Көс-ҡеүәт бирер ҡөҙрәтле усаҡ

Көс-ҡеүәт бирер ҡөҙрәтле усаҡ
Ғаилә – иң ҙур яҙмыш бүләге. Һәр кеше был һүҙҙең мәғәнәһен үҙенсә аңлай. Кемдер туғандарын күҙ алдына баҫтыра, кемдер – икенсе яртыһын һәм бала тауышына күмелгән ҙур, яҡты йортто. Яҡындарыбыҙҙы ҡәҙерләүҙән һәм тормош кисеүҙәрен ҡулға-ҡул тотоношоп бергә үтеүҙән ғаилә көсәйә, нәҫел ебе, ил күсе нығына бара. Мәләүез ҡалаһында 35 йыл тиң донъя көткән Таңһылыу менән Вәхит Хәбибуллиндарҙың тормошо өлгөһөндә, юғалтыу-ауырыуҙарға ҡарамай, нисек уңышлы булыу серҙәренә төшөнөргә мөмкин. Ҡатмарлы ғына тормош мәктәбе үткән маһир ханымдың йәшәйеше лә, фекерҙәре лә заманыбыҙҙың ябай, әммә көслө ихтыярлы ҡатын-ҡыҙҙарының ысын асылын һүрәтләй.

…Тамам өмөтһөҙлөккә бирелгән ир менән ҡатын, ҡулдан килмәҫлек тойолһа ла, үҙ эштәрен асырға ниәт итә. Кибет кәштәләре буш, әйбер ҙә, аҡса ла юҡ көрсөк заман. Фатир һатҡан аҡсаға Магниттан күмәртәләп печенье-кәнфиттәр тейәп алып ҡайтып, магазиндарға тапшырырға булалар. Һәр тәғәмдең сертификатын тикшереп, сифатын күҙәткәс, һатып алыусылар ҙа ҡәнәғәт ҡала. Ойошма хужалары эштең уң барыуын күреп, улар менән оҙайлы килешеүҙәр төҙөй башлай. Ҡала магазиндарын тәьмин итеү менән генә сикләнмәй, тиҙҙән үҙ һатыу кибеттәрен дә булдыра уңғандар. «Беҙҙең менән бергә эшҡыуарлыҡҡа тотонғандарҙың күбеһе тапҡан аҡсаһын ҡыйбатлы машинаға, олоғара йорт һалыуға түкте. Ә беҙ элекке машинаға, бәләкәс торлаҡҡа риза булып, бөтә килемде ҡырып-һепереп эшмәкәрлекте киңәйтеүгә тотона барҙыҡ. Эшләгән кешеләргә ваҡытында хеҙмәт хаҡы түләргә тырыштыҡ. Тәүге биш-ун йылда үҙебеҙ ял күрмәнек тиерлек», – ти Таңһылыу Мәзит ҡыҙы, ҡатмарлы йылдарҙы яңынан күҙ уңынан үткәреп. Бөтмөрлөк, саялыҡ, ҡыйыулыҡ ғүмер буйы һатыусы булып эшләгән әсәһенән мираҫ булып ҡалһа, Бөйөк Ватан һуғышында әсирлеккә эләгеп, ауыр фронт юлын үткән яугир атаһынан сабырлыҡ, яуаплылыҡ, ғәҙеллек кеүек күркәм сифаттар күскән уға…
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Мәләүез ҡалаһы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2018) һанында уҡығыҙ.




Теги: 2018 - Ғаилә йылы




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook