Гәрәбәнән теҙҙем исемеңде

Гәрәбәнән теҙҙем исемеңдеСибәр ҙә, нәзәкәтле лә, шул уҡ ваҡытта ҡыйыулыҡҡа һәм һалҡын аҡылға эйә мөләйем ғалимә Башҡортостандың мәғариф министры ла, Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары ла йөгөн тартты. Бөгөнгө көндә БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, философия фәндәре докторы, абруйлы профессор – Рәсәй Федерацияһының Vl һәм Vll саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты – Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина яулаған бейеклектәр, халыҡ мәнфәғәте хаҡына башҡарған оло эштәре күптәрҙә һоҡланыу һәм ғорурлыҡ уята. Йәштәргә лә һәйбәт өлгө ул. Уңышлы ғалимә, тәүәккәл сәйәсмән, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре шәхси тормошо хаҡында һөйләргә яратмай. Ә бит ҡатын-ҡыҙҙың уңыш сере, уны биҙәгән көслө сифаттар барыбер ул үҫкән ғаиләгә, тамырҙарына барып тоташа.

...Уңдырышлы Иглин ерендә емеш-еләк ишелеп уңа. Ете балалы Фәниә менән Йыһанур Бәшировтар ҙа баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә. Шау йәшеллеккә күмелеп ултырған иркен, йәмле йортта бәхетле балалар тауышы яңғырай. Бәләкәстәрҙең бер генә лә буш ваҡыты юҡ – һәр береһе билдәләнгән эште көнөнөкөн көнөнә башҡарырға тейеш. Эш араһында ғына шаярып уйнап алалар. 20 баштан ашыу умарта тота Бәшировтар. Ҡаралты тулы мал-тыуар. Бер-береһенә ярҙам итешеп, тәртипкә күнеп, эш һәм ваҡыт ҡәҙерен белеп буй еткерә кескәйҙәр. Совхозда бригадир, унан баш бухгалтер булып эшләгән аталары кистәрен ауыл яңғыратып тальян тарта, оҙон көйгә моңло тауышлы әсәләре ҡушыла. Йыр-моңға ғашиҡ ғаиләлә балалар ҙа сәнғәткә тартыла. Фәнил, Зөһрә, Альбина мәктәптә уҡығанда уҡ гармунда уйнарға өйрәнә, Гөлнәфис – мандолинала.
Өҫтәл тирәләй күмәкләп тәмләп сәй эскәндә йәки ҡышҡы оҙон кистәрҙә теҙелеп ултырып билмән яһағанда, ҡәҙимге тормош мәсьәләләрен хәл итеүҙә лә ҡыҙ-улдарының фекере менән ипле генә ҡыҙыҡһына атай менән әсәй. Ә улар өлкәндәрсә етдилек менән һәр килеп тыуған хәл-ваҡиғаға үҙ ҡарашын белдерә, күҙаллауҙары менән бүлешә, теге йәки был мөмкинлектең ыңғай һәм кире яҡтарын барлай. Шулай итеп, атай менән әсәй балаларында фекерләү ҡеүәһен үҫтерә, бер-береһенә ихтирам, ижади хыял һәм анализлау оҫталығын тәрбиәләй.
Фәниә апай менән Йыһанур ағай бәләкәстәрен берәмләп мунсаға ташый ҙа, урындыҡҡа теҙеп ултыртып, алмашлап йыуындыра һәм «Уҡытыусы бул, табип бул, агроном бул, зоотехник бул» тип ҡабатлай-ҡабатлай ҡойондора. Зөһрә Йыһанур ҡыҙы БДУ-ны тамамлап, ғилми эш менән шөғөлләнә башлағас, өҫтән төшкән ағым һыуға әйтелгән теләктең тылсымлы көскә эйә булыуын дәлилләрҙәй боронғо ырымдарҙы өйрәнә. Халҡыбыҙҙың алтынға бәрәбәр тормош маһирлығына хайран ҡала шул саҡта йәш ғалимә. Үҙе лә әсәй булғас, сабыйын изге теләктәр әйтеп йыуындыра. Ә бит мөғжизәгә ышанмаҫлыҡ түгел, Бәшировтарҙың ете балаһы ла мәктәпте «дүртле» һәм «бишле»гә тамамлап, юғары белем алыуға өлгәшә. Һәр береһе үҙ ишен табып, мөхәббәтле, күркәм ғаилә ҡора. Әлеге көндә улар араһында уҡытыусы ла, табип та, агроном да, зоотехник та бар...

Гәрәбәнән теҙҙем исемеңде

...Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти башҡорт мәҡәле. Әсә ҡыҙын үҙ ғаиләһендә алған әхлаҡ һәм әҙәп ҡанундарына, ғөрөф-ғәҙәттәргә таянып тәрбиәләй. Туған телгә, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә һөйөү уята. Әлиә инглиз телен өйрәнә, музыка мәктәбендә шөғөлләнә. Бер минут та буш ваҡыты булмай. Әсәһе докторлыҡ диссертацияһы яҙғанда, ул өйҙәге бөтә эштәрҙе башҡара: ашарға ла бешерә, кер ҙә, иҙән дә йыуа. Көслө, ғорур тәбиғәтле, ойоштороу һәләтенә эйә үҫмерҙе Өфөнөң 136-сы башҡорт гимназияһында Мәктәп президенты итеп тә һайлайҙар. Әлиәнең иҡтисад юлынан китергә теләүен тойоп, Зөһрә Йыһанур ҡыҙы уны ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәтенә яҡын гуманитар фәнде һайларға өгөтләй. Әммә уның: «Әсәй, белһәң икән, һандарҙың нисек йырлағанын», – тигәнен ишеткәс, ниәтенә ҡаршы килмәй. Гимназияны миҙалға тамамлап, БДУ-ның иҡтисад факультетына уҡырға инә тырыш ҡыҙ. Һуңынан аспирантураны бөтөп, иҡтисад фәндәре кандидаты булыу бәхетенә өлгәшә. «Башкир­энерго» ойошмаһында тәжрибә туплап алғас, БДУ-ға уҡытырға күсә. Әле Әлиәнең иң бәхетле мәле – ул тормош иптәше Дамис менән Карина исемле ҡыҙ үҫтерә...
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се һанында уҡығыҙ.




Теги: Зөһрә Рәхмәтуллина




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook