тартамы үлсәүҙәр?Дағстан гендер сәйәсәте үҙәгенең генераль директоры Хәтимә Омарова:
– Гендер буйынса конференциялар төрлө темаларға үткәрелһә лә, һүҙ тәбиғи рәүештә ике төп мәсьәләгә ҡайтып ҡала. Беренсеһе – ҡатын-ҡыҙҙың власть структураларына ҡуйылышы, икенсеһе – мосолман өлкәләренә ҡараған төбәктәрҙә гүзәл заттар менән дини радикализмдан, көсләүҙән ҡурсалаусы эҙмә-эҙлекле һәм күләмле эш алып барыу, психологик ярҙам күрһәтеү һәм улар менән шөғөлләнеүсе бүлектәр булдырыу. Йәмғиәттә енестәр араһындағы тигеҙлекте һаҡлау өсөн шәхси һәм йәмәғәтселеккә күрһәтелә торған тормошто аныҡ айырып ҡарау кәрәк. Мосолман әҙәбендә бала саҡтан ҡатын-ҡыҙға ир-атты хөрмәт итергә, ә егеттәргә ҡыҙҙарҙы ҡурсалап, ҡәҙерләп ҡарарға өйрәтәләр. Был ғаилә эсендәге мөнәсәбәттәр һәм унда берәү ҙә гендер тигеҙлекте һаҡлау хаҡында тылҡымаҫ, сөнки ул – һәр кемдең шәхси эше. РФ Конституцияһының 19-сы статьяһының 3-сө бүлегендә: «Ҡатын һәм ир тигеҙ иреккә һәм хоҡуҡҡа, уларҙы тормошҡа ашырыуҙа ла тиң мөмкинлектәргә эйә», – тиелә. Был конституцион-хоҡуҡи хәлгә ҡарай һәм маҡсатлы закондар сығарыуҙы, әүҙем социаль сәйәсәт алып барыуҙы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың мөмкинлектәрен ирҙәрҙеке менән ғәмәлдә тигеҙләү өсөн киң льготалар һәм махсус гарантиялар булдырыуҙы талап итә. Ошо планда сит илдәр (Канада, Дания, Финляндия, Швеция, Португалия, Норвегия һәм башҡа) тәжрибәләре күрһәтеүенсә, төрлө өлкәләрҙә гендер тигеҙлеге буйынса конституцион принциптарҙы яйға һалған һәм уның үтәлешен тәьмин иткән махсус закон булдырыу мөһим роль уйнар ине. Йәки, бик булмаһа, тәүге осорҙа Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенә ҡараған Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстандағы партнерҙарыбыҙ тәжрибәһенә таянып, сәйәси партияларҙа енестәрҙең 30/70 процент нисбәтендә булыуын күҙәтеүсе закон индереүгә өлгәшеү ҙур һөҙөмтә бирер ине.
Ниндәй һығымталарға килдек? Йәнә лә Рәсәйҙең төп мәсьәләләренә әйләнеп ҡайттыҡ: ул да булһа ҡатын-ҡыҙҙарҙың власть структураларына ҡуйылыуы. Тағы ла ҡабатлайым: әгәр ҙә РФ Дәүләт Думаһында депутаттарҙың 30 проценты ҡатын-ҡыҙ булғанда, социаль йүнәлешле ҡануниәткә, шуға ярашлы ғәҙел дәүләткә өлгәшер инек.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының Дағстандағы төбәк сәйәси советының президиум ултырышында Дағстан парламенты спикеры Хизри Шихсаидов 35 йәшкә тиклемге гүзәл заттарҙы депутатлыҡҡа кандидат итеп һайларға тәҡдим итә. Беҙҙең һәм Дағстандағы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары эшмәкәрлеге йәмғиәттәге ҡалыплашҡан психологияны һындырырға ярҙам итер. Әйткәндәй, мин етәкләгән Дағстан гендер сәйәсәте үҙәгенә 14 йыл тула! Ошо дәүерҙә күп һынау үттек, шуға көтөлмәгәнлектәр килеп тыу­маны. Урындағы власть конференцияны ойоштороусыларҙың береһе булараҡ сығыш яһаны. Шуға ла Дағстан Республикаһы Башлығы В.А. Васильевҡа һәм Премьер-министр А.А. Здуновҡа рәхмәтлебеҙ.
Дағстандағы тормошто үҙгәртеү теләге ошо йөктө тартырға этәрә. Мәскәү һәм Махачкала ҡалалары араһын тапайым. Бындағы тормош үҙәктәгенән ҡырҡа айырыла, ҡалыша, әммә һуңлап булһа ла, бөтәһен дә үҙгәрергә мәжбүр итә. Заман ҡуйған төҙәтмәләрҙе индереп, милли йолаларыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ. Донъялағы радикаль феминизм Кавказда ҡабул ителмәй. Европалағы тигеҙлек моделен иләктән үткәрмәйенсә тороп, үҙебеҙгә индерә башлаһаҡ, гендер тигеҙлек мәсьәләһенә барыһын ҡаршы ҡуясаҡбыҙ. Гендер тигеҙлеге тигәндә, беҙ киләсәк быуынды ошо принциптарҙа тәрбиәләү хаҡында һүҙ йөрөтөргә тейешбеҙ. Ҡатын нисек, балалары ла шундай! Бала биш йәшенә тиклем формалаша, әсә – уның тормошонда иң төп кеше. Тик йолаларға ғына таяныу ҙа дөрөҫ түгел, балаларыбыҙ йәшәйештә үҙ урынын табып, уңышлы шәхес булып китһен өсөн, заманса үҫешкән, юғары технологиялы донъянан интеллектуаль кимәл менән артта ҡалырға хаҡыбыҙ юҡ.

Тигеҙ тартамы үлсәүҙәр?Наталья Захарова, Мәскәү ҡалаһынан ирекле журналист:
– Ирекле журналистҡа төбәктәрҙә эшләү айырыуса ҡатмарлы, бигерәк тә күп телле булһа. Һәр төбәк үҙ мәнфәғәтен яҡларға тырыша, ә мин дөйөм һыҙаттарҙы тотоп алып, илдең икенсе осондағыларға ла ҡыҙыҡ, аңлайышлы булырлыҡ итеп һөйләргә тейешмен. Төп темаларымдың береһе – Сирияла ҡалған һәм Ираҡта төрмәләрҙә интеккән Рәсәй ҡатындары. Улар ИГИЛ эшмәкәрлегендә ҡатнашыусы булараҡ ҡулға алынған. Былтыр Рәсәйгә йөҙҙән артыҡ кеше сығарылды. Дағстан быйыл бер генә баланы алып ҡайта алды. Әлегә процесс туҡтатылған. Сығарылғандар араһында Башҡортостанда тыуғандар ҙа булды. Килеп эләгеү тарихтары ла төрлөсә. Дағстанда йәшәгән бер ханым үҙ тоҙағына эләккән ирҙәрҙе, бөтә мөлкәтен үҙенә ҡалдырып, Сирияға сығып китерлек итеп эшкәртә. Биш тапҡыр тол ҡалған ҡатын иркенән мәхрүм ителде. Икенсе бер Дағстан ҡатынының ире үҙенсә ғәҙеллек эҙләп шунда эләккән. Һәр нәмәлә уға буйһоноп өйрәнгән ҡатыны уның артынан эйәрә. Ире үлтерелә, йөклө ҡатын ҡулындағы ике балаһы менән Сирияла тороп ҡала. Ҡаланан ҡалаға күсереп йөрөтәләр. Ҡасып булмай, үҙен дә, бәләкәй балаларын да үлтерәсәктәр. Ике айға бер телефон аша аралашырға рөхсәт ителгән, һәр һөйләшеүе бәхилләшеү булып яңғырай. Әлеге ваҡытта ул ғүмерлеккә Ираҡ төрмәһенә эләккән. Бар йыуаныс – үҙе лә, балалары ла тере. Иренә буйһоноусан ҡатындарҙы теләгәйнегеҙме – бына улар. Тик уларҙы берәү ҙә ҡайтарып алырға ашҡынмай. Нимәгә икәне лә аңлашыла. Сөнки ул бөтәһе өсөн дә ҡурҡыныс тыуҙырасаҡ. Экстремизмға ҡаршы һөйләшеүҙәрҙә төптән уйлай белгән, үҙ аллы, ирекле ҡатын булырға өйрәтмәйҙәр. Әйткәндәй, тоҙаҡҡа эләккән Башҡортостан ҡатындары менән хәл икенсерәк. Ирҙәре Хәлифәткә юлланасаҡтарын әйткәс, ҡатындары баш тарта. Балаларын урлап алып киткәс кенә, улар артынан эйәрәләр. Хәрби көстәргә, судҡа мөрәжәғәт иткәс кенә, эҙләү эше асыу хаҡында ҡарар алына, был уларға Интерпол һәм башҡа халыҡ-ара ойошмалар аша эҙләргә мөмкинлек бирә. Атайҙар мөлкәттәре менән идара итә алмай, сөнки икенсе кешеләргә ышаныс ҡағыҙы ҡалдырылған. Шуға бар мөлкәт һатылып, аҡсаһы террористарға ебәрелгән. Балалары артынан барған ҡатындар, яулап алынған ерҙәрҙә ҡалып, Рәсәй властары килеп ҡушылғас ҡына ҡайтарылған. Шәхестәре асыҡланып, һорау алынғандан һуң өйҙәренә таратылғандар.
Минең өсөн гендер темаһы – ресурстар темаһы. Заманса технологияларҙың үҫеше арҡаһында ирҙәрҙең физик эш көсө осһоҙая. Ҡатын-ҡыҙ хеҙмәте еңелләшә. Элек ир-ат үҙ енесе менән ярышһа, хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар ҙа өҫтәлә. Ҡыйыныраҡ. Был осраҡта гендер – конкуренттан ҡотолоу яйы.

Тигеҙ тартамы үлсәүҙәр?Алия АЛИМЖАНОВА, Алматы ҡалаһынан Т. Жургенов исемендәге Ҡаҙағстан милли сәнғәт академияһының «Ҡаҙағстан тарихы һәм социаль фәндәр» кафедраһы мөдире, философия, культурология, этика һәм эстетика буйынса бик күп дәреслектәр авторы:
– Гендер – ирҙәр һәм ҡатындар донъяһында тигеҙ хоҡуҡтар һәм мөмкинлектәр, улар араһындағы тиң мөнәсәбәттәр. Ҡаҙағстан буйынса был өлкәлә ҡырҡыу проблемалар юҡ. Күп быуатлыҡ милли мәҙәниәтле илдә, ҡатын иренә һәр ваҡыт иптәш булып, ҡатынға – әсәйгә, хәләл ефетенә, ҡыҙға ҡарата хөрмәт тәрбиәләнгән ерҙә гендер мөнәсәбәттәр тәбиғи үҫешә. Күп милләтле һәм мәҙәни үҙенсәлектәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән сәйәсәт алып барылған илдә быға мөмкинлектәр киң.

Тигеҙ тартамы үлсәүҙәр?Нәдирә Берекеева, Ҡараҡалпаҡстандың Нукус ҡалаһындағы «ИСЕНИМ» («Ышаныс») мәғлүмәти-ағартыу ресурс үҙәге белгесе:
– Көнсығыш ҡатыны заман һәм йолалар араһында ҡаңғыра. Хөкүмәт ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡайһы юлдан китергә үҙе һайларға шарттар тыуҙырыуҙы тәьмин итергә тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙарға мөнәсәбәттән сығып, мәҙәни кимәл, йәмғиәттең рухиәте, демократик үҙгәртеп ҡороуҙар юлында илдең ни ҡәҙәрем алға китеүе билдәләнә. Гражданлыҡ яуаплылығы, һайлау азатлығы, кешелек дәрәжәһе, ғәҙеллек тойғоһо Үзбәкстан ҡатындарының тормошона ныҡлы үтеп ингән. Йәшәү ҡәғбәләре, үҙ-үҙеңә, донъяға, хөкүмәткә һәм йәмғиәткә мөнәсәбәт үҙгәргән. Шулай ҙа проблемалар ҙа етерлек.
Ҡануниәттә парламентта ҡатындарға 30 процент квота ҡаралған. Әммә 2014 йылғы һайлауҙар буйынса Ҡанундар сығарыу палатаһында 150 ир-атҡа 24 кенә ҡатын-ҡыҙ тура килә. Ҡатын-ҡыҙ-сенаторҙар 17 генә – был дөйөм сенаторҙар һанынан 17 процент тәшкил итә. Юғары етәксе органдарҙа хәл тағы ла ҡырҡыуыраҡ – гүзәл заттар 14 процент тирәһе. Урындағы власть органдарында, һайланған һәм тәғәйенләнгән урындарҙа ҡатын-ҡыҙҙар 17,1% тәшкил итә.
Урындағы халыҡ депутаттары советтарында был һандар күпкә юғары. Мәҫәлән, Хорезм өлкәһенең Яңы баҙар районында депутаттарҙың 56,6 проценты ҡатын-ҡыҙ. Әммә бойондороҡһоҙ Үзбәкстандың 25 йыллыҡ тарихында бер генә гүзәл зат та әлегә хакимиәт башлығы итеп һайланманы. Һәр хакимиәттә урынбаҫар йәки комитет рәйесе – гүзәл зат. Юғары власть органдарында ҡатын-ҡыҙ әҙерәк һәм ниндәйҙер мәсьәләләргә тауыш биргән осраҡта уларҙың һаны бер нәмә лә үҙгәртмәй. Һүҙ юҡ, сәйәси ирек һәм был проблеманы тәрәндән аңлау гендер тигеҙһеҙлегенән арынырға ярҙам итер ине. Үкенескә күрә, хөкүмәткә ҡарамаған ойошмалар был мәсьәләләрҙә ҡыйыуһыҙ, эҙмә-эҙлекле эш алып бармай, мөмкинлектәре сикле йә күп осраҡта финанслауға мохтаж. Сағыштырып ҡарағанда, күрше Ҡаҙағстанда 2500 ҡатын-ҡыҙ ойошмаһы иҫәпләнһә, Үзбәкстанда иһә 250-гә яҡын.
Ҡатын-ҡыҙға өй хужабикәһе тип кенә ҡараған ҡалыпты матбуғат саралары ла, илдең кино индустрияһы ла, ҡайһы бер билдәле шәхестәр ҙә яҡлай. Әлеге хәл Үзбәкстандағы күпселек ҡатын-ҡыҙҙарҙың яҡшы белем алыуында ғына түгел, сәйәси карьера төҙөүҙә лә етди ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Әйткәндәй, илдәге матбуғат сараларын өҫтән генә ҡарап сыҡҡанда ла шул күҙгә ташлана: хатта журналистарҙа ла ирҙәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың тиң мөмкинлектәргә эйә булыуы хаҡында аныҡ төшөнсәләр юҡ. Мәҫәлән, ирҙәрҙән бер ваҡытта ла, карьераны ғаилә менән нисек бергә алып бараһығыҙ, тип һорамайҙар. Ә ҡатын-ҡыҙ менән әңгәмә был һорауһыҙ үтмәй. Иртә кейәүгә сығыу, ҡыҙҙарға, төп тәғәйенләнешегеҙ бала табыу һәм тәрбиәләү, ир бағыу, ҡәйнәгә ярау, тип сикләп ҡараған мөнәсәбәт хөкөм һөргән мәхәлләләрҙә ошо ҡалыптарҙан ҡотолоу өсөн эш алып барылырға тейеш.
Форумдың етәкселәре, әүҙем ҡатнашыусылар менән һөйләшеүҙәрҙе йомғаҡлап, шуны әйтке килә: ҡыҙҙарыбыҙҙы өй тирәһе менән генә сикләмәй, маҡсатлы, ынтылышлы итеп тәрбиәләү, хыялдарына ҡанат ҡуйыу, белем алырға мөмкинлектәр булдырыуҙың һәр беребеҙҙең аңында башланыуын аныҡ тойоп эш итеү – беҙҙең әсәлек бурысыбыҙ.
Гөлназ ҠОТОЕВА.


Теги: Ҡатын-ҡыҙ Гендер




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook