Меңъйыллыҡтар аша үткән исем – Тимербикә

Боронғо скиф мәҙәниәтенең (ул түңәрәккә сак, массагет, сармат, скиф һ.б ҡатламдар ҡарай) беҙҙең тарихыбыҙға ла туранан-тура ҡағылышы булыуын йылдан-йыл күбәйә барған дәлилдәр иҫбатлай. Скифтарҙа ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттәге юғары урыны, ҡыҙҙарҙың да яуҙарҙа ҡатнашыуы, ҡылыс уйната һәм көрәшә белмәгәндәренең кейәүгә сығыу хоҡуғы булмауы хаҡында Геродотты уҡып беләбеҙ. Шулай уҡ тап уның яҙмаларында ҡаһарман батшабикә Томирис (Тамарис) хаҡында мәғлүмәттәр һаҡланып ҡалған һәм шул арҡылы ул быуаттар дауамында бөтә донъя ижадсыларын илһамландырған герой булып ҡала килә. Урта быуаттарҙа йәшәгән күп кенә Европа яҙыусылары һәм рәссамдары үҙҙәренең ижадында уның рухын асырға тырышҡан. Бөгөн дә төрлө милләт яҙыусылары ханбикә шәхесенә мөрәжәғәт итеүҙән туҡтамай.

Томирис яҡынса беҙҙең эраға тиклемге 570 –520 йылдарҙа йәшәгән. Ул – скифтарҙың юлбашсыһы Ишпакайҙың нәҫеленән, Сыпыр (Спаргапис) батшаның ҡыҙы. Бәләкәйҙән атаһы менән бергә һунарға йөрөгән ҡыҙ етеҙ һыбайлы була, уның менән әллә нисә тапҡыр дошман эҙәрлекләүенән ҡасып ҡотола, ҡыҫҡа ҡылыс менән дә бик оҫта эш итә. Биш йәшендә генә әсәһенән ҡалған һылыуҙы атаһы тәрбиәләп үҫтерә. Батша ат сабышыуҙа ҡыҙын уҙа алған батырға уны кейәүгә бирәсәге хаҡында иғлан итә. Ярышта Томиристы бәһлеүән кәүҙәле Рөстәм генә ҡыуып етә. Әйтергә кәрәк, бөгөнгө көндә Азияла йәшәгән бик күп халыҡтар батшабикәне үҙҙәренеке тип таный һәм быға ғәжәпләнергә ярамай. Башҡорт шәжәрәләрендә Сыңғыҙхан, Майҡы бей һәм башҡалар урын алған кеүек, ҡаҙаҡ, үзбәк, әзербайжандарҙың байтағы зат-зәүерен уның менән бәйләй. Ҡаҙаҡтар уны Тумарғыҙ тип атаһа, әзербайжандарҙа – Тимерғыҙ.

Тарихтан билдәле булыуынса, беҙҙең эраға тиклемге 530–529 йылдарҙа Азияның башлығы исеме менән билдәле Мидия батшаһы Кир, Бөйөк даланы ла үҙенә буйһондорорға булып, Отрар һәм Төркөстан араһындағы Һырдаръя үҙәненә яҡынлаған. Фарсыларға ҡаршы яуҙа ире вафат булып, ул мәлдә Томирис инде сак-массагеттар иле менән үҙе идара иткән була. Даланы ҡан ҡойошһоҙ ғына яулап алырға хыялланған Кир Томирисҡа өйләнергә теләүен белдереп хәбәр ебәрә. Әллә ни йәш булмаған ханбикә батшаның үҙенән бигерәк ерҙәренә ҡыҙығыуын яҡшы аңлай һәм тәҡдимдән баш тарта. Кир оҙаҡламай һөжүм итә, ләкин тәүге һуғыш массагеттарҙың еңел генә еңеүе менән тамамлана. Хәйләкәр батша алдан хәлһеҙ һәм ауырыу һалдаттарын ебәргән була. Еңеү шатлығын байрам итеп йоҡларға ятҡан төндә Кирҙың дәшһәтле ғәскәре аҫтыртын рәүештә баҫып ала. Меңәрләгән һуғышсы менән бергә Томиристың улы ла дошман ҡулына эләгә. Быны ишеткән Томирис Кирға: «Улымды иҫән-һау кире ҡайтарһаң, мин дә һине тыуған яғыңа язаһыҙ ғына оҙатам. Әгәр ҙә әйткәнемде тыңламаһаң, берҙән-бер Аллабыҙ Ҡояш менән ант итәм, туймаҫ икәнеңде белһәм дә, ҡанға сумырып, унан ғарҡ иттерәсәкмен», – тип хәбәр ебәрә. Тәхеттә егерме һигеҙ йыл ултырып, бындай ҡыйыулыҡты күрмәгән Кир көлөп кенә ҡуя. Батшабикәнең улы бығауҙан ғына ысҡындырып тороуҙарын үтенә һәм сылбырҙы сискән арала, нәҫелен ханыбыҙ ҡоллоҡҡа төштө, тигән ғәрлектән ҡотҡарыр өсөн, үҙ-үҙенә ҡул һала. Ярһыған ханбикә Томирис, ғәскәр туплап, Кирға ҡаршы йүнәлә. «Тарихта бығаса күрелмәгән ҡан ҡойош булды», – тип дауам итә Геродот. Меңәрләгән яугир мәйете тәгәрәп ятҡан яландағы хәл иткес бәрелешкә ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө менән Томирис үҙе килеп инә. Фарсылар гүзәл заттың айбарлығынан албырғап ҡала. Легенда буйынса, Кирҙың башын Томирис үҙ ҡулдары менән сабып өҙә. (Ҡайһы бер тарихи сығанаҡтарҙа Кирҙың үле кәүҙәһен табып алып килергә бойора). Унан ханбикә һәләк булған сак һалдаттарының ҡаны тултырылған турһыҡ алып килергә ҡуша һәм бар халыҡ алдында: «Ҡан көҫәүсе үҙе ҡанға батһын! Мин һүҙемдә торам, – ти ҙә, кәүҙәһеҙ башҡа ҡарап, – ысын донъя хакимы һәм ғәййәр һуғышсы булдың, лайыҡлы дошман инең, мин һине үҙебеҙҙең иң ҡәҙерле нәмәбеҙгә – ҡанға күмәм, – тип башты турһыҡҡа тығырға бойора, шунан халҡына боролоп, – Мин һеҙҙең батшабикәгеҙ! Әйткән һүҙен тотоусы, анттарына хыянат итмәүсе!» – тип һөрәнләй.

Томирис аҡыллы хакимә була. Халыҡ уны бик хөрмәт итә. Был еңеү сак-массагет ҡәбиләләре йәшәгән ерҙәргә оҙаҡ йылдарға тыныслыҡ алып килә. Томиристың еңеүе һәм батшалыҡ итеү мәле хаҡында антик донъяла бихисап риүәйәттәр йәшәй. Страбон, Полиэн, Иордан һәм башҡа бик күп боронғо заман рим, грек яҙыусылары һәм тарихсылары уның хаҡында бәйән итә. Үзбәк, әзербайжан, ҡаҙаҡ халыҡтарында уның турала әле лә телдәнтелгә күсеп килгән легендалар йәшәй. Томирис – Тимербикәнең исемен ҙурлап ҡыҙ балаларға ҡушалар.
Хәҙерге Констанца ҡалаһын да биләмәләрен киңәйткән саҡта Томирис нигеҙләгән, тип иҫәпләйҙәр. Сакмассагеттарҙы төрки ҡыпсаҡтарҙың тәүбабалары тип һанайҙар. Ҡаһарман йөрәкле батшабикә образы хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенә иһә яҙыусыбыҙ Тамара Ғәниеваның ҡотло ҡәләме аша килеп инде. Уның «Тамарис» трагедияһында данлыҡлы тарихи шәхес милли рухиәтебеҙ аша асылған. Боронғо сак-массагет (мәсәғүт) ҡәбиләләренән булған бабаларыбыҙҙың йәшәйеше, бөйөк Арҡайымдың тарихта тотҡан урыны, башҡорт бейбисәләренең холоҡ-фиғеле лә һүрәтләнгән был әҫәр әҙәбиәтебеҙҙең сағыу бер биҙәге булып тора. «Тамарис» А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында ҡуйылып, сәхнәлә бик бәхетле яҙмыш кисерҙе.

Быйыл февраль айында Ҡаҙағстан ханлығы дәүләтселегенең 550 йыллығын билдәләү саралары сиктәрендә Астанала, М. Горький исемендәге Рус дәүләт драма театрында, Булат Жандарбековтың атаҡлы «Томирис» романына нигеҙләнеп ҡуйылған «Томирис – сактар батшабикәһе» тигән эпик спектаклдең премьераһы булды. Унда эске һәм тышҡы дошмандарға ҡаршы тороп, холҡон нығытҡан батшабикәнең халыҡты берләштереү хаҡына үҙен аямауы хаҡында бәйән ителә. Төп ролде башҡарыусы Анастасия Воронцова был хаҡта: «Минең өсөн Томирис образы заманса һәм аңлайышлы. Ул шул тиклем ирек ярата, үҙенең ҡул аҫтындағыларға ла шул тойғоно бүләк итергә, азатлыҡ тәмен татытырға ынтыла. Томирис – донъя киңлегендәге шәхес булған бөйөк ҡатын», – ти үҙенең «BNews.kz» агентлығына биргән интервьюһында.
Батыр ҡатын образының меңъйыллыҡтар дауамында ижадсыларға тынғылыҡ бирмәүенең сере ниҙәлер, белмәйем. Ләкин йыш ҡына инәйҙәрҙең, апайҙарҙың, һеңлеләрҙең тотошонда, ҡыланышында, һын-һыпатында үҙем дә Томирис-Тимербикәне төҫмөрләгәндәй булам.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook