«Яҡлай мине, һаҡлай мине әсәйем доғалары…»

«Яҡлай мине, һаҡлай мине әсәйем доғалары…»…Исеме лә ябай түгел уның – Алтынбикә. Аҫыл, затлы булған өсөн генә алтынды иң ҡиммәтле мәғдән тип нарыҡламағандарҙыр, моғайын. Ныҡлығы, затлылығын һаҡлай белгәне өсөндөр. Исеме есеменә тура килеп тора Алтынбикәнең.

Беҙ етәкселәрҙең ҡатындары тураһында һирәк һөйләйбеҙ. Улар үҙҙәре лә ынтылып тормай ундай билдәлелеккә. Һәр ваҡыт халыҡ менән эшләгән уҙамандың иң яҡын кешеһе булыу, йортоңдо ул көс йыйыр, йәненә ял алыр урынға әйләндереү өсөн ҙур мөхәббәт, сабырлыҡ ҡына түгел, йөрәк ҡөҙрәте лә кәрәктер ул. Йыш ҡына үҙ ихтыяждарыңды ситкә ҡуя белеү ҙә мөһимдер.

Беренсе Этҡол ауылында яңы йорт һалып, мәктәптә гөрләтеп эшләп йөрөгәндә тормош иптәше Хәлит Хәмзә улы Сөләймәновты Баймаҡ районы мәғариф бүлеге етәксеһе итеп саҡыралар. Тынғыһыҙ йәнле ире көнө-төнө мәғарифты үҫтереү хәстәре менән яна. Ауылда һынлы сәнғәт, ҡул эштәре түңәрәктәре алып барған Алтынбикәнең балалар ижадын үҫтереү һәләте Баймаҡҡа күсеү менән тағы ла сағыуыраҡ балҡый. Ул ҡаланың лицей-интернатында дәртләнеп эш башлай. «Дәртләнеп» тигән һүҙ ошонда иң килешлеһелер, моғайын. Дәртең булмаһа, кәртәләге ике һыйырҙы һауып, малдарҙы ҡарап, ике шуҡ малайҙы мәктәпкә ебәреп, һәр саҡ кеше араһындағы иреңде бөхтә, зауыҡлы, сынъяһау итеп кейендереп оҙатҡас, үҙ эшеңә йүгерә алаһыңмы ни? Лицей ҙа өйҙән биш саҡрым тирәһе бит. Автобус-фәлән көтөп торорға ваҡыт та юҡ…

Сибай ҡалаһында
Хәлит Хәмзә улын Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләгәс, ғаилә Сибайға күсә. Иртәнге етенән ҡала урамдарын әйләнеп сығып, ҡайҙа ниндәй етешһеҙлек, ниндәй яҡшы күренеш булыуын барларға, балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә юлдар көрәлгәнме, урамдарҙа лампочкалар янамы – бөтәһен үҙ күҙҙәре күреп баһаларға өйрәнгән тормош юлдашын йылы аш ашатып, ишек төбөнән оҙатып ебәрергә күнеккән ул. Ирҙе ҡәҙерләп эшкә оҙатыу йолаһын бөгөн килендәре лә дауам итә…

…Быйыл һоҡланғыс пар тормош ҡороуҙарына 30 йыл тулыуын билдәләне. «Һинеңсә, яратыу нимә ул?» – тигәнгә Алтын былай тип яуап биргәйне: «Һөйөү – минут һайын «яратам» тип әйтеү түгел, ә һинең турала ҡайғыртыуҙыр ул. Ғаиләбеҙ етеш йәшәһен, балалар мөхәббәтебеҙҙе тойоп, ярҙамыбыҙҙы күреп, үҙҙәре лә донъя көтөргә өйрәнһен, тип ты­рышып йөрөүе – иреңдең иң ҙур яратыу һүҙе шулдыр».
Талантлы педагог артабан хеҙмәт юлын Сибай ҡалаһының Балалар ижады йортонда дауам итә. Ҡала мөхите шарттарында, һынсыл ҡараштар аҫтында барыһын да өр-яңынан башларға тура килә Сөләймәноваға. Булмышын ныҡышмал булдыҡлылығы менән иҫбат итергә күнеккән ханым бында ла ең һыҙғанып эшкә тотона.

Балалар ижады йорто директоры Элиза Кирәева: «Алтынбикә Сәйетғәле ҡыҙы кеүек педагогтар күберәк булһа, донъяла зауыҡлы, мәҙәниәтле балалар күп булыр ине. Бөгөн уның түңәрәктәрендә алты йәштән ун дүрт йәшкәсә алтмышлап малай һәм ҡыҙ шөғөлләнә. Улар һынлы сәнғәт серҙәренә төшөнөү, һүрәт төшөрөү менән генә сикләнмәй, залдарҙы биҙәргә, дизайн алымдарына ла өйрәнә. Үҫмерҙәрҙең күбеһе – республика, ҡала конкурстары еңеүселәре», – тип һөйләй.

Алтын Сәйетғәле ҡыҙының хеҙмәте дәүләт тарафынан да баһаланған: ул – Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, мәғариф алдынғыһы. Ә шулай ҙа, үҙе әйтеүенсә, хеҙмәтенең иң юғары күрһәткесе – һәләтле, мәҙәниәтле уҡыусылары…

Меңдәр араһында беребеҙ…
Меңдәр араһында беребеҙ булған гүзәл зат тураһында һөйләп, уның камил сифаттарына һоҡланғанда, һәр көн матурлыҡ тыуҙырырлыҡ илһам, хәлһеҙгә йән өрөрлөк ҡөҙрәт, ауыр саҡтарҙа бөгөлмәҫлек көс ҡайҙан килә ябай ауыл ҡыҙына, тип уйланаһың. Алтындың бер туған апаһы менән осрашып, уға ошо һорауҙы бирҙем.

– Әсәйебеҙҙән! Беҙҙе ул шулай тәрбиәләне! – тине өлкән апаһы Гөлнара Сәйетғәле ҡыҙы, һүҙен башлап. – Зәлифә исемле ине әсәйебеҙ, ғүмер буйы фермала һыйыр һауҙы. Беҙ, биш бала, йоҡонан тороуға өй йылы, самауыр ҡуйылған. Атайыбыҙ көтөүсе булып эшләне. Әсәй өйҙә юҡта сәстәребеҙҙе үреп, кейендереп, мәктәпкә оҙата ине. Атайыбыҙ бик баҫалҡы, тәрбиәле кеше. Әсәйҙең бала саҡта бер күҙе зәғифләнгән булған, күҙенә ауырлыҡ төшмәһен тип, атайыбыҙ үҙе бәйләй, тегә торғайны, – тип хәтерләй ул…

…Әсәйҙәренең һәр һүҙе һаман да ҡолаҡтарында доғалай яңғырай кеүек: «Кәпәсте һаҡлағыҙ, кәпәсһеҙ йорт – һаҡһыҙ йорт. Ир бөтә кешегә лә яҙмаған, ирле булыу – Хоҙай бүләге, кейәүҙәргә йәбешеп ятығыҙ, балаларығыҙ атайлы үҫһен. Кешенең энәһенә лә теймәгеҙ, бер-берегеҙҙең хатын уҡымағыҙ, кейемен кеймәгеҙ…» Тағы бер нәсихәте күңелдәрендә ята: «Бер-берегеҙҙе ҡарағыҙ, үҙегеҙҙеке булһа, апай-һеңлегеҙгә бүлегеҙ. Үҙем яңғыҙ үҫтем, бер туғаным булманы, ә һеҙ туғандар менән татыу булығыҙ. Уҡығыҙ, һөнәр алығыҙ!»…

…Улар әсәләренең тағы бер васыятын иҫкә төшөрҙө. «Әсәйем: «Башҡорт ҡыҙҙары аттан ҡурҡмаған, һыбай йөрөгөҙ, атайығыҙға көтөү көтөшөгөҙ», – тигәс, беҙ бала саҡтан һыбай йөрөнөк. Иң беренселәрҙән булып машинала елдерҙек. Фирая һеңлебеҙ шәфҡәт туташы һөнәрен алды, ғүмер буйы әсәй-атайҙың, туғандарҙың һаулығын ҡайғыртты. Ә мин үҙем уҡытыусылыҡты һайланым, бөгөн ауыл хужалығы колледжында тарих фәненән уҡытам», – ти Гөлнара Сәйетғәле ҡыҙы…

Әсәй әйткәнсә, әсәйем тыйғанса…
Быуындар сылбыры, милләт тәрбиәһе хаҡында күп һөйләйбеҙ. Ошо булалыр ул быуындың изгелек сылбыры: баҡыйлыҡҡа күскәс тә әсә балаларын тәрбиәләй – иҫән сағында ҡылған ғәмәлдәре, әйткән һүҙе, доғалары менән. Ҡыҙҙары ошо изгелекте бөгөн үҙҙәре тарата, иртәгә килендәре, ҡыҙҙары дауам итәсәк. Милләтебеҙҙең көсө лә иман, әҙәп тәрбиәһендә. Алтынбикә кеүек гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙа һаҡлана ул хазина.
Луиза ДӘҮЛӘТШИНА,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Баймаҡ ҡалаһы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2–се (2019) һанында уҡығыҙ.




Теги: Ҡатын-ҡыҙ Ғаилә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook