Бәндәбикә

БәндәбикәТаңғы күк ҡараңғылығында ҙур яҡты нөктә булып, Сулпан йондоҙ балҡый. Төҫһөҙләнгән ай батыу яғы­на ыңғайлаған. Төн йылыһы иртәнге һалҡын менән алмашынды. Ул, тир­мәләргә үтеп, һыуыҡ йылан кеүек, йоҡолағы кешеләрҙең ҡуйынына үрмәләй, өшөттөрөп, йылы юрғандарына нығыраҡ төрөнөргә мәжбүр итә. Дала, иртәнге шыйыҡ томан аҫтында ойоп, тын ҡалған. Бына офоҡта яҡты һыҙат шәйләнде. Йондоҙҙарҙы бер-бер артлы һүндерә-һүндерә, төн сигенде. Ауыр һулап, һыйырҙарҙың ҡуҙғалышҡаны ишетелде. Ҡайҙалыр бейәләрен барлап сапҡан өйөр айғырының тояҡтары тыпылданы. Ауыл уянды. Яңы көн хоҡуғына инде.
Бәндәбикә күҙҙәрен асты. “Тағы бер йоҡоһоҙ төн үтте”, – тип уйланы ул, ғәҙәтләнгәнсә, иртәнге намаҙға тороп. Алланып килгән офоҡҡа күҙ ташланы: “Һуңламаным шикелле...” Тәһәрәт алғас, ҡиблаға ҡарап, намаҙ­лығына баҫты ла Ҡөрьән сүрәләрен бышылдарға тотондо. Доғалары ҡатмарлы түгел уның. Аллаһы Тәғәләнән кешеләрҙең был көндө лә имен-аман үткәреүен һорай. Өйҙәгеләргә, мал-тыуарға, балаларға, ҡарт-ҡороға – һаулыҡ. Юлаусыларҙы, сырхауҙарҙы ярҙамынан өҙмәһен. Доғаһында бик мөһим үтенесе лә бар: Аллаһы Тәғәлә аңһыҙҙарҙы аңлы итһен, һәр кемгә айыҡ аҡыл бирһен. Юғиһә ҡәбилә-ара сыуалыштар яңынан тоҡанырға тора. Рыҫҡол ҡыпсаҡтарҙы баҫҡан, тип хәбәр иттеләр кисә. Хәҙер яуабын көт тә тор. Ҡәбиләләр араһын боҙорға тырышҡан иҫәр баштар һис бөтмәй ҙә һуң.
Башҡорттоң бик яман бер ҡылығы бар: бәләкәс кенә, йүнһеҙ генә ырыу­ҙың башлығы ла үҙ ырыуын иң өҫтөнө тип һанай. Ошондай башлыҡтарҙың мин-минлеге, тәкәбберлеге үҙ-ара бәрелеш-ҡыйралыштарға сәбәп була ла инде. “Их Рыҫҡол, Рыҫҡол, ҡыр­ғанһың бит эште! – тип көрһөндө Бәндәбикә, доғаһын тамам итеп, намаҙлығын йыйған саҡта. – Хәҙер ни ҡылырһың икән инде? Әбделғәни аҡһаҡал ише бик хөрмәтле кешенең ырыуына баҫымсаҡланғаның етмә­гән, аҡһаҡалдар фатихаһынан тыш кешеләрҙе барымтаға әйҙәләгәнһең, хоҡуғың булмай тороп, ырыуҙың изге оранын ҡулланғанһың. Йолаларыбыҙҙы боҙоу ҙабаһа был. Шуға Алла­ның ҡәһәре төшкән һиңә: еңел­гәнһең. Ырыуҙаштарың хәҙер әҙәм күҙенә нисек ҡарар икән? Һин уларҙы башҡорттар араһында иҫән көйө мөртәткә әйләндергәнһең.
Ни етмәгәйне һуң һиңә? Бөрйән ҡәбиләһендә ырыуың арыу ғына һанда тора. Иҫәпһеҙ өйөрҙәреңде мул үләнле туғайҙарҙа көтәһең, йылғаларың да ҡорорға йыйынмай шикелле. Кешеләрең туҡ, ҡәнәғәт. Тағы ни кәрәк һиңә!? Ҡомһоҙлоҡ, тәкәбберлек!!! Бына шул иблес һине аҡылдан яҙҙыра, илбаҫарлыҡҡа этәрә. Боронғолар киҫәткән: “Ҡомдан ныҡлы йорт һалынмаҫ, кеше бәхетен урлап, бәхетле булмаҫһың, әҙәм ҡанын ҡой­ған үҙ башы менән түләр”. Һине аҡылға ултыртырға кәрәктер, күрә­һең. Һин, Рыҫҡол, ырыуыңдың тотош бөрйән ҡәбиләһе түгел, ә уның бер тармағы ғына икәнлеген онотҡан­һың. Һине ҡәбилә аҡһаҡалдары ҡо­рона хөкөмгә саҡырырға тура килер. Бына шулай, Рыҫҡол. Бөтә нәмәнең сиге була, хатта әҙәм сабырлығының да. Үҫәргәндәр ҙә тик ятмай, айһай ырыуының йылҡы өйөрөн алып кит­кәндәр, ығы-зығыла йәйләү янған. Аллаға шөкөр, ҡан ҡойолмаған. Аллаһы Тәғәлә был донъяла бәндәләргә бөтәһен дә ғәфү итә, тик кеше ҡаны ҡойолғанды ғына ярлыҡамай. Ҡан ҡанды түктерә, шунан инде ҡайғы-хәсрәт, күҙ йәше, нәфрәт китә. Төҙә­теп булғыһыҙ хатаға юл ҡуймаҫ өсөн бөтә аҡһаҡалдарҙы йәһәтерәк ҡорға йыйыр, бәхәстәрҙе хәл итер кәрәк. Үпкәләрен күҙгә ҡарап әйтһендәр, төн ҡараһына йәшенеп килеп, мәкер­ҙәрен сәсеп, йәйләүҙәрҙе туҙҙырып йөрөмәһендәр әйҙә. Етте! Ошо аҙнала уҡ ҡәбиләләр ҡорон йыйырға кә­рәк булыр”.
Бөтөнләй яҡтырған. Бәндәбикә, намаҙлығын тотоп, тирмәгә йүнәлде. Уны саптырып килгән ат тояғы менән берәүҙең: “Бәндәбикә инә-ә-әй!” – тип һөрәнләгән тауышы туҡтатты. Тирмә эргәһенә өйөрмәләй булып һы­байлы килеп туҡтаны һәм, атын киҫкен туҡтатып, эйәренән һикереп төштө. Был һеңлеһенең улы Айтуған ине.
– Бәлә, инәй! Атайым ебәрҙе! Ҡыпсаҡтарҙан Әбделғәни аҡһаҡалдың ейәнсәре Әлфиәне үлтергәндәр! Рыҫҡол ағайҙың эше тигән һүҙ йөрөй. Йәйәһенән атҡан.
Бәндәбикә күҙҙәрен йомдо, ҡот осҡос хәбәрҙән ҡойолоп төштө ул. Эргәһендәге ҡатын-ҡыҙ аһ итте лә йәйләүгә һибелде: яман хәбәр ары таралды. Бәндәбикә тирмәгә инде һәм, хәлһеҙ булып, түшәк-юрған өйө­мөнә ауҙы. “Бөттө, йыйын йыйырға һуңланым, – Бәндәбикә хәсрәтле уй­ға сумды. – Ҡан ҡойола инде былай булғас. Ҡыпсаҡтар абруйлы аҡһаҡалдарының ейәнсәрен үлтереүҙе ғәфү итә торған ҡәбилә түгел. Был ике ҡәбиләнең һуғышы башҡаларға ла ҡағыласаҡ. Ҡан ҡойошло ҙур бәрелеш буласаҡ был. Ни эшләнең һин, Рыҫҡол, ни эшләнең??? Шундай ҡы­ҙыҡайҙы харап иткәнһең! Ун ете генә йәш ине бит уға. Хәтеремдә: Әбделғә­ни бәпес туйына саҡырғайны, шул сабыйҙы үҙ ҡулымда тирбәткәйнем. Әрәм булған балаҡай йәш кенә көйө! – Бәндәбикә ауыр көрһөндө, яңағында еүеш эҙ ҡалдырып, бите буйлап ике бөртөк күҙ йәше тәгәрәне. – Әй Аллам, юл күрһәт, зиһенемде яҡтырт, был һуғышты нисек булдырмаҫҡа?”
Айтуған тирмә ауыҙы эргәһендә, тынлыҡты боҙмаҫҡа тырышып, шым ғына тора бирҙе. Бәндәбикә күҙҙәрен асты. Ул ҡәтғи ҡарарға килгәйне. Ныҡ баҫып, тирмәнән сыҡты ла бойороҡло тауыш менән былай тине:
– Айтуған, ҡарый-ҡыпсаҡтарға сап. Әбделғәни аҡһаҡалды тап та әйт уға: мин бик-бик үтенәм, ишетәһең­ме, бик үтенәм, бында, Мәҡсүт ауылына, килһен әле. – Бәндәбикә тыныс сапҡынға кейҙерә торған аҡ камзулды алып сыҡты. – Бынау камзулды кей, юлда үҙеңә һаҡ булыр. Ҡыпсаҡтар һуғыш иғлан итмәҫ элек өлгөр, йәһәт йөрө. Йола буйынса, мәйетте ҡуйғандан һуң өсөнсө көнөнә төш ауғас ҡына аҡһаҡалдар ҡоро ырыу башына ҡәбиләнең яу оранын ҡысҡырырға рөхсәт бирә. Юл ыңғайы атайыңа һуғыл, бойороғомдо уға ла еткер: Рыҫҡолға, айһай ырыуы башлығына, үҫәргән менән т∆ңгәүерҙәрҙең башлыҡтарына ла сапҡын ебәрһен. Ҡара уны, юлда абай бул, бәләгә тарып ҡуйма! Ҡурҡмайһыңмы?
– Юҡ, инәй. Атым шәп, үҙем дә ҡурҡаҡтарҙан түгел. Доғаларың мине ҡурсалап йөрөтөр. – Шулай тине лә Айтуған ялт итеп эйәргә менеп ултырҙы һәм өйөрмә етеҙлеге менән Наҡаҫ йылғаһы яғына елдерҙе. Ул үткән юлдан борҡоп күтәрелгән ту­ҙан һыҙаты ғына һуҙылып ҡалды.
Бәндәбикә эргәһенә йүгереп килә ятҡан кесе һеңлеһе Ҡуйбикә кү­ренде.
– Апай, дөрөҫмө был? Ниҙәр генә булыр икән инде? Бөтә йәйләү ҡорт күсе кеүек гөжләп тора. Егет-елән ҡыпсаҡтарҙың ҡарымтаһын ҡаршыларға әҙерләнә. Апай, мин ҡурҡа-а-а-ам!!! – тип Ҡуйбикә ҡысҡырып илап ебәрҙе.
– Кәүгәләмә! – ҡаршы төшөп булмаҫлыҡ ҡәтғи тауыш менән тыйҙы уны Бәндәбикә. – Ваҡыт бар әле. Аллаһы бирһә, был усаҡты һүндереп өлгөрөрбөҙ. Сыулап йөрөгәнсе, бар, ҡунаҡ тирмәһен йыйыштыр. Бөгөн ҡунаҡтар көтөлә.
Ҡуйбикә, боролоп, ҡунаҡ тирмәһе тирәһендә ҡайнашҡан ҡатын-ҡыҙ төр­көмөнә ҡарай йүгерҙе, уларға Бәндә­бикәнең әмерен еткерҙе, тегеләре тирә-яҡҡа һибелде. Тиҙҙән улар егет­тәрҙе эйәртеп кире килеп етте. Бергә­ләп тирмә өҫтөндәге иҫке кейеҙҙәрҙе һалдырҙылар, улар урынына хөрмәтле ҡунаҡтар килгәндә генә ҡуйыла торған ап-аҡ яңыларын кирҙеләр. Улар артынса йәш ҡыҙҙар ҡосаҡ-ҡосаҡ ҡаралды күтәреп килеп етте һәм тирмә эсен йыйыштырырға тотондо: аҫалы балаҫтар түшәнеләр, келәмдәр, сигелгән һөлгөләр элделәр. Бер сәғәттән тирмә ҡунаҡ ҡаршылар­ға әҙер ине.
Бәндәбикә ул арала байрамса кейенеп-яһанып алды: ҡәбиләләрҙең затлы кешеләрен ҡабул итеү өсөн лайыҡлы ҡиәфәттә булыуың зарур. Ебәк күлдәге өҫтөнән кейгән нағышлы, көмөш тәңкәле бәрхәт камзулының тәпәрләнгән урындарын ҡулы менән һыпырып яҙҙы. Башына бохар яулығын япты. Шунан сапҡындарҙың әйләнеп ҡайтҡанын көтөргә ултырҙы – килерме икән саҡырылған кешеләр? Уның ниәте ябай ғына: бөтә башлыҡ­тарҙы йыйырға ла ҡан ҡойолоуҙа кем ғәйепле икәнен асыҡларға. “Рыҫҡол булһа, уны Әбделғәни хөкөмөнә тапшырырға. Ул иһә Рыҫҡолдо теләһә ни эшләтһен – хатта үлтерергә лә рөхсәт, бының өсөн ул хөкөм ителмә­йәсәк. Шулай итеп, кешеләрҙең ғү­мерҙәрен һаҡлап ҡалырға, барыһын да тынысландырырға, тоҡанып тор­ған һуғыш утын һүндерергә насип булыр. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың, ҡарт-ҡо­роноң, бала-сағаның ни ғәйебе бар? Ниңә улар бер иҫәүән арҡаһында ға­зап сигергә тейеш? Дөрөҫ, ырыуҙа­шыңды башҡа ырыуға язаларға тапшырыу башҡорттоң “үҙеңдеке өсөн һуңғы йәнгә тиклем һуғышырға” ти­гән ҡанунына ҡаршы килә-килеүен, әммә икенсе ҡағиҙә лә бар: “Ырыуҙа­шың ғәйепһеҙ ҡанды ҡойһа, ул ҡан-ҡәрҙәшлек ҡанунын боҙған тип һанала һәм бөтөн ырыуҙың йә ҡәбиләнең ҡурсалауынан мәхрүм ителә”. Әлеге осраҡты ошо ҡағиҙәгә индереп була­лыр, моғайын, – тип фекер йөрөттө Бәндәбикә. – Рыҫҡол ғәйепле булһа, аҡһаҡалдар ҡоро уны ҡыпсаҡтарға тапшырыр. Шулай булыр, иншалла”.
Ҡуйбикә килеп инде:
– Бәндәбикә апай, иртәнге сәй әҙер. Ҡыҙҙар һинең тирмәгә инергә рөхсәтеңде көтә.
Бәндәбикә, уйҙарынан арынып, ыңғай яуапты аңлатып, башын ҡаҡты. Ҡыҙҙар йәһәтләп тирмәгә инеп тулды, ашъяулыҡ түшәне, ризыҡ-ниғмәт­тәрҙе ултыртты. Ҡуйбикә әле генә бешергән эҫе көлсәне ҡуйҙы.
Бәндәбикә көлсәне бүлеп алды ла, майға манып, яй ғына сәйнәргә кереште, ара-тирә бөтнөк менән һа­ры мәтрүштән бешерелгән үлән сәйен йотто. Тамағына аш бармай ине. Бер сынаяҡ сәйҙе улай-былай итеп эсеп бөттө лә шәшкеһен ситкә этте. Ҡыҫҡа ғына доғаһын уҡып шөкөр итте, урынынан тороп, тышҡа сыҡты. Ҡуйбикә апаһына йәлләп ҡа­рап ҡалды, ул уның хәлен аңлай ине. Тирмәләгеләр шым ғына сәй эсеүен дауам итте.
Икенсе көндөң кисенә алыҫ түмә­ләстә һыбайлылар күренде. Тығыҙ өйкөм булып, улар Бәндәбикәнең ауылына ҡарай саба. Береһе уларҙан айырылды ла ҡунаҡ тирмәһе яғына ыңғайланы. Был Айтуған ине:
– Бәндәбикә инәй, Әбделғәни аҡһаҡал үҙенең яугирҙәре, тағы бер нисә ырыу аҡһаҡалы менән килә ята.
– Аллаға шөкөр! – Бәндәбикә еңел һуланы, – һүҙемде йыҡмаған, тимәк, өмөт бар әле.
Ҡыпсаҡтарға килеп етергә йөҙ ат аҙымы самаһындай ғына ара ҡалғайны. Әбделғәни иң алда килә. Уның артынан яугирҙәре менән өс аҡһаҡал төшкән. Башлыҡтың йөҙө ҡара болоттан да ҡарараҡ. Шулай булмай ни, әле генә нәҫеленең һуңғы тарма­ғын ерләне лә баһа. “Үҙ башыңа ҡо­торҙоң, Рыҫҡол! Үкенерең алда әле! Күкрәгеңде хәнйәрем менән йыртып асып, йөрәгеңде үҙ ҡулым менән һу­рып аласаҡмын, йөрәгеңдәге ҡаның­ды тамсылап һығасаҡмын. Эй Аллам, ошолай итеп ҡон ҡайтарыр көндө тиҙерәк еткер!” – Мәҡсүткә яҡынлашып килгәндә шундай уйҙар ҡайнай ине аҡһаҡалдың башында. Сап­ҡын туҡтаған тирмәне күргәс, ул был уйҙарын ҡыуаларға ашыҡты. Бән­дәбикә менән һүҙҙең ни турала барырын самалай ине һәм яуабын да әҙерләгәйне. Әлбиттә, был ауылға килмәһә лә булыр ине, сөнки бөрйән ҡәбиләһенең ауылы бит ул, әммә Бәндәбикәнең һүҙен йыға алманы. Был ҡатынды бик тә ихтирам итә шул. Ҡан-ҡәрҙәшлек менән борондан килгән дуҫлыҡ та бар. Ни тиһәң дә, һыуын-ҡыпсаҡ ырыуынан Ҡотлогилде бейҙең ҡыҙы бит әле ул Бәндә­бикә. Әбделғәнигә уның менән ҡәби­лә-ара йыйындарҙа йыш осрашырға, әңгәмәләр ҡорорға тура килгәне бар, һәр ваҡыт уның төплөлөгөнә, аҡылына, уҡымышлылығына хайран ҡала торғайны. Был заманда белемле булыу – һуш китмәле шәплек, тиңдәр араһында ла үргәрәк күтәреп торған баҫҡыс. Әбделғәни бер ваҡытта ла унан кәңәш һорарға тартынманы, сөнки белә: уның һәр һүҙе үлсәнгән, һәр фекере төплө.
Әбделғәни, Бәндәбикәне күргәс, байтаҡ ара ҡалһа ла, атынан төштө һәм, теҙгенен Айтуғанға тоттороп, уның эргәһенә атлап китте. Был ауыл хужабикәһенә ҡарата иң ҙур хөрмәт билдәһе ине. Башлыҡтың өлгөһөнә эйәреп, ҡыпсаҡтар аттарынан төштө һәм малайҙарға уларҙы бәйләп ҡу­йырға ҡушты. Әбделғәни, Бәндәбикә эргәһенә килеп еткәс, күрешергә ике ҡулын һуҙҙы, Бәндәбикә лә ике услап күреште. Тулы тынлыҡта ҡул ҡыҫыштылар: байрамға киленмәгән. Алда ауыр һөйләшеү тора.
Әбделғәни, эскә ингәс, иң абруйлы урынға – тирмә ауыҙы ҡаршыһына үтеп ултырҙы. Бәндәбикә табында ҡунаҡты үҙе ҡараны.
Хужалар ризыҡты төрләндерергә тырышҡайны. Ашъяулыҡҡа, ағас туҫ­таҡтарға һалып, киҫәкле ит, ҡаҙы, ба­уырһаҡ, балсыҡ һауыттарҙа һөт өҫтө, аҡ май, ҡыҙыл эремсек ҡуйылған. Тал­ҡан, еләк ҡағы, муйыллы май, бохар сауҙагәрҙәренән һатып алып ҡалын­ған өрөк, йөҙөм, мөғжизә һаналған ят ризыҡ – татлы шәкәр табынды биҙәй. Бәндәбикә ул саҡтарҙа башҡорттар араһында бик һирәк осрай торған ҡим­мәтле һәм затлы хуш еҫле ҡытай сәйен бохар кәсәләренә ҡойҙо. Әбделғәни һис ғәжәпләнмәне. Был эсемлекте ул йәш сағында уҡ тәмләгәйне. Ҡаҙаҡ ҡәбиләләренә барымта менән барған­да юлда бер ҡытай сауҙагәре осрағайны, ҡәҙерле йәне өсөн ҡурҡыштан бө­тә сәйен уларға биргәйне, нисек бешерергә, нисек эсергә икәнен дә өй­рәткәйне. Тәүҙә Әбделғәни сәйҙең тәмен дә, сихәтен дә тоймағайны. Һуң­ғараҡ ҡына сәйҙең кәйефте күтәргә­нен, арыу-талыуҙы кәметкәнен һиҙеп ҡалды. Шуға Бәндәбикә һонған кәсә­не ул эске кинәнес менән алды ла оно­тола башлаған тәмле эсемлектән ауыҙ итте. Сәйҙе шым ғына эстеләр. Бәндә­бикә лә һүҙ башламаны. Йола буйын­са, ҡунаҡтың тамағы туймайынса уның иғтибарын ситкә борорға ярамай. Өсөнсө кәсәнән һуң Бәндәбикә ауыр тынлыҡты боҙорға йөрьәт итте:
– Ауыр ҡайғыңды уртаҡлашам, Әбделғәни ағай! Беләм, хәсрәтең даръялай. Әлфиә иҫкә төшһә, үҙем дә илайым. Уҫал елдәр харап иткән йәш кенә ҡыяҡты. Сабыр бул, Әбдел­ғәни ағай. Әҙәм ҡаны изге, уны Аллаһының ихтыярынан башҡа бер кем дә ҡойорға тейеш түгел. Хәҙер ни эшләргә уйлайһың?
Әбделғәни кәсәһен ҡуйҙы.
– Үҙең нисек уйлайһың һуң, Бән­дәбикә? Һин дә ҡыпсаҡ ҡәбиләһенән бит. Ҡотлогилде бейҙең ҡыҙы! Бөр­йән ҡәбиләһе Арыҫланға кейәүгә барһаң да, булмышың менән беҙҙеке һин, ҡыпсаҡтыҡы. Үҙең беләһең, ата-бабалар йолаһы ҡан өсөн ҡон ҡайта­рырға ҡуша, шулай булғас, ниңә һо­райһың?
– Мин үҙемдең ҡыпсаҡ ҡыҙы икә­немде бер ҡасан да онотҡаным юҡ, ә әле бөрйән ҡәбиләһенеке булараҡ һорауым. Үлтереүсенең Рыҫҡол икә­нендә бер шигең дә юҡмы?
– Бер тамсы ла икеләнмәйем, Бәндәбикә. Бөтә дәлилдәр Рыҫҡолға төртөп күрһәтә. Егеттәреңә Сынбулатты саҡырырға ҡуш әле. Үлтереүсенең йәйәһен килтерһен.
– Айтуған! – Бәндәбикә, тирмә ауыҙынан башын сығарып, тышта әмер көтөп ултырған Айтуғанға өн­дәште. – Бар әле егеттәргә әйт, Сынбулатты бында саҡырып килтер­һендәр.
Теге шул арала юҡ булды. Бер нисә минуттан тирмәгә Сынбулат килеп инде.
– Саҡырғайнығыҙмы, хөрмәт­леләр?
– Эйе. Йәйәне күрһәт.
Сынбулат, арҡаһынан йәйәне алып, Бәндәбикәгә һуҙҙы. Ул ҡоралды ентекләп ҡарарға тотондо. Ҡәбилә­нең тамғаһын да, Рыҫҡолдоң шәхси билдәһен дә күрҙе, был билдәне уға үҙе уйлап сығарып, “әлеф” хәрефен ҡулланып, үҙе үк эшләп тә биргәйне. Йөрәге ҡыҫылып ҡуйҙы, һаман да бөтөнләй үк ышанып етмәне. Ләкин Сынбулаттың кире ҡаҡҡыһыҙ дәлиле бар ине:
– Бына Әлфиәне үлтергән уҡ, яранан үҙем һурып алдым, – тине ул, ҡалъянынан уҡты сығарып. Бәндә­бикә ауыр көрһөндө һәм йәйә менән уҡты Сынбулатҡа кире һуҙҙы. Әбдел­ғәни, ымлап, Сынбулатҡа сығырға ҡушты.
– Йә, ни әйтерһең? Үҙең күрҙең, мин уйлап сығарған нәмә түгел, – тине ул, үҙҙәре генә ҡалғас. Бәндәби­кә өндәшмәне. Был донъяла бөтә булғанын юғалтҡан кешегә ни әйтә алһын инде ул? Улы бар ине, яуҙа һәләк иттеләр. Ҡатыны менән килене ҡара үләттән мәрхүм булды. Ейәнсәре генә ҡалғайны, бына хәҙер унан да яҙҙы. Ул Әбделғәниҙең күңелен нин­дәй уттар өткәнен аңлай. Әле унда үс ялҡыны дөрләй. Аяу булмаясаҡ. Тыштан тыныс күренә, уға ни тиклем ауыр икәнен йөҙөнә ҡарап ҡына аң­лайһың. Берсә сейәләй буҙара, берсә һөттәй ағара. Үҙен йүгәндә ныҡ тота. Тимер ихтыярлы кеше! Ауыр тынлыҡты Бәндәбикә боҙҙо:
– Тыңла әле мине, Әбделғәни ағай. Һине ауылға саҡырырҙан элек мин оҙаҡ уйланым. Эйе, ҡот осҡос ваҡиға, берҙән-береңдең, Әлфиәнең, ҡаны ҡойолған, ғүмере өҙөлгән. Үсең изге. Ата-бабаларҙан ҡалған йола бар. Үтенесем һиңә шул: зинһар өсөн бар ырыуҙан үс алма. Әгәр бер Рыҫ­ҡолға ғына яза бирһәң, кешеләр быны аңлар. Ә асыуыңды уның бөтә ырыу­ҙаштарына төшөрһәң, үҙ-ара нәфрәт­тән тоҡанған утлы өйөрмә артабанғы быуындарға ла етәсәк әле. Ейәндәребеҙ, бүләләребеҙ, был ҡон ҡайтарышыуҙың тәү сәбәбен дә белмәйенсә, бер-береһенә ҡорал күтәрәсәк. Был нәфрәт әсә һөтө менән тапшырыласаҡ, башҡорт башҡортто ҡырасаҡ. Ҡан-ҡәрҙәш булған бер телле, бер динле кешеләрҙең бер-береһен юҡ итеүенән дә ҡурҡынысыраҡ бер ни юҡтыр. Асыуыңды йүгәнлә. Бөгөн минең саҡырыуым буйынса яҡын-тирә бар ҡәбиләләрҙең башлыҡтары йыйыласаҡ. Мин Рыҫҡолдо ошо ҡор хөкөмөнә тапшырырға булдым. Үлтереүсене төн ҡараңғыһында, мөйөш­тән түгел, ә асыҡтан-асыҡ, көпә-көн­дөҙ язалағанды бөтәһе лә күрһен. Был асыҡ хөкөм буласаҡ. Бында бер мин – Бәндәбикә генә хәл итмәйем, юғиһә кешеләрҙең, үҙем бөрйән ҡәбиләһенеке булмағас, Рыҫҡол миңә йәл түгел, тип уйлауҙары бар. Уны ҡыпсаҡтар ғына түгел, бөтөн ҡәбилә­ләрҙең вәкилдәре хөкөм итәсәк. Һин ризамы?
Бәндәбикә
Әбделғәни өндәшмәне. Бәндәби­кәнең тәҡдиме уны уйға һалды. Риза­лашырға мөмкин. Тик тотош ырыу­ҙың нәфрәтен нисек ҡайтарырға? Бигерәк тә Сынбулаттыҡын. Ул Әл­фиәне бәләкәйҙән ҡарап йөрөттө, Хупъямал өй эше менән булғанда, сәңгелдәген бәүетте. Бер йәшлек Әлфиә тәпәй киткәс, йола буйынса, аяғындағы тышауын да ул ҡырҡты. Бер туған һеңлеһе кеүек яратты ул уны, былай ике туған инеләр. Йәш аралары ла әллә ни ҙур түгел – һигеҙ йыл ғына. Өс йәше тулғас, Сынбулат уны эйәргә ултыртты. Хәҙер ул нисек итеп был юғалтыуға яуапһыҙ ҡала алыр? Ҡыҙыу, ене ҡуҙғалһа, тотоп туҡтатырлыҡ түгел. Үлеп тынсығанға тиклем бөрйәндәрҙән үс алыр. Әбдел­ғәниҙең күңелен ауыр уйҙар баҫты. “Эх, бик ҡыйын шул бер ҡарарға килеүе, – Әбделғәни икеләнде. – Бәндә­бикәнең тәҡдименә күнеп, бөрйәндәр менән татыулыҡ һаҡлауға ризалаш­һам, быны ҡыпсаҡтар минең йомшаҡ­лыҡ, баҙнатһыҙлыҡ, хатта ҡурҡаҡлыҡ тип баһалаясаҡ. Башҡа ҡәбиләләр ҙә шулай тип уйлаясаҡ. Көсһөҙҙө, ҡурҡаҡты эте лә, бете лә баҫырға, таларға, кәмһетергә генә торасаҡ. Эй Хоҙайым, ни эшләргә миңә, аҡыл бир!” – Әбделғәни уйында һуңғы һөйләмде әйткәндә эске тауыш менән ҡысҡырып уҡ ебәрҙе һәм ҡамсыһы­ның һабын йоҙроғона тағы ла нығы­раҡ ҡыҫты.
Бәндәбикә уны ашыҡтырманы. Ул абруйлы ил ағаһының ни тиклем кө­сөргәнешле эске көрәшкә дусар бул­ғанын күреп ултырҙы. Дөрөҫ ҡарарға килеү ауыр буласаҡ, әммә үҙ тәҡдименең ҡабул ителерендә Бәндәбикә тамсы ла шикләнмәне. Әбделғәниҙең яҡшы яҡтары бик күп. Аҡыллы, төп­тән уйлап эш итә, иң мөһиме – мәкерле, эскерле түгел. Дошманына ҡон ҡайтарғанда ла саманы белә торғайны, ғәйепһеҙ ҡан түккәне булманы. Иҫәпһеҙ күп барымта-ҡарымталарҙа, һуғыштарҙа байтаҡ кешенең башына етһә лә, тирә-яҡ башҡорттарҙың береһе лә уны кеше үлтереүсе тип атай алмаҫ.
Ниһайәт, Бәндәбикә һорауын бирҙе:
– Йә, ниндәй уйға килдең, Әбдел­ғәни ағай?
– Рыҫҡол ғәйебен танымаһа, ни эшләйбеҙ? Төн булған хәл бит. Ша­һиттар юҡ, уның баш тартыуы ихти­мал. Йәйә менән уҡтан башҡа дәлил юҡ. – Әбделғәни һораулы ҡарашы менән Бәндәбикәгә төбәлде. Ул был һорауҙың ҡалҡып сығырын көткәйне.
– Йолаға ярашлы Алла хөкөмө булыр.
– Миңә беренсе булып атыу хоҡу­ғын бирәһеңме?
– Юҡ, уныһын булдыра алмайым. Ғәҙәт буйынса уны үҙен нахаҡҡа ғә­йепләнгән тип иҫәпләүсе һорай. Тәҡ­дим генә буласаҡ, ә арғыһын Хоҙай ҡулына тапшырабыҙ. Ул ғәйепһеҙҙе ярлыҡар.
– Ярай! Ризамын, – тип һуңғы һүҙен әйтте аҡһаҡал.
Бәндәбикә еңел һулап ҡуйҙы. Яр­ты эш эшләнде. Хәҙер айһай ырыу­ынан Тимербайҙы, түңгәүерҙәрҙән Хәсәнде, үҫәргәндәрҙән Юламан бейҙе генә көтөп алаһы ҡалды. Әл­биттә, тағы Рыҫҡолдо. Әгәр ҡасып китмәһә. Хәйер, ҡасмаҫ. Рыҫҡол бик тәкәббер, үтә ғорур, батыр булыуын да иҫәптән төшөрөп булмай. Ырыу башының – Бәндәбикәнең – бойороғон үтәмәҫкә хаҡы юҡ. Ырыу һәм ҡәбилә ҡанундарына буйһонмаусыға ҡаты яза ҡаралған. Ундай осраҡтың булғаны ла юҡ әле. Әгәр була ҡалһа, ундай кеше ҡәбилә билдәләренең барыһынан да (оран, тамға, изге ырыу ағасы һәм йәнлеге) мәхрүм ите­лә. Шунан ырыу мөртәткә әйләнә. Уны теләгән берәү кәмһетә ала. Уның мал-мөлкәтен тартып алған, ҡыҙҙа­рын урлаған, кешеләрен ҡол иткән өсөн берәү ҙә берәүгә лә яза ҡулланмай. Ҡәбилә был ырыуҙы яҡлап ҡыл да ҡыбырҙатмай. Ҡәһәрләнгән ырыу, аҡһаҡалдар ҡороноң ҡарарына ярашлы, бөтөүгә дусар ителә. Ҡот осҡос яза! Рыҫҡол ырыуын бындай хәлгә ҡалдырырға батырсылыҡ итмәҫ. Бәндәбикә, сигеүле ҡулъяулығының сәйләндәрен бөртөкләй-бөртөкләй, уйы менән башҡорт ҡанундарын барланы.
Сабып килгән аттарҙың тояҡ тыпырҙауы ишетелде. Түмәләсте артылған бер төркөм һыбайлы ауылға ҡарай елдерә ине. Бағауылда торған малайҙар икән – улар ҡәҙерле ҡунаҡ­тар күренеү менән был хаҡта ауылға хәбәр еткерер өсөн ҡуйылғайны.
– Инәй, үҫәргәндәр килә!
– Ә мин йылға бөгөлө артынан айһайҙар килеп сыҡҡанын күрҙем! Тимербай ҡорбашының кәпәсенән таныным.
– Ә мин! – тип ҡысҡырҙы бөтә­һенән дә уҙҙырып ебәрергә тырышҡан малай остоғо. – Ә мин т∆ң­гәүерҙәрҙе күрҙем! Башлыҡтары Хәсәндең ҡола айғыры әллә ҡайҙан танылып тора.
– Эй шәпһегеҙ ҙә инде, улыҡайҙар, бигерәк үткер күҙлеһегеҙ, – тип Бән­дәбикә малайҙарҙы маҡтап ебәрҙе. – Ә Рыҫҡол бейҙе берәйегеҙ шәйлә­мәнеме?
– Юҡ, инәй! – тине балалар бер тауыштан.
– Айран эсеп алығыҙ ҙа тағы ҡарауылға төшөгөҙ. Ул күренеү менән – минең эргәгә! Уҡ кеүек осорға! Аңлашылдымы?
– Эйе, инәй! – бөтәһенең ауыҙы­нан бер юлы атылып сыҡҡан яуаптың яңғырауы булды, бала-саға күҙ асып йомғансы тирә-яҡҡа һибелде.
– Әбделғәни ағай, башлыҡтар килеп етте. Хәҙер тирмәгә инерҙәр, – тине Бәндәбикә, әлеге балаларға ҡа­рап, ейәнсәрен иҫенә төшөрөп ултырған аҡһаҡалға.
– Ә-ә, ярай. Мин ҡайҙа улты­райым?
– Иң түргә, ағай.
– Ниңә улай уҡ, минән өлкәнерәк кешеләр бар ҙабаһа?
– Өлкәнерәктәр бар, тик уларҙың һинекеләй ҡайғы-хәсрәте юҡ, – хужабикә көрһөнөп ҡуйҙы.
Әбделғәни шым ғына күсеп ултырҙы. Ул Бәндәбикәнең, ошондай хөрмәт күрһәтеп, аҡһаҡалдар ҡоронда уға терәк-таяныс булырға, уның айырым иғтибар аҫтында икәнен билдәләргә тырышыуын аңланы.
Тирмә ауыҙында Юламан бейҙең дәү кәүҙәһе күренде. Ул Бәндәбикә менән күреште лә хужабикәнең тәҡ­диме буйынса Әбделғәниҙең йәнә­шенә үтеп ултырҙы. Ҡул ҡыҫышып, сәләм бирештеләр.
Айһай ырыуынан Тимербай пәйҙә булды. Юламан бейҙе күргәс, ул, дошманынан йөҙөн бороп, тирмәнең арғы яғынараҡ ҡунаҡланы. Тимербайҙың тауыш сығарырға әҙер булыуы уҫал ҡарашынан шәйләнә, тик Бәндәбикәне ихтирам итеүе һәм ҡунаҡ булышыу ҡағиҙәләре генә уны тыйып тора. Ул үҙен зыян күргән яҡ тип һанай, шулай булғас, Юламан ғәфү үтенергә тейеш, ә ул түгел. Үҫәргән иһә тыштан тыныс күренде, Тимербайҙың йыш-йыш тын алыуын, үҙен быраулаған ҡарашын белмәмеш-күрмәмешкә һалышты.
Тирмәгә тағы бер ҡунаҡ инде. Т∆ңгәүер Хәсән ине ул. Хәсән ярайһы уҡ йәш, ихтыярлы йөҙөн тәрбиәләп ҡырҡылған һаҡал уратҡан. Ул бөтә­һен дә тыйнаҡ ҡына сәләмләне лә Юламан эргәһенә ултырҙы.
Тирмәлә көсөргәнешле тынлыҡ урынлашты.
Бәндәбикә бөтә башлыҡтарға күҙ йөрөтөп сыҡты. Бына улар, ҡәбилә­ләрҙең, ырыуҙарҙың көслө, ҡеүәтле юлбашсылары. Ырыуҙаштарының тормошо, Яйыҡ йылғаһына тиклем йәйрәп ятҡан ерҙәрҙең яҙмышы – улар ҡулында. Ошо ерҙәрҙәге тыныс­лыҡ яҙмышын да бөгөн улар хәл итә­сәк. Әлегә тиклем унда-бында ер мәсьәләһенә бәйле бәхәстәр генә сыҡҡылап тора ине. Әлфиәнең һәлә­кәте әллә ни әһәмиәте булмаған был ығы-зығыны көсәйтеп, урланған мал-тыуар йә тартып алынған көтөүлек арҡаһында сыҡҡан ғауғаны ҡан төҫө­нә буяны. Үсләшеү усағын, бар төбәк­те баҫып алмаҫ элек, һүндерә һалырға кәрәк. Бәндәбикәнең ҡарашы аҫтында башлыҡтар үҙҙәрен бик уңайһыҙ тойҙо. Тимербай был тынлыҡты өҙөргә йөрьәт итте:
– Йә, һиммәтле үә ғиззәтле Бән­дәбикә, беҙҙе ни сәбәптән йыйырға булдың?
– Ашыҡма, Тимербай! Башта “Фатиха” сүрәһен уҡып алайыҡ, – тине Бәндәбикә.
Шунан, устарын бергә ҡуйып, бышылдап, доға уҡырға тотондо. Башлыҡтар ҙа, тәртипле балалар кеүек, устарын йөҙҙәре алдына ҡуйҙы, иң һуңынан бер тауыштан амин тотто.
– Мин һеҙҙе, хөрмәтлеләрем, талаш-тартыштарға, барымта-ҡарымталарға сик ҡуйыу сараһын табайыҡ тип саҡырҙым. Бына күҙгә-күҙ ҡарашып ултырабыҙ, бер-беребеҙгә бул­ған дәғүәләрҙе ошонда әйтешәйек. Халыҡ барымта-ҡарымталарҙан арыны, дөрөҫөн әйткәндә, уларҙың сәбәбе – һеҙҙең тәкәбберлек, мин-минлек. Бына хәҙер килеп, бер ғәйепһеҙ ҡыҙ баланың, Әбделғәни аҡһаҡалдың ейәнсәренең, ғүмере өҙөлдө. Уны минең ырыуҙашым Рыҫҡол бей үлтергән шикелле, уның өсөн миңә әйтеп бөткөһөҙ оят. Бына, әйт әле, Юламан, нимә етмәгән­лектән һин Тимербайҙың йәйләүен туҙҙырҙың?
– Дөрөҫ, Бәндәбикә! Һора әле шунан, ни өсөн ул минең Һүрәм буйындағы йәйләүемде яндырған? Өҫтәүенә, йылҡы өйөрөмдө алып киткән. Ә ниндәй йылҡылар ине бит! Әллә нисә йыл буйы һайлап, иң шәп тайҙарҙан үрсетеп алған бәйге аттары. Бөтә эшем бушҡа китте. Ниңә өндәшмәйһең, яуап бир! – тип өттө яндырай Тимербай.
– Ә һин үҙеңдең егеттәреңдән һора – ниңә минең һарыҡтарҙы сәл­дергәндәр? Бер ыңғай көтөүсене туҡ­мап, ҡыҙын урлап алып киткәндәр. Мин, үҫәргәндәрҙең башлығы, был яуызлыҡты ғәфү итер тип уйланың­мы? – Юламан ҡыҙғандан-ҡыҙҙы.
– Ә һин, Хәсән, ниңә ауыҙ йомоп ултыраһың? – түңгәүергә Тимербай ташланды. – Бер ни ҙә әйтергә теләмәйһеңме? Егеттәреңдең ҡай­һыһы Майҡы йылғаһы буйындағы бесәнлектәремдән минекеләрҙе ҡыуған?
– Ул ерҙәр минеке! Минең ҡә­биләнеке! –Хәсән үҙенең хаҡлы булыуында һис бер икеләнмәй ине. – Аталарым, олаталарым мираҫ итеп ҡалдырған. Ҡыуып, дөрөҫ эшләгән­дәр. Уның байы һин минең ҡышлауҙағы көтөүлегемде яндырҙың. Хәҙер ҡайҙа тибенгә сығарам инде малды?
Бәхәс ҡыҙҙы. Башлыҡтар бөтөн үпкәләрен иҫкә төшөрҙө, һәр ҡайһыһы, ярһып-ярһып, бер-береһенән күргән ҡазаларын барланы. Ҡулдары ҡамсы һаптарын һындырырҙай булып ҡыҫты. Ана-бына был ҡамсылар эшкә тотонор төҫлө була башланы. Тик Әбделғәни менән Бән­дәбикә генә тартҡылашҡа ҡыҫылманы. Хәсрәткә батҡан Әбделғәниҙә ер ҡайғыһы юљ ине. Ғәмәлдә бында ултырғандарҙың һәр береһенә дәғүә белдерергә нигеҙе бар уның. Әле бөрйәндәр һарыҡтарын урлап алып китә, әле үҫәргәндәр йылғаға ебетергә һалған һалабашын һыҙыра, әле т∆ңгәүерҙәр урмандағы солоҡтарына хужа була. Әммә бөгөн ул Рыҫҡолдо көтә.
Бәндәбикә, шым ғына ултырып, һәр кемдең күңелендә булғанды түгеп бөткәнен көттө. Тауыштар яйлап тыма барҙы. Ярһыу тамам хәлдән тайҙырҙы, ахырыһы.
Ошо мәлдә Бәндәбикә телгә ­килде:
– Һеҙ барығыҙ ҙа төбәктең иң абруйлы кешеләре. Ата-бабаларҙың ҡанундарын, йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе беләһегеҙ, үтәйһегеҙ. Бер-берегеҙгә әйткән дәғүәләрегеҙ, бәлки, дөрөҫтөр ҙә, әммә улар иң ҡурҡынысы түгел. Мин һеҙҙе Рыҫҡолдоң енәйәте айҡанлы йыйып алдым. Бына, Әбделғәни ағай, минең ырыу­ҙашым Рыҫҡолдо ейәнсәре Әлфиәне үлтереүҙә ғәйепләп, уның халҡына ҡанлы үс иғлан итә. Һеҙ ни әй­терһегеҙ? Әбделғәниҙең Рыҫҡолға үсләшеүе ғәҙелме, хаҡмы? Яуап бирегеҙ.
– Ишетмәгәйнем, ғәфү ит, Әб­делғәни, ауыр ҡайғыңды уртаҡла­шам. Бик ҙур юғалтыу кисергәнһең икән, – тине аптырап ҡалған Юла­ман бей.
– Дөрөҫ булһа... Дөрөҫкә сыҡһа, яуап бер: Алла хөкөмөнә тапшырырға. Аллаһы Тәғәлә ихтыярында булһын, – тине түңгәүер Хәсән.
– Дәлилдәр бармы һуң? – Тимербайҙың был һорауына Бәндәбикә башын ҡаҡты.
– Минең яҙмышты хәл итәһе­геҙме? – Рыҫҡолдоң гөрһөлдәп сыҡ­ҡан тауыш менән көлөмһөрәп әйткән һорауы тирмәләгеләрҙе тертләтеп ебәрҙе.
Ә. НОСРАТОВА тәржемәһе.

(Дауамы. Башы - ғинуар һанында).




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook