Сөйөмбикә һылыу

Сөйөмбикә һылыу«Нуғай Урҙаһында ғына түгел, Ҡаҙан һәм урыҫ йорттарында ла һылыулыҡта, зирәклектә уға тиңдәш юҡ ине», – тип яҙып ҡалдырған тарихсылар. Ысынлап, Сөйөмбикә – XV–XVI быуаттарҙан алып хәҙергәсә исеме халыҡ араһында һаҡланған, башҡорт, татар, нуғай, ҡырым татарҙары, ҡаҙаҡ, сыуаш һәм башҡа, ҡасандыр Нуғай Урҙаһы ханлыҡтарын һәм Ҡаҙан дәүләтен тәшкил иткән, ҙур уртаҡ тарихлы төрки халыҡтарының оло сәйәсәттә ҡатнашҡан һуңғы ханбикәләренең береһе. Исемендә һөйөнөс һүҙе ятҡан, Йософ бейҙең хәҙерге Өфө һәм Ырымбур тирәһендәге йорттарында байманда үҫтергән сибәр ҡыҙының яҙмышының тәүге өлөшө, ысынлап та, данлы һәм бәхетле булһа, аҙағы эс бошорғос. Үҙ-ара дәүләт бүлешеү арҡаһында Сөйөмбикәне Мәскәүгә оҙатҡан бәктәрҙең тәү ҡарамаҡҡа бәләкәй генә хатаһы Урал-Иҙел буйында ғына түгел, арыраҡ йәшәгән төркиҙәрҙе фажиғәләргә тарытҡан хәлдең башы була.

1532 йылда Ҡаҙандан Сафагәрәй ҡыуылғас, урынына Йәнғәле хан итеп күтәрелә. Ул бойондороҡһоҙ күренһә лә, асылда урыҫ кенәзенең һүҙенән сыҡмай. Яңы башлыҡ кәләш алмаҡ була, күҙе, әлбиттә, Сөйөмбикәгә төшә. Хатта ошо мәсьәләлә лә ул рөхсәт һорап Мәскәүгә кеше ебәрә. Ризалыҡ алып, Һөйөм-Сөйөмкәйгә өйләнә. Был никах нуғай-башҡорт йорто менән ҡаҙан йорто араһын яҡшыртыр, тип өмөт итәләр.

XV быуаттарғаса атамалары ишетелмәгән нуғайҙар ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң? Уны Ноғай хан исеме менән бәйләүселәр бар. Шул уҡ ваҡытта урта быуаттарҙа Азия төркиҙәре йыш ҡына башҡорттарҙы ла нуғай тип атаған. Бөгөн дә нуғай-башҡорт шул тиклем яҡын телле, мәҙәниәтле. XVIII–XIX быуаттарҙағы И.К. Кириллов, П.И. Рычков, В.Н. Татищев кеүек ғалимдар ҙа ике халыҡты айырып ҡарамаған. Был хаҡта В.В. Трепавловтың «Нуғайҙар Башҡортостанда» тигән хеҙмәтендә лә әйтелә. Икенсенән, беҙҙең бөрйән, юрматы, мең һәм башҡа ырыуҙар эсендә лә нуғай аралары бар, ҡайһы ғалимдар нуғайҙы мең һәм үҫәргән ырыуҙарынан сыҡҡан тип тә фараз итә. Нуғай Урҙаһы бейҙәренең төп ставкалары Өфөлә, Ырымбур эргәһендә һәм Торатауҙа булған. Ә Торатау башҡорттоң изге тораҡтарының береһе, нуғайҙар беҙгә ят булһа, уларҙың бейенең Торатауҙа төйәкләнеүенә башҡорт ҡаршы булыр ине. Бына ни өсөн бөгөнгө нуғайҙар һәм татарҙар менән бер рәттән башҡорттар ҙа Сөйөмбикәне үҙ тип һанай.

Сөйөмбикәнең Ҡаҙанға күскәс даны тағы ла арта, ерле халыҡ уны бик ярата. Ике йыл йәшәп ҡалалар, урыҫ яғына ауырға торған ханға халыҡ ҡаршы күтәрелеп, уны үлтерә. Был хәлдәргә ханбикәнең атаһы Йософ та булышлыҡ итә. Сафагәрәй Ҡырымдан килеп йәнә тәхетенә ултыра һәм Сөйөмбикәгә өйләнә. Кенәз Василий III вафат булып, урынына йәш кенә улы Иван IV ҡала. Урыҫ баҫҡынсылары тынып тора, Ҡаҙан мандығандай була. Ханлыҡ тип тырышҡан Сафагәрәйҙе йәш ҡатыны ла үҙ итә. 1536–1537 йылдарҙа Сафагәрәй ҙур ғәскәрҙәр менән Кострома, Муром яҡтарына йөрөй, быуат элек кенә Алтын Урҙаға яһаҡ түләгән кенәзлектәрҙе яңынан теҙ сүктерергә бер аҙым ғына ҡала. Берләшеп быны хәл итеп ҡуяйыҡ тип, ул нуғай мырҙаларына мөрәжәғәт итә. Мәскәүгә тауар һатыуҙы яйға һалған Исмәғил менән Килмөхәмәт хандар Сафаның ниәтен Яуыз Иванға һата, рус кенәзенә дуҫ ҡалайыҡ тип, үҙҙәренең был эшкә ҡушылмаясаҡтарын белдерә. Сафа­гәрәйгә ҡайныһы ғына ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерлеген белдерә, әммә, төркиҙәрҙең шул мәлдәге үҙ-ара низағтары арҡаһында, тарих тәгәрмәсе уйламаған яҡҡа тәгәрәй. 1545 йылда рустар, Ҡаҙан ханлығына үтеп, Зөйә буйы халыҡтарын талай, Ҡаҙандың хан ҡапҡаһын яндырып, ҡаланы ала алмай кире сигенә. Ошолар Ҡырымға, Сәхибгәрәйгә ишетелеп, ул ғәскәре менән рус ерҙәренә һөжүм итә. Был хәл Иван IV һағайта, ул Ҡаҙан яғына йөрөүҙән тыйыла. Ҡул аҫтында­ғыларының урыҫтарға хат яҙыуын белгәс, Сафагәрәй һатлыҡтарҙы язалата, бәғзеләре Мәскәүгә ҡаса. Тиҙҙән ханға ҡаршы ҡатлам тағы баш күтәреп, Сафагәрәй яҡындары менән ҡайны­һына барып һыйына. Кейәүен һөйһөнмәһә лә, ҡыҙы хаҡына Йософ уға ғәскәр бирә. Сафагәрәй Ҡаҙан тәхетен кире яулай. 1547 йылда ата йортонда арыу торғандан һуң йәш кәләше лә Ҡаҙанға ҡайта, улдары Үтәмешгәрәй тыуа. Күп тә үтмәй, 1549 йылда Сафагәрәй вафат була. Үтәмеш хан булып ҡалһа ла, ике йәшлек баланың ил менән идара итә алмаҫы арҡылы, Сәхибгәрәйҙән Сафагәрәйҙең ундағы Бүләкгәрәй улын ебәреүен үтенеп, Ҡырымға бер нисә тапҡыр илселәр ебәрәләр. Тик улар, юлда урыҫ казактары тарафынан таланып, һәләк була. Ҡыйыу Сөйөмбикә хакимлыҡты үҙ ҡулына алып, Ҡошчаҡ исемле ҡырым бәгенә таянып, байтаҡ шанлы эштәр башҡара. Ханбикәнең һәр ҡатлам кешеләренә иғтибар бүлеп, хәлдәрен яҡшыртырға ынтылыуын ябай ҡаҙандар бик ярата. Уны данлап сығарылған халыҡ ижады өлгөләренең һаман Ҡаҙан тирәһенән табылып тороуы ла быға асыҡ дәлил. Тик Ҡаҙанда ҡырымдарҙың хөкүмәттә булыуына ризаһыҙҙарҙы ханбикә тиҙ генә ыңғайлата алмай. Был хәлде Яйыҡ буйынан күҙәткән Йософ хан да ҡыҙын үҙенә уңайлы кешегә бирмәктән Мәскәүгә хат яҙып, башҡорт-нуғай йолаһы буйынса Сөйөмбикәнең тәүге кейәүе Йәнғәленең урыҫ тәрбиәһендә булған туғаны Шәғәлегә тәғәйенлеген аңғарта. Уны Ҡаҙанды яулауға өндәй. Йософтоң ҡыҙын, ейәнен аямаған сәйер тәҡдиме кенәз күңеленә хуш килә. Йософ был юл менән Сөйөмдө хан нәҫеленә биреп, Шәғәле хан булғас, Ҡаҙанда үҙ тәьҫирен көсәйтеп, Иван IV-не алдамаҡ була, тик ниәте килеп сыҡмай. Урыҫ батшаһы тәхеттә аҡыллы Сөйөмбикә ултырғанда Ҡаҙандың үҙ аллы буласағын, нуғай мырҙалары менән дуҫлашып, береһенә кейәүгә сыҡһа, урыҫ ерҙәрен баҫҡынсылап, тетрәтеп торорон яҡшы аңлай. Шуға был хатҡа, бигерәк тә урыҫтар Ҡаҙанды алмаҡ булһа, нуғайҙар булышлыҡ итәсәк тигәненә ҡыуанып, яуға дәртләнә. Хәйләһе барып сыҡмаҫын самалаған Йософ: «Ҡаҙанға йөрөмәй тор, мин уларҙы һеҙҙең менән һуғышһыҙ ҙа килештерәм», – тип яңынан ярлыҡ ебәрә, әммә ул аҡ батшаға барып етмәй. Сөнки Иван IV 1549 йылдың ноябрендә үк Ҡаҙанға ҡуҙғалған була. Февраль айҙарында урыҫтар Ҡаҙанды ун бер көн ҡамауҙа тота. Сөйөмбикәгә дала буйлап һибелгән туғандары – мырҙа булып торған ағалары ярҙамға килмәһә лә, Ер-әсә уны ташламай.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2017) һанында уҡығыҙ.


Теги: Сөйөмбикә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook