Лилиә Биктимерованың бәхет утрауы

Лилиә Биктимерованың бәхет утрауы...Күркәм залдар, алҡыштар, гөлләмәләр... – быларҙың береһе лә, әлбиттә, ғаилә татыулығын, аңлашып донъя көтөү бәхетен алмаштыра алмай. Аралары көндән-көн һыуына барыуын, бер-береһенән ситләшеүҙе тойоу Лилиәне ғазапҡа һала. «Әле ҡыҙыма ла әйтәм: «Ҡатын-ҡыҙ бәхете – үҙеңә тап килгән һәйбәт кешегә кейәүгә сығыу». Әгәр тырышып та, тормош бармай икән, «бала хаҡына» тип түҙеүҙең мәғәнәһе юҡ. Ғүмер кешегә бер генә бирелә. Балаларыңдың нығынып етмәгән психикаһын емереү, иреңде, үҙеңде интектереп йәшәү – гонаһтыр. Йөрәгеңә асҡыс таба, хистәреңде уята һәм ҡабатланмаҫлығыңды күрә, үҙенсәлегеңде аса алған берәү генә булалыр. Бөгөн күҙ төбәп торған ныҡлы ҡәлғәм – дуҫ һәм берҙәм ғаиләм менән бәхетлемен. Фәдис киң күңелле, егәрле, сабыр. Уға һоҡланыуымдың сиге юҡ. Йырлауын, үҙенсә генә кинәйәләп башҡарған һәр эшен ҡыҙыҡһынып, яратып күҙәтәм. Бергә йәшәй башлағанда Гөлназға биш йәш ине. Фәдис уны тәүге көндән үҙ балаһылай яҡын күрҙе. Ихласлыҡты, миһырбанлыҡты балалар ҙа тоя: ҡыҙсығым үҙенән-үҙе уға «атай» тине лә ҡуйҙы. Ике атайым бар, мин иң бәхетле кеше, тип шаярта хәҙер үҙе. Фәдистең ҡатын-ҡыҙға итәғәтле, аңлаусан мөғәмәләһе оҡшай...

...Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, һәләтле йырсы Лилиә Биктимерова күптәргә йөрәкте албырғатыр хисле йырҙары аша ғына түгел, ә Башҡортостандың халыҡ артисы Фәдис Ғәниевтың хөрмәтле хәләл ефете, йәш сәхнә йондоҙо Гөлназ Асаеваның һөйөклө әсәһе булараҡ та яҡшы таныш. Оҫта йырсы, ярата һәм яратыла белгән гүзәл ҡатын, егәрле хужабикә, хәстәрлекле әсә! Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙың ысын булмышы, бөтә матурлығы әсә булыуҙа сағылалыр...

Лилиә Биктимерованың бәхет утрауы
...Лилиәнең маһирлығы, тормошсан аҡылы күптәргә һабаҡ, үрнәк булырлыҡ. Ҡыҙының үҙ атаһы, элекке ҡәйнә-ҡайныһы менән дә инде нисәмә йыл туғандарса йылы мөнәсәбәт һаҡлай ул. Фәдис менән бергә йыш ҡына Рөстәм Асаевтың ата-әсәһенә – Благовар районы Былышлы ауылына ҡайтҡылап, хәл-әхүәлдәрен белешеп торалар икән. «Үҙен бәләкәстән яратҡан өләсәһе менән олатаһы Гөлназыма үтә ҡәҙерле. Әле лә ғаиләбеҙ менән уларға барғылайбыҙ. «Балалар ҡайтты!» – тип һөйөнөп ҡаршы алалар. Фәдисте, уның ижадын хөрмәт итәләр. Йомоштары сыҡһа йә юл ыңғайында үҙҙәре лә ингеләй. Фәдистең тыуған яғы Борай районы Мулла ауылында ла Гөлназ – көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡ...
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы һанында уҡығыҙ.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook