Башҡортостан Ҡыҙы

«Хеҙмәт ветераны» исеме кемгә бирелә

«Хеҙмәт ветераны» исеме кемгә бирелә
Яҙмыштарын тырыш хеҙмәткә арнаусыларҙың күбеһе пенсия алдынан: «Хеҙмәт ветераны» исемен нисек алырға икән?» – тип уйлап йөрөй. Ғүмерлек эшеңдең дәрәжәһен билдәләүҙән тыш, тос ҡына льготалар ҙа биреүсе был исем кемдәргә тейеш? Уға лайыҡ кешеләр ниндәй социаль яҡлау сараларына өмөт итә ала? Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза КУЗЬМЕНКО шул турала аңлатма бирә.

– «Хеҙмәт ветераны» тигән юғары исем СССР йәки Рәсәй Федерацияһы ордендары, миҙалдары менән бүләкләнеүселәргә, СССР йәки Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәрен йөрөтөүселәргә, Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамоталарына йәки Рәхмәтенә лайыҡ булыусыларға, хеҙмәттәге ҡаҙаныштар йәки оҙайлы хеҙмәт өсөн ведомство билдәләрен алыусыларға һәм, әлбиттә, Башҡортостандың дәүләт наградалары йәки маҡтаулы исемдәре менән ҙурланыусыларға бирелә. Шул уҡ ваҡытта уларҙың бөтәһенең дә тейешле эш стажы (ир-ат өсөн – 25, ҡатын-ҡыҙҙарға – 20 йыл) йәки бер өлкәлә оҙаҡ эшләгән өсөн бирелеүсе пенсия (выслуга) тәғәйенләрлек эш йылдары булыу мотлаҡ. Бынан тыш, 2016 йылдың 30 июненән һуң хеҙмәттәге тырышлыҡ өсөн ведомство билдәһе менән бүләкләнеүселәр үҙ өлкәләрендә кәмендә 15 йыл стажға эйә булырға тейеш, 2016 йылдың 30 июненә тиклем ул билдәне алыусыларға был шарт ҡуйылмай.

– «Хеҙмәт ветераны» исемен юллағанда ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

– Бының өсөн кеше йәшәү урыны буйынса Республика социаль яҡлау үҙәге филиалына ғариза һәм документтар менән йә шәхсән үҙе килә, йә күп функциялы үҙәктәр аша мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ ғариза һәм документтарҙы (уларҙың законға ярашлы рәүешле раҫланған күсермәләрен) почта аша ебәрергә мөмкин.
Исем биреү-бирмәү тураһында ҡарарҙы Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ғариза килгән мәлдән 30 көн эсендә ҡабул итә.

– Был исемде алыу өсөн ниндәй документтар кәрәк?

– Ғаризанан тыш, паспорт, 3 х 4 см ҙурлығындағы фото, бүләкләү хаҡында документ, хеҙмәт кенәгәһе, шулай уҡ «Шәхси мәғлүмәттәр тураһында»ғы федераль законға ярашлы мәғлүмәт­тәреңде эшкәртеүгә ризалыҡ талап ителә. Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалы ведомство-ара хеҙмәттәшлек буйынса СНИЛС, тейешле эш стажын раҫлаусы документтар, РФ Пенсия фондының Башҡортостандағы территориаль органынан кешенең шәхси счеты торошо тураһында мәғлүмәт һоратып ала. Был документтарҙы кеше үҙе алып килергә лә мөмкин. Үҙәк сайтына инеп, филиал белгестәренә алдан яҙылырға була.

– 2018 йылда хеҙмәт ветеранына ниндәй социаль яҡлау саралары ҡаралған?

– Уның эшләп йөрөгән дәүерҙә – пенсияға сыҡҡансы беркетелгән поликлиникаһында, башҡа медицина ойошмаларында хеҙмәтләндерелеү, Башҡортостанда бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса дәүләт гарантиялары программаһына ярашлы, медицина ярҙамы алыу хоҡуғы һаҡлана. Торлаҡ, торлаҡ-төҙөлөш, гараж, баҡсасылыҡ кооперативтарына ингәндә өҫтөнлөк бирелә. Шулай уҡ ай һайын 376,06 һум күләмендә аҡсалата түләү ҡаралған.
«Хеҙмәт ветераны» статусына эйә кешеләргә, әгәр улар эшләүен дауам итә икән, йыл һайын үҙҙәре өсөн уңайлы ваҡытта түләүле отпускынан тыш, 30 көнгә тиклем түләүһеҙ отпуск бирелә.
Иң мөһим льготаларҙың береһе – торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса айлыҡ аҡсалата компенсация. Уның күләме өс һәм унан күберәк кешелек ғаиләнең бер ағзаһына торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡының республика стандарттарына ҡарата процентлата нисбәттә иҫәпләнә. Стандарттар муниципаль берәмектәр буйынса Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан билдәләнә.
Был льготаларҙан файҙаланыу өсөн хеҙмәт ветеранына Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалына йәки күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Өҫтәмә мәғлүмәттәр кәрәк булһа, түбәндәге адрес буйынса интерактив онлайн-консультант ярҙамында белешә алаһығыҙ: http://calc.rcspn.mintrud.rb/.

– Дәүләт наградалары, маҡтаулы исемдәр алмаған, әммә ғүмер буйы эшләгән кеше «Хеҙмәт ветераны» исеменә дәғүә итә аламы?

– Башҡортостанда «Оҙайлы эш стажына эйә хеҙмәт ветераны» тигән исем ҡартлыҡ буйынса пенсия йәшенә еткән, йәғни 60 йәше тулған, кәмендә 40 йыл стажы булған ир-атҡа, 55 йәше тулған, 35 йыл стажлы ҡатын-ҡыҙҙарға бирелә. Шулай уҡ хеҙмәт кенәгәһендә хеҙмәт дисциплинаһын боҙған өсөн эштән бушатылыу хаҡында яҙмалар юҡлығы, енәйәт эше өсөн суд ҡарары буйынса хөкөмгә тарттырылмаған булыуы шарт. «Оҙайлы эш стажына эйә хеҙмәт ветераны» таныҡлығын алыусыларға 145,93 һум күләмендә айлыҡ түләү билдәләнә.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook