Һуңғы ханбикәһе Себерҙең

Һуңғы ханбикәһе СеберҙеңСузге. Был исем бөгөн себерҙә мәҙәниәт һарайҙары, ҡунаҡхана, ресторандарға йыш бирелә, ошо атама аҫтында себер татар ҡыҙҙарының һылыулыҡ бәйгеләре ойошторола. Биш йөҙ йыл элек уның өсөн Күсем һалдырған Сузге-Тора тип аталған хан һарайы урыны ла изге ер иҫәпләнә. Сузге – һуңғы һулышынаса халҡына тоғро ҡалған ҡаһарман йөрәкле һылыу батшабикә, тарихи шәхес. Ул – себер татар ҡатын-ҡыҙҙары өсөн рухи терәк һәм милләт әсәһе.

...Сыбырҙар – теле, ғөрөф-ғәҙәте һәм холҡо менән дә халҡыбыҙға үтә лә яҡын милләт. Һөйләштәре бигерәк тә уларға күрше йәшәгән әйле, ҡатай, көҙәй һымаҡ төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының диалектына яҡын. Уларҙа ла ырыу һәм тоҡомдарға (араларға) бүленеү һаҡлана, аят аштары, науруҙ мәлендә әйенселәү һәм башҡа бик күп йолаларыбыҙ уртаҡ.

Заманында урыҫтар барса төрки халыҡтарын, шул иҫәптән башҡорттарҙы ла татар тип йөрөткән, шул арҡала әзербайжан татарҙары, ҡырым татарҙары, абаҡан, кузнецк, әстрхан һәм себер татарҙары тигән терминдар бер халыҡ артынан нығытылып, шулай әйтелеп киткән. Бөгөн улар тарихи ысынбарлыҡтарына ҡайтып, үҙҙәрен әзербайжан төркие, ҡырымлы, хакас, шор, нуғай, сыбыр тип исемләй. XIII быуаттан Рәсәйҙә Себер тип унда йәшәгән халыҡты ғына түгел, тотош төбәкте атай башлағандар. Себер татарҙарының тарихын өйрәнеүсе ғалим К.С. Садыҡов яҙыуынса, сыбыр халҡында төрки, уғыр, самодий һәм монгол компоненты бар. Әммә төп һөлдәне төрки тамырлы аялы, ҡурҙаҡ, туралы, туғыҙ, сарғат һәм IX–X быуаттарҙа шулай уҡ башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡырымлы халҡына ҡушылған, байтаҡ өлөшө әле лә Дунай буйҙарында, хәҙерге Венгрия, Болгария һәм Румынияла йәшәгән кимәк-ҡыпсаҡтар тәшкил итә. Шулай уҡ был халыҡҡа һуңыраҡ Күсем хан тарафынан мосолман дине таратыр өсөн Бохара яҡтарынан алып киленгән өс меңгә яҡын үзбәк, ҡарағалпаҡ, уйғыр, төркмән милләтле сәхәбәләр ҙә ҡушылған. Хәҙер уларҙы бохарлылар тиҙәр. Сәхәбә ҡәберҙәре тәртиптә тотола, әле лә һаҡлана. Йәнә себер татарҙарын өйрәнгән ғалимдар, был милләтте формалаштырыуҙа нуғай һәм башҡорттоң табын ырыуының да ҙур өлөшө бар, ти. Табын, ҡара-табын, һалйыуыт, йылайыр, иҫке алпы, бабасан, һарт, ҡырғыҙ, иштәк-туғыҙ, айалы, нуғай һәм башҡа ырыуҙары билдәле. Себер татар­ҙарын ҡаҙаҡтар «нуғай» ти. XIX быуат аҙағы – XX быуат башында Ҡаҙан, Сембер һәм Өфө губернаһы татарҙары ла Тубыл-Иртыш буй­ҙарына күпләп күсенгән. Байтаҡ башҡорт ауылдарында элек рөхсәт алып ултырған татар урамдары, остары булған һымаҡ, себер татарҙары ла уларға ауылдың бер яҡ ситенән урын биреп, ул урамдарҙы «ҡаҙан татар остары» тип атаған. 1950 йылда ерле төркиҙәрҙе лә, күсеп килгән татарҙарҙы ла совет документтарында айырмай татар тип яҙғандар. Себер татарҙары 2013 йылда Халыҡ-ара стандартлау ойошмаһында теркәлеп, үҙ телен, илен раҫлап, код алыуға өлгәште. Был сыбырҙарға (себерҙәргә) автоном милләт булараҡ, Википедия һымаҡ проекттарҙа ҡатнашып, үҙ телен, мәҙәниәтен үҫтереү мөмкинлеге бирҙе...

...Сыбырҙарҙың күңел түрендә бөгөн Күсемдән бигерәк уның һөйөклө ҡатыны Сузге ханбикә урын алған. Сузге – ҡаҙаҡ ханы Шығайҙың ҡыҙы. Уның һылыулығын Сулпан йондоҙона тиңләгәндәр, хандың иң һөйөклө ҡатыны булған ул. Күсем Себер ханлығының баш ҡалаһы Искер (ул Тубыл Иртышҡа ҡойған ерҙә урынлашҡан) эргәһендә уның өсөн Сузге-Тора тигән айырым ҡаласыҡ төҙөткән. Унда йәш ханбикә ҡаҙаҡ яғынан килгән инәйҙәре һәм ярҙамсы ҡыҙҙары менән йәшәгән. Һәйбәт нығытылған ҡәлғәне ҡораллы хәрбиҙәр һаҡлаған. Һәр аҙна йома намаҙынан һуң хан, бар эштәрен ҡалдырып, һөйгәне янына ашыҡҡан. Һәүетемсә байман тормошто Йәрмәктең (Ермак) 1582 йылғы Себергә походы пыран-зыран килтерә. Хан ғәскәрҙәре хәлдәренән килгәнсә уға ҡаршы тора, тик утлы атыу ҡоралдары алдында улар көсһөҙ булып сыға. Хәләленең еңелеүен ишеткән Сузге ҡаласығының ҡап­ҡаларын яптырып, дошманды ҡаршыларға әҙерләнә. Искерҙе алған Йәрмәк Себерҙең башҡа ҡалаларына йүнәлә. Уның һалдаттарының бер өлөшө Сузге-Тораға килеп, ҡаланың бирелеүен талап итә. Сузге уларға, беҙ һеҙгә ҡоллоҡҡа төшкәнсе Иртыш кирегә ағыр, тип яуаплай. Дошман ҡәлғәне бер нисә аҙна яулай алмай. Сузге үҙе лә һәйбәт уғатар була, халҡына өлгө күрһәтеп, байтаҡ баҫҡынсыларҙың башына етә. Ләкин көстәр тигеҙ булмай, Сузге батша ғәскәре етәксеһенә, беҙ ҡалалағы бар байлыҡты һеҙгә ҡалдырабыҙ, ә һин минең кеше­ләремә икенсе ярға сығыр өсөн карап бирәһең, тигән тәҡдим ебәрә. Хан ҡатынының һылыулығы тураһында ишетеп белгән атаман ҡала халҡының китеүенә риза була, тик Сузге уға бирелергә тейеш, тигән шарт ҡуя. Сузге, алдан һөйләшелгәнсә, иң матур кейемдәрен кейеп, алтын-көмөшкә күмелеп, һарайы тупһаһынан ҡаланың һуңғы кешеләре йылғаның икенсе ярына сығып юғалғанын ҡарап тора. Халыҡ уның менән илай-илай хушлаша, ханбикә күҙҙәренән дә йәш аға. Караптарҙың Иртыш буйлап юғалғанын сыҙамһыҙ көткән казактар ашығып ҡәлғәгә инә. Хисһеҙ ҡатып ҡалған ханбикәне килеп ҡосаҡлаған атаман ҡапыл ҡысҡырып ебәрә. Сузге үҙен-үҙе сәнсеп үлтерә. Халҡын һәләкәттән йолоп ҡалыу хаҡына шулай хәйләгә бара ханбикә, әммә Йәрмәк уны ҡол итә алмай...

...Ике йөҙ мең самаһы себер татарҙары бөгөн дә ғәйрәтле ханбикәләрен онотмай. Төмәндәге «Мирас» йәмғиәт ойошмаһы «Сузге» тарихи-мемориаль комплексын тергеҙеү менән мәшғүл. Улар шулай уҡ Тубыл ҡалаһынан ун туғыҙ саҡрым алыҫта урынлашҡан Себер ханлығының баш ҡалаһы Искер урынында ла төҙөлөш эштәре алып бара. Ҡасандыр ханбикә йәшәгән ерҙә йыйындар үткәреп, рухын иҫкә алалар.

Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Күсем хандың туғыҙ ҡатыны булыуы билдәле, әммә халыҡ хәтерендә һуңғы һулышынаса себер халҡына тоғро Сузге ханым ғына ҡалған. Себерҙең һуңғы ханбикәһе булһа ла, тап ул – бөгөнгө сыбырҙарҙың күтәрелеш билдәһе, ә исеме халыҡ рухын күтәреүсе, әйҙәүсе оран булып яңғырай!
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2017) һанында уҡығыҙ.




Теги: Сузге




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook