Илһам алып ҡомартҡынан

Илһам алып ҡомартҡынан
Ҡотло тормош ҡороп, матур донъя көткәндәргә ҡарап, ғәҙәттә, вәт, йәшәй белә, тип тел сартлаталар. Ә нимә һуң ул «йәшәй белеү»? Асылда, ул – бары тормошто яратыу, һәр мәлде ҡәҙер итеп, һәр ғәмәлде ихлас һәм эскерһеҙ башҡарыуҙыр. Дөрөҫөрәге, шуның һөйөнөслө эҙемтәһе.

Ҡул оҫталары булараҡ дан алған уңған хужабикәләр, тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәрҙәре – әсәле-ҡыҙлы Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы Багаева менән Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы Кәримова – тап шундай өлгөлө, һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙан. Зат затты ҡыуа, тигән матур әйтем бар халҡыбыҙҙа. Геройҙарым булмышында ата-баба ҡалдырған фиғел сағылһа, үҙҙәре һалған орлоҡтар шытымы ла киләһе быуындарҙа матур емештәрен бирмәй ҡалмаҫ, иншаллаһ.
Ҡырҡ йылға яҡын арымай-талмай ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтенең әүҙем ағзаһы, Федоровка районы Батыр ауылында ошо ойошманың рәйесе булып, байтаҡ ҙур эштәр башҡарған Хәлисә ханымды республика йәмәғәтселеге яҡшы белә. Ашҡаҙар буйҙарын гөрләткән ниндәй генә саралар ойоштормаған да, ниндәй генә башланғыстарға нигеҙ һалмаған ул. Ғүмер буйы мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан мөғәллимәнең йәш быуынды тәрбиәләүҙә лә өлөшө ҙур. «Балаларҙы ун һигеҙ тапҡыр республика олимпиадаһына алып барҙым, еңеүһеҙ ҡайтҡаныбыҙ булманы», – ти Хәлисә апай. Ә бит был һүҙҙәр артында фиҙакәр хеҙмәт ята. «Әсәйемдең эш кабинеты бала саҡта беҙгә әкиәт донъяһылай тойолдо. Ҙур таҡталарҙан хәрефтәр шәкелендә эшләткән, «сәнғәт» тигән һүҙҙе хасил иткән бик үҙенсәлекле стенды булды. Һәр хәрефтә айырым темаға арналған мәғлүмәт, мәҫәлән, «С» хәрефендә – С. Юлаев премияһы лауреаттары, «Ғ»-ла – Ғ. Сәләм исемендәге әҙәби премияға лайыҡ булыусылар, «Т»-ла башҡорт театры артистары исемлеге яҙылған ине», – тип ҡыҙы Гүзәл дә әңгәмәгә ҡушыла.
Илһам алып ҡомартҡынан
Улар әсәле-ҡыҙлы шул тиклем оҡшаш: оҙон буй-һын, төҙ арҡа, матур йөҙ, ышаныслы ҡараш. Бер аҙ дыуамал тәүәккәллектәренән, үҙҙәрен баһалы тотоуҙарынан урман яҡ башҡорттарына ла мөнәсәбәттәре барлығы тойомлана. Ысынлап та, Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы Белорет районы Рысыҡай ауылында тыуған икән. Ете йәштән һыбай күбә тарттырып, йәйләүҙә ятып бесән эшләп, тәбиғәт менән үҙен берҙәй тойоп үҫкән. Шаян, тиктормаҫ ҡыҙ спортта ла ярайһы уңышҡа ирешә, саңғы ярыштарынан ҡалмай, ә волейбол буйынса республиканың йыйылма командаһында ағза булып тора. Бейеү ярата, шиғриәткә тартыла. Мәктәптән һуң Белоретта курстар тамамлап, Хөсәйендә физкультуранан да уҡыта. Тиҙҙән хыялдары уны Өфөгә юллата. Барыһы ла шыма ғына бармай, тәүге йыл, имтиханда балдары етмәү арҡаһында, юғары уҡыу йортона инә алмай. Өфө резина-техник заводына эшкә төшә, Башҡорт дәүләт университетында ситтән тороп уҡый. Эшләп йөрөгәс, аҡсалыраҡ бит инде, аралашып йөрөгән студент ҡыҙҙар уға, әйҙә, Яңы йылда тыуған көнөңдө үткәрәйек, тиҙәр. Тыуған көнөм күптән үтте бит тиһә лә, ауыҙ ҙа астырмайҙар. Егеттәр менән танышырға һылтау кәрәк тәһә тигәс­тәре, ризалаша. Ауыл хужалығы институтында уҡыған Динислам исемле ауылдашына, әхирәттәргә тиң булырлыҡ оҙон буйлы, ипле егеттәр саҡыр, тип йомош ҡуша. Үҙе тураһында һис уйламай, әммә яҙмыш ҡушыуылыр инде, тап шул кисәлә ғүмерлек йәренең – Федоровка егете Мирхәттең күңелен яулай ҙа ҡуя…

… Ҡәйнәһе Рәхимә инәй, ҡайныһы Миңлеәхмәт бабай менән бергә йәшәүҙәре балаларҙы үҫтергәндә бик уңай була. «Декретта ултырманым, эшемдең еңел түгеллеген аңлап, гелән ярҙам иттеләр», – тип уларға булған йылы мөнәсәбәтен, яратыуын аңғарта Хәлисә Шаһыбал ҡыҙы. Иптәше лә гел яуаплы урындарҙа эшләгәс, көнө-төнө йәмәғәт сараларынан бушамаған кәләшенең хәленә инә һәм һәр нәмәлә терәк була, әлегәсә шулай. Хәлисә ханым, үҙе әйтмешләй, ғүмер буйы волонтер. Ауыл эшсәндәрен сәхнәгә ылыҡтырып, район тарихында беренсе тапҡыр башҡортса спектакль ҡуйыусы ла ул. Шөкөр, тырыш хеҙмәтен хөкүмәт тә баһалай, «Башҡортостандың мәғариф отличнигы», «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» исемдәрен бирәләр. Уның уңышлы уҡытыу алымын башҡалар ҙа өйрәнһен тип, ун ике тапҡыр республика буйлап асыҡ дәрес күрһәтергә саҡыралар. Мәрйәм Бураҡаеваның «Арғымаҡ» китабына ла ингән Хәлисә Багаеваның эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәт. Ҡырҡ йылға яҡын Батырҙа ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булып, алтмышҡа еткәнсе уҡытыусылыҡ итеп, инде тынысланып, яратҡан ҡул эштәренә генә сумып ултырам тигәндә, ағинәйҙәр хәрәкәте баш­ланып, уларҙы етәкләүҙе һорайҙар. Күҙенә ҡарап торғандарында нисек ҡыйып «юҡ» тиһен, ризалаша.
Әсәһе Йомабикә инәй заманында йолаға ярашлы бүтән ҡыҙҙарын һыйыр биреп оҙатһа ла, Хәлисәһе алыҫҡа киткәс, бурысын үтәй алмай. Шуға урынына өс йөҙ йыллыҡ тарихы булған ғаилә ҡомартҡыһын – һаҡалды (селтәр) тоттора. Ошо бирнә Хәлисә апайҙың үҙенә лә, ҡыҙҙарының тормошона ла айырым бер ҡот биргән аманатҡа әүерелә. Тыуған яғын һағынғанда уны ҡулына алып йыуаныс таба. Тап шул хазинаһын ҙур сәхнәнән күрһәтеү теләге 2014 йылда «Байыҡ» бейеү бәйгеһендә ҡатнашырға дәртләндерә…

… Хәлисә һәм Миҙхәт Багаевтарҙың балаларының һәр береһе хаҡында оҙон-оҙаҡ яҙырға булыр ине. Өсөһө лә ныҡлы, рухлы ғаилә ҡорған. Зөлфиәләре – Мәҙәниәт министрлығы хеҙмәткәре, уның да ырғаҡ менән бәйләгән һәр эше үҙе бер сәнғәт әҫәреләй. Улдары Айбулат та Өфөлә төпләнгән, юрист. Кәләше Гүзәл менән Бәхтийәр, Данияр исемле малайҙар үҫтерә. Гүзәл менән Азат кейәүҙәренең кинйәкәй ҡыҙҙарынан тыш Сыңғыҙ, Баязит исемле улдары бар. Мәҡәләнең төп геройы – ҡомартҡы селтәр, шуға ла һаҡал, иҙеүҙәр яһау оҫтаһы Гүзәл хаҡында күберәк һөйләге килә. Һөнәре буйынса журналист ул, «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталында эшләй. Ә өйөндә – ысын ханбикә, тиһәң дә була. Тормош иптәше менән төҙөп ингән ике ҡатлы хан һарайылай йортто ул хыялына ярашлы итеп биҙәгән. Тәбиғи материалдарға, винтажға өҫтөнлөк биргән интерьер, боронғо әйберҙәр, үҙ ҡулдары менән төрлө таштар йәбештереп биҙәгән арка һәм таяуҙар – барыһы ла бер-береһен тулыландыра. Ә йорттарының йөҙөк ҡашы – башҡортса йыһазландырылған бүлмә. Түрҙә урындыҡ, һандыҡ өҫтөндә ҡорама түшәк-ҡаралты, ҡорамалар, ағастан мебель, сигелгән ҡорғандар, тирмә диуарын хәтерләтеп торған һуғылған балаҫ, самауыр, батмус, ағас ҡалаҡтар һәм туҫтаҡтар, урҙалағы милли кейемдәр – бер яҡтан, музейҙы хәтерләткән, икенсе яҡтан, бик заманса эшләнгән был бүлмә шул тиклем ҡотло, балалар ҙа ошонда уйнарға, йоҡларға ярата икән. Гүзәлдең өйөндә тағы ла бер серле бүлмә бар – үҙенең оҫтаханаһы. Оҙон өҫтәлдә әле эшләнеп ятҡан төрлө иҙеүҙәр, ә кәштәләрҙә мәрйендәрҙең ниндәйе генә юҡ. Зәлифә, бәләкәй булһа ла, теҙеп һалынып та, әле тегелмәгән сәйләндәрҙе урынынан күсерергә ярамағанды белә. Селтәр биҙәшергә әсәһенә ихлас ярҙам итә.
Хәҙер һаҡал-фәлән яһаусы егәрлеләр күп, ә Гүзәлдең эштәре улар араһында зауыҡлығы, башҡаларҙы ҡабатламаған үҙенсәлеклеге менән айырыла. Йолаларҙан тайпылмай боронғоса итеп эшләнгәндәре лә, стилләштерелеп заманса элементтар өҫтәлгәндәре лә берҙәй ҙур һорау менән файҙалана. Гүзәл әсәһе менән республикала үткән төрлө сараларҙа үҙҙәренең күргәҙмәһен ҡуя. Зөлфиә апайы ла – уның уң ҡулы, төп терәге. Яһаған эштәре оҙаҡ ятмай, һатып алыусылар табылып тора. Әсәй кеше Батырҙа, Стәрлебашта, Мәләүездә оҫталыҡ дәрестәре ойошторһа, ҡыҙы был боронғо милли биҙәүесте эшләү серҙәренә, мастер-кластар үткәреп, Өфө ҡатын-ҡыҙҙарын өйрәтә башлаған…

… Әсәле-ҡыҙлы Хәлисә Багаева һәм Гүзәл Кәримоваларға ҡарап, бәхет балаҫының иң ябай ғәмәлдәрҙән туҡылыуына инанаһың. Быуындар араһындағы ныҡлы бәйләнеш, йолаларға тоғролоҡ, үҙ-ара хөрмәтле мөнәсәбәт, тәү сиратта хеҙмәткә бағыныу – башҡорт ғаиләһенең уңыш нигеҙе ошоларҙа.
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2018) һанында уҡығыҙ.




Теги: Ҡатын-ҡыҙ Ғаилә Биҙәүестәр




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook