ҒҮМЕР ҠОТО – МӨХӘББӘТТӘ

ҒҮМЕР ҠОТО – МӨХӘББӘТТӘ Нух пәйғәмбәрҙең серле кәмәһе Туфан һыуы тынып, ер ҡалҡҡас, тап Торатау итәгенә килеп туҡтай, тигән фараз йәшәй халыҡта. Ер күренмәҫме тип, ҡарап килеү өсөн ҡарғаны осора имеш ул. Ҡош ҡоро ерҙең күренеүен ҡайтып хәбәр иткәс, Нух пәйғәмбәр усаҡ яғып, бутҡа бешерергә ҡуша. Шатлыҡлы хәбәр алып ҡайтҡан өсөн, иң тәүҙә бутҡаны ҡарғаға ашата. Шунан ҡалған яҙ етеп, ер ҡарҙан асыла башлау менән, бар ғәләмдең Ҡарға бутҡаһына сығыуы. Туфан һыуының ер аҫтына киткән урыны Торатау эргәһендә булыуына тағы ла бер дәлил – уның янындағы Туғар – Салған күле. Халыҡ телендә «төпһөҙ» тип исем алған был күлдең тәрәнлеген үлсәү мөмкиндә түгел. Тимәк, ул ер аҫты һыуҙары менән тоташҡан, тип дөрөҫләп ҡуялар дәлилдәрен.
...Бына ошо Торатау итәгенә һыйынып ҡына ултырған Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ тигән ауылда йәшәй улар – Рәйсә һәм Нурғәле Ғәлиндар...
ҒҮМЕР ҠОТО – МӨХӘББӘТТӘ
...Ғаилә башлығының әсәһе – билдәле яҙыусы Ноғман Мусиндың бер туған апайы Мәфрүзә бик йәшләй генә, 33 йәшендә мәрхүмә булған. Уның ҡарауы ҡәйнәнән уңа ул. Рәйсәһенең әсәһе Хафасаны күсереп алып, 30 йылға яҡын бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәйҙәр. Ауылда ағинәй булараҡ абруй ҡаҙанған был ғәжәйеп инәй 96 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсә. Дин ҡанундарын, доғалар белгән берҙән-бер кеше була ул заманында, үҙен өйҙән өйгә ҡөрьән уҡырға йөрөтәләр. Һуңғы һулышынаса асыҡ зиһенен һаҡлай, үлерен һиҙеп, балалар ҡурҡып ҡуймаһын тип, нимә эшләргә кәрәклеген өйрәтеп, барыһына ла кәңәштәрен бирә. Кейәү, тәһәрәт ал да ясин сыҡ, Рәйсә, һин күрше Ғәзимәне алып кил, йә ҡурҡырһың, ти ҡыҙына. Үҙе үлеп барғанда ла кешеләрҙе ҡайғыртып ята ул шулай. Өшкөрөү, быуын ултыртыу кеүек халыҡ дауалары ла ҡулынан килгән Хафаса инәйҙең. Ә кейәүе, коммунист булыуға ҡарамаҫтан, ҡәйнәһен ихтирам итә, бер ҡасан да динилегенә ишаралап ҡырын да ҡарап ҡуймай...

...Урман-Бишҡаҙаҡта «Ағинәйҙәр» ойошмаһын булдырыуҙа ла Рәйсә апай – башлап йөрөүселәрҙең береһе. «Дәррәү генә «Байыҡ» телевизион бәйгеһендә ҡатнашып, ауылыбыҙ ағинәйҙәре 3-сө урын алды. Флүрә ҡоҙағый хажға барып ҡайтты, уның менән Күсәрбайҙа осрашыу үткәреп, мәсеттәрен ҡотланыҡ. Аҙаҡ, ҡунаҡ ашы – ҡара ҡаршы, тигәнде иҫтә тотоп, үҙҙәрен дә ҡунаҡҡа саҡырып алдыҡ. «Ағинәйҙең аҡ яулығы» тигән сара ойошторҙоҡ. Хеҙмәттән ҡайтҡан егетте, яңы тыуған сабыйҙарҙы ҡотланыҡ. Нурғәле минең ихлас йөрөгәнде күрә, өйҙә бикләп ултыртып ҡуйырға тырышмай. Ағинәйҙәрҙең бүлмәһен ойошторҙоҡ, тренажерҙар һатып алдыҡ. Өйҙә һирәк торам. Бергәләшеп спектаклдәргә, концерттарға йөрөйбөҙ. Мәктәптән киткәс тә, яңы ойошмаға ҡушылыуым тормошома йәм өҫтәне. Тулы ҡанлы тормош менән йәшәйбеҙ. Фитнес менән шөғөлләнәбеҙ, аҙағынан ултырып һөйләшеп алабыҙ», – тип һөйөнә ул...
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Ишембай районы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се һанында уҡығыҙ.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook