Балҡыһын күңел ҡояшы!

Балҡыһын күңел ҡояшы! Туҡтауһыҙ ямғыр һибәләп тороуға ҡарамаҫтан, көҙҙөң үҙ матурлығы. Эҫелектәге кеүек әлһерәтмәй. Өйҙә йылы усаҡ яғып, тәмле сәйҙәр эсеп ултырыуға, яратҡан журналды ҡулға алып, күңелде нурландырыуға ни етә! Ә тышта – япраҡ яуыны! Туп-туп булып йылы яҡҡа юлланыусы ҡоштар тауышы, уттай ҡыҙыл миләш-баландар, балланып бешеп тупылдап ергә тартылған алмалар, тәҙрәгә һырылған тамсылар, ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәк яланы – мәңгелек бер әйләнештең сағылышы. Төҫтәр, еҫтәр, таныш моң ҡанға һеңеп, беҙгә Ерҙә йәшәү бәхетен, мәғәнәһен нығыраҡ тойҙорта. Миҙгелдәр әйләнешен нисек бар, шулай ҡабул итергә өйрәнгәнгәлер, бер ҙә аптырамайбыҙ, шул үҙгәрештәргә тиҙ генә яраҡлашып, гүзәллеген табып, ләззәтләнергә ынтылабыҙ.

Ҡатын-ҡыҙ – ул кәйеф, ир-ат уның янындағы халәтте үҙ итә, һағына, тиҙәр. Йомшаҡ, яғымлы, тыңлаусан, ҡайғыртыусан, изгелекле, уңған, шул уҡ ваҡытта үҙ яртыһын илһамландырыусы ла бит ул.

Изгелекле, ябай, күндәм булыу, йәлләй белеү, маҡтау һәләте, мәрхәмәтлек, рухи үҫешкә ынтылыу, тоғролоҡ, хәләл ефетеңә ышаныу, асыҡлыҡ – гүзәл заттарҙың иң баһалы сифаттары. Ошондай ҡатын-ҡыҙ эргәһендә ир үҙен ир итеп тоя, ғаилә өсөн, уның мул, тыныс, ҡурсыулы, тотороҡло йәшәүе өсөн тырышырға һәләтле була, ти психологтар.

Күп ауырлыҡты, йөктө үҙ иңебеҙгә алыусанбыҙ. Хәлебеҙ бөтөп йығылғанда, ауырығанда, арығанда ғына үҙебеҙҙе йәлләү килә, күҙ йәштәренә ирек ҡуябыҙ. Барыһын да аңлайбыҙ бит, ниңә беҙҙе аңламайҙар? Рәнйеү аша килгән сәм, тәүәккәллек кәрәкме ул? Йөрәкте таш итеп ҡатырыуҙан кем ота? Шул саҡта хистәребеҙ бүҫкәргәндәй тойола, һүҙгә һаранланабыҙ, күңелебеҙ ҡата, бәләкәй генә ҡыуаныстарға ла рәхмәтле булмай, тормоштан йәм тапмай башлайбыҙ. Тап шул мәлдә яныбыҙҙағы кешеләр беҙҙең йылылыҡты башҡаларҙан эҙләүе, икенсе әйберҙәр менән алмаштырыуы мөмкин, тип киҫәтә аҡыл эйәләре.

Күләүектә кем бысраҡ күрә, кем – йондоҙҙар сағылышын. Яҡты хистәрҙе баҙлатып, өй йылыһын һаҡлап, миҙгелдәрҙең ҡәҙерен белеп, күңелдәге ҡояшыбыҙҙы балҡытып йәшәйек! Арымайыҡ, ауырымайыҡ! Шул ваҡытта күңелдәр бөтөн булыр, йортобоҙ муллыҡ менән тулыр!
Гөлназ ҠОТОЕВА.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook