Күңелеңде ауыр йөктән бушат…

Һеҙ һәр ваҡыт тыныс, ә бына мин туҡтауһыҙ үсегәм, йәнем үртәлә. Миңә лә үҙегеҙ кеүек булырға ярҙам итегеҙ әле, – тип өндәшкән остазына бер уҡыусы. Уҡытыусы уға береһе буш, икенсеһе картуф тултырылған тоҡ килтерергә ҡушҡан.
– Үпкәләгән һайын тулы тоҡтан бер картуф ал да бушына һала бар. Тик уныһын һәр ваҡыт түшеңә аҫып йөрөт, – тигән ул.
Уҡыусы аптыраған, шулай ҙа ризалашҡан. Күпмелер ваҡыттан буш тоҡта бүлбеләр күбәйеп киткән. Етмәһ ә, улар боҙола һәм һаҫый башлаған. Уны күтәрә алмаҫлыҡ хәлгә еткәс, егет остазына килгән.
– Мин был тоҡто башҡаса йөрөтә алмайым. Һеҙ икенсе кәңәш тәҡдим итмәҫһегеҙме? – тип һораған. Тегеһе уға тоҡто ташларға ҡушҡан. Егет алып һелтәгән дә еңел итеп һулаған.
– Тоҡтағы картуфтар – һинең үпкәләрең, – тигән уҡытыусы. – Уларҙы күңелеңә ауыр һәм кәрәкһеҙ йөк итеп һала бараһың. Ҡотолғайның – үҙеңә рәхәт булып ҡалды. Бынан һуң кемгәлер үпкәләр алдынан ошо тоҡ тураһында уйла: үҙеңде ыҙалатып, серек, һаҫыҡ йөк йөрөтөү кәрәкме-юҡмы?..


... Үпкәнән ҡотолоу юлы бер: үҙеңде рәнйеткән кешене ғәфү итеү. Йәш саҡтан күңел төбөмә һалып ҡуйған әхирәтем һөйләгән ваҡиғаны һеҙгә лә еткергем килә. Улар эштәрендә һөнәри яраҡлылыҡтарын раҫлау маҡсатында даими рәүештә имтихан бирәләр ине. Был ҡатын хеҙмәттәшендә һынауға әҙерләнеү өсөн бик ҡулайлы дәреслек барлығ ын белеп, бер кискә һорап алып уҡый. Иртәгәһен китап артынан тағы инә, тегеһен ҡорт саҡҡанмы ни, һөйләшергә теләмәй ултыра. Танышым ныҡ үпкәләп, ишекте шарт ябып сығып китә, «бынан һуң уның ҡыҙын баҡсанан алмаясаҡмын» тип (сөнки хеҙмәттәшенә ҡайһы берҙә сменанан һуң сығырға тура килә), мәңге һөйләшмәҫкә эстән ант итә. Өйөндә төрлө сығанаҡтарҙан имтиханға кәрәкле мәғлүмәттәр эҙләй, әммә файҙаһыҙ (интернет юҡ заман бит). Иртә кистән аҡыллыраҡ, тигәндәй, әхирәтем, йоҡонан уянғас, теге ҡатынды ғәфү итергә, бер ни булмағандай, тағы китабын һорарға була. «Әлдә донъяла «зинһар» тигән тылсымлы һүҙ бар. Хеҙмәттәшемә индем дә йылмайып сәләм бирҙем, ул башта аптырап ҡалды, ә инде итәғәтле генә үтенесемде әйткәс, бөтөнләй ҡаршы килә алманы. Һөҙөмтәлә мин дә Өфөнән килгән комиссия алдында имтиханды яҡшы тапшырҙым, хеҙмәт тәшем дә, баланы кем алыр икән, тигән ауырлыҡтан ҡотолдо», – тип йылмайып һүҙен тамамланы ул. Артыҡ иҫ китмәле ваҡиға ла түгел, әммә, уйлап ҡараһаң, нигеҙендә ҙур фәһем ята...

...Бер ваҡыт шундай хәл булды: бер апай менән телефон аша ҡаты ғына һүҙгә килештек. Ул: «Һиңә күпме изгелек эшләйем, шуны аңламайһың бит», – тимәһенме! Ә миңә, киреһенсә, уға яҡшылыҡ эшләгәнем һайын күберәкте талап иткән кеүек тойола ине. Бер үк нәмә хаҡында икебеҙ ике төрлө уйлай булып сыҡтыҡ. Иртәгәһе ял көнө ине, йоҡонан торғас, ғәҙәттәгесә, телевизор ҡабыҙҙым. Унда урыҫтарҙың пост алдынан була торған Ғәфү итеү йәкшәмбеһе тураһында һөйләйҙәр һәм кешеләрҙе асыуҙарын оноторға, бер-береһенән ғәфү үтенергә саҡыралар ине. Ҡапыл теге апай иҫемә төштө. Моғайын, миңә үпкәләйҙер инде, бик хисле кеше, әллә ғәфү үтенергәме икән, тип уйлай башланым. Үҙен һис тә ғәйепле һанамай бит инде, шуға һүҙ башла маясаҡ. Хәйер, мин дә үҙемде ғәйепле тип иҫәпләмәйем, тик…
Рәхимә МУСИНА.
Әбйәлил районы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се һанында уҡығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook