Тәлғәт ИШЕМҒОЛОВ Бәндәбикә

Повестан өҙөк
АВТОРҘАН
Тәлғәт ИШЕМҒОЛОВ Бәндәбикә Күгәрсен районы республиканың көньяғында Бөйөк Евразия далаһы менән сиктәш урынлашҡан. Легендаларға инеп ҡалған Дәшт-и Ҡыпсаҡ ере ул. Рәсми фән раҫлауынса, беҙҙең район биләмәләре ҡасандыр бөтә төрки донъяһы тарихында сағыу эҙ ҡалдырған ҡыпсаҡтарҙыҡы булған. Ата-бабаларыбыҙ әйтмешләй, “тарихты халыҡ хасил итә, тарих үҙе лә һәр кешенең яҙмышында сағыла”. Башҡорт милләтенең үҫеш юлын быуаттан-быуатҡа телдән төшмәгән данлы шәхестәрҙең яҙмышы аша кү­ҙәтергә була. Беҙҙең өсөн ундай изге исемдәрҙең береһе – Бәндәбикә. Кем һуң ул? Мәҡсүт ауылы эргәһендә уның кәшәнәһе бар, ошо кәшәнә ха­ҡында матур легенда йәшәй – ошонан баш­ҡа уның тураһында ни беләбеҙ?
Ғалимдарға билдәле мәғлүмәттәр­гә мөрәжәғәт итәйек. “1966 йылда Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылының зыяраты биләмәһендә алып барылған археологик ҡаҙыныуҙар ваҡытында монументаль ҡоролма ҡалдыҡтары табыла. Ҡурғандың бейеклеге – 3 метр, диаметры – 24-25 метр. Нияз Мәжитовтың “Тайны древнего Урала” ти­гән китабында теркәлгән хикәйәткә ярашлы, был – ошо ерҙәрҙә ете быуат элек йәшәгән аҡыллы һәм батыр ҡа­тын Бәндәбикәнең мавзолейы. Бил­дәле булыуынса, борон замандарҙа башҡорттар ҡаҙаҡтар менән һәм үҙ-ара барымта-ҡарымта яуҙарынан яфа сиккән. Тәүәккәл Бәндәбикә халҡын күршеләре менән тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәргә күндергән. Уны үҙ ҡәбиләһе генә түгел, тирә-яҡ халыҡтар ҙа бик ихти­рам иткән”.
Был легендар ҡатын ете быуат элек йәшәгән. Кем ул, ҡиәфәте нин­дәй булған, нимә менән шөғөлләнгән, ҡатмарлы урта быуаттарҙа нисек көн иткән? Был һорауҙарға яуапты берәү ҙә бирә алмай.
Хөрмәтле уҡыусы! Һинең иғтибарға тәҡдим ителгән повесть был әүлиә ҡатын тураһындағы легендаға һәм ниндәйҙер дәрәжәлә генетик хәтергә нигеҙләнеп яҙылды, тип тә әйтә алам, шуға ла ул һис кенә лә тарихи әҫәр тип ҡарала алмай. Был повесымда мин Бәндәбикәнең ҡатмарлы яҙмышы, уның халыҡҡа хеҙ­мәт итеү өлгөһө тураһында һөйләргә теләнем. Бындай ҡаһарманлыҡ үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү кеүек бөйөк һы­ҙаттан баш ала. Үҙ-үҙеңде ҡәҙимге кешелек бәхетенән мәхрүм итеп, “мин”ең аша атлап, йөрәгеңде Данко шикелле халҡыңа һурып алып биреү – мәшһүрҙәргә генә тейгән өлөш. Халыҡ уның хаҡына йәнен фиҙа иткәндәрҙе бер ваҡытта ла онотмай.
Повеста тарихи ысынбарлыҡҡа тап килгән персонаждар икәү генә: Бәндәбикә һәм Ерәнсә. Ерәнсә, легенданан билдәле булыуынса, Бән­дәбикәнең ѓаиләһендә тәрбиә­ләнә, һуңынан уға өйләнә. Бәндәбикәнең тыйыуына ҡарамаҫтан, ҡа­ҙаҡтарға ҡаршы яу менән барырға ниәтләгән Ерәнсә Бәндәбикәнең үлемендә ғә­йепле. Ҡатындың яңы һуғыш сығыу ихтималлығын күтәрергә, уны кү­ңеле аша үткәрергә көсө ҡалмаған була.
Бәндәбикәнең тарихи шәхес икәнлегендә шикләнмәйбеҙ, быны кәшәнә һәм легенда дәлилләй. Әммә Ерәнсәгә ҡағылышлы икеләнеүҙәр тыуыуы ихтимал, сөнки Ерәнсә, сә­сән һәм легендар шәхес булараҡ, күп төрки халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижадында йәшәй. Ҡаҙаҡта – Жеренше, нуғайҙа – Еренше-шешен һәм баш­ҡалар. Ошо көнгә тиклем уның ҡайҙа тыуғанлығы, ҡайҙа ерләнгәнлеге лә асыҡланмаған. Кәшәнәлә ерлән­гән ҡатын, фән дәлилләүенсә, ун дүр­тенсе быуат­тарҙа йәшәгән, ә Ерәнсә сәсәнде ауыҙ-тел ижады ун һигеҙенсе быуатҡа теркәй. Ошо хәл кәшә­нәлә ерләнгән ҡатындың нәҡ леген­далағы Бәндәбикә булыуына шик тыуҙырып та ҡуя.
Повеста күршеләш көн күргән дүрт ҡәбилә (бөрйән, ҡыпсаҡ, үҫәр­гән, түңгәүер) кешеләре тураһында һүҙ бара. Шул замандың тормошон, кәйефтәрен сағылдырырға, күсмә халыҡтарҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һүрәтләргә тырыштым. Ҡәбилә башлыҡтарының ҡайһы бер кире һыҙаттары уларҙың әһәмиәтенә хилафлыҡ килтермәй, сөнки тап шундай шәхестәр хал­ҡыбыҙҙы тарих майҙанында ны­ғытҡан, һаҡлап ҡалған.


Тәлғәт ИШЕМҒОЛОВ Бәндәбикә
Йәйҙең ул хәйерһеҙ кө­нөндә ҡояш аяуһыҙ ҡыҙ­ҙыра ине. Эҫе һауа бөтә тереклекте өтөп бара. Офоҡта бөр­көү монар божорлоғо аша яҡындағы тау теҙмәләренең һыҙаттары дерел­дәй. Ара-тирә, юлындағы бар нәмәне яндырып, ҡыуан еле иҫеп үтә. Дала юлдарының ҡыҙған туҙа­нын, көтмә­гәндә хасил булып, шул рәүешле үк юҡҡа сыҡҡан шаян өйөр­мәләр сөйөп алып китә. Селләнән ер сарсаған. Бар тереклек ҡатып ҡалған.
– Аллаһы әкбәр, Аллаһы әкбәр, – тип битен һыпырып, Әбделғәни хәҙрәт доғаһын тамам ҡылды, шунан, аһ та уһ килеп, тубыҡланған еренән тороп баҫты. – Әлфиә! Ҡы­ҙым! – тип өндәште аҡһаҡал, тирмә яғы­на ҡарап. – Бер йотом ҡымыҙ килтер әле. Бигерәк томра бөгөн. Сарсатты.
– Килтерә ятам, ҡартатай, – тип яуап ҡайтарҙы яғымлы ғына ҡыҙ тауышы. Артынса уҡ хужалыҡ тирмәһе ауыҙында ул үҙе күренде. Һомғол буйлы һөйкөмлө ҡыҙ еңел аҙым ме­нән ҡартатаһы янына килде лә, яғымлы йылмайып, туҫтаҡ һондо. Әбдел­ғәни ашыҡмай ғына, тәмен белеп кенә ҡымыҙ һемерергә тотондо.
– Рәхмәт, ҡыҙым. Шунан, ҡырҡ­мыш тайың, Мыҡышың, нисек әле унда?
– Арыулана, ҡартатай, – тине ҡыҙ.
– Ен кеүек сабаһығыҙ бит, – тип һөйләнде Әбделғәни. – Әйттем, ҡа­рап йөрөгөҙ, Мыҡыш тояғы менән йомран ояһына батып ҡуймаһын, тинем. Берәйһенең ҡәһәре төшкән ми­кән әллә, тигеҙ ерҙә ҡазаланды лабаһа. Ярай, яй барғандар, ә сапҡан саҡ булһа? Харап булыр инеме малҡай?! – тип ярһып китте Әб­делғәни.
– Ярар инде, ҡартатай, – тип тынысландырырға тырышты уны Әл­фиә. – Ул тиклем ҡурҡыныс түгел дә. Мыҡыш – түҙемле, аҡыллы ат. Шәбә­йер. Мин уның аяғын ҡайыш билбау менән тарттырып бәйләнем, бөгөн ул баҫырға итә инде. Арыулана кеүек.
– Әйҙә әле, – Әбделғәни һыуына төштө һәм урынынан ҡуҙғалды, – дөрөҫ эшләгәнһеңме икән, барып ҡарайыҡ.
Башына ағас ботаҡтары түшәлгән лапаҫҡа, аттар янына, йүнәлерҙән элек Әбделғәни, ҡулын ҡашы өҫтөнә ҡуйып, диҡҡәт менән йәйләүҙең ти-рә-яғын байҡап сыҡты, шунан еңел һулап, һәлмәк баҫып, йылҡылары яғы­на ыңғайланы. Ә ҡоралайҙай осоп, ҡартатаһынан алда лапаҫҡа барып ингән Әлфиә, аяғы бәйләнгән тайҙы муйынынан ҡосаҡлап, уны көтөп тә тора ине инде.
– Бигерәк етеҙһең үҙең, уңғаным, – Әбделғәни ҡәнәғәт ҡиәфәт менән башын сайҡап ҡуйҙы һәм, бөтә иғтибарын йүнәлтеп, тайҙың аяғын ҡапшарға кереште. Мыҡыш, һиҫкәнеп, аяғын тартҡыланы, бышҡырып ҡуй­ҙы. Әлфиә уның муйынынан иркәләп һыйпаны. Бер аҙҙан Әбделғәни тороп баҫты:
– Бәхетең, Әлфиә! Мыҡыштың быуыны зарарланмаған, саптырып йөрөйәсәк, Алла бирһә. Тик шуныһы, – тип һыуыта һалды ул шатланып-ҡанатланып киткән Әлфиәне, – бынан ары уйламаған ерҙә тарамышы эште боҙоуы ихтимал. Иң көсөргә­нешле мәлдә Мыҡыштың, түҙмәй, аҡһап китеүе бар. Ҡара уны, ейәнсә­рем, һауыҡҡас, бик ҡыуалама, нығы­нырға ваҡыт бир.
– Ҡайҙа ул, ҡартатай! Себен дә ҡундырмам, тәрбиәләп кенә йө­рөтөрмөн, – тип һайраны Әлфиә, яңағы менән аттың муйынына һы­йынып.
– Эйе-эйе, тай түгел, бер бешмә­гән булыр. Ике саҡрым да үтмәҫ, һу­ҙылып төшөр. Бик иркәләтмә атты, – тип киҫәтте аҡһаҡал. – Ярай, ана ҡояш байыуға китте. Эҫе лә бер аҙ баҫылды шикелле. Бар, ҡатын-ҡыҙҙы ашыҡтыр, тиҙҙән Сынбулат бейәләр­ҙе һауымға килтерер.
– Хәҙер, ҡартатай, Мыҡышты эсереп кенә киләйем дә. Әйҙә, матурҡай. Ашыҡмай ғына атлайыҡ, – тип Әлфиә уны йүгәндән тартты, һәм Мыҡыш һылтыҡлай-һылтыҡлай йылғаға йү­нәлде.
– Әй-й-й, йәшлек, йәшлек, – аҡ­һаҡал әллә шелтәләп, әллә аптырап башын сайҡап ҡуйҙы. – Йәшлектә тын­ғы юҡ, әллә ҡайҙа ашығаһың, йүгерә­һең. Күркәмлеге лә шундалыр инде.
Үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, Әбделғәни, ҡулдарын артына һалып, елән салғыйҙарын елпелдәтеп, яйлап ҡына йәйләү буйлап китте. Йәйләү Наҡаҫ йылғаһы буйында йәйрәп ята. Ул ярайһы уҡ ҙур. Тапалып бөткән майҙан тирәләй иллеләгән тирмә ҡоролған. Был йәйләү халҡы баш­ҡорттарҙың иң күп һанлы, иң ҡеүәтле ҡәбиләләренең береһе бул­ған ҡыпсаҡтарға ҡараған ҡарый ырыуыныҡы ине. Был томра көн­дәрҙә йәйләү кешеһеҙ ҡалғандай тойола. Ирҙәрҙең бөтәһе лә йылдағыса бер нисә көнгә Сыбартау урмандарына малға бесән әҙерләргә киткән. Бындай ваҡытта йәйләүҙә ҡарт-ҡоро ла ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға ғына ҡала. Улар елкә­һенә өйөр-өйөр аттарҙы, көтөү-көтөү һыйырҙарҙы ҡарауҙың бөтә ауырлығы төшә. Әбделғәни аҡһаҡал иһә тотош йәй­ләүгә баш булып ҡала, бөтәһенә ул күҙ-ҡолаҡ, һәммәһен хәстәрлеге менән солғай.
Әбделғәни элек ғәйрәтле яугир ине. Ул тынғыһыҙ ваҡыттағы күп яу­ҙарҙа, барымталарҙа ҡатнашты. Дала­ны асылһа, бай ғәнимәт менән ҡайтыр, үҙе юҡта донъяһын көтөп, ғаи­ләһен ҡарашып торған туған-ырыуы араһында был байлыҡтарҙы ғәҙел бү­леп бирер ине. Ләкин яу юлдары һәр ваҡытта ла уңышлы булып тормай, яраланып, атын, уҡ-һаҙағын юғалтып та тыуған тупһаһына ҡайтып йығыла торғайны. Сания еңгәнең өнһөҙ-тынһыҙ хәстәрлеге уны бөтә табиптарҙан һәм күрәҙәселәрҙән дә яҡшыраҡ дауаланы.
Әбделғәни менән Сания ата-әсә ихтыяры буйынса өйләнешә. Был артабан уларға бер-береһен яратырға һис ҡамасаулыҡ итмәй. Мөхәб­бәттәре күҙгә бәрелеп бармаһа ла, ныҡлы була. Бер шарт ҡына ҡатмарлылыҡ тыуҙыра – оҙайлы айырылышып тороуҙар. Сания уны бер яу менән икенсеһе араһында ғына күреп ҡала, унда ла – йә яралы көйө, йә алып ҡайтҡан бай бүләктәрен таратырға һәм күрешергә тип йыйған күп һанлы туған-тыумасаһы урата­һында. Бындай саҡта Сания көн дә ҡунаҡ ҡабул итеүҙән бушамай. Ул зарланмай, киреһенсә, ире менән ғорурлана. Әб­делғәни менән йәшәлгән оҙон ғүмер эсендә ул биш бала таба, уларҙан тик береһе – Илһамы ғына иҫән.
Ул ҡыйыу, батыр егет булып үҫеп етә, яңғыҙы айыуға барырға ла ҡурҡ­май, иң уҫал, иң баш бирмәҫ тайҙарҙы ла уйнап ҡына буйһондора. Әбделғә­ни улы менән ғорурлана. Йәштәштә­ре иһә унан көнләшкәндәй итә. Улының, юрматы ырыуы йыйынына бар­ғанда төпкөл ауылдағы туғандарында йә­шәгән Алһыу исемле етем һылыу ҡыҙ менән танышып ҡайтҡа­нынан һуң, уны һоратып ҡоҙа ебәрергә тигән үтенесен эске бер хуплау менән ҡаршы алды ул. Әбделғәни улына муллап туй яһаны. Кәләш етем бул­ғанға мә­һәрен кәмерәк түләй алһа ла, Әбдел­ғәни ваҡланып торманы, бай, ҡеүәтле ғаиләләрҙә үҫкән ҡыҙҙар өсөн бирелә торғандан да мулыраҡ ҡалым бирҙе. Көнсөл бәндәләргә, һаранлыҡ арҡа­һында бәләкәй ҡалымлы ҡыҙға ҡы­ҙыҡҡан, тип һөйләргә урын ҡалмаһын өсөн шулай итте. Был туйҙа бөтә зат-зәүере бер аҙна ҡунаҡ булды. Илһам да харап ҡәнәғәт күренде, Алһыу килендең ике бите лә шатлыҡтан һәм уңайһыҙланыуҙан алланып сыҡты. Бер йылдан Алһыу­ҙың ҡыҙы тыуҙы, уға Әлфиә тип исем ҡуштылар.
Бөтәһе лә уңай бара, һәммәһе лә бәхетле ине. Ләкин Әбделғәниҙе бәлә һағалаған икән. Шул йылды күп йылдар айырылышмаған аты харап булды. Шул уҡ йәйҙе бейҙәр менән аҡһаҡалдар ҡәбилә дошмандарына ҡаршы яуға саҡырѓанда єйтелє торған оранды һөрәнләне: “Туҡсаба!”. Был хәйерһеҙ һуғышҡа Әбделғәни улы менән юлланды. Аҫау айғырға атланған, тимер күлдәк менән торҡа кейгән көслө, йылғыр улы Ил­һамға ҡарап, ул бай ғәнимәт алып ҡайтырға ниәт ҡорғайны. Ырыуҙаштарының көнсөл ҡараштарын, туғандарына муллап бүләк таратҡан үҙен күҙ алдына килтергәйне. Туғандарының үлтереп маҡтағанын, аталы-уллы ажарланып алышҡа ингән һәм еңеп сыҡҡан үҙҙәре тураһында сәсәндәр­ҙең йырын тыңлағандай булғайны. Бәлә килере һис һиҙел­мәгәйне. Әммә тәҡдир үҙенсә хәл итте. Алыштарҙың береһендә дошман уғы Илһамға ҡа­ҙалды. Улы, “Алһыу”, “Әл­фиә” тигән исемдәрҙе бышылдап, ҡулында йән бирҙе. Әбделғәни өсөн ҡояш һүнгән­дәй булды. Ул улының үле кәүҙәһен алып ҡайтып килгәндә, әйтерһең, бә­ғере таш булып ҡатты. Єсәһенә улының мәрхүм булыу хәбәрен нисек еткерер, йәшләй тол ҡалған киленен нисек йыуатыр? Ауыр уйҙар менән ҡайтып инде ул йәй­ләүгә. Тирмәһе күрен­гәс тә, ҡатыны менән килененең ҡаршы сығырын көттө. Ләкин тирмә ауыҙында, ейән­сәре Әлфиәне кү­тәреп, яҡын туғаны Хупъямал инәй күренде.
– Ә ҡайҙа ...Сания, ...Алһыу килен? – кипкән ирендәрҙән өҙөк-өҙөк әй­телгән һорау көскә сыҡты – уның мейеһен ҡот осҡос тоҫмаллау ярып үткәйне.
– Әбделғәни, Хоҙай түҙем бирһен һиңә, улым! Ҡатының да, киленең дә юҡ инде. Әлфиә генә ҡалды, – тип ауырлыҡ менән, һыҡтай-һыҡтай һүҙ башланы ул. – Һеҙ юлға сығып киткәс тә, йәйләүҙә бер дәрүиш пәйҙә булды. Бер генә көн тороп китте. Үҙе менән ваба алып килгән икән, ҡара үлем. Бик ҡурҡыныс булды, улым. Ҡырғын оло­һон да, кесеһен дә аяманы. Бөтә йәй­ләү тиерлек ҡырылды. Үҙҙәре ыҙаланып йән бирергә ята, үҙҙәре, ярай ирҙәр йәйләүҙә юҡ әле, тип ҡыуанған була, Аллаһы Тәғә­ләгә рәхмәт әйтә. Һеҙ булһа ла ҡотолоп ҡалырһығыҙ, тинеләр инде. Беренсе булып Алһыу килен йән бирҙе, үҙ аңында булып донъя ҡуйҙы мәрхүмә. Эй Алла, эргә­һендә Илһамы булмағанға нисек ила­ғанын күрһәң икән. Әлфиәне һуңғы тапҡыр күк­рәгенә ҡыҫырға тип һорап ялбарҙы. Бирмә­нек инде – үҙең аңлай­һың. Йоҡторор, тип ҡурҡтыҡ. Илай-илай йән бирҙе. Ҡатының Сания бер көндән мәрхүм булды. Ә Әлфиәгә был көндәрҙә кәзә һөтө имеҙеп тор­ҙом. Ал­лаға шөкөр, ауырыманы. Бына, ҡара әле ниндәй булып китте. Ана, нисек ҡыуана. Ҡартатаһын күрҙе бит. Атаһы ла ҡайтып етһә... Ә Илһам ҡайҙа, арт­та ҡалдымы әллә? Бына ҡайғы инде уға ла, бик ауыр булыр инде, белгәс.
– Белмәйәсәк ул! – тип әсенеп әйтте Әбделғәни, тамағына ултыр­ған төйөрҙө көскә йотоп. – Һәләк булды ул. Уҡ тейеп һәләк булды. Аллаға шө­көр, бер ни ҙә белмәй китте инде.
– Аһ, Әбделғәни улым! – тип шыбырҙаны ҡарсыҡ һәм сибек ҡарт ҡулы менән Әбделғәниҙең арҡаһынан һөй­ҙө, йыуатырға тырышты. – Сабыр бул инде, улым. Тәлғәт ИШЕМҒОЛОВ Бәндәбикә
Түҙем бирһен һиңә Хо­ҙай, тик түҙем бирһен. Бер ни ҙә мәң­гелек булмай. Ҡара төн артынан яҡты көн тыуа. Мә, ейәнсәреңде ҡу­лыңа ал. Уға ҡайғы баҫырһың. Балаларыңдың балаһы бит ул. Һаҡла уны. Бар, тирмә­гә ин, ял ит. Ә мин усаҡ яғып ебәрәйем, тамағыңа ашап алыр­һың, – тип ҡарсыҡ йәйге усаҡ яғына йүнәлде. Тиҙ арала ялпылдатып ут тоҡандырҙы.
Әбделғәни, тере йомғаҡты күк­рәгенә ҡыҫҡан килеш, алыҫ далаға текләп ҡатып ҡалды. Ҡайғы таш ки­ҫәге булып тамаҡ төбөнә ултырҙы, тын алырға ирек бирмәне. Күңелде баҫып ятҡан ауыр йөк йөрәкте лә һытып бара төҫлө ине. Шул саҡ ҡу­лындағы йомғаҡ ҡыбырҙап тауыш бирҙе, унан ҡысҡырып илап ебәрҙе. Сабыйҙың илауы, тораташтай мәғә­нәһеҙ ҡатып торған Әбделғәниҙе уятып, ҡыҙсыҡҡа күҙ һалырға мәжбүр итте... Ҡыҙсыҡ тымды, көтөлмәгәнсә иғтибарлы итеп Әбделғәнигә ҡараны һәм, ауыҙын киң йәйеп, йылмайып ебәрҙе. Ошо мәл, әйтерһең, ҡойма ямғыр сарсаған ергә йән өрҙө. Тыйылғыһыҙ көслө үкһеү Әбделғәниҙең тотош кәүҙәһен дер һелкетте. Ул ейәнсәрен ҡәҙерләп күкрәгенә ҡыҫ­ты. Күҙенән күңелде сафландыра, ҡай­ғы йөгөн еңеләйтә торған, әммә ир­ҙәрсә һаран йәштәр ҡойолдо. Илап туйғас, Әбделғәни бер аҙ офоҡҡа текләп торҙо, шунан һуңғы үкһеүҙә­рен өрөп сығарырға иткәндәй тәрән итеп һуланы, көлөп ятҡан Әлфиәгә ҡарап, күҙҙәрен һөрттө лә тирмәгә инде. Уны, киске ашын ултыртып, Хупъ­ямал инәй көтә ине.
Ваҡыт яраларҙы имләгәндәй булды. Әбделғәни башҡаса өйләнмәне. Ҡарымта-барымталарға йөрөнө, шулай итеп, нисек ҡартайғанын да һиҙ­мәй ҡалды. Холҡо элек тә ауыр ине, ғаиләһен юғалтҡас, ул бөтөнләй кеше һөймәҫ булып китте. Туған-тыумасаһы уны ҡартайып барған яңғыҙ бүре­гә оҡшатты. Йомоҡ, бөтә кешегә ҡа­рата үтә ҡырыҫ был кешенең ейәнсә­рен ни тиклем ныҡ яратҡанын берәү ҙә белмәй ине. Яу юлдарынан алып ҡайтҡан бар ғәнимәтте ул уға тип йыйҙы, етемһерәп йөрөмәһен өсөн барыһын да эшләне. Текә холҡонан шөрләһә лә, Әлфиә лә ҡартатаһын бик яратты.
Ырыу башы Нурғәли аҡһаҡал мәрхүм булып, уның урынына кемде һайларға тигән һорау ҡалҡҡас, бөтә зат-ырыу, Әбделғәниҙән дә яҡшыраҡ­ты табып булмаҫ тип, бер һүҙгә килде. Уның хәрби ҡаҙаныштарын, төплө аҡылын, ырыуҙаштары өсөн оло яуап­лылыҡ тойоуын, намыҫлылығын, тәртиплелеген белгән ырыуҙашта­ры уны бер тауыштан һайланы. Әбделғәни баш тартып маташһа ла, уны күндер­ҙеләр. Шунан алып уның бар нәмәлә эше бар. Кешеләр унан кәңәш һорап килә, йолаларҙы баш­ҡарыу тәртибен аңлатыу, бәхәстәрҙе хәл итеү кеүек бурыстар ҙа уның иңендә. Ҡатмарлы булһа ла, зарланманы, аяуһыҙ донъяла һәр яҡтан һағалаған хәүеф-хәтәр­ҙәргә бирешмәй көн итеү өсөн уның абруйы­на һәм тормош тәжрибәһенә таянған туған-тыумасаһының ышанысын аҡ­ларға тырышты.
Бына әле лә ул, ырыу башлығы булараҡ, биләмәләрен байҡап, тир­мәһенә ҡайтып килә. Уның иғтибарлы ҡарашы барыһын да шәйләй. Эстән генә эшлекһеҙҙәрҙе, арамъяларҙы әр­ләп үтә. “Кәрим тағы тирмә ситенең бауын йомшаҡ тарттырған, ел сыҡһа, осоп китә инде. Әй-й-й, Ямал килен ҡорот һарҡыта торған тоҡсайын бигерәк түбән элгән. Быҙауы рәхәтлә­неп сәйнәй. Рәсүле бөгөн йәш ҡороттан ауыҙ итә алмай икән, былай бул­ғас. Ҡайҙа, кем балаһы яр һалып илай әле? Тағы Ғәйшә сабыйын ҡарамаған, ахырыһы... Былай һәммәһе лә тыныс шикелле”. Ҡәнәғәт ҡалған Әбделғә­ни, тирмәгә инеп, кейеҙгә һуҙылып ятты. “Ҡартайыла, ял итмәй булмай”, – ошо уй менән битенә йоҡа яулыҡ ҡапланы ла, себендәр бызылдаған тауышҡа ойоп, йоҡлап та китте.

***
…Бөрйәндәр ҡыпсаҡтарҙы шым ғына ҡараштары менән оҙатты. Шунан аттарын үҙ яҡтарына ҡарай ҡы­уаланылар. Хәлдәре бик мөшкөл ине. Рыҫҡол да шымып ҡалған. Ни әй­тәһең инде, былай ҙа бөтәһе асыҡ. Барымтаға килгән бөрйәндәр мәс­хәрәгә ҡалды. Оҙаҡ барҙылар. Рыҫҡол ғәрлектән, ярһыуҙан бүре булып олорҙай, айыу булып үкерерҙәй хәлгә етте. Түҙемлеге шартлап өҙөлдө уның, атын ҡапыл кире бороп, улына: “Әйҙә минең арттан!” – тип ҡыс­ҡырҙы ла ҡыпсаҡтар артынан елдерҙе. Бына алда тояҡ тауыштары ишетелде. Рыҫҡол уғын алып, йә­йәһенә һалды ла шул яҡҡа ҡарай тоҫҡаны.
– Атай, ни эшләйһең? – Амансайҙың ҡото алынды.
– Һа, шөрләнеңме, көсөк! Асыуымды баҫыр өсөн генә улар яғына атам мин, – тип улына екерҙе лә, эске ярһыу менән, йәйәһен бөтә көсөнә киреп, атып ебәрҙе…
…Бөтә ҡыпсаҡтар Әлфиәнең кәү­ҙәһе эргәһенә йыйылды һәм, әжәл менән яғалашҡан ҡыҙға текләп, оло ҡайғыға батты. Күҙен йомған Әл­фиәнең тын юлы ғырлай, үҙе, ирен­дәрен саҡ ҡыймылдатып, һуңғы һүҙҙәрен әйтергә тырыша. Сынбулат, тешләнеп, яраны ҡапшап ҡараны, йөҙө бөтөнләй ҡараңғыланды. Иң ҡурҡыныс яра ине был. Уҡ, йөрәктең эргәһенән генә үтеп, йыуан ҡан тамырын тишкән. Ҡан һауыуҙан йән бирә ине Әлфиә. Сынбулат, бының файҙаһы булмаҫын аңлаһа ла, уҡты һурып алырға булды. Киҫкен генә тартҡайны, уҡ килеп сыҡты. Әлфиә­нең бөтә кәүҙәһе тертләне лә тынып ҡалды. Сынбулат яралы йыртҡыс кеүек үкһеп иларға кереште.
Ҡыпсаҡтар, ажарланып, тирә-йүн­де айҡаны-байҡаны, был вәхшилекте ҡылған бәндәне табырға тырышты. Тик далаға төн төшкәйне, төрлө төҫ­лө таштар кеүек булып, күктәге йондоҙҙар ғына яна ине. Бер ни күрен­мәй. Әммә ҡыпсаҡтар белә: әле ай тулған ваҡыт, бына-бына ҡал­ҡыр ҙа тирә-йүнде яҡтыртып ебәрер.
…Шул саҡ һайтлаған тауыш яңғы­раны. Теге йәш ҡыпсаҡ икән – таныш түгел яу йәйәһе табып алған.
– Сынбулат ағай, бына нәмә таптым! Ошонан яҡында ғына ята ине, эргәһендә тояҡ эҙҙәре лә бар. Яңы ғына тапалған.
Сынбулат йәшле күҙҙәрен усы менән һөртөп алды ла, йәйәне алып, иғтибар менән тикшерергә тотондо. Бик затлы яу йәйәһе. Ябай яугирҙеке түгел. Матурлап туҙ йәбештереп көп­ләнгән, тамғалар менән биҙәлгән. Сынбулаттың йөрәге жыу итеп китте. Ул бөрйәндәрҙең ырыу тамғаһы ме­нән ырыу башының билдәһен танып ҡалды:
– Рыҫҡол, һин үлтергәнһең Әл­фиәне! Ҡоторған эт, һине дөмөктө­рөр кәрәк! – тип аҡырҙы Сынбулат, үлтереүсенең ҡоралын болғап. Ҡыпсаҡтар бөтөнөһө бер тамаҡтан ти­гәндәй ғәйрәтле үкереп, йәйләү яғына елдерҙе. Уларҙың йө­рәгендә ҡойол­ған ҡандың ҡонон ҡайтарыу ялҡыны ҡабынғайны.

Әлфиә АҠБУТИНА тәржемәһе.

(Дауамы киләһе һанда).




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook