Иңдәремә һалам ебәк яулыҡ – “Башҡортостан ҡыҙы” бүләген

Иңдәремә һалам ебәк яулыҡ – “Башҡортостан ҡыҙы”  бүләгенТөпкөлдә ятмаһа ла, был ауылда кеҫә телефондары насар тота. Ямғыр ҡойоп яуып китһә, еңел машина менән район үҙәгенә көскә барып етәһең. Ләкин ситтән килеү­се күҙлегенән генә былар мөһим тойолор, “шул да булдымы һөйләр һүҙ” тиәсәк унда йәшәүселәр –Дәүләкән районы Япар-Йәнбәк ауылы кешеләре. Яуындан һуң әйләнеп ятҡан ерҙе ҡайнар ҡояш һә ти­гәнсе киптерер йәйге көн­дә түгел, ҡышҡы ыжғыр бурандарҙа ла ошо юлдан ҡалаға барып урай улар: дауаханағамы, кәңәшмә­гәме, башҡа эш менәнме. Ә ғәҙәти телефондан бәйләнеш тотоп өйрәнгән халыҡҡа кеҫә телефондары бар ни ҙә юҡ ни.
Улар ҙур сәйәсәттән дә, бөтә донъя көткән сираттағы финанс көрсөгөнән дә алыҫ, боронғо ныҡлыҡтарын, сабырлыҡтарын, йәшәү рәүешен һаҡлап, ҡәҙимгесә ғүмер итәләр. Мал, ҡаҙ-өйрәк үрсетәләр, иген игәләр. Яҡты киләсәк юрап, улдар, ҡыҙҙар үҫтерәләр. Ҡанат нығытып, ояһынан осҡан ҡошсоҡтарҙай, балалары ситкә таралышҡас, ял көндәрен уларҙы ҡаршы алалар. Рухи аҙыҡты ла интернет селтәренән, йөҙ каналлы телевизорҙан түгел, элеккесә – китаптарҙан, гәзит-журналдарҙан эҙләйҙәр.

“Башҡортостан ҡыҙы”н сы­ға башлаған мәленән – 1968 йылдан бирле алдырыусы ханым йәшәй был ауылда. Баҫмабыҙҙы иң яҡын әхирәтеләй күреп яратҡан Мәүсилә Миңлебай ҡыҙы Ихсанова яҙ­мышын балалар тәрбиәләүгә арнаған. Мәүсилә апай менән уның ғүмер юлдашы, баҫыу батыры Фәнил ағайҙың көнитмеше меңдәрсә ауыл кешеһенә оҡшаш. Тормоштарын йөрәк ҡайнарлы­ғы менән һуғарып, үҙ ҡулдары менән матур итә улар. “Был донъяла беҙ ҡунаҡ ҡына. Һәр көндөң ҡәҙерен белеп йә­шәргә кәрәк”, – тиҙәр.
Хаҡлы ялдағы мөғәллимә тыпылдап ямғыр яуған көҙгө ҡараңғы кистәрҙә, аҡ бурандар уйнаған ҡышҡы оҙон төн­дәрҙә ҡулына энә менән еп ала. Аҡ ерлеккә ятҡан нағыштарҙа – уның күңел балҡышы, ҡанат ҡуйған өмөттәре – тормошҡа ашҡаны ла, хыялда ҡалғаны ла. Көн дә биш һыйыр һауып, уларҙың һөтөн эшкәрткән, силәк тулы ҡамыр баҫып, икмәк һалған, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ тағы әллә күпме эште баш­ҡарған ҡулдары һаман нәфислеген юғалтмаған. Ошо тилбер ҡулдар күңел­дә тыуған биҙәктәрҙе ябай туҡымаға серле күренеш итеп төшөрә. Был матурлыҡ уның бар донъяһын солғаған – бүлмә­ләрҙәге япмалар, һөлгөләр, мен­дәр тыштары, ашъяулыҡтар һәр береһе айырым, шулай уҡ бөтәһе бер бөтөн сәнғәти эштәр.
Журнал ойошторған бәйгелә–“Аллы-гөллө, селтәрле” тигән сигеүле алъяпҡыстар конкурсында Мәүсилә Миңлебай ҡыҙының эше иң зауыҡлыларҙан табылып, ул “Баш­ҡортостан ҡыҙы”ның ебәк яулығына лайыҡ бул­ғайны. Бүләк яулыҡты апайыбыҙ бик ҡәҙерләп, байрамдарҙа ғына ябына икән һәм журналдың һәр һанын әле лә үҫмер сағындағы кеүек түҙемһеҙ­ләнеп көтөп ала.
– “Башҡортостан ҡыҙы”н уҡыусы барса ҡатын-ҡыҙҙы етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлайым, йылдың илебеҙ өсөн имен, һәммәбеҙгә ырыҫлы булы­уын теләйем. Күңел таянысыбыҙ, рухи терәгебеҙ булған баҫма менән артабан да бергә ҡалайыҡ, – ти ул.

Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ фотоһы.

Дәүләкән районы.



На плечи накину шелковый платок – подарок от “Башкортостан кызы”

Зарисовку о Маусиле Ихсановой из деревни Япар-Янбеково Давлекановского района подготовили журналистка Альмира Киреева и фотокорреспондент Александр Данилов. Маусиля Минибаевна выписывает журнал с 1968 года, начиная с самого первого номера. Бывшая учительница, ныне пенсионерка вечерами занимается рукоделием. Она вышивает наволочки, полотенца, скатерти. Когда-то она участвовала в конкурсе рукодельниц, объявленном редакцией журнала “Башкортостан кызы”, и получила в подарок фирменный платок журнала. С тех пор она бережно хранит его.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook