«Ғүмеремдең сафлыҡ инеше...»

«Ғүмеремдең сафлыҡ инеше...»Һатыу кәштәләре ситтән килтерелгән аҙыҡ-түлектән һығылып тора, әйтерһең, үҙебеҙҙә ошо уҡ ризыҡты әҙерләүсе лә, һатыуға сығарыусы ла юҡ. Шул уҡ ваҡытта ғаиләһе өсөн һәр кем таҙа, сифатлы һәм үҙебеҙҙең ерлектә етештерелгән ризыҡҡа өҫтөнлөк бирә. Нимә генә тимә, яңы ғына һауылған һәм күбекләнеп торған ап-аҡ һөттөң тәме лә, файҙаһы ла билдәһеҙ ҡатнашмалар ҡушылған, оҙайлы ваҡыт һаҡланған һәм ете-ят ерҙән килтерелгән менән сағыштырырлыҡ та түгел шул. Һуңғы йылдарҙа тәбиғи, юғары сифатлы аҙыҡ-түлеккә ихтыяж арта. Киләсәк – ауыл фермерҙары ҡулында. Быны аңлаған алдынғы ҡарашлы йәштәр ауыл хужалығын һайлай. Венера Фаил ҡыҙы Ғиззәтуллина – тап шундай тәүәккәл йәштәрҙең береһе.

Бай тәбиғәте, саф һауаһы, файҙалы ятҡылыҡтары, уңдырышлы ере менән дан тотҡан Ишембай төбәге. Беҙҙе һарғылт сәсле, һомғол кәүҙәле, һылыу йөҙлө бер йәш кенә ҡатын ҡаршыланы. Сериалдарҙағы героиняларға хас нәзәкәтле ҡиәфәтте күргәс, уны ауылда ике йөҙләп һыйыр тотҡан фермер тип уйламаныҡ та тәүҙә. Ауылда бер һыйыр тотоу ҙа мәшәҡәт әле күптәргә, бесәнен, һаламын әҙерләр­гә кәрәк, ҡышлығын, көтөүен хәстәр­ләргә, һөтөн һауырға һәм эшкәртергә... Төрлө яғын барлай китһәң, эре мал аҫрау – бик күп көс, оҫталыҡ, яуаплылыҡ һәм таһыллыҡ талап иткән ҡатмарлы ғына эш. Ә бына Венера уны бер ҙә ҡатмарлыға иҫәпләмәй, киреһенсә, эшең булыуы үҙ көсөңә ышаныс өҫтәй, тыуған ереңдә туған халҡың өсөн күңел һалып хеҙмәт итеүгә дәртләндерә, ти. Улар нәҫелдәре менән Ишембай районыныҡы булһа ла, Венера үҙе ата-әсәһе Себерҙә йәшәгән саҡта тыуған. Һуңынан уларҙың ғаиләһе Ишембай районы Көҫәпҡол ауылына күсеп ҡайта. Мәктәпте уңышлы тамамлаған ҡыҙ бухгалтер һөнәрен һайлай. «Әлеге аҡылым булһа, ветеринарға уҡыр инем, – ти ул үкенгән­дәй. – Дөрөҫ дауа, ҡарау етмәгәнлектән дә интегә меҫкен мал. Талпан да, төрлө сирҙәр ҙә һағалап ҡына тора. Ваҡытында сараһын күреү мотлаҡ. Тоҡомло һыйыр­ҙарға үҙен­сәлекле тәрбиә, ашатыу тәртибе ҡаралған. Китаптар уҡыйым, Интернеттан өйрәнәм, әммә һаман да минең өсөн асылмаған серҙәр бар. Шуға бала­ларыма тормошсаныраҡ, мал аҫрау, ер эшкәртеү тармағында ҡулайыраҡ һөнәр һайларға кәңәш итәсәкмен. Килә­сәктә үҙебеҙҙә етештерелгән юғары сифатлы, тәбиғи ризыҡтар ҙур ихтыяж менән фай­ҙаланыласаҡ. Ғаилә эшҡыуарлығы­ның бөтә нескәлектәрен һәм мөмкинлектәрен күреп үҫһәләр, бәләкәстәрем бер ҡыйынлыҡһыҙ беҙҙең эште уңышлы дауам итер, тигән ышанысым бар».

«Ғүмеремдең сафлыҡ инеше...»Венера йәшләй генә мөхәббәтен осрата, Русландың сабыр, йүнсел һәм итә­ғәтле холҡо ҡыҙҙың йөрәген әсир итә. Йәштәр, ғаилә ҡороп, татыу ғына донъя көтә. Ата-әсәһенең хәстәрлекле ҡурсалауы ла йәндәрен йылылыҡ һәм ышаныс менән сорнай. Донъяларын йәмгә, шатлыҡҡа күмеп, бәпестәре Камила тыуа. Ауылда ферма асыу, һыйыр һауыу, мал ҡарау хаҡындағы уй ҡала ҡыҙының башына ла килмәй әле ул ваҡытта. Үкенескә ҡаршы, гел ҡояшлы ғына булмай шул тормош. Һөйөклө әсәһенең ваҡыт­һыҙ һәләкәте йәш ҡатынды ауыр кисерештәргә дусар итә. Атаһының йәшләй генә яңғыҙ ҡалыуына ла ҡайғыра ул.
Ҡәҙерле кешеһенең күңелен нисек тә бөтәйтер өсөн улар бергәләшеп шәхси эш асырға ҡарар итә. Ике трактор һатып алалар һәм ҡала урамдарын ҡарҙан таҙартыу буйынса ҡала хакимиәте менән килешеү төҙөйҙәр. Әмәлгә ҡалғандай, ул йылда ҡар әҙ яуа. Әммә улар өмөтһөҙлөккә бирелмәй, сәскә кибеттәре асып ебәрә һәм, «Ҡаланы йәшелләндереү» программаһында ҡатнашып, маҡтау ҡаҙана.

Һаман да йәненә толҡа тапмаған атаһы өсөн һыҙлана Венера. Бер һөйләшеп ултырғандарында, атаһының ауылын, элекке тормошто һағыныуын сырамытып ҡала. Гөрләп торған колхоз баҫыуҙары, көтөү-көтөү малдар... Яҡынының һағыныу һағышын баҫыр өсөн, Венера, тыуған ауылынан ер алып, йорт һалырға һәм малсылыҡ менән шөғөлләнеп ҡарарға ниәт итә. Тормош иптәше лә ҡатынының ҡарарын хуплай. Хатта улдары Германдың тыуыуы ла оло эшкә тотоноуҙарына ҡамасау була алмай. Киреһенсә, ир бала ата менән әсәне яңы көс, яңы һулыш менән һуғара, әйтерһең. Оло Байыҡ ауылында 100 гектар ерҙе ҡуртымға алып, йорт менән һарай ҙа төҙөп ҡуйғас, Стәрлетамаҡтан ит тоҡомло һыйырҙар ҡайтарталар.
«Ғүмеремдең сафлыҡ инеше...»
«Ҡулыбыҙҙа әҙерәк аҡса бар ине, шуға малсылыҡ эшенә ҡыйыу тотондоҡ. Был өлкә иң ауырҙарҙан һәм хәүефлеләрҙән иҫәпләнә. Бөтә көсөңдө, иғтибарыңды һалғанда ғына, уңышҡа өмөт итергә мөмкин. Ауырлыҡтарын һанай китһәң, был эшкә тотонмауың хәйерле, тип туҡтап ҡала күптәр. Ә бит уның матур, ыңғай яҡтары ла бихисап. Йәйрәп ятҡан сикһеҙ туғайҙар; саф һауала күкрәк киреп тын алаһың; ялан кәртә­ләге һыйырҙар, аяҡ тауышыңды танып, мөңрәп яныңа килә; быҙауҙар, шаярышып, сабыша башлай... Ә яңы һауылған һөттөң шифалы ҡөҙрәте талсыҡҡан тәнде йәшәү көсө менән һуғара, таҙалығы, паҡлығы йәнде, йөҙҙө нурлай – бына бит ғүмеремдең сафлыҡ инеше! Ошоно бер тапҡыр тойғандан һуң, үтәгән эшеңдең мөһимлеген аңлап, нисек тыуған ереңә, башҡарған эшеңә ғашиҡ булмайһың?! Атайым менән тормош иптәшемдең дәртләнеп йөрөгәнен күреү ҙә йәшәү көсө өҫтәй», – ти Венера.

Йәш ғаилә бының менән генә сикләнмәй, ҡуртымға тағы ер алып, биләмәләре күләмен мең гектарға еткерә. Йәштәрҙең тырышлығын күргән Ишембай ҡалаһы һәм районы хакимиәте «2011—2015 йылдарҙа крәҫтиән хужалыҡтары нигеҙен­дә ғаилә һөтсөлөк  фермаларын үҫтереү» республика программаһы сиктәрендә Венера Фаил ҡыҙы менән Руслан Рәшит улына субсидия бүлә. Хөкүмәт ярҙамы Ғиззәтуллиндарға районда тәүгеләр иҫәбендә малсылыҡ­ты үҫтереүгә етди аҙым яһарға булышлыҡ итә. Улар Алаҡай ауылындағы емерек ферманы яңыртып ҡороп, тирә-яғын кәртәләтеп, 100 баш һауын һыйыры һатып ала. Әле унда быҙауҙары менән бергә 160 баш эре мал иҫәпләнә. Һыйырҙарҙы, таналарҙы һалам, бесән, сенаж, фураж менән туҡландыралар. Үлән һәм иген сәсеү өсөн алты трактор һәм ике комбайндары бар. Уларҙың ҡулы аҫтында ундан ашыу кеше эшләй: ике һауынсы, ике механизатор, ветеринар, ике һатыусы һәм мал ҡараусылар.

«Ғүмеремдең сафлыҡ инеше...»Йәй һәр һыйырҙан 10–12 килограмм һөт һауалар. Дөйөм алғанда, әле ферма буйынса тәүлегенә уртаса тулайым һауым бер тонна тәшкил итә. 100–150 килограмм быҙауҙар өсөн ҡалдырыла, ҡалға­нын үҙҙәренең һөт машинаһы менән Ишембайға сығарып һаталар. Баҡтиһәң, һөт заводтары һауым 10 тоннанан ашыу булғанда ғына фермалар менән килешеү төҙөй икән. Ә кесе эшҡыуарҙар был йәһәттән үҙ көндәрен үҙҙәре күрергә мәжбүр. Шуға ла Венера менән Русландың бизнестарын тағы киңәйтеү хыялы менән яныуы аңлашыла. Хәҙер улар, Кин­йәкәй ауылындағы ҙур ғына ферманы төҙөкләндереп, өҫтәмә 200 баш тоҡомло эре мал алып ҡайтырға иҫәп тота. Ғаилә башлығы ер эшкәртеү эшен дә яйға һалмаҡсы. «Алаҡай һәм Кинйәкәй ауылы ере бик уңдырышлы, унда ер аҫты йылғалары күп. Шуға игенселек менән дә шөғөллә­нергә уй бар», – ти Руслан Рәшит улы.

«Венера ҡыҙым бәләкәстән үткер булды, холҡо менән олатаһына тартҡан, атайым Ғариф Ғәзиз улы Ғәбиҙуллин Байыҡ ауылында күп йылдар колхоз рәйесе булып эшләне. Ярҙамсыл, киң күңелле, тәүәккәл, егәрле ине, яҡташтары уны әле лә һағынып иҫкә ала. Венера ла кешелекле һәм ярҙамсыл. Ошо Алаҡай ауылына күскәс, күптәрҙең өйөнә, еренә ҡағылышлы документтарын тәртипкә килтерергә ярҙам итте ул. Әле лә, эшем күп, тип тарһынып тормай, ҡулынан килгәнсә ярҙамлаша. Ауылдағы бер нисә ир-атты, эскелектән дауалап, эш менән тәьмин итте. Махсус программа сиктәрендә эшселәренә йорт һалыу уйы ла бар уның», – ти Венераның атаһы Фаил Ғариф улы.

Бөгөн Ғиззәтуллиндар ғаиләһе «500 ферма» республика программаһына инеү ниәте менән йәшәй. Һөтсөлөктө үҫтереүгә йүнәлтелгән программа яңы мөм­кинлектәргә юл асасаҡ. Субсидия төҙө­лөш-монтаж эштәренә, силос-сенаж соҡорҙары төҙөүгә бирелеп, яңы ҡорамалдарҙың, техниканыњ, нєѕелле малдар хаљыныњ бер µлµшµн љаплауҙы үҙ эсенә ала. Әлбиттә, уның шарттары ла байтаҡ. Шуға йәш ғаиләгә ҡул ҡаушырып ултырырға тура килмәй, уларҙың һәр сәғәте, һәр минуты һанаулы. Райондың малсылыҡ һәм һөтсөлөк тармағы үҫешенә оло өлөш индереүҙе маҡсат итеп алған татыу ғаиләгә уңыш ҡына юллайыҡ!

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Ишембай районы.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook