Йәшлек көндәлеге

Йәшлек көндәлеге
Зәйнәб БИИШЕВА


14 июнь
Шәһәрҙән кисә генә сыҡһаҡ та бөгөн иртә менән ҡайтып төштөм. Ҡапҡанан кереүгә берәү ҙә йүгереп сыҡмағас, аптырап ҡалдым. Тик күршеләрҙең йүгереп килеп, бөтөн ғаилә халҡының яңы ғына ат егеп сығып киткәнлеген белдереү һуңында ғына күңел бер аҙ тыныс­ланды. Ылаусы китте (ҡайтмай), өй йоҙаҡлы. Йоҙағын боҙоп өйгә керҙем. Күңелһеҙ. Тын. Башты ҡайҙа ҡуйырға белеп булмай. Әгәр күрше еңгәйләр самауыр ҡуйып, сәй эсермәһәләр, тамаҡҡа ашауҙа ла уй юҡ. Кис булды. Ҡыҙлар йыйылды, бер төркөм йәшләр килеп тулды. Улар менән бер аҙ ултырғас, юлдан арып килеү сәбәпле, йәшләрҙең сығыуҙарын үтенеп, йоҡларға яттыҡ. Ҡыҙлар бер тауыштан ауыл йырҙарын йырланы. Мин төрлө сыуалсыҡ уйҙар менән йоҡлап киттем. Иртән төш етеүгә йоҡонан тороп, әҙер ҡайнатылған самауырҙан сәй эсеп, йөрөргә сығып киттем. Эйек буйҙарын буйлап ҡайтыуға абзыйымдар ҡайтҡан. Күңел шатлыҡ менән тулды. Көн буйы абзый менән ултырып һөйләшеп үтте. Кис тә шулай үтте.

15 июнь
Абзый менән волосҡа барып йөрөп ҡайттыҡ. Абзый волостағы яңы кешеләрҙе бөтөн яғымы менән, үҙе менән һөйләп, таныштырып бөттө. Юл буйы һөйләшеп ҡайттыҡ. Башҡа юлды ғади тиҙ генә үттек.

18 июнь
Артыҡ эш юҡ. Ат ектем дә Күгәрсен ауылына апайларҙы күрергә тип ҡуҙғалдым. Абзый миңә ултырып килеп, волоста тороп ҡалды. Артабан яңғыҙ киттем. Юл күңелле. Атты үҙ яйына ҡуйып, тирә-яҡ, матур тәбиғәтте, алыҫтараҡ күренгән урмандар, таулар ҡарай-ҡарай, йырлай-йырлай тиҙ барып еттем. Яҙғы тәбиғәт матур. Йөрәк әкрен генә тибрәлеп, тәбиғәтте маҡтай.

19 июнь
Ат менән барғас, оҙаҡ ятырға тура килмәне. Атты ҡайтарып, үҙең ҡал тиһәләр ҙә, күңел тартманы. Иртә менән ат егеп ҡайтып киттем. Һағынып күрешкән апайым, «Зәйнәб, ҡал», тип ҡат-ҡат үтенде. Мин, килермен, тинем. Юлда кисәгеләй әкрен генә уйҙар диңгеҙендә йөҙә-йөҙә ҡайтып еткәнде белмәй ҙә ҡалдым. Юл шул хәтле тын. Барып ҡайтҡансы бер кеше осраманы. Үҙемде яңғыҙҙан-яңғыҙ тип хис иттем.

20-23 июнь
Баҡса һәм бәрәңге утау менән көн үтте. Беренсе көн баҡса утап ҡайтҡас, арҡа менән тәнде ҡуҙғата, ҡулдарҙы күтәрә алмай саҡ тороп китһәм дә, иртәгәһенә үк яҙылдым.

25 июнь
Кис менән комсомол собраниеһына барырға булдым. Атым һабан һөрә. Йәйәүләп китергә йыйындым. Абзый йәйәү ебәргеһе килмәне, бүре осрар, тип ҡурҡытҡан була. Мин шулай ҙа юлға сыҡтым. Ҡояш түбәнләгән. Абзый мине ярты юлға хәтле оҙатты. Мин киттем, ул юл буйына ҡарап ҡалды. Мин барып етеүгә ҡояш байыны. Кис бик оҙаҡ собраниела булып, ул төн ҡунып, иртән таң менән ҡайтып индем. Көндөң башҡалары шундай ваҡ-төйәк менән үтте.

28 июнь
Комсомол ячейкаһы волостағы пионерҙарҙың вожатыйы итеп мине билдәләгәс, иҫке вожатыйҙан эшләрҙе ҡабул итеп алыу бурысы бирелгәс, волосҡа сығып киттем. Мин унда йөрөгәндә Хәлимә апай менән еҙнәй килеп төштө. Мин бер аҙ ваҡыт йөрөнөм: вожатый ҙа, делолар ҙа юҡ, пионерҙар ҙа исемлектә генә... Ахыры еҙнәйләр менән беҙҙең ауылға киттек. Юл буйы шаяра-көлә ауылға еткәнде белмәй ҙә ҡалдыҡ. Арлы-бирле иткәс, апай, еҙнәй, мин, ҡыҙыл ҡарағат ашарға тип, туғайсыҡҡа юлландыҡ. Ҡыҙыл ҡарағат һис ҡойолмай, ҡып-ҡыҙыл булып ултыра. Ауыҙ әсеткәнсе ашаныҡ. Еҙнәйләр йөрөп ҡалды, мин абзый китмәҫ элек утын алып ҡалырға кәрәк тип, абзый менән утынға киттем. Йырлай-йырлай бер нисә йөк утын килтерҙек.

29 июнь
Иртә менән еҙнәйләр ҡайтып китте. Абзый миңә сабындарҙы, ҡара-ҡураларҙы күрһәтеү өсөн ат егеп, балаларҙы тейәп сығып киттек. Төшкә ҡәҙәре йөрөнөк. Көн абзыйға ваҡ-төйәк әҙерләү менән үтте. Кис менән ул бик оҙаҡ яҙыу эше менән ултырҙы. Мин ауыл ҡыҙлары менән урамда киске һандуғас тауышын, аҡҡан һыу сылтырауын тыңланым. Бер аҙ кисте шулай үткәрҙем.

30 июнь
Иртә менән пар ат егеп, абзый, мин, тағы ике уҡытыусы өйҙән сығып киттек. Мин волоста төшөп ҡалдым, абзыйлар артабан юлланды. Бер аҙ йөрөп, пионер терәкләренең бер-ике кәрәк эш ҡағыҙҙарын алып ҡайттым. Йәйлек эш планы һис бер ерҙә лә юҡ икән. Үҙем ике айлыҡ план төҙөп, эш башларға булдым. Йәкшәмбе көн пионерҙарҙы йыйып торорға булдылар. Мин шуға килеп етергә булып, ҡайтып киттем.
Өй тын.
Быға хәтле ауылдың тынлығы ла беленмәгән. Хәҙер яңғыҙ йортҡа килеп кергәс, ауылдан да, өйҙән дә йән һүрелгән кеүек хис иттем. Өйҙәге бала-саға ла әкрен генә уйнаған була. Миңә был тынлыҡ шундай ҡотһоҙ тойолдо. Ҡайҙа булһа ла башты алып ҡасыр хәлгә еттем. Нишләргә... Һыу буйҙарында йөрөп килдем. Урамға сыҡтым, өйгә керҙем, балалар менән шаярып ҡараным. Аталары киткәнгә бер аҙ күңелһеҙлек һиҙелә уларҙа. Атаң ҡайҙа, тиһәң, «уҡырға киткән» тип баштарын баҫалар. Абзый янда саҡта икәү ҙә, күмәк тә булған көн һағындыра. Абзый барҙа төн күңелһеҙлеге һиҙелмәгән. Ауыл да... үҙенән этәрҙе. Өйҙә шулай уҡ йәнһеҙ. Эстән генә таң атыуға сығып китергә ҡарар бирҙем. Кис булды.

Көндәлектең тулы вариантын журналдың 1-се (2018) һанында уҡығыҙ.




Теги: Зәйнәб Биишева




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook