Һәр ҡатын-ҡыҙ белергә тейешле серҙәр

Өсөнсө хата. Ҡатын-ҡыҙ ир-егеттең тоҫмалланған мөмкинлектәренә ғашиҡ була
Һәр ҡатын-ҡыҙ белергә тейешле серҙәр
Үҙегеҙҙә “ирҙәрҙең шәп яҡтарын асыу һәләте” барлығы менән ғорурланаһығыҙмы? “Бер аҙ көс һалһаң”, һеҙ яратҡан ирҙең нәҡ үҙегеҙ күҙ алдына килтергән сифаттарға эйә буласағына ныҡлы ышанаһығыҙмы? Йәки һөйөклөгөҙ һеҙҙе осратҡанға тиклем эргәһендә “үҙен ысынлап яратҡан терәк-таяныстың” булмауы арҡаһында ғына уңышҡа өлгәшә алмай йонсоған, тип иҫәпләгәнегеҙ бармы?
Һеҙгә нисектер, ә миңә был һорауҙар бик таныш. Ошо өсөнсө хатаны элегерәк икенсе һөнәрем булған, тип тә баһалай аламдыр, сөнки мин ирҙәрҙең тоҫмалланған шәплектәренә ғашиҡ була торғайным. Эшлекһеҙ генә бе­рәй иргә юлыға ла, шуға “ярҙам итәм” тип, бөтә көсөмдө, ваҡытымды түгә инем. Ҡайһы берҙә һөҙөмтәһе күренгәндәй итә: теге ир уңышҡа өлгәшә башлай. Файҙаһы теймәгән осраҡтар ҙа етерлек булды. Әммә үҙемә ҡағылышлы шун­дай асышты яһаным: кемделер ҡотҡарам тип, карьерамды, хыялдарымды ҡорбан итергә әҙер торам икән.
Мин ғүмер буйы ниндәй ҙә булһа ярҙамға мохтаж ир­ҙәрҙе һайлағанмын: йә уның бала саҡ яраларын дауаларға кәрәк, йә, булған таланттарын үҙаллы аҡса эшләүгә йүнәлтер­лек итеп, тормошон ойошторорға, телмәр тотоу оҫталығын йәки әҙәби һәләттәрен үҫтерергә, дөрөҫ кейенергә өйрә­тергә, хәстәрлекле ир күнекмәләрен тәрбиәләргә һәм башҡалар, һәм башҡалар. Хис ҡабыныу менән, мин ҡолас ташлап һөйгәнемде ҡотҡарыу вазифаһына тотонам, йүнә­леш би­рәм, кәңәш итәм. Мөхәббәтемде, аҡсамды, дәрт-дарманымды, белем-тәжрибәмде уға тотонам. Әхирәттә­рем, туғандарым был ҡылығыма ризаһыҙлыҡ күрһәтеп, бушҡа ваҡыт әрәм итәһең, тип әрләй, мин һаман үҙемдекен итәм. Ир бер ниндәй уңышҡа өлгәшмәгән хәлдә лә, туҡтамайым.
Йәшәлгән тормошома әйләнеп ҡарап, бер заман, ни­һайәт, шуны аңланым: һәр ирем менән мин мөнәсәбәттәр ҡороп ҡына ҡалмайым, ә тотош бер проект өҫтөндә эшлә­йем, хис-тойғолар эсендә ҡайнау урынына ниндәйҙер маҡ­сатты яулау утында янам икән.
Уңышһыҙлыҡтар, күңел ҡайтыуҙар, өмөт өҙөлөүҙәр менән үткән байтаҡ йылдарҙан һуң, бер көн килеп, мин үҙ карьерамды һаман йүнләп ҡора алмағанлығымды төшөн­дөм. Утыҙҙы тултырғаныма ла байтаҡ булып киткән дә ба­һа. Шул саҡ үҙемә былай тинем: “Барбара, ирҙәреңә түккән көсөңдөң, белемеңдең, ныҡышмаллығыңдың яртыһын ғына булһа ла үҙ маҡсаттарыңа тотонһаң, ниндәй ҙур ҡаҙаныштар яулар инең!” Ошо китапты уҡығанда артабан нәҡ шулай иткәнемде аңлағанһығыҙҙыр.
Ни өсөн беҙ ирҙәрҙең ихтимал булған мөмкинлектәренә ғашиҡ булабыҙ һуң?
Беренсенән, беҙ, үҙенә-үҙе ярҙам итә алмаған ирҙе табып һәм уны “ҡотҡарырға” тырышып, “эмоциональ ҡот­ҡарыусы” вазифаһын башҡарабыҙ.
Милек һатыу менән шөғөлләнеүсе утыҙ ике йәшлек бер ханым миңә кәңәшкә килде. Эше бармауға зарлана ине ул. Әммә оҙағыраҡ һөйләшкән һайын, уның уңышһыҙлығы­ның сәбәбе эшендә түгел, ә иренә бәйле мәшәҡәттәрендә икәнлеге асыҡлана барҙы. Ҡатын Гарри исемле утыҙ ете йәшлек актер менән өс йыл йәшәй. “Мин уны бик яратам, – ти ул. – Гарриҙың бала сағы бик ауыр үткән, беренсе никахы ла ҡот отҡос булған, шуға уны осратҡанымда ул үтә ныҡ баҫылған, үҙ көсөнә ышанысын юғалтҡан хәлдә ине. Гарри – бик һәләтле актер, тик эш таба алмай йонсоған. Шул бәләләре арҡаһында араҡыға әүрәп киткән. Уны мин был бәйлелектән ҡотҡара алдым. Был бик ҙур еңеү булды. Хәҙер уның өсөн тормош маҡсаттарын асыҡлау өҫтөндә эшләйем. Уға шул тиклем күп көс түгеүемде иҫәрлек тип һанайһығыҙҙыр инде, тик мин уның уңышлы кешегә әүере­ләсәгенә ышанам”.
Шулай итеп, ҡатын иренә иҫ киткес ҙур өмөттәр бағлай. Ғәмәлдә ул эргәһендәге ирҙе түгел, ә тырышлыҡтар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килеүе ихтимал булған кешене ярата. Төпкө аңында ул, мөлкәт һатыу эшмәкәрлеге һәйбәт кенә барһа ла, уңыштарын тик Гарри менән бәйләй, әммә Гарри менән эш килеп сыҡмағас, үҙен дә уңышһыҙ һанай.
Икенсенән, беҙ үҙебеҙҙе етерлек яратмаған, тейешенсә баһаламаған ирҙе табабыҙ һәм үҙебеҙҙе уның барыбер һәйбәт икәнлегенә ышандырырға тырышабыҙ.
Һәр ҡатын-ҡыҙ белергә тейешле серҙәр
Ҡырҡ биш йәшлек Эрика өсөнсө хатаға бына тигән миҫал була ала. Ул Арнольд менән ун туғыҙ йыл йәшәй һәм үҙен бик бәхетһеҙ тоя. “Мин Арнольдтың мөмкинлектәренә ғашиҡ булып ҡына ҡалманым, мин уларға кейәүгә сыҡтым! – тип әрней ул. – Арнольд өҙөлөп ярата белә торған кеше булманы. Хис-тойғоға һаран, бик мыжыҡ. Ләкин мин уның эсендә йәшәгән иҫ киткес һөйкөмлө, бәләкәй генә ҡурҡаҡ малайҙы күреп ҡалдым. Ул яратыуға мохтаж ине. Арнольд менән йөрөгән сағыбыҙҙа уҡ, ҡайһы берҙә шул малай шәйләнеп ҡалһа, мин ирей ҙә төшә инем. Ул миңә тәҡдим яһаған кисте яҡшы хәтерләйем. Ул тәүге тапҡыр иланы. Холҡо ябай түгеллеген белә инем, әммә, яратһам, асылыр, тип уйланым. Атайым менән әсәйем беҙҙең никахҡа ҡаршы булды. Ләкин мин уларға: “Һеҙ Арнольдты мин белгән кеүек белмәйһегеҙ”, – тинем. Ун туғыҙ йыл үтте, өс балабыҙ булды, ә Арнольд үҙгәрмәне. Никахтағы ғүмеремдең ҙур өлөшө “мине яратмай, ҡәҙеремде белмәй” тигән үкенесле тойғо менән йәшәлде. Артабан түҙер хәлем ҡалманы. Мин уны һаман яратам, теге һөйкөмлө малайҙы ла күргеләйем, әммә иремдең яҡшы яҡҡа барыбер үҙгәрмәйәсәген аңланым. Унан китеп, дөрөҫ эшләгәнемде беләм. Ә үҙем һаман өҙгөләнәм: “Уны нығыраҡ яратһам, тырышыбыраҡ ярҙам итһәм, ул асыла алмаҫ инеме икән?” Ләкин ир кеше үҙен-үҙе яратһа һәм хөрмәт итһә генә үҙгәрә ала.
Ә ирҙең тик төҫмөрләнгән генә һәләттәренә ғашиҡ булған ҡатын-ҡыҙ, ғәҙәттә, үҙ-үҙенә ышанмай һәм яратһындар өсөн ул мотлаҡ нимәлер эшләргә тейеш тип уйлай. Шунлыҡтан кәмһенеү тойғоһо булған кешене һайлай ҙа бер нигә ҡарамай уны ярата башлай. Шунан: “Бына мин нисек яратам, ниндәй түҙемлемен, сабырмын, тотанаҡлымын. Мине нисек яратмайһың инде?” – тип эске ҡәнәғәтлек кисерә.
Ниһайәт, мин шундай һығымтаға килдем: ир кеше менән яҡшы мөнәсәбәттәр ҡороу өсөн уны нисек бар – шулай яратырға кәрәк. Уның үҙгәреренә өмөт тотоп яратыу дөрөҫ түгел.
Был сирҙе башынан үткәргән кеше булараҡ, һеҙгә бер нисә кәңәш бирә алам.
Беренсенән, дәрт-дарманығыҙҙы, көсөгөҙҙө ирегеҙҙе этеп йөрөтөүгә түгел, ә үҙ маҡсаттарығыҙҙы ғәмәлгә ашырыуға, үҙегеҙҙең үҫешкә тотоноғоҙ. Ошо юлда башҡарырға ниәт иткән эштәрҙең исемлеген, уларҙы ғәмәлгә ашырыу сараларын теҙеп яҙығыҙ. Шуларҙан тайпылмағыҙ.
Икенсенән, ирҙе “ҡотҡарам” тип, нимәләрҙән баш тартыуығыҙҙың исемлеген төҙөгөҙ. Юҡ менән булып, үҙегеҙҙе ниндәй шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан мәхрүм итеп йөрөгәнегеҙҙе быға тиклем самаламағанһығыҙҙыр ҙа әле. Әлеге исемлекте төҙөү ошо асышты яһарға ярҙам итер.
Өсөнсөнән, үҙе өсөн яуаплылыҡ тойған, мәшәҡәттәрен һеҙгә йөкмәтмәҫтәй, булдыҡлы ир табырға тырышығыҙ. Ике кеше бер-береһен яратһа, бер-береһенә һис ҡыйын­һынмай ярҙам итешә, һәләттәрен асыша, хәстәрлектәрен уртаҡлаша. Был осраҡта икеңдең бер бөтөн булып эшләүе мөһим, ә берәүҙең ат, икенсенең йөк булыуы түгел.
Осраша башлағас та, ир-егеттең тормош маҡсаттары, уларға нисек өлгәшергә йыйыныуы менән ҡыҙыҡһынығыҙ. Был һорауҙар уның башын ҡатырмаһа, уйланырға урын бар: ундай кеше һеҙгә кәрәкме? Әгәр маҡсаттары менән уртаҡлашһа, аралашыу барышында был ниәттәрҙе тормошҡа ашырыу менән нисек шөғөлләнгәненә, ошо арала ниҙәргә өлгәшкәненә иғтибар итегеҙ. Бер үҙгәреш тә тойолмаһа, был хаҡта уның менән асыҡтан-асыҡ һөйләшегеҙ – ни өсөн бер эше лә барып сыҡмай. Шуны онотмағыҙ: һүҙгә, вәғәҙәгә ҡарағанда эш күпкә мөһимерәк.

Дүртенсе хата. Ҡатын-ҡыҙ аҡылын, белемен,
яҡшы сифаттарын йәшерә
Һөйөклөгөҙ алдында шәп яҡтарығыҙҙы күрһәтмәҫкә тырышыу, таланттарығыҙҙы, һәләттәрегеҙҙе йәшереү кеүек алама ғәҙәтегеҙ бармы? Маҡтаған саҡтарында ҡыйынһыныу кисерәһегеҙме?
Ҡатын-ҡыҙҙың күбеһенә дүртенсе хата хас, ләкин был уның башына ла инеп сыҡмай. Беҙ яратҡан кешебеҙҙе өркөтмәҫ, уның үҙ-үҙенә ышанысын ҡаҡшатмаҫ өсөн белем һәм аҡыл кимәлебеҙҙе, һәләттәребеҙҙе, ҡаҙаныштарыбыҙҙы, таланттарыбыҙҙы ныҡлы йәшерәбеҙ.
Беренсенән, нимәлер һөйләгәндә үҙебеҙҙе кәм ҡуябыҙ, бәләкәс кенә яңылышлыҡ өсөн дә үҙебеҙҙе әрләйбеҙ, аҡлана башлайбыҙ: “Һинең бөгөн эш буйынса мөһим осрашыуға барырға тейешлегеңде ниңә онотҡанмындыр инде. Ҡайһы саҡта бер ни иҫләй алмайым”. “Етәксебеҙ минең докладты бик оҡшатты, ләкин ысынлап та һәйбәт булғандыр тип уйламайым. Проектты финанслау тураһында һөйләгәндә юғалып ҡалдым да үҙемдең һүҙҙәремде үҙем аңламаған кеше кеүек күрендем шикелле”. “Бигерәк һимерҙем, ахырыһы. Ҡара әле, ниндәй йыуанмын”.
Икенсенән, иребеҙ беҙҙе маҡтарға уйлаһа, тиҙерәк ауыҙын ябырға тырышабыҙ. Яҡшы яҡтарыбыҙ хаҡында һүҙ сыҡһа, һөйләшеүҙе икенсе яҡҡа борабыҙ:
“Ысынмы? Был күлдәк һиңә оҡшаймы? Уны алғанға ике йыл да баһа инде. Фасоны иҫкергән шикелле, ярай, өҫтөнән тағы берәй нәмә кейермен. Яҡшы һүҙең өсөн рәхмәт”. “Эй-й, ҡәҙерлем, һинең хөрмәткә табын ойоштороуҙың бер мәшәҡәте лә булманы. Әллә ни ваҡытымды ла алманы, етмәһә, дуҫтар ярҙамлашты. Ул тиклем рәхмәттәр әйтерлек түгел инде”. “Сығышым һиңә оҡшанымы? Мин иң һуңғы булғанға, ултырыш тамамланыуға ҡыуанып, шулай дәррәү ҡул сапҡандарҙыр ул. Һөйләгәнемдең бөтәһе лә барып еткәндер тип уйламайым”.
Өсөнсөнән, һәләттәребеҙҙе, белемлегебеҙҙе йәшерә­беҙ. Сандра ире Грег менән ете йыл йәшәй. “Грег һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булырға ярата торғайны, – тип һөйләне миңә Сандра. – Шунлыҡтан мин тәүге осрашыуҙа уҡ баҫал­ҡыраҡ, тыйнағыраҡ булырға ҡарар иттем”. Сандра быны аңлы рәүештә эшләй, ул Грегҡа колледжды гел “бишле”гә тамамлағанын да, аспирантурала уҡыуын дауам итеү өсөн стипендияға лайыҡ булыуын да әйтмәй. Ире уның французса иркен һөйләшеүен дә, улар танышҡанға тиклем Сандраға бай француз эшҡыуарының эш тәҡдим иткәнен дә белмәй. Ҡатын иһә быларҙы иренә һөйләүҙең әһәмиәте лә, кәрәге лә юҡ тип уйлай.
Ирле-ҡатынлы утыҙ туғыҙ йәшлек Энди менән утыҙ ете йәшлек Эллен икеһе лә хеҙмәт юлында йылдам үрләй. Энди – ҙур компанияла инвестициялар буйынса кәңәшсе, Эллен билдәле кейем етештереүселә матбуғат секретары булып эшләй. Ир менән ҡатын, үҙ-ара мөнәсәбәттәренең насарлана барыуын тойоп, миңә кәңәш һорарға килгәйне. “Энди мине тейешенсә баһаламай, – тип зарланды Эллен. – Мин дә уның кеүек үк күп эшләйем, ләкин беҙ тик уға ҡағылышлы мәсьәләләр тураһында ғына һөйләшәбеҙ”. Энди үҙ фекерен әйтте: “Был дөрөҫ, беҙ, ысынлап та, минең эш тураһында күберәк һөйләшәбеҙ. Минеңсә, был ғәҙел, сөнки минең эшем һинекенә ҡарағанда күпкә мөһимерәк”. Быны ишеткән Эллен ярһыуының сигенә сыҡты.
Мин Эллен менән Энди араһындағы аңлашылмаусанлыҡтың айышына төшөнә алдым. Эллен дүртенсе хатаны яһаған: уңыш-ҡаҙаныштары менән уртаҡлашмаған, Энди үҙен әһәмиәтле кеше итеп тойһон өсөн, эшенең мөһимлеген һәр саҡ йәшергән. Шулай иткәнен ул үҙе лә һиҙмәгән. Был ғәҙәтте ул кескәй саҡтан үҙләштергән. Ғаиләлә балаларҙың иң өлкәне һәм һәләтлерәге булараҡ, әсәһенең үтенесен тыңлап, ул насарыраҡ уҡыған ҡустыһы алдында мәктәп уңыштары тураһында һөйләмәгән. Эллен ире менән дә үҙен нәҡ шулай тотоуын дауам иткән. Эштә бик юғары вазифалы клиенттар менән аралашырға тура килеүе, фирма етәкселегенең уны ифрат юғары баһалауы тураһында ла өндәшмәҫ булған.
Беҙ ни өсөн уңыштарыбыҙҙы, һәләттәребеҙҙе йәше­рәбеҙ?
Иребеҙ яратмаҫ тип ҡурҡабыҙ. Бәләкәй саҡта: “Малай кеше менән уйнағанда унан еңелергә тырыш, шулай уға нығыраҡ оҡшарһың”, – тип тәрбиәләгәндәрен хәтерләй-һегеҙҙер, моғайын. Иребеҙҙән шәберәк булып күренһәк, ул ташлар тип уйлайбыҙ. Шулай уҡ уңыштарыбыҙҙы һөйләп, үтә ҡәнәғәт, маҡтансыҡ булып күренеп ҡуймайыҡ тип тә шөбһәләнәбеҙ. Сөнки ҡыҙҙар баҫалҡы, тыйнаҡ булырға тейеш, тип үҫтерҙеләр беҙҙе. Үтә сағыу, үтә матур булыу ҙа ҡыҙ-ҡырҡын өсөн килешкән нәмә түгел, һөйкөмһөҙ, һөмһөҙ булып күренерһең, тип тә тәрбиәлә­неләр. “Тәртипле ҡыҙыҡай” булырға тырышып, ҡатын-ҡыҙ балҡышын юҡ итә.
Ни өсөн был беҙ көткән һөҙөмтәне бирмәй?
Ирҙәрҙе йомшаҡлыҡ түгел, сағыулыҡ һәм камиллыҡ ылыҡтыра. Бындай ҡатындарҙы ирҙәр хөрмәт итә, бик етди ҡабул итә. Тыйнаҡлыҡ иһә мөнәсәбәттәрҙәге дәртте, теләкте һүрелтә. Яҡшы яҡтарығыҙҙы ирегеҙҙән йәшереп йөрөп, уларҙың барлығын үҙегеҙ ҙә онота башлайһығыҙ. Тора-бара булған һәләттәрегеҙҙең юҡҡа сығыуы ла ихтимал.
Тимәк, маҡтаулы сифаттарығыҙҙы йәшереүҙән туҡтарға кәрәк.
Һәләттәрегеҙҙе, ҡаҙаныштарығыҙҙы, уңыштарығыҙҙы, ғөмүмән, бар яҡшы һыҙаттарығыҙҙы ҡағыҙға теҙеп яҙығыҙ ҙа ирегеҙгә уҡытығыҙ. Был эште мин күптәргә ҡушҡаным бар, һөҙөмтәһенә бәйле төрлө тарихтар тыңланым. Әммә шуныһы мөһим: ирҙәрҙә был исемлек һоҡланыу тыуҙыра.
Маҡтау һүҙҙәрен лайыҡлы ҡабул итергә өйрәнегеҙ. Сағыулығығыҙҙан, камиллығығыҙҙан кинәнес алығыҙ. Яҡ­шы яҡтарығыҙҙы йәшереү урынына уларҙы күрһәтергә ғәҙәтләнегеҙ. Маҡтауҙарға: “Рәхмәт!” – тип кенә яуап бирегеҙ.
Көслө, үҙ-үҙенә ышанған ҡатын менән йәшәргә теләмә­гән ирҙәр була. Бындай ир менән көн итеү рәхәт түгел. Һеҙҙең балҡып тороуығыҙҙы теләгән ирҙе эҙләгеҙ.
Барбара де АНДЖЕЛИС.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook