Бәхет һәм моң усағы

Бәхет  һәм моң усағы
Үкенестәр менән йәшәү бер кемде лә бәхетле итмәй. Туҡтауһыҙ мәшәҡәт-ҡаршылыҡтар, донъяны тетрәткән хәбәрҙәр өҫкә ауып килгәндә, үҙ булмышыңа тоғро ҡалып, яратҡан һөнәреңә фиҙакәр хеҙмәт итеү һәм туған халҡыңды йәшәү һуты, изге нур менән һуғарыу бөйөклөккә тиң оло ғәмәлдәй тойола бөгөн. Ер йөҙөндә барған емергес үҙгәрештәргә тәьҫир итә алмаһаҡ та, һәр кем үҙ ғаиләһен, ауылын, төбәген йәмләй һәм гөл баҡсаһылай гөрләтеп сәскә аттыра ала бит. Көйөргәҙе районы Яҡут ауылы уңғандары – Рәмзиә менән Рәүеф Әбйәлиловтарҙың берҙәм, йыр-моңға ғашиҡ, тырыш ғаиләһе төрлө яҡлап үрнәк.

Бәхет  һәм моң усағы
…Мәҙәниәт йортонда һигеҙ түңәрәк әүҙем эшләй. «Ынйылар» өлгөлө балалар бейеү, «Юшатыр» фольклор, «Ҡарабай» ҡурайсылар, «Моң» вокаль һәм «Сулпан» балалар вокаль ансамблдәре, «Тамаша» театр коллективы – быларҙың барыһы ла Рәмзиә менән Рәүеф Әбйәлиловтарҙың дәррәү хеҙмәт емеше. Ире – мәҙәниәт йорто директоры, ҡатыны – художество етәксеһе, улар ауылдың ғына түгел, райондың да рухи-мәҙәни тормошон биҙәүсе, тирә-яҡҡа йәм өрөүсе. «Төп маҡсатыбыҙ – башҡорт мәҙәниәтен, халҡыбыҙ ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын тергеҙеү, үҫтереү, киләсәк быуынға еткереү. Рухи ныҡлыҡ тәрбиәләүҙә мәҙәниәттең өлөшө оло әһәмиәткә эйә. Бейергә йәки ҡурайҙа уйнарға өйрәнергә тип килгән ҡыҙ-егеттәрҙә дәрт, сәнғәткә һөйөү уятып, күңелдәренә осҡон сәсә алһаң, бәлки, ул бейеүсе, йырсы ла булмаҫ, әммә ошо изге моң уларҙы һәр ҡаршылыҡ алдында еңеүҙәргә талпындырып торасаҡ. Ул ғына түгел, ижадҡа һөйөү, оҫталыҡ нәҫел буйынса ла күсә, тип раҫлай хәҙер ғалимдар. Ә инде талантлы уҡыусыларың юлыңды дауам итһә, икеләтә ғорурлыҡ кисерәһең» , – ти Рәмзиә ханым…

…«Ауыл ерендә тормош башлап ебәреү еңел булманы. Үҙ көсөбөҙ менән йорт күтәрттек. Ике улыбыҙ тыуҙы. Улар ҙа эш рәтен белеп буй еткерҙе. Малайҙар сәхнәлә үҫте, тиһәк тә була, бөтә түңәрәктәрҙә шөғөлләнделәр, байрамдарҙа бейей ҙә, йырлай ҙа, ҡурайҙа ла уйнай торғайнылар, икеһе лә «Ынйылар» ансамбле солисы булды. Шулай ҙа улар беҙҙең юлдан китмәне – үҙҙәре теләгән һөнәрҙе һайланы. Бәлки, балаларға етерлек иғтибар ҙа бирә алмағанбыҙҙыр, сөнки һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашыға, йүгерә инек. Мәҙәниәт өлкәһендә эшләгәндәр быны аңлар, әлбиттә. Етмәһә, ауыл ерендә мал, ҡош-ҡорт аҫрамай, баҡса үҫтермәй мөмкин түгел», – ти ғаилә башлығы Рәүеф Риф улы…

…Мал һатыуҙан килгән аҡсаға «Беларусь» тракторы, йөк машинаһы кеүек техника ла алып ебәрә тырыш ғаилә. Тик мал аҙығы, яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡтарҙың көндән-көн артыуына ҡайғыралар. «Көрсөккә төшмәҫ өсөн ныҡ егәрле булырға тура килә. Фермерлыҡ эшен киң йәйелдереп ебәрергә ниәт бар ҙа, әлегә уның аҡса, хөкүмәттән ярҙам ала торған юлдарын өйрәнергә ваҡыт ҡалмай, клуб менән һарай араһында йүгереп көн үтә. Тормош ауырлаша, халыҡ кәмей, ә ауыл булмаһа, беҙҙең төп милләтебеҙ тамыры кибер һымаҡ. Ҡалаға күскән балалар берәй ҡасан «мин башҡорт инем» тип иҫләрме икән? – тип күңелен өйкәгәнен бәйән итә Рәмзиә Миңлеғәле ҡыҙы. – Тырышып донъя көткән ғаиләләребеҙ ҙә күп, Аллаға шөкөр. Белемгә ынтылыусан, эшһөйәр балалар тәрбиәләгән уңышлы ғаиләләрҙең баһаһын, халыҡтың рухын күтәреү зарур. Сәхнә кешене сыныҡтыра. Шуға уҡыусыларға йыр һәм бейеү сәнғәтенең серен сискәндә, башҡорттоң аҫыл яҡтарын өн һәм ым-хәрәкәт аша сағылдырып, үҙебеҙҙең уникаль оҫталыҡты, тәбиғи көстө бөтә тулылығында асып бирергә тырышам. Тормош та бит хәҙер һәләттәрен үҫтергәндәрҙе, үткерҙәрҙе һәм үҙ көсөнә ышанғандарҙы күтәрә»…
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Көйөргәҙе районы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2017) һанында уҡығыҙ.




Теги: Ағинәйҙәр Көйөргәҙе




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook