Күкрәгеңдә тәүҙә Ҡояш булдыр!

Күкрәгеңдә тәүҙә  Ҡояш булдыр!
Бер ҡатын аҡыл эйәһенән кәңәш һорарға килә. Ирем шул хәтлем уҫал, бер ҙә ыңғай ғына түгел, нисек уң яғына сығып алырға икән, тип өҙгөләнә бисара. Аҡһаҡалдың кәңәше шул була: урмандағы тере арыҫландың мыйығын ҡырҡып алып өтөп иреңдең бутҡаһына бутап ашат, шунда холҡо йомшарыр, һиңә мөхәббәте артыр, ти. Ҡатын был кәңәшкә тәүҙә бик ҡайғыра, нисек арыҫлан тиклем арыҫланға яҡын килә алһын? Әммә уның мөнәсәбәттәрен яйларға шул хәтлем теләге көслө була ки, башта арыҫланды ҡулға эйәләштерергә ҡарар итә. Тәүҙә яҡын да ебәрмәгән януар яйлап тыныслана. Хатта бер аҙҙан аҙыҡ килтергән ҡатынға үҙен һыйпарға ирек ҡуя. Бер шулай арыҫлан һыйланған мәлдә генә ҡатын уның мыйығын ҡырҡып ала. Ҡалғанын беләһегеҙ.

Арыҫлан тиклем арыҫландан ҡурҡмаһаҡ та, йылы һүҙ әйтеп, көндән-көн мөнәсәбәттәрҙе йылытып торорға, яғымлы итеп өндәшеп, бер-беребеҙгә ихлас, яҡшы мөғәмәләлә булырға ҡыйыулыҡ етмәйме, әллә йыбанабыҙмы? Ул үҙенән-үҙе бар булырға йә тейешле тип уйларға күнеккәнбеҙ, йә сабырһыҙланып булғанды тиҙ генә емереп ырғыта һалабыҙ.

Балалар, дуҫтар менән дә йылы мөнәсәбәт ҡора белеү, яғымлы мөғәмәлә урынлаштырыу ҡыйын түгел. Бары тик ышаныс, ыңғайға тороу, үҙеңде шул тулҡынға көйләү кәрәк. Уның өсөн үпкә, ҡарышыу, үс итеү кеүек сифаттарҙан өҫтөн булырға тейешһең. Холоҡ күрһәтеү, үҙ өҫтөнлөгөңдө иҫбатлау, үҙеңдең уның тормошонда ни хәтлем мөһим икәнлегенде белгертеү – ахмаҡлыҡ. Бының сәбәптәрен тәрәндән аңлау аяҡҡа бәйләнгән таш кеүек ауырлыҡтан ҡотолорға ярҙам итер.

Яҡындарыбыҙ беҙҙе ярата, шуға улар беҙҙең янда. Ҡайһы ваҡыт яратыу һүҙ менән әйтелмәй, йылылыҡ аша йөрәк менән тойола. Бары үҙеңдең күңел Ҡояшыңды балҡыт, шатлыҡтарыңды үрсет!

Ә тормош шундай матур! Йәйҙәрҙең күкрәп торған сағы. Ҡояш йылыһынан гөлдәр сәскәгә күмелгән, ағастар емеш биргән кеүек, һеҙҙең изгелек нурҙарынан да донъя яҡтыра, наҙға һыуһаған күңелдәр яҙылып, дәртләнеп, бөйөк эштәргә ең һыҙғана. Йән йылыһының көсөн баһалап еткермәйбеҙ шул. Ә ошо һәр кемдең хәленән килгән, үлсәүҙәргә һалынмаған тылсымлы ҡөҙрәт ул – донъяның иң мөғжизәүи һиммәте.
Гөлназ ҠОТОЕВА.




Теги: журнал




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook