Йыр һәм шатлыҡ арттырып...

Йыр һәм шатлыҡ арттырып...Маҡсат бер – изге ынтылыш!
Төрки донъяһының баш ҡалаһы тип иғлан ителгән Кастамонуҙа IX Әҙәби журналдар конгресы үтте. Ул Евразия Яҙыусылар ойошмаһы, Төркиә Республикаһының Премьер-министры аппараты эргәһендәге хеҙмәттәшлек һәм үҫеш буйынса идаралыҡ (ТИКА) тарафынан ойошторолдо. Унда Әзербайжан, Дағстан, Ғағауыз, Ираҡ төркмәндәре, Ҡаҙағстан, Ҡыр­ғыҙстан, Ҡырым, Косово, Македония, Татарстан кеүек 16 ил һәм республикаларҙан 28 әҙәбиәт журналы вәкилдәре ҡатнашты. Беренсе тапҡыр был сара 2007 йылда Истанбул ҡалаһында үткәйне. Йыйындарҙа тәүгеһенән башлап ҡатнаштым, башта төрөксә бик аңлашылмай ине, телде үҙ аллы өйрәнә торғас, хәҙер аралаша алам, доклад һөйләйем. Был юлы ла әҙәби йүнәлешле матбуғат баҫмаларында эшләгән әҙиптәр менән үҙ-ара фекер алышыу әһәмиәтле булды. Яҙыусының әҫәрен уҡыу – бер, ә шәхсән танышыу, уның иле, ҡәләмдәштәре хаҡында белеү бөтөнләй икенсе тәьҫораттар уята. Йыйынға килгән әҙиптәр үҙ илдәре, республикаларында әҙәби мөхиттә барған үҙгәрештәр, яҙылған әҫәрҙәр хаҡында илһамланып бәйән итте.
Ә конгресс бик эшлекле шарттарҙа үтте. Журналдар хаҡында докладтар тыңланылды. Мин дә «Башҡортостан ҡыҙы»ның әҙәбиәткә индергән өлөшө, әҙәби саралары хаҡында һөйләнем. Ҡыҙыҡлы тәжрибәләрем менән уртаҡлаштым. Киләсәктә бер-беребеҙҙе таныу һәм танытыу өсөн ниндәй йүнәлештә эшләү мөмкинлеге хаҡында фекер алышыуҙарҙа ҡатнаштым.
Шуныһы ҡыуаныслы: төрки халыҡтар бер-береһенә ҡоласын йәйеп, бер-береһен күтәрмәләргә генә тора, әммә тәржемә өлкәһендә бик ныҡ тырышып эшләргә кәрәк! Мәҫәлән, Үзбәкстан электрон китапханаһында дүрт башҡорт яҙыусыһының ғына әҫәре бар! Башҡа төрки халыҡтарҙа был һан йөҙгә яҡынлашҡан. Тәржемәләр менән шөғөлләнеү – ул донъя йөҙөнә халҡыбыҙҙы, уның рухиәтен, күңел бейеклеген танытыу.
Ҡаҙағстанда үтәсәк II Йәш яҙыусылар фестивале ошо мөмкинлекте үҫтерәсәк. Башлап яҙыусы йәштәргә бындай саралар дәрт, этәргес кенә бирә, тип уйлайым. Шулай уҡ баҫмаларыбыҙҙа уҡыусыларыбыҙға ҡәрҙәш халыҡтарҙың ижадын тәҡдим итеү ҙә дуҫлыҡты, хеҙмәттәшлекте байыта, тигән фекерҙәмен. Төркиәләге «Гөнчел санат» журналы мөхәррире Арыслан Байыр 5 июлдән асылған әҙәби конкурста көс һынашырға саҡырҙы.
Төрки илдәрҙәге әҙәби жур­налдар вәкилдәрен йыйған кеүек сара донъя йөҙөндә юҡтыр. Ошондай мөмкинлек булдырған өсөн Евразия Яҙыусылар берлегенә ҡәрҙәштәр сикһеҙ рәхмәтле.

Зиннур Мансуров – йыл кешеһе!
Ҡара диңгеҙҙең аръяғында Понтий тауҙары теҙмәһенә ингән Кюре һәм Ылғаҙ итәктәрендә ултырған Кастамону ҡалаһының тәбиғәтен үҙебеҙҙең Башҡортостандыҡына оҡшаттым. Татарстан әҙибе Ләбиб Лерон күҙәтеүсән булып сыҡты: ҡарағыҙ, бында бит ҡайындар үҫмәй! Ысындан да йырҙарҙа йырланған нәҙекәйбил дым ярата булып сыҡты, был яҡтарҙы үҙ итмәй икән. Татарстан тигәс, күршеләр тотош делегация булып килгәйне. «Татмедиа» генераль директоры урынбаҫары, «Мәгариф» журналының баш мөхәррире Сөмбел Таишева етәкләгән төркөмдә «Мәдәни җомга» мәҙәниәт-сәнғәт гәзите, «Безнең мирас», «Идел» журналдары баш мөхәррирҙәре – Туҡай премияһы лауреаты Вахит Имамов, Муса Йәлил һәм Абдулла Алиш премиялары лауреаты Ләбиб Лерон, Радик Сабиров, халыҡ шағиры, Туҡай премияһы лауреаты Зиннур Мансуров, «Мәгариф» журналының баш мөхәррире урынбаҫары Сиринә Мөхәмәтйәнова бар ине. Улар менән ял ваҡыттарында шиғырҙар уҡып, фекер алышыуҙар онотолмаҫлыҡ хәтирәләр булып йөрәктә һаҡланыр. Элекке таныштарым Ирандан Мая Сапарова, Әзербайжандан Судебе Агабалаева, Төркиәнән Али Аҡбаш, Ҡаҙағстандан Олуғбек Йәшдәүләт, Ирандан Риза Һәйәт, Үзбәкстандан Дауренбек Тожалиев, Ҡибристан Исмаил Бозҡорт, Ираҡ төркмәндәренән Меһмет Омәр Ҡазанчы, ғағауздарҙан Тодур Занет менән ҡабаттан күрешеү насип булғанына һөйөнһәк, Үзбәкстандан билдәле шағир Бабахан Шәрифтең ейәнсәре Фарангисбаныу Шәрипова, Ҡырымдан Ранетта Ғафарова, Әзербайжандан Нәзәкәт Маммедова, Ҡаҙағстандан Мейипхан Аҡдәүләтулы кеүек яңы дуҫтар табылыуына шат булдым.
Йыйынды асыу тантанаһында ТӨРКСОЙ-ҙың Генераль сәркәтибе Дүсән Касеинов, Кастамону провинцияһы губернаторы Йәшәр Ҡарадениз, Евразия Яҙыусылар берлеге рәйесе Яҡуп Делиөмәроғлы, Ҡаҙағстан Яҙыусылар берлеге рәйесе Олуғбек Йәшдәүләт сығыштары тыңланылды. Әзербайжан Яҙыусылар берлеге рәйесе, билдәле яҙыусы Анар Рзаевтың 80 йәшлек юбилейы уңайынан уны тәбрикләп, ҡәләмдәштәренә уның төрөк телендә баҫылған «Минең замандаштарым» китабы таратылды.
Ошонда уҡ «Йылдың әҙәбиәт кешеһе» тигән маҡтаулы исем биреү тантанаһы үтте. Уға быйыл Татарстандың халыҡ шағиры Зиннур Мансуров лайыҡ булды. Әҙиптең исеме бөтә төрки халыҡтар йәшәгән илдәрҙә яңғыратылырға, ижады, әҙәби оҫталыҡ серҙәре өйрәнелергә тейеш, тигән маҡсат ҡуйылғайны. Бындай маҡтаулы бүләк төрөк яҙыусыһы Али Аҡбаш, әзербайжан әҙибе Анар, үзбәктәрҙең аҫыл ижадсыһы Шөкөрулло һәм башҡа бик күптәргә бирелде. «Әҙип ҡулында – ҡөҙрәтле ҡәләм. Ҡөрьәндә «Нун» сүрәһендә ҡәләм менән ант ителгән. Әгәр ҙә яҙыусылар бергә хәрәкәт итһә, берҙәм булһа, халыҡтарыбыҙға татыулыҡ һәм көс иңер. Ҡәрҙәш халыҡтар аралашып йәшәргә тейеш – был күктәр тарафынан ҡушылған йөкләмә. Донъялағы һәр башланғыстың – иҡтисади, сәйәси булһынмы, бөтә мөнәсәбәттәрҙең нигеҙендә рухи бәйләнеш ята. Ошо аҡһаһа, башҡалары ла зәғифләнә», – тине Зиннур Мансуров бүләкләү тантанаһында. Киләһе йыйында был исем Раһми Алиға тәҡдим ителәсәге иғлан ителде, шулай уҡ киләсәктә тәүге тапҡыр «Төрки донъяһында йыл журналы» ла билдәләнәсәге хаҡында әйтелде.
Евразия Яҙыусылар берлеге менән берлектә иғлан ителгән Мәхмүт Ҡашғари исемендәге хикәйәләр бәйгеһе Башҡортостанда танылыу алды, хикәйәселәр конкурста бик әүҙем ҡатнаша.
Ике көнлөк сара резолюция ҡабул итеү һәм яңы проекттар хаҡында һөйләшеү менән осланды. Форумда ҡатнашыусыларға әҫәрҙәрен уртаҡ төрки электрон журналда баҫтырып сығарыу тәҡдиме яһалды. Әлеге ваҡытта «Башҡортостан ҡыҙы» ла, башҡа төрки әҙәби журналдар менән бер рәттән, Төркиәнең 26 иң танылған китапханаһының электрон селтәрендә урын алды.

Кастамону йылмайыуы
Төркиәнең төньяғында урынлашҡан Кастамону төбәгендә ауыл хужалығы һәм туризмдан табыш алалар. Бейек тауҙар итәгендә ятҡас, саңғынан шыуыу өсөн махсус урындар булдырылған. Хеҙмәт­ләндереү юғары кимәлдә. Музейҙар күп. Тарихи ваҡиғаларҙы сағылдырған һәйкәлдәр бихисап. Илдәге беренсе ҡатын-ҡыҙҙар митингыһы ла тап ошо ҡалала үтә. Ир-егеттәр Беренсе Бөтә донъя һуғышына киткәс, 1919 йылда гүзәл заттар йыйылып, башҡа әхирәттәрен дошманға ҡаршы көрәштә ирҙәренә терәк булырға саҡыра. Ошо ваҡиғаға бәйле бер тарихи ҡомартҡы бар – уныһы ла ҡатын-ҡыҙға бәйле. Ул – Шәрифә Баджы һәйкәле. Үгеҙ еккән әсә кешенең үҙ ерен дошмандан әрсәләү өсөн әҙерләнгән йәҙрәләр һалынған арбаға ҡыҙын ултыртып, алға уҡталыуы кәүҙәләндерелгән. Билдәле булыуынса, ҡыҙы ла, Шәрифә үҙе лә юлда туңып үлә. Әле Кастамону ҡалаһының үҙәген тап шул ҡомартҡы биҙәй.
Кастамону, кеше һаны буйынса иҫәпләгәндә, Төркиәлә иң күп мәсетле төбәк һанала. Урам һайын мәсет манараһы күҙгә ташлана. Иң билдәлеләренең береһе – бер сөйһөҙ төҙөлгән Махтумбей мәсете. Музей рәүешендә йәшәһә лә, йома намаҙын уҡыу рөхсәт ителә.
Тау башында үҙенә тартып ултырған Кастамону ҡәлғәһен дә барып күрҙек. Юлда һатыусылар тәҡдим иткән етендән яҫтыҡ тыштары, өҫтәл, йыһаз ябыуҙары күҙ яуын алды, ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эшенә маһир булыуына һөйөндөк. XII быуатта византиялылар төҙөгән ҡәлғәнән тотош ҡала ус төбөндәгеләй күренә. Кастамонуҙа Европа өсөн йорт йыһаздары, ишектәр яһай торған завод уңышлы эшләп килә. Сит илдәргә сығарырлыҡ сифатлы тауар етештереүсе фабрикалар бында берәү генә түгел.
Күстәнәскә нимә алырға була тигәс, магазиндарҙа иң данлыһы беҙҙең хәлүә инде, тиештеләр. Ысынлап та, телгә һалһаң, иреп торған, бүтән бер ерҙә лә осрамаған татлы ризыҡ күстәнәскә ҡулай һәм ятыраҡ тәмле булып сыҡты. Ул ҡайнатылған шәкәрле сиропҡа онло май ҡушып, һуҙа-һуҙа яһала икән. Урлашыу, енәйәтселек был ҡалала юҡ дәрәжәһендә. Бөтә ерҙә тәртип, магазиндарҙа быяла ишектәр, тар ғына урамда ла сүп атыусы юҡ. Кешеләр ҙә ныҡ текәлеп, артыҡ һүҙ ҡушып бармай. Ҡаланың ҡәһүәхана-ресторандарында иҫерткес эсемлектәр тыйылған. Эскеһе килгән кеше ҡаланан ситкә сығырға тейеш. «Көлә-көлә кил, көлә-көлә кит һәм һәр эшеңде көлә-көлә башҡар!» – тигәнде Кастамону ҡалаһында ғүмер иткән шәйех Шабан-и-Вәли васыят иткән. Шуғалыр ҙа һәр кемдең йөҙөндә – йылмайыу.

Аздавай тауҙарына сәйәхәт
Кастамону ҡалаһынан 70 саҡрым йыраҡлыҡтағы Аздавай тауҙарына сәйәхәт ҡылдыҡ. Ылғаз тауҙарының милли паркында булдыҡ, ундағы Шағирҙар күперендә фотоға төштөк. Европала беренсе, донъяла икенсе урында тороусы Улубәй тарлауығының иң бейек нөктәһенә менеп, тирә-яҡты күҙәттек. Быяла кеүек үтә күренмәле пластиктан эшләнгән күперҙән йөрөгәндә йөрәк табанға төшөп китә яҙа, аҫҡа ҡараһаң, ҡурҡыныс, баш әйләнгес бейеклек! Кешенең ҡайҙа ғына эҙе юҡ та ҡулы менән ниндәй генә мөғжизә төҙөлмәгән, тип хайран ҡалдыҡ.
Анҡаранан Кастамонуға 2 сәғәт ярым ваҡыт эсендә килеп етергә мөмкинлек биргән 5 саҡрымлыҡ туннель төҙөүҙәре менән дә ғорурлана кастамонуҙар. Тауҙар аша үтеп сыҡҡан юл башҡа ҡалалар менән дә араны яҡынайтҡан бит.
Халҡы һаны 80 меңгә лә етмәгән ҡалала бик күп гәзиттәр сығыуы аптыратты. Ильяс бей Ерен, конгресс хаҡында мәғлүмәт бирәләр, һеҙҙең фотолар бар, тип 7 төрлө төҫлө баҫма таратты. «Кастамону», «Ачык сөз», «Насруллаһ», «Догру сөз», «Сөзчө» гәзиттәрен коллегаларыма алып ҡайтып күрһәтергә үҙем менән алдым. Халыҡ йығылып ятып ваҡытлы матбуғат уҡый икән Кастамонуҙа.
Кешеләр ер йөҙөндә йәшәгәндә әҙәбиәт булыр. Әҙәбиәт, әҙәп һүҙҙәре айырылғыһыҙ, шунлыҡтан рухи ҡиммәттәрҙең баһаһы төшмәҫ, кәмемәҫ. Төрлө ҡитғаларҙағы халыҡтар аралашыуға һыуһар, бер-береһенән туғанлыҡ, ҡәрҙәшлек ептәрен юллар, уларҙы рухи бергәлек юғары күтәрер, күңелдәрен сафландырыр. Киләсәктә әҙәби күперҙәр нығыныр, ошондай сәфәрҙәр яңы асыштарға юлыҡтырыр, тип ышанам.
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Төркиә, Кастамону ҡалаһы.




Теги: Евразия Яҙыусылар ойошмаһы




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook