Шарран асыҡ бында күңелдәр

Шарран асыҡ бында күңелдәрШаран – Башҡортостандың иң бәләкәй райондарының береһе. Татарстан менән сиктәш, халҡы Ыҡ, Сөн һыуҙарын һыулай. Ыҡсым төбәк һаналғанғамы, Өфө ҡунаҡтарының был яҡтарға юлы һирәгерәк төшә. Шуға, Күгәрсен-Бүләк ауылында йәшәп ижад иткән Зинфира Зәйҙуллинаның «Күңелем биҙәктәре» тип аталған яңы китабының исем туйына район башҡорттары ҡоролтайынан саҡырыу алғас, ике уйламай, юлға сыҡтыҡ.

Тәүгә аяҡ баҫһаҡ та, һис тә ят тойолманы, ниндәйҙер йылы ипкене, ҡото бар был тарафтарҙың, хатта еле лә иркәләп кенә иҫкән һымаҡ. Ирекһеҙҙән күңелгә йыр килә: «Үҙ яғыма ҡайтһам, ергә ятып //Тыңлар инем үлән үҫкәнен, //Тыңлар инем салғы тауыштарын, //Киске йылы елдәр иҫкәнен». «Айһылыуҙың айлы кистәре» драмаһынан алынған, инде ярты быуатҡа яҡын популярлығын юғалтмаған был йырҙың авторы, әҙәбиәтебеҙ титандарының береһе Ибраһим Абдуллин уны тап ошо яҡтарға – тыуған еренә арнаған.

Шарран асыҡ бында күңелдәрШаранда беҙҙе ҡолас йәйеп район хакимиәте башлығы Илгиз Мәғдән улы Сәмиғуллин менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының урындағы ойошмаһы етәксеһе Зиниә Әнүәр ҡыҙы Диярова ҡаршы алды. Күп милләтле төбәктең көнитмеше менән таныштырғас, һүҙ матбуғатҡа яҙылыуҙы ойоштороуға ла ҡағылмай ҡалманы. «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоева: «Шарандың беҙҙең журналды әҙ яҙҙырған район булыуын да әйтеп китмәй булмай, шул хәлде төҙәтәбеҙ тип килеп еттек», – тип белдерҙе. Бар мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшкәндән һуң, Илгиз Мәғдән улы был юҫыҡта ыңғай үҙгәрештәр вәғәҙә итте. Уның һүҙенә ышанырға була, район башлығы төбәктәге ижади көстәрҙең һәр береһенең нисек тын алыуына тиклем белеп тороуы, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә ихтирамлы ҡарашы менән һоҡлан­дырҙы. «Оптимизация арҡаһында башҡорт телендә сығып килгән «Сөн һулышы» гәзите лә ябылды, халыҡтың туған телдә уҡыу, мәғлүмәт алыу ихтыяжын ҡәнәғәтләндерер өсөн хәҙер күберәк Өфөлә сыҡҡан матбуғатҡа яҙҙырыуҙы әүҙемләштерергә тырышабыҙ», – тине Зиниә Әнүәр ҡыҙы ла.
Шарран асыҡ бында күңелдәр
Артабан райондың мәҙәниәт йортона, китап туйына ашыҡтыҡ. Ғүмер буйы фермала һыйыр һауған, урында депутат булып халыҡ мәнфәғәтен дә ҡайғыртҡан, тормош иптәше Ҡараматулла менән биш балаға тәрбиә биргән, олоғайғас ҡәләмгә тотоноп китаптар сығарған, үҙ ихатаһында милли музей ҙа булдырған Зинфира апай Зәйҙуллина – Шарандың хазинаһы. «Күңелем биҙәктәре» – уның үҙ аҡсаһына нәшер иткән икенсе йыйынтығы. Китап бик үҙенсәлекле, унда шиғыр, бәйеттәрҙән тыш авторҙың ата-әсәһе, туғандарының ҡатмарлы, әммә матур яҙмыштары, ошо төбәк ауылдарының тарихы, совет йылдарындағы ваҡиғалар, хатта авторҙың яратып бешергән ризыҡ­тарының рецептары һәм донъя көтөүҙе еңелләштергән кәңәштәре лә урын алған. Зинфира апай әйтеүенсә, Шаран районында егерме ике башҡорт ауылы бар. Совет йылдарынан башлап уҡ уларҙа электән татарса уҡытылып килеүгә ҡарамаҫтан, халыҡтың үҙаңы юғалмаған. Һөйләштәре лә үҙҙәренә генә хас матур, моңло, ҡайһы бер нескәлектәрен белмәһәң, аптырап та ҡалыуың бар. Мәҫәлән, һеңлене «апай» тип әйтеүҙәрен бик ҡыҙыҡ күрҙек. Әйткәндәй, заманында Зәки Вәлиди милли армия төҙөүҙе иғлан иткәс, Ыҡ, Сөн буйы башҡорттарының беренселәрҙән булып ҡушылыуы билдәле.

Алты-ете быуат элек был яҡтарҙа тамъян, түңгәүер, ирәкте, бөрйәндәр йәшәгән. Эҙҙәре Тамъян, Тархан, Теләүле кеүек ауыл исемдәрендә әле лә һаҡлана. Яуыз Ивандың дәһшәтле походтарынан һуң улар Уралға яҡыныраҡ һыйынғас, урындарына Оло Иҙел (Волга) яғындараҡ көн иткән ҡырғыҙ, йылан ырыуҙары башҡорттары күсенә. Зинфира апайҙың ауылы Күгәрсен-Бүләк – тап шулар нигеҙ һалған боронғо ауылдарҙың береһе. Байтаҡ зыялылар сыҡҡан унан, улар хаҡында З. Зәй­ҙуллинаның китабында бай мәғлүмәт тупланған.

Зинфира апайҙың һөйөнөсөн уртаҡлашырға районда ике йыл элек ойошҡан «Илһам» ижад берекмәһе ағзалары (етәкселәре Сәдинә Шәйехвәли ҡыҙы Вәлиева), район китапханасылары, башҡорт теле уҡытыусылары, яҡташтары һәм туғандары йыйылған ине. Район хакимиәте башлығы ла Зинфира Зариф ҡыҙының эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе, ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Китапҡа ингән шиғырҙарҙы әҙәби башҡорт теленә ауҙарған Зиниә Әнүәр ҡыҙы үҙенең сығышында авторҙы тынғыһыҙ бал ҡорто менән сағыштырҙы. Шағирәнең туғаны, райондың Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Гөлфиә Шәрәфетдинова апайының туған йәнле, ипле һәм иманлы кеше булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Мират ҡыҙы ғүмер буйы ауыр эштә көс түгеп тә илһам ҡошон ҡулдан ысҡындырмаған Зинфира апайҙың күркәм фиғеленә һоҡланыуын белдереп, уға яңы ижади үрҙәр теләп, журналға ярты йыллыҡ яҙылыу бүләк итте. Урындағы йондоҙҙар Артем Сидоров, Лиә Фәхретдинова, Руфа Харисова, Дания Шәрифуллина, Әлфирә Әхмәтоваларҙың моңло йырҙары, Гүзәл Хәлилованың бейеүе байрамға айы­рыуса бер йәм өҫтәне. Китаптың төҙөүсеһе, Зинфира апайҙың ҡыҙы Альмира Ҡараматулла ҡыҙы ла шағирәнең биш балаһы исеменән сығыш яһаны. Ижади күңелле әсәнең дүрт балаһы Октябрьскийҙа төпләнгән, бер урамда, йәнәш кенә йорттарҙа йәшәйҙәр икән. Ә төпсөк ҡыҙы Дания тыуған ауылында ҡалған, ул әлегәсә башҡорт теленән уҡытҡан, үкенескә күрә, Күгәрсен-Бүләктә лә мәктәпте ябып ҡуйғандар. «Ярай әле клуб бар, мөдиребеҙ Рифат Хәйруллин һәм уның тормош иптәше Розалия беҙгә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә ярҙам итә», – ти Зинфира апай. Иҫке Зәйет мәктәбе уҡыусыларынан бер төркөм балалар яңы китапҡа ингән шиғырҙарҙы ятлап, матур композиция күрһәтте. Мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Бәһиә Шәймәрҙәноваға шундай ихлас сығыштар өсөн «афарин!» тиергә генә ҡала. Осрашыуҙа шулай уҡ «Башҡортостан ҡыҙы» журналына яҙылыусылар араһында лотерея уйнатылды, ете кешегә баҫмабыҙҙан иҫтәлекле бүләк эләкте. Матур күңелле шағирә менән тиҙ генә айырылғы килмәне, әңгәмәне сәй табыны артында дауам иттек. Зинфира апайҙың һикһәнгә еткәс китап сығарырға булып китеүен аңламай ҡараусылар ҙа булған икән. «Миңә түгел, киләһе быуындарға кәрәк ул, ауылдың үткәне, ауылдаштар яҙмышы һәм ерле һөйләшебеҙҙең моңо һыйған китабыма», – тип тынғыһыҙ Зинфира Зариф ҡыҙы һаман да ил хәстәре менән янып йәшәүен дәлилләне.

Төштән һуң юлыбыҙ райондың ҙур ауылдарының береһе булған зыялылар төбәге Ереклегә төштө. Урындағы белем усағындағы музейҙа ошо ауылдан сыҡҡан оло яҙыусы Ибраһим Абдуллин менән ваҡытында беҙҙең журналда ла эшләп киткән шағирә Зарема Әхмәт­йәноваға арналған мөйөштө ҡараныҡ. Мәктәп директоры Фәрхизә Бикмырҙа ҡыҙы Харисова – Ырымбур башҡорто, был яҡтарға сирек быуат элек килен булып төшөп, күптән абруй яулаған, эшлекле, рухлы ханым, райондың башҡорт ҡоролтайының да әүҙем эшмәкәре. Ерекле мәктәбенең һәр яҡлап та алдынғылар рәтендә булыуы – тап уның тырышлығы һөҙөмтәһе. Районда йөҙ процент уҡыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресен уҡыған берҙән-бер уҡыу йорто ла ошо. Белем усағы янында матурлығы менән хайран ҡалдырыр парк, мәңгелек хәтер мемориалы һәм әсә кешегә һәйкәл урын алған. Унда һирәк осрай торған көньяҡ ҡыуаҡтары һәм сағыу сәскә түтәлдәре, хатта мөхәббәт ташы ла бар. Был хозурлыҡты ауылдаштарына легендар нефтселәр династияһы Хузиндар бүләк итеп төҙөткән.
Шаран районында ауылдар тығыҙ итеп, терәлеп тиерлек ултырған. Башҡорт, татар, сыуаш, рус, мари милләттәре бында дуҫ һәм татыу йәшәй. Күбеһе бер-береһенең телен белә, шуға ла кемдең ниндәй халыҡтан булыуын ҡапыл айырып та булмай. Район башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Зиниә Әнүәр ҡыҙының: «Үҙем Әбйәлил ҡыҙымын, тыуған яғымды яратам. Әммә бында оҙаҡ йылдар йәшәү дәүерендә шул тиклем ереккәнмен. Хатта былтыр үҙ төбәгемә ҡайтып, бер аҙ ҡунаҡ булғас, етте, һеҙ бында бөтәгеҙ ҙә бер төрлө, ә минең Шаранымда һәр кемдең үҙ көйө, үҙ теле, үҙ йолаһы бар. Унда кешеләр матур бер гөлләмә ише, тип ашҡынып ҡайтып киттем», – тиеүе лә күңелдәре шарран асыҡ Шаран халҡының берҙәмлеген иҫбатлай. Бында тағы ла килербеҙ тип түгел, ҡайтырбыҙ әле, тип хушлаштыҡ беҙ ҙә айырылышҡанда.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Шаран районы.


Теги: Журнал Шаран районы




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook