Шифалы ямғырҙай булһын һүҙебеҙ

Шифалы ямғырҙай булһын һүҙебеҙ
Йомабикә ИЛЬЯСОВА,
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе
урынбаҫары, шағирә, Салауат Юлаев ордены кавалеры


…«Башҡортостан ҡыҙы»на эшкә килгәндә миңә ҡырҡ йәш тулмағайны әле, ә баш мөхәррир вазифаһына тәғәйенләнгәндә ҡырҡ икелә инем. Журнал минең шәхес булараҡ үҫеүемә ғәйәт ҙур йоғонто яһаны. Ғаилә мәсьәләләре хаҡында уйланып, гүзәл заттарҙың һорауҙарына яуап эҙләп мәҡәләләр яҙыуым, уларҙы баҫмаға әҙерләүем ҡатын-ҡыҙ булараҡ күңелемдең үҫеүенә, ғаилә тормошон киңерәк аңлауыма булышлыҡ итте. Шулай уҡ йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ һәм ғаиләнең урыны тураһында тәүге фекерҙәрем дә «Башҡортостан ҡыҙы»нда эшләгән дәүерҙә тыуҙы. Сөнки быға тиклем мин гел әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлегендә эшләп, донъяға әҙәбиәт һәм сәнғәт күҙлегенән, юғарылыҡтан ҡарап йәшәй инем. «Башҡортостан ҡыҙы» мине ергә төшөрҙө, кешеләрҙе, тормошто, илде, дәүләтте нисек бар, шулай төшөнөргә булышлыҡ итте. Төшөнөп кенә ҡалмайынса, ниндәйҙер дәрәжәлә ярҙам итеү ынтылышын да уятты. Һәм был ысындан да ҙур яуаплылыҡ ине. Журналдың оло абруйын төшөрмәҫ өсөн, беҙ коллектив менән уҡыусыларыбыҙға һәр ваҡыт файҙалы булырға ынтылдыҡ. Һәр саҡ шуны күҙ алдына килтерә инек: бына журналыбыҙ өйгә инә, ул нимә алып килә, ҡатын-ҡыҙҙың күңеленә, зиһененә ниндәй аҡыл, ғилем өҫтәй, ниндәй ныҡлыҡ бирә? Шуны тойоу уҡыусыларыбыҙ менән осрашмаған саҡта ла һәр ваҡыт улар менән бәйләнештә булырға ярҙам итте.
Баҫмабыҙ йәмғиәттән саҡ ҡына алданыраҡ барғандыр, тип уйлайым бөгөн. Шул йәһәттән 1999 йылда баш мөхәррир булараҡ яҙған тәүге мәҡәләмде иҫкә төшөрөп үтергә теләйем. Ейәнсура районында йәшәүсе яңғыҙ әсә Зөлфиә Фәйрушинаның, һеңлеһе менән кейәүе юл фажиғәһендә үлгәс, етем балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүе, уларҙың береһенең фалиж менән сирләүе, ләкин район хакимиәтенең сабыйҙарҙы тәрбиәгә бирергә шикләнеп, был юлға фатир алыу өсөн бармаймы икән, тип ҡарауы хаҡында ине ул яҙма. Бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда ла, ғаиләлә тәрбиәләнгәндә сабыйға киткән сығым нисбәте балалар йортондағы, социаль приюттағы, инвалидтар йортондағы менән сағыштырғанда күпкә аҙыраҡ. Икенсе яҡтан, бала ғаиләлә үҫә, ул дөйөм тәрбиәне түгел, ғаилә йылыһын, туғанға ҡарата миһырбанлыҡ өлгөһөн ала. «Бала хаҡы» тигән ошо мәҡәлә донъя күргәндән һуң рәсми даирәләр ҙә беҙҙең ҡарашты яҡлап сыҡты, Зөлфиәгә сабыйҙарҙы уллыҡҡа алырға рөхсәт бирелде. Һуңынан да беҙ ошондай хәлдәр тураһында байтаҡ яҙҙыҡ…

…Рәсәй Федераль матбуғат агентлығының етәксеһе 2002 йылда социаль йүнәлештәге эштәребеҙ өсөн үҙенең рәхмәтен белдерҙе. Был юғары баһаны биш кенә баҫма алыуы, шуларҙың береһе журналыбыҙ булыуы үҙе үк мәртәбә һәм күп нәмә хаҡында һөйләй, тип уйлайым. Шулай уҡ Бөтә Рәсәй журналистар фестивалендә «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ баҫмаһы» тип танылып, лауреат исеме алыуыбыҙ, журналыбыҙҙағы социаль тематика өсөн Мәскәүҙә йыллыҡ күргәҙмәнең дипломына лайыҡ булыуыбыҙ ҙа баҫмабыҙҙың ҡатын-ҡыҙ йүнәлеше буйынса замандан саҡ ҡына алдараҡ барыуын раҫлайҙыр.

Бергә эшләгән ҡәләмдәштәрем менән – Флорида Иҫәнбаева булһынмы, Альмира Кирәевамы, Альбина Ғөбәйҙуллинамы, Рәүилә Мөфтәхетдиновамы, уларҙан алдараҡ эшләгән Динә Арыҫлановамы, Лилиә Ҡәйеповамы, бигерәк тә Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысованы билдәләп үткем килә – беҙ һәр ваҡыт кешенең, ҡатын-ҡыҙҙың, әсәйҙең күңеленең яҡтыраҡ яғын яҡтыртырға, ниндәй генә ауыр шарттар булһа ла, ҡатын-ҡыҙҙың ҡөҙрәте ғаиләнең именлеген һаҡлап ҡалырға һәләтле икәнен еткерергә тырыштыҡ. Уның һаулығын, күңел сәләмәтлеген мөһим итеп ҡуйҙыҡ. Шуға күрә беҙгә бөтә республика ҡатын-ҡыҙҙары шатлығы менән дә, аһ-зары менән дә килде.

«Башҡортостан ҡыҙы» һәр заманда ла үҙ матурлығын юғалтмайынса, дәрәжәһен төшөрмәйенсә, һылыу ҙа, егәрле лә, ил инәһе кеүек аҡыллы ла булып ҡалған икән, коллегаларыма оло рәхмәт әйткем, тәүге мөхәррир, шағирә Кәтибә апай Кинйәбулатованы, миңә тиклем эшләгән – һоҡланғыс очерктары менән сығыш яһаған Фәүзиә апай Рәхимғолованы, Сәриә апай Мәһәҙиеваны, Ғәлиә апай Айытҡужинаны, телдең бөтә нескәлектәрен белгән яуаплы секретарь Зариф ағай Яматовты оло ихтирам менән иҫкә алғым, егерме йылдан ашыу баш мөхәррир йөгөн тартҡан Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысоваға рәхмәтемде еткергем килә.

Был заман да «Башҡортостан ҡыҙы» алдына үҙ һорауҙарын, талаптарын ҡуя. Ләкин нисек кенә булғанда ла, ҡағыҙ биттәрҙән барып етәме ул, электрон саралар ашамы – матур, талантлы, ҡатын-ҡыҙ күңеленә шифалы ямғыр кеүек һүҙҙе яҙыу мөһим. Ул һүҙҙе яҙыу – ҙур вазифа. Һынауҙар, үҙгәрештәр – нығынып, сынығып, камиллашып сығыуға этәргес. «Башҡортостан ҡыҙы»ның республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда оҙаҡ йылдар буйына хәл иткес әһәмиәткә эйә булыуын билдәләп үтеү мөһим. Сабый саҡтан олоғайғансы бер нисә быуындың яратҡан баҫмаһы булған «Башҡортостан ҡыҙы»на ҙур уңыштар, унда эшләгән журналистарға түҙемлек теләйем. Быйылғы йылдың Ғаилә йылы тип иғлан ителеүе үҙе үк именлеккә, яҡшылыҡҡа әйҙәп тора кеүек. Ғаилә йылында ғаилә өсөн сыҡҡан журналдың илле йәшлек күркәм юбилейын билдәләү юҡҡа түгелдер.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2018) һанында уҡығыҙ.




Теги: Башҡортостан ҡыҙына 50 Йомабикә Ильясова




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook