Йәндәштәрҙең күсте йылыһы

Йәндәштәрҙең күсте йылыһыҮләнгә саң да ҡунып өлгөрмәгән зөмрәт миҙгелдә Кама йылғаһы буйындағы нефтселәр ҡалаһында – Нефтекамала йәшәүсе милләттәштәребеҙ янына онотолмаҫлыҡ сәфәр ҡылдыҡ. Боронғо гәрәй ырыуы башҡорттары ғүмер иткән төйәктә йәндәштәребеҙ менән күрешеүҙән, күҙгә күҙ ҡарап хәлдәрҙе белешеүҙән, күңелдәген ҡап уртаға һалып һөйләшеүҙән алған йылы һаман йөрәктә.

Осрашыуҙы ойошторған «Урал» халыҡ ижады үҙәгенең Нефтекамалағы филиалы рәйесе, ҡала филармонияһының әҙәби-эстрада бүлеге етәксеһе Зилә Аҙнабаева – бөтә республикала билдәле ҡәләм оҫтаһы. Журналыбыҙҙың күптәнге тоғро дуҫы Зилә Рамаҙан ҡыҙы менән хәстәрлектәребеҙҙең дә уртаҡ булыуы ғәжәп түгел. Бөгөнгө башҡорт ғаиләһе ниндәй уй-ниәттәр менән йәшәй? Күп милләтле ҡала шарттарында башҡортлоғон, тарихи хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлаусы ҡәрҙәштәребеҙҙең тын алышы нисек? Туған телде, мәҙәниәтте үҫтереүгә улар ниндәй өлөш индерә? Ҡала башҡорттары ҡоролтайының әүҙем ағзалары, мәҙәниәт һәм мәғариф бүлектәре вәкилдәре, башҡорт теле уҡытыусылары «Башҡортостан ҡыҙы» ҡунаҡтары менән «түңәрәк өҫтәл» артына шул турала йәнле әңгәмәгә йыйылды.

– Журналды алдырған һәр кемегеҙ – милләтте башҡа халыҡтар алдында бәҫле итеп танытҡан баҫманың йәшәүенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индереүсе. Баҙар шарттары ғаилә журналына ла ҡаты талаптар ҡуя. Ләкин быйыл ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләгән «Башҡортостан ҡыҙы», бер нәмәгә ҡарамаҫтан, рухиәтебеҙ һағында тороусы баҫма булып ҡалыуын дауам итә, – тип уртаҡлашты журналыбыҙҙың баш мөхәррире, шағирә Гөлназ Ҡотоева, бөгөн уның нәшер ителеү үҙенсәлектәре хаҡында бәйән итеп.

Нефтекамаларҙың туған телдә сыҡҡан матбуғатты һынсыл, зауыҡлы уҡыусы булыуы һоҡландырҙы. Һөйләшеү журналыбыҙ менән генә сикләнмәйенсә, талғын ғына башҡорт журналистикаһы йөкмәткеһенә күсте. Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры, ҡала башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Рәйес Исмәғилевтың тос һәм фәһемле кәңәш-тәҡдимдәрендә, һис шикһеҙ, башҡа бауырҙаштарыбыҙҙың да уй-фекере сағылғандыр.

Ҡалала демография хәлен яҡшыртыуға, ғаилә институтын, уның ҡиммәттәре абруйын арттырыуға арналған саралар етди иғтибар үҙәгендә булыуын күреп ҡыуандыҡ. Нефтекама башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, филология фәндәре кандидаты Лилиә Зиннәтуллинаның шул хаҡтағы сығышы ифрат ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Никахлашып матур тормош ҡороусы йәштәрҙең йылдан-йыл артыуы ла – ғаиләнең мәртәбәһен данлауға йүнәлтелгән эшмәкәрлектең бер сағылышы. Ә уларға был йәһәттән өлгө күрһәтер өлкәндәр етерлек! Ҡала хакимиәте менән берлектә быйыл биш ай эсендә генә лә 20 пар гөрләтеп алтын туй үткәргән, дүрт өләсәй менән олатай гәүһәр туйҙарын байрам иткән. Ә Имаевтар күркәм ғаилә ҡороуҙарының 70 йыллыҡ юбилейын ололап билдәләгән.

Йәндәштәрҙең күсте йылыһыОсрашыуға ла ил күрке булырлыҡ ғаиләләр килгәйне – Гәрәевтар һәм Алтыншиндар менән танышыу бәхетенә ирештек. Ғүмерҙәрен сәнғәткә һәм балаларҙа музыкаға һөйөү тәрбиәләүгә арнаған Әлифә Нәби ҡыҙы һәм Закир Әҙеһәм улы Гәрәевтар үҙ улдарын да халыҡ ижадына ғашиҡ итеп үҫтергән. Бөгөн Алик менән Эмиль – башҡорт моңон донъя кимәлендә яңғыратыусы «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө музыканттары. Егеттәр яңы эштәрен иң тәүҙә ата-әсәһенә ишеттерә икән. «Уларҙы беренсе тыңлаусы, баһалаусы – беҙ, ижадтарын нисек ҡабул итеүебеҙ улдарыбыҙ өсөн ныҡ мөһим», – шулай ти эске ғорурлыҡ менән ата һәм әсә.
Йәндәштәрҙең күсте йылыһы
«Бәхет нимә?» – тигән һорауға бөҙрә сәсле был һылыу, иренең ҡулына ҡағылып, ике һүҙ менән генә яуап бирҙе: «Ул һәм балалар». Лира һәм Раян Алтыншиндарҙың осрашып ҡауышыуына ла моң сәбәпсе. 2000 йылда «Ирәндек моңдары» бәйгеһендә ҡатнашҡанда таныша йәштәр. Раян – филармонияла «Ҡәрҙәштәр» төркөмө етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Лира – башланғыс кластар уҡытыусыһы. Мөхәббәт күҙ ҡараһылай һаҡланған ғаиләлә бөркөт һымаҡ ике егет һәм алмалай ҡыҙ үҫә. Ильяс менән Нурислам уҡыуҙа ал бирмәһә, Наҙгөл өс йәштән художестволы гимнастика менән шөғөлләнә икән. Быйыл тәүге ҙур еңеүгә өлгәшкән – Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй «Яҙ грацияһы» турнирында алты йәшкә тиклемгеләр араһында икенсе урынды алған. Алтыншиндар, күп балалы ғаилә булараҡ, ергә сиратта тора. Хыялдары – өй төҙөү. «Ул сағында донъябыҙ айҙай түңәрәкләнәсәк», – ти Раян менән Лира.

Эйе, тырышып эшләп, матур итеп тормош көтөргә ярата нефтекамалар. «Донъя ҡороуҙарында, моғайын, сәнғәттән илһам алып йәшәүҙәре лә сағылалыр», – был кис ҡала филармонияһының 20-се концерт миҙгелен ябыуға арналған тамашаға зал тулы халыҡ йыйылыуын күреп, шундай уй килә. Филармония артистары Ғаилә йылына арналған «Яҙҙарымда наҙҙарым бар» тигән мөғжизәүи программа әҙерләгәйне. Күңелгә ҡәҙерле ретро-йырҙарҙың өр-яңыса башҡарылыуы иң нескә ҡылдарҙы сиртте, операларҙан арияларҙың саф яңғырашы хайран итте, «Түңгәүер» ансамбле бейеүселәренең өҙә баҫыуҙары йөрәккә ҡуҙ өҫтәне. Кисә дауамында күп милләтле тамашасы йәненә хуш килерлек рус, башҡорт, татар, мари телдәрендәге йырҙар тулҡынында тирбәлде. Концерттың бай һәм күп жанрлы итеп ҡоролоуы иһә республикала иң йәш филармония коллективының ғәйәт киң ижади мөмкинлектәре тураһында һөйләй. Уны 2011 йылдан бирле етәкләүсе билдәле сәнғәт әһеле, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рәйес Абдрахман улы Исмәғилев артистарҙың үҫеше өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыу хаҡында атайҙарса хәстәрлек күрә.

– Ижади көсөбөҙҙөң төп өлөшөн йәштәр тәшкил итә, уларҙың йылдан-йыл артҡан һөнәри оҫталығын был юлы бөтә балҡышында күрһәтергә ынтылдыҡ, – ти ғорурлыҡ менән режиссер Ләлә Мөхәммәт ҡыҙы Килһенбаева. – Халыҡҡа бер көнлөк еңел-елпе көйҙәр түгел, профессиональ композиторҙарҙың йылдар үткәс тә ҡиммәтен юғалтмаған, зауыҡ үҫтерерҙәй йырҙарын тәҡдим итәбеҙ. Йәш быуынды ҡомартҡыларыбыҙ ярҙамында тәрбиәләргә маҡсат ҡуйғанбыҙ: беҙ сәхнәләштергән «Урал батыр» эпосын, Салауат Юлаевҡа арналған «Салауат олатайыбыҙ» тигән тамашаны балалар ғына түгел, хатта өлкәндәр ҙә яратып ҡарай.

Республиканың төньяҡ-көнбайышында йәшәүселәрҙең мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүсе берҙән-бер профессиональ сәнғәт ойошмаһы булған филармония алты ижади төркөмдән тора. Осҡонло бейеүҙәре менән әсир итеүсе «Түңгәүер» ансамбле (етәксеһе Гөлнара Сәфәрова) бар Башҡортостанда танылыу яулаған, сығыштарын Италияла, Эстонияла, Төркиәлә алҡыштарға күмгәндәр. «Ҡәрҙәштәр» башҡорт (етәксеһе Раян Алтыншин), «Ҡайтауаз» татар (етәксеһе Рифҡәт Ғәбделйәнов), «У сем» мари (етәксеһе Раисия Иҫәнбаева) төркөмдәре, цирк бригадаһы (етәксеһе Нурания Хәлитова), әҙәби-музыкаль лекторий (етәксеһе Рита Ҡарасурина) күптән инде халыҡтың оло һөйөүен ҡаҙанған. Уларҙы Рәсәйҙең башҡа өлкә-төбәктәрендә, ватандаштарыбыҙ йәшәгән яҡын сит илдәрҙә лә һағынып көтөп алалар.

Сәнғәттең илаһи ҡөҙрәте менән халҡыбыҙ рухын һуғарыусыларҙың баҫма һүҙ көсөн ихтирам итеүе лә мәртәбә. Туған телдәге гәзит-журналдар яҙмышын ҡайғыртыусы Рәйес Абдрахман улының ҡул арты еңел булды, башҡорт, татар телдәрендә уҡыған артистар ҙур теләк менән «Башҡортостан ҡыҙы»на яҙылды. Күрше райондарҙан тамаша ҡарарға килеүселәрҙең дә журналыбыҙҙы алдырыусылар һанын ишәйтеүе бермә-бер ҡыуаныс өҫтәне. Ә Ағиҙел ҡалаһы башлығы Фәнис Яфас улы Ғилванов: «Башҡортостан ҡыҙы» беҙҙең ҡаланың да яратҡан баҫмаһына әйләнһен!» – тип, үҙҙәрендә осрашыу үткәрергә тәҡдим итте. Бәрәкәтле төбәк менән хеҙмәттәшлек ептәренең артабан да нығынасағына, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе ҡәҙерләү менән бер рәттән милләт-ара татыулыҡты үҫтереүселәр, сәнғәтсә донъя көтөүселәр араһында яңы дуҫтарыбыҙ, фекерҙәштәребеҙ тағы артасағына тамсы ла шигебеҙ юҡ.
Альмира Кирәева.
Александр Данилов фотолары.
Нефтекама ҡалаһы.




Теги: Нефтекама




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook