МАУЫҠТЫРҒЫС МАТЕМАТИКА

Тормошта аныҡ маҡсаттар ҡуйып, моратына ирешкән, уңыштарҙан башы әйләнмәй, лайыҡлы ҡабул итә белгән йәштәребеҙ һоҡландыра. Яҙмышты үҙенән уҙҙырмай, теләгенә буйһондора белеүҙәренең серен төпсөнөп, үҙеңә лә фәһем алырға, башҡаларға ла еткерергә ихтыяж уяна. Яңы танышым Нәркәс Айытҡужина ла – шундайҙарҙан.
МАУЫҠТЫРҒЫС МАТЕМАТИКА
...- Нәркәс Нурмөхәмәт ҡыҙы! – Эргәһендәге шулай ололоп өндәшкән студент ҡыҙҙарҙан әллә ни айырылып та тормай йәш уҡытыусы. Был нескә генә, ихласлығы йөҙөнә сыҡҡан йәш ханым – физика-математика фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының математика факультеты доценты.
Үҙеңдән бер нисә генә йәшкә кесерәк студенттар менән эшләү ауыр түгелме икән? Телгә килгән тәүге һорауға:
– Үҙ фәнеңде төптән белеп, башҡаларҙы ла ҡыҙыҡтыра алаһың икән, бер ҡыйынлығы ла юҡ, – тип яуаплай ул. – Киреһенсә, һәләтле йәштәр менән эшләү, аралашыу бик оҡшай. Кешегә белем биреүҙән дә сауаплы, рәхмәтле һөнәр бармы һуң?...

... – Үтә мауыҡтырғыс та, ҡатмарлы ла фән ул – математика, – ти Нәркәс Нурмөхәмәт ҡыҙы. – Серҙәрен асаһы ла әле асаһы... Уның беҙ өйрәнгән фундаменталь өлөшө мәктәптәгенән бик айырыла. Ҡыҙыҡһыныусыларға яңынан-яңы ҡырҙары менән асыла, эҙләнеүгә саҡыра. Теүәл фәндәрҙе өйрәнеү уйҙарҙы тәртипкә һалырға ярҙам итә, фекерләүҙе үҫтерә, анализ яһауҙы еңелләштерә, ҡарарҙы тиҙ ҡабул итергә лә өйрәтә. Тағы ла: математика менән шөғөлләнеүселәрҙең хәтере яҡшы була...
Гөлшат ҠУНАФИНА.
Фото ғаилә архивынан алынды.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се һанында уҡығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook