Юл башым

Юл башым
Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА,
шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған
мәҙәниәт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре,
Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты


1971 йыл. БДУ-ны тамамлап, диплом яҡлап йөрөгән мәлдә коридорҙа һабаҡташым Венераның бер туған ағаһы, беҙҙең төркөмдөң яҡын дуҫы Дамир Жәүәт улы Вәлиев осраны. «Ҡайҙа эшкә урынлашырға уйлайһың, һеңлем?» – тип һораны. «Белмәйем әле, «Башҡортостан пионеры» гәзитенә саҡырҙылар», – тинем. Дамир ағай миңә шундай етди итеп бер кәңәш бирҙе: «Башҡортостан ҡыҙы» журналына, Рәми Ғарипов менән Кәтибә Кинйәбулатова янына бар, улар янында хур булмаҫһың», – тине.

Һөйөнөскә күрә, Кәтибә апай менән Рәми ағай мине ҡуш ҡуллап ҡаршы алды, хаттар бүлегенә урынлаштырҙылар, ниндәй руб­рикалар алып барасағымды аңлат­тылар, план төҙөттөләр... Ҡыуанысымдың сиге булманы, сөнки мин быға тиклем дә был баҫма өсөн ят кеше түгел инем. Хәтеремдә, журнал сыға башлаған йылда уҡ, дөрөҫөрәге, уның иң тәүге һаны әҙерләнеп ятҡанда, журнал хеҙмәткәре, шағирә Әнисә Таһирова беҙ йәшәгән ятаҡҡа килеп, ижад менән шөғөлләнеүсе ҡыҙҙарҙы эҙләп табып, ошо баҫма өсөн беҙҙең шиғырҙарыбыҙҙы һайлап алып киткәйне. Беренсе һанда тотош бер бит булып «Мин әлегә тик ҡояшҡа ғашиҡ» тигән баш аҫтында беҙҙең шиғырҙар донъя күрҙе, алты ҡыҙ араһында «Шоңҡар» түңәрәге ағзалары Гөлфиә Юнысова, Рәмзилә Хисаметдинова, Миңниса Баһуманова һәм мин дә бар инек.

Бына бит, яҙмыш! Ул саҡта кем уйлаған ҡәләмдәшебеҙ Гөлфиәнең ошо баҫмала оҙаҡ йылдар баш мөхәррир булырын! Мин үҙем иһә ҙур шәхестәребеҙ Рәми Ғарипов, Кәтибә Кинйәбулатова, Әнисә Таһирова, Тайфур Сәғитовтар менән бер редакцияла эшләп киткәнем өсөн ҡыуанам. Тәүге ижад аҙымдарымды мин ошо коллективта яһаным, уларҙан күп нәмәгә өйрәнеп өлгөрҙөм. Өҫтәүенә, Рәми ағай Ғарипов, ғөмүмән, тормош юлымды шиғриәт менән бәйләп ебәргән, яҙмышымды билдәләгән кеше ине. Иң беренсе шиғырҙарымды «Совет Башҡортостаны» гәзитендә ул баҫтырҙы, тәүге ҡотлау хатын миңә ул яҙҙы: «Таңһылыу һылыу, республика гәзите битендә оҙаҡламай һинең шиғырҙарыңды бирербеҙ, ҡотлайым, әммә берүк иптәштәрең араһында танауыңды сөйә күрмә, тырышып уҡы, юғары уҡыу йортона инергә ныҡлап әҙерлән», – тигән хатын әле лә яҡшы хәтерләйем. Ә шиғырҙар донъя күргәс, ул саҡтағы 1-се мәктәп-интернаттың директоры Төхвәт Аслаев парторг атайыма хат яҙып, мине 11-се синыфҡа уҡырға саҡыртып алды. Мөғжизә түгелме ни был! Ябай ауыл балаһына шундай бәхет тәтене һәм уға Рәми Ғарипов юл асты. Был хәлдәр булмаһа, минең тормошом, бәлки, бөтөнләй бүтән йүнәлеш алыр ине...

Үкенескә ҡаршы, миңә был баҫмала оҙаҡ эшләргә тура килмәне. Сөнки Рәми ағай «Башҡортостан ҡыҙы» журналынан китте, уға милләтсе мөһөрө баҫылды... Протест йөҙөнән иҫ китмәле яғымлы шағирәбеҙ Фәүзиә Рәхимғолова, мин, һабаҡташым, матур хикәйәсе Миңлебикә Йәрмөхәмәтова ла эш ташланыҡ. Быныһы айырым тарих... Әммә эшһеҙ ятҡан мәлемдә миңә йәнә лә Рәми ағай ярҙамға килде. Ыңғай ҡылыҡһырлама яҙып биреп, СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы булған Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге секторы мөдире Әкрәм Бейештең ҡул аҫтына кесе ғилми хеҙмәткәр итеп урынлаштырҙы.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләмәһәм, тағы бер остазым, бөйөк телсебеҙ Әкрәм ағай Бейешев менән ғүмерҙә лә хеҙмәттәш булмаҫ инем. Телде тәрәндән тойоп, уның нескәлектәренә төшөнөп эш итергә Әкрәм ағайҙан өйрәндем. Бына бит, «Башҡортостан ҡыҙы»нан күпме игелектәр күргәнмен, күпме һабаҡтар алғанмын! Һағынып һөйләргә генә ҡалды ул саҡтар... Мине яҙмыш яҡшы кешеләр, ҙур шәхестәр менән бына шулай иң баштан уҡ осраштырып ҡына торҙо. Тәҡдиремә шуның өсөн бик рәхмәтлемен. «Башҡортостан ҡыҙы» журналын ярты быуатлыҡ юбилейы менән ихлас ҡотлайым, унда эшләгән егәрле журналистарҙың, Рәми ағайҙар, Кәтибә, Фәүзиә, Әнисә апайҙар кеүек, йәштәргә артабан да юл ярыуын, алға әйҙәп барыуын теләйем.




Теги: журнал Башҡортостан ҡыҙына 50 Таңһылыу Ҡарамышева




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook