Йыйын йыйҙы Туҡ-Соран

Йыйын йыйҙы  Туҡ-СоранЙәмле йәйҙә, ырыҫлы Ырымбур ерендә борондан Туҡ һәм Соран һыуҙарын һыулап йәшәгән милләттәштәребеҙ Александровск районы Иҫәнгилде ауылына, икенсе тапҡыр үткәрелгән «Тыуған яҡ шишмәләре» башҡорт фольклоры фестиваленә йыйылды. Төрлө ауылдарҙан ағылған халыҡтың нурлы йөҙөнән, бер-береһенә, ҡырҙан килгән ҡунаҡтарға йылы мөнәсәбәтенән ата-бабаларҙан ҡалған йыр-моңға һыуһау, йолаларын һағыныу, аралашыуға мохтажлыҡ, ошо сарсауҙы әҙ булһа ла ҡандырыр байрамға сикһеҙ ҡыуаныс бөркөлә ине.

Йыйын йыйҙы  Туҡ-Соран…Сараны ойоштороуҙы ниәт итеп, тормошҡа ашырыусы яҡташтарына, әле Мәскәүҙә йәшәгән, «Сэсэн» (ғәрәп теленән – илһам) ижад берекмәһен етәкләгән шағирә һәм үҙешмәкәр композитор Әлфиә Агееваға бик рәхмәтле яҡташтары. Уның тәүәккәллеге, үҙенә һәм Туҡ-Соран халҡына ышанысы арҡылы тормошҡа ашҡан әлеге йыйын…

…Сәхнәлә гөрләгән тамаша – урындағыларҙың йыллыҡ дәррәү эш һөҙөмтәһе.
Фестивалдең төп мәғлүмәти партнеры булараҡ сығыш яһаған, уны ойоштороуҙа туранан-тура ҡатнашҡан «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, шағирә Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоева, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире, шағирә Тамара Юлдашева, сығышы байрам уҙасаҡ ауылдан – Иҫәнгилденән булған арҙаҡлы шағир Хисмәтулла Юлдашевтарҙан торған мәртәбәле делегация барҙы. Был яҡтарҙы биш бармағылай белгән Хисмәтулла Хәсән улы менән сәфәрҙә йөрөүебеҙ шул тиклем уңай булды. Китеп барышлай, юл ыңғайы тип, ай-вайыбыҙға ҡарамай, ҡаһарман шағир Муса Йәлилдең тыуған төйәге, Шарлыҡ районындағы Мостафаға бороп индерҙе. Ыҫпай ауылда юлдашыбыҙҙың ҡунаҡсыл туғандары ҡаршы алды. Муса Йәлилгә арнап төҙөлгән заманса музей-комплекста булып, ике туғандаш халыҡҡа уртаҡ, батыр шағирҙың үҙ ҡулдары менән яҙған дәфтәрҙәрен, шәхси әйберҙәрен күреү, уның ғүмер юлы хаҡында музей директоры Нәфисә Ғөбәйҙуллинаның һөйләгәндәрен тыңлау тулҡынландырғыс булды. Кискелеккә беҙҙе Ғабдрафиҡта көтһәләр ҙә, башта Иҫәнгилдегә һуғылып, Хисмәт Юлдашевтың әсәһе Сәлимә инәй йәшәгән саман йорттоң һалҡынса һауаһын һулап, Саима апайының сәйҙәрен эсмәй булдыра алманыҡ. Апай байтаҡ йылдар ауылда почтальон булған. «Башҡортостан ҡыҙы»н беҙҙекеләр электән яратып алдыра, киленем, шағирә Тамара Юлдашева шунда эшләгәндә альтернатив яҙылыу ойоштороп, үҙе лә килтереп йөрөнө», – ти ул. Тыуған ерендә йөрәкһегән Хисмәтулла Хәсән улы беҙгә ауылдашы, атаҡлы яҙыусы Сәғит Агиштың нәҫел нигеҙен күрһәтте. Унда йорт-музей булыр тип ҡасандыр күтәрелгән бура, эшләнеп бөтөлмәй, етемһерәп тора. Милләтебеҙгә ҙур шәхес биргән был йорттоң эргәһендәге мәсет тарихы ла ҡатмарлы. Революцияға тиклем яҙыусының атаһы ошонда мулла булған. Манараһын ҡолатҡастар, ул да ғәрлегенән үҙен үҙе юҡ иткән. Шунан ярты быуат тирәһе был йорт мәктәп ролен үтәгән, унан колхоз өйө булған. Үҙгәртеп ҡороу елдәре башланғас, ауылдың матур әбейе Мәхмүзә Рәхмәтулла ҡыҙы өйҙән өйгә йөрөп, кем нимә бирә ала, аҡсамы, тоҡлап картуфмы, онмо, йыйып, мәсетте яңыртыуға өлгәшкән. Рәхмәтле ауылдаштары быйыл Ҡорбан байрамында мәсеткә «Мәхмүзә» исемен бирергә йыйына. Шулай яңынан мәсетле булғандар, ә бына мәктәптәре ике йыл әүәл ун берҙән туғыҙ йыллыҡҡа ҡалған. Әммә заманалар ниндәй генә һынау ҡуймаһын, иҫәнгилделәр бирешмәй, яңынан-яңы шәхестәр үҫтереп, милләтте байыта. Быйыл Өфөлә «Һылыуҡай» бәйгеһендә ошо ауылдан Зилиә Агишева ҡатнашып, икенсе урын яулаған. Ә фестивалде ойоштороуға күп көс һалған ауыл клубы мөдире Рәйсә һәм уның тормош иптәше Ғәли Сарбаевтар һуң, үҙҙәре ниндәй көс! Рәйсә апай ауылдың фольклор ансамблен Мәскәүҙә Әлфиә Агеева ойошторған башҡорт әҙәбиәте кисәһенә лә алып барған, сығыштарын баш ҡалала бик оҡшатҡандар. Байрамдың да төп бағыусыларының береһе – улар. Үҙҙәренең өс сабыйы эргәһенә балалар йортонан тағы ун дүртте алып үҫтергән был һоҡланғыс ғаилә менән яҡындан журналыбыҙҙың киләһе һандарында таныштырырбыҙ әле. Өфө сәнғәт институтын тамамлап, тыуған ауылында «Йәйғор» фольклор төркөмө төҙөп, балаларҙы милли музыка ҡоралдарыбыҙҙа уйнарға өйрәткән, фестивалгә бынамын тигән егеттәрҙән торған ҡурайсылар ансамблен сығарған батыр йөрәкле Рәйлә Булташева ла –Иҫәнгилденең бер хазинаһы…

Йыйын йыйҙы  Туҡ-Соран…Фестиваль хужабикәһе Әлфиә ханым – Ғабдрафиҡтан. Беҙҙе, Өфө ҡунаҡтарын, тап шунда табын ҡороп ҡаршыланылар. Ғабдрафиҡ халҡының да киң күңеллеге, ҡунаҡсыллығы хайран итте. Уйламағанда тағы бер ваҡиға һөйөндөрҙө: ауылдың фермеры Альберт ағай менән уның һөйкөмлө ҡатыны Вазифа апайҙарҙағы киске табын да ысын шиғриәт байрамына әүерелде. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбай, Ҡунаҡбайҙа тыуһа ла, тап ошо нигеҙҙә буй еткергән икән. Гөлназ Ҡотоева, Тамара Юлдашева, Хисмәт Юлдашевтар яңғыратҡан шиғырҙарға яуап итеп, Вазифа апай ғәзиз ағаһының байтаҡ әҫәрен яттан һөйләп һоҡландырҙы.
Дала һауаһы яҙыусыларыбыҙға яңы һулыш өрҙө. Иртәгәһенә, байрам көнө улар инде ғәм халыҡ араһына сумды. Иҫәнгилде, Ҡотош, Ҡотос, Яңы Әхмәр, Ҡотломбәт, Иҫке Юлдаш, Ғабдрафиҡ, Аҡтейен ауылдарының фольклор берләшмәләре байрамға килгән халыҡты ата-бабалар рухына, булмышына яҡынайтып, береһенән-береһе матур уйын ҡорҙо. Тамашасылар ҙа урынында сыҙаманы, эркелеп сәхнә алдына бейергә төштө. Концерттың биҙәге булған, Яңы Әхмәр ауылы мәктәбе директоры, автор-башҡарыусы Флүзә Хәлитованы халыҡ аяҡ үрә алҡышланы…

…Алдан иғлан ителгән, күргәҙмәгә ҡуйылған ҡул эштәре һәм рәсемдәр бәйгеләрендә еңеүселәргә, шулай уҡ тамаша ҡуйыусы үҙешмәкәр артистарға Ырымбур өлкәһенең «Каруанһарай» башҡорт ҡоролтайы, Александровск районы хакимиәте, «Башҡортостан ҡыҙы» һәм «Аҡбуҙат» журналдары, Мәскәүҙең «Донъя лидерҙары берләшмәһе», район советы депутаты Ольга Колганова, шулай уҡ эшҡыуарҙар Миңгәүһәр Аллағолова, Гөлсара Агеева, Миңнулла Ғәбитов, Ғәли һәм Айрат Сарбаевтар әҙерләгән бүләктәр тапшырылды. Артабан сәхнәлә урындағы таланттарҙың концерты башланды, көн оҙоно халыҡ тамаша ҡарап кинәнде. Ә ойоштороусылар һәм алыҫтан килгән ҡунаҡтар эшлекле кәңәшмәгә йыйылды. Ултырыш «Башҡортостан ҡыҙы» өсөн дә емешле булды, баш мөхәррир Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоева Александровск районы хакимиәте вәкилдәре менән баҫмабыҙҙың 50 йыллығын Туҡ-Соранда ла билдәләргә килеште.

«Башҡортостан ҡыҙы»н халыҡ ярата, күптәр баҫма хаҡында фекерҙәрен әйтеп ҡалырға тырышты. Араларында журналды сыға башлағандан алдырыусылар ҙа байтаҡ, Нурия Мөхәмәтфәтих ҡыҙы Сарбаева – шундай тоғро уҡыусыларыбыҙҙың береһе. Ун алты ғына йәшенән һауынсы булып, утыҙ ике йыл фермала эшләгән ул. Ауылдашы Рамаҙан менән дүрт бала үҫтереп, бөгөн ун бер ейән-ейәнсәргә һөйөнөп йәшәй. Журналдан ҡатын-ҡыҙ яҙмыштары хаҡында уҡырға яратам, ти Нурия инәй, һәр һандағы аш-һыу рецептарын да бешермәй ҡалмай икән. Сит өлкәләрҙә йәшәп тә, журналды алдырыр яй тапҡан уның ише бар инәй-апайҙарға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!

«Тыуған яҡ шишмәләре»нең төп маҡсаты халыҡтың рух-ғәмен уятыу, башҡорт мәҙәниәтен яңы кимәлгә күтәреү, донъяға танытыу, ти ойоштороусылар. Фестивалдә быйыл еңеү яулаған балаларҙың һүрәттәре Мәскәүҙә З. Церетели етәкселегендә үткән йәш рәссамдар бәйгеһендә ҡатнашыу хоҡуғы алды. Бәйгеселәр араһынан тағы ла ике ҡыҙ «Донъя лидерҙары берләшмәһе» ярҙамында тиҙҙән Севастополгә, «Рәсәйҙең йөҙ ҡалаһы» тип аталған сараға юлланасаҡ. Юғарынан төшкән фарман менән түгел, ә ябай илһөйәрҙәр тарафынан булдырылған изге башланғыс – Туҡ-Сорандағы фольклор фестивале киләсәктә лә дауам ителеп, яңынан-яңы һәләттәр асһын, урындағы мәҙәниәткә йән өрөүсе бер дан күренеш булһын!
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Ырымбур өлкәһе.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2017) һанында уҡығыҙ.




Теги: Ырымбур Туҡ-Соран




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook