Умартасыла ҡунаҡта

Умартасыла ҡунаҡта Иртәгә тиклем ҡайтып етһә ярар ине, Һаралы яғындағы яланда йөрөй, юл бик насар унда. Йүкә сәскә атҡан саҡ бит, шул ҡорттар менән мәшғүл инде. Үҙе лә һис тик тормай, бал ҡорто кеүек егәрле, кешелекле минең Илфатым... – Шулай тине иртәгә осрашаһы көндө Рәмзилә Әнүәр ҡыҙы тормош иптәше хаҡында. Ошо һүҙҙәрҙән үк был ғаиләлә татыулыҡ, ихтирам, аңлау һәм мөхәббәт хөкөм һөргәне һиҙелде.

…Эйе, ғаиләгә килем килтереүсе төп шөғөл – ҡортсолоҡ. «Башҡа ерҙә эшләмәйенсә, тик бал ҡорто тотоп ҡына ошондай йорт һалырлыҡ бол йыйып буламы һуң?» – тигән һорауға ғаилә башлығы Илфат Миңлеәхмәт улы ныҡлы ышаныс менән яуап бирә: «Була!..»

…Башлыса йүкә балын етештерә Ваһаповтар. Ҡурғашлы тирәһендәге йүкәләр сәскә ҡойоуына район сигендәгеләре етешә – умарталарҙы шунда күсерә һалалар. Әллә ни алыҫ та түгел, утыҙ биш саҡрым ғына, тик юлһыҙ ерҙән унда барып етеү дүрт сәғәтте ала. Ҡыҙыҡлы хәлдәргә тарығандары ла булған. Бер бөтә кәрәк-яраҡты тейәп барып, ҡыуыш ҡороп, мәж килеп бал айыртып йөрөйҙәр. Рәмзилә нисектер ҡарашын урман буйына йүнәлтә лә үҙ күҙенә ышанмай ҡатып ҡала. Эргәлә генә бер айыу һонолоп тороп уларҙы күҙәтә икән. Көнө буйы йөрөй тайыштабан, ятып ял итеп тә, еләк сүпләп тә ала, бөтөнләй яҡын килеп етә, Аллаға шөкөр, зыян итмәй...
Умартасыла ҡунаҡта
Ниндәй генә шөғөлгә тотонһаң да, хәрәкәттә булыу фарыз. Ваһаповтар ҙа туҡтауһыҙ үҫештә, эҙләнеү өҫтөндә. Илфаттың тыуған ауылында ере булған ике өй һатып алалар, ҡорттарҙы ҡышлатыр өсөн умарта баҙы ҡоралар. «Умартасының эше яҙҙан түгел, көҙҙән башлана, – тип һөйләй ғаилә башлығы. – Ҡорттарҙы ҡарап, барлап, ҡышларға оҙатыу – бик яуаплы мәл. Ҡайһы берәүҙәр кеүек шәкәр ашатмайбыҙ, яҙын көс йыйыр өсөн ҡорттарға мотлаҡ үҙҙәренең балын ҡалдырабыҙ. Шулай итһәң, күс көслө була». Ҡыҙыҡ, умартасы йәй буйы ең һыҙғанып эшләй ҙә ҡышын «емешен тиреп кенә» ята, башҡа мәшәҡәттәр менән генә мәшғүл икән, тип уйлай торғайным. Баҡһаң, татлы балға тейенәм тиһәң, ҡыштың һыуығында ла, ҡапыл иретеп ебәргәндә лә ҡорттарҙы күҙ уңынан ысҡындырыу ярамай икән – умарта баҙында һауа йылылығы гелән бер төрлө булырға тейеш. Ғөмүмән, ҡорт тотоусы өсөн ваҡыт менән идара итә белеү – бик кәрәк сифат. Сәскәләрҙең тажын асып, хуш еҫ бөркөп, күҙҙең яуын алып, нәҙекәйбилдәрҙе саҡырып торған сағы оҙаҡҡа һуҙылмай бит. Мәлендә өлгөрмәһәң, ауыҙыңды асып ултырып ҡалыуың да бар. «Бөгөн ҡунаҡҡа саҡырғандар ине, ҡайҙа ҡабаланаһың, бер көн генә һуңыраҡ барһаң булмаймы ни?» – Әлегә күп нескәлектәрҙе аңлап бөтмәгән Рәмзиләнән баштараҡ шундай һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Һис нигә ҡарамай, Илфат умарталарын тейәп яланға китә. Бер көнгә генә тотҡарланып килгән дуҫы иһә балды ул саҡта ике тапҡырға аҙыраҡ ала. Хәләленең һиҙемләүенә һәм күҙәтеүсәнлегенә таң ҡалған ҡатыны хәҙер аңлап ҡарай, иптәшенең һәр башланғысын күтәреп алып, кәрәк ерҙә иңен ҡуйып, балдай татлы йылы һүҙен йәлләмәй.

Рәмзилә Әнүәр ҡыҙы Красноусол башҡорт гимназияһында белем бирә. Интернатта йәшәп уҡыған балалар өсөн технология тормош дәресенә тиңдер ул. Әсәйҙең йылы ашын, наҙлы ҡарашын тик ял көнөндә һәм каникулда ғына күргән бәләкәстәрҙе аш-һыу хәстәрләргә лә, тегергә-сигергә лә, ырғаҡ менән бәйләргә лә өйрәтеү уның өҫтөндә. Мәндем ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ, туғыҙ баланың иң кесеһе булып, иркәләнеп кенә буй еткергәнен, ғәмһеҙ бала сағын иҫенә төшөрә лә уҡыусылары менән аралашыуға бар күңелен һала. Бәләкәстән уҡытыусы булырға хыялланған Рәмзилә Әнүәр ҡыҙы тап ошо һөнәрҙе һайлауына ҡыуанып бөтә алмай, эшен яратып башҡара. Гимназистарҙың сағыу һәм үҙенсәлекле ҡул эштәре менән район, республика кимәлендәге бәйгеләрҙә ҡатнашып, уңышҡа ирешеүе инде йолаға әйләнгән. Уҡыу йортона килгән бер ҡунаҡ та бүләкһеҙ сыҡмай – балаларҙың күҙ нурын, йөрәк йылыһын һалып ихлас яһаған ҡул эшен алып ҡайта. Һанаулы дәрес ҡыҫаһына һыйып өлгөрмәгән әйберҙәрен уҡытыу­сының өйөнә килеп тамамлап ҡуйған осраҡтары ла була ҡыҙҙарҙың. «Мәктәп йылдары иң күңелле мәл бит ул. Балаларҙың ихлас аралашыуы, эскерһеҙ һорауҙары, мөлдөрәгән ҡараштары уларҙы яраттыра, эшкә дәрт, көс бирә. Каникулға таралышһалар, уларҙы һағынам хатта», – ти Рәмзилә Ваһапова. Мәктәп тупһаһынан күптән сығып, инде үҙ аллы тормош башлаған уҡыусылары ла йыш ҡына үҙ рәхмәтен еткерә.

Улдары Динар ҙа, ата-әсәһен ҡыуандырып, тик «дүртле»гә һәм «бишле»гә уҡый. 10-сы синыф уҡыусыһы геология менән ныҡлап ҡыҙыҡһына, Балалар ижады үҙәге ойошторған экспедицияларҙан яңынан-яңы тәьҫораттар алып ҡайта. Тарихты ярата, көрәш менән шөғөлләнә, «Батыр» хәрби-патриотик клубына йөрөргә лә ваҡыт таба. Өйҙә ул – ата-әсәһенең ныҡлы ярҙамсыһы. Атаһы менән яланға ла сыға, балта-йышҡы тотҡанда ла эргәһендә урала…
…Юҡты бар итеү, төҙөү, ижадҡа ынтылыу ниндәйҙер кимәлдә һәр кешегә хастыр. Кемдер күңел йыуанысы бирерҙәй шөғөлөн ғүмере буйы эҙләй. «Бал ҡортоноң безелдәүе лә дауалай», – тигәндә Илфат Миңлеәхмәт улының күҙҙәре янып китә. Рәмзилә Әнүәр ҡыҙы иһә уҡыусылары тураһында ҡанатланып һөйләй. Яратҡан эштәрен тапҡандар ғына шулай итә. «Бал ҡортоноң һәр күсенең дә үҙ холҡо була», тиҙәр. Ваһаповтар «күс»енә иһә бер-береңде аңлау, тирә-яҡҡа яратып бағыу хас. Донъя йәме – шундай матур ғаиләләрҙә.
Гөлшат ҠУНАФИНА.
Ғафури районы.




Теги: Ғаилә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook