Рәмилә Сәлимгәрәева: «Ҡыҙ баланың йөрәгендә – йәннәт илаһилығы»

Рәмилә Сәлимгәрәева: «Ҡыҙ баланың йөрәгендә – йәннәт илаһилығы» Әхлаҡи ҡиммәттәр бер аҙ ҡаҡшау, кеше, ысын үҙ тәғәйенләнешен онотоп, хаталарға тарыу һөҙөмтәһендә йыш ҡына ниндәйҙер эске тетрәнеү һәм аңлашылмаусанлыҡ солғанышында йәшәүгә дусар. Бигерәк тә гүзәл затҡа ауыр. Замана үтә ҡаты талаптар ҡуя шул ҡыҙ балаға. Уны бәхетле, уңышлы һәм үҙ заманына яраҡлы итеп үҫтереү өсөн ниндәй саралар табырға? Милли йәштәр театры актрисаһы, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, сәхнәлә ялҡынлы образдар тыуҙырған мәшһүр талант эйәһе, һәләтле балалар үҫтергән бәхетле әсә, донъяға үҙенсәлекле ҡарашлы Рәмилә Сәлимгәрәеваның тормошона күҙ йүгертеп, фекерҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ. Скрипкала мөғжизәле уйнауы менән илебеҙҙең данын сит ҡитғаларға танытҡан Айһылыу Сәйфуллинаның һөйөклө әсәһе лә бит әле ул. Актрисаның тормош миҫалынан алынған фәһемле кәңәштәр берәүҙе лә битараф ҡалдырмаҫ.

...Ҡарынымда саҡта уҡ сабыйҙарым менән аралаша, кәңәшләшә инем, эсемә транзистор ҡуйып, классик музыка тыңлай инек. Бәпәй көткәндә насар уйҙар, йәмһеҙ ҡыланыштар килешмәй, был һис шикһеҙ балаға тәьҫир итә. Кескәйҙе, бәләкәй күреп, алдатыуҙарын өнәмәйем. Донъяға тыуған икән, инде шәхес ул. Аңлауы, тойомлауы үтә нескә. Тормошта ла, сәхнәлә лә алдашыу – ҙур гонаһ. Баланы еңә алмаһаҡ, төрлөсә ҡурҡытыу менән янайбыҙ. Илаһа, тәҙрә туҡылдатып: «Ана, бабай килә», – тип ҡотон алыуҙан да уңайһыҙланмайбыҙ. Тыуғандың тәүге көнөнән сабыйҙарымды шәхес итеп ҡабул ҡылдым һәм үҙемде улар менән лайыҡлы тоторға тырыштым. Ниндәйҙер теләген үтәй алмаһаҡ, дөрөҫөн әйтеп аңлата һәм ғәфү һорай инек. Кибеттәрҙә бәләкәстәремдең бер ҡасан да, тегене, быны алып бир, тигәне булманы. Күҙ ҡыҙған һәр нәмәне һатып алып бөтөп булмай, тип аңлатып, булғандың ҡәҙерен белергә өйрәттек. Тәртипһеҙ ҡыланып, аҡырып илаған балаларҙы күрһәтә инек тә: «Атай-әсәйҙәренә ҡалай ҡыйын, ә беҙ һеҙҙең менән ғорурланып йөрөнөк», – тип ипләп кенә әйтәбеҙ. Ҡәтғи тыйыуҙарҙан арала аңлашылмаусанлыҡ һәм бушлыҡ барлыҡҡа килгәнен аңғармай ҡалабыҙ шул. «Тулы, сикләнмәгән иреклек һәм ентекле рәүештә күҙ уңынан ысҡындырмау» – шул минең тәрбиәүи кредо. Айһылыуҙы бәләкәйҙән музыкаға ылыҡтырҙыҡ, ижад нескә затҡа сикһеҙ ҡөҙрәт бирә, зиһенен аса, даирәһен киңәйтә. Тынғыһыҙ хеҙмәт, тығыҙ көн тәртибе ихтыяр көсө, ныҡлыҡ тәрбиәләй һәм был, әлбиттә, көслө теләк һәм матур кәйеф менән оҙатылырға тейеш, – тип серен аса Рәмилә Миңлеғәле ҡыҙы...

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы һанында уҡығыҙ.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook