Кескәйҙәргә сағыу кейемдәр

Язғылыҡҡа кәпәс Кескәйҙәргә сағыу кейемдәр Бындай кәпәсте бәйлә­үе ауыр түгел, ырғаҡты яңы ҡулына алған ханымдар ҙа уны еңел бәйләй аласаҡ.
Ҡалын еп (100% акрил): 1 йәшел йомғаҡ, 1 һар­ғылт йәшел йомғаҡ, ¼ 1/4 өлөш аҡ йомғаҡ, 3-сө һанлы ырғаҡ, тегеү энә­һе, аҡ еп, ҡайсы, 3 эре һәм 3 ваҡ мәрйен кәрәк.

Эш барышы. Йәшел еп менән ырғаҡҡа 4-6 буш күҙ йыйып тоташтырабыҙ. Сыл­бырға 12 салыулы ба­ғана бәйләйбеҙ. Рәтте тоташтырыу бағанаһы менән тамамлайбыҙ. Артабан 1-се һыҙ­ма буйынса ошо рә­үешле дауам итәбеҙ.

8-се рәттән 16-сы рәткә тиклем салыулы бағаналар менән сығабыҙ. 15-16-сы рәттәрҙе аҡ еп менән бәй­ләйбеҙ. 17-се рәттән 27-се рәткә тиклем һарғылт йә­шел еп менән салыуһыҙ ба­ғаналар менән сығабыҙ.

Ҡолаҡсындар. Беҙҙең бөтәһе 84 бағана. 84/5=16,8 (яҡынса 17 тип алабыҙ). Ти­мәк, һәр ҡолаҡсынға 17 күҙ тура килә.
Епте өҙмәйенсә, туҡ­таған ерҙән дауам итәбеҙ. 1-се рәттә күтәрелеү өсөн 1 буш күҙ бәйләйбеҙ. 16 салыуһыҙ бағана бәйләй­беҙ (бөтәһе 17 бағана). Артабан эште 2-се һыҙма буйынса дауам итәбеҙ. Бәй­ләп бөт­кәс, епте өҙәбеҙ.

Беренсе ҡолаҡсынды бәйләгән ергә әйләнеп ҡай­табыҙ, артабан кәпәс­тең ситенән 33 күҙ һанайбыҙ һәм 34-се күҙҙән икенсеһен бәй­ләй башлайбыҙ. Ҡолаҡсындарҙы бәйләп бөткәс, кәпәс­тең ситен салыуһыҙ бағана менән бәй­ләп сығабыҙ.

Ҡолаҡсындарға бау: һәр 3 төҫтән 90 см оҙонлоғондағы 6-шар еп ҡырҡып алабыҙ (бөтәһе 18 еп). Бер ҡолаҡсынға 3 йә­шел, 3 аҡ, 3 һарғылт йәшел еп тура килә. Ептәрҙе ҡо­лаҡсын аша үткәрәбеҙ һәм, сәс үргән кеүек, өс төҫлө ептән толом үрәбеҙ. Осона 8-10 см етмәҫ элек бауҙы төйнәйбеҙ. Бауҙың ситен тигеҙләп ҡырҡабыҙ.

Сәскә. Һарғылт йәшел еп менән 4 буш күҙ йыйып тоташтырабыҙ. Артабан 3-сө һыҙма һәм һүрәт буйынса дауам итәбеҙ. Сәскәнең уртаһын мәрйендәр менән биҙәйбеҙ һәм кәпәскә тегеп ҡуябыҙ.

Пинетка-кеда Кескәйҙәргә сағыу кейемдәр


Ҡалын еп (100% акрил): бер йәшел йомғаҡ, бер аҡ йомғаҡ, ¼1/4 өлөш ҡыҙыл йомғаҡ, 3-сө һанлы ырғаҡ, ҙур күҙле тегеү энәһе, ҡайсы, аҡ төҫтәге ике бау, футбол тубы формаһындағы ике төймә кәрәк.

Аҡ еп менән 10 буш күҙҙән торған сылбыр йыябыҙ. Артабан 4-се һыҙма буйынса дауам итәбеҙ.
4-се рәттә күтәрелеү өсөн 3 буш күҙ бәйләйбеҙ, шунан һәр күҙгә бер рельефлы салыулы бағана ме­нән сығабыҙ (бөтәһе 10+ 16+10+16=52 күҙ). Рәтте тоташтырыу бағанаһы менән тамамлайбыҙ. Рельефлы салыулы бағаналарҙы рәт­тең артынан бәй­ләргә (һү­рәтте ҡарағыҙ). Аҡ епте өҙмәй торабыҙ.
5-се рәтте ҡыҙыл еп ме­нән бәйләйбеҙ. Рәтте тамамлағас, ҡыҙыл епте өҙәбеҙ.


6-сы рәтте аҡ еп менән бәйләйбеҙ. 7-се рәтте бәй­ләгәс, епте өҙәбеҙ.

Пинетканы оҙонлоғо буйынса йәйеп һалабыҙ. Пинетканың уртаһынан (баш яғынан) 7 күҙ һанайбыҙ, һигеҙенсе күҙенән бәй­ләүҙе башлайбыҙ.
8-се рәттә (йәшел еп ме­нән) күтәрелеү өсөн 3 буш күҙ бәйләйбеҙ. 38 салыулы бағана бәйләйбеҙ – һәр күҙгә бер бағана. Ҡалған 14 күҙ бәйләнмәйсә ҡала.
9-сы рәт. Эште борабыҙ. Күтәрелеү өсөн 1 буш күҙ бәйләйбеҙ. Рәтте салыуһыҙ бағаналар менән сығабыҙ һәм тоташтырыу бағанаһы менән тамамлайбыҙ.
10-сы рәт. Эште бо­ра­быҙ. 4 буш күҙ бәйләйбеҙ, 4-се күҙгә салыулы бағана бәйләйбеҙ. Һәр күҙгә берәр салыулы бағана бәйләп эш­те дауам итәбеҙ, аҙағында 3 күҙҙе бәйләмәйбеҙ. Һуң­ғы күҙгә 2 салыулы бағана бәй­ләйбеҙ.

11-се рәт. Эште борабыҙ. Күтәрелеү өсөн 1 буш күҙ бәйләйбеҙ. Рәтте һәр күҙгә бер салыуһыҙ бағана менән сығабыҙ.

12-се, 14-се, 16-сы рәт­тәр­ҙе 10-сы рәт кеүек бәй­ләйбеҙ. 13-сө, 15-се, 17-се рәттәрҙе 11-се рәт кеүек бәйләйбеҙ.

5-се һыҙма буйынса 2 түңәрәк бәй­ләйбеҙ. Уларҙы пинеткаларҙың тыш­ҡы яғына тегәбеҙ. Са­ғыу төймәләр менән биҙәр­гә мөмкин.
Кеданың телен 6-сы һыҙма буйынса бәйләйбеҙ. Аҡ еп менән 4 буш күҙ йыябыҙ.

1-се рәт. Күтәрелеү өсөн 3 буш күҙ, шунан беренсе күҙгә 6 салыулы бағана бәйләйбеҙ (бөтәһе 7 бағана).

2-се рәт. Эште борабыҙ. Күтәрелеү өсөн 3 буш күҙ бәйләйбеҙ. Һәр күҙгә 2-шәр салыулы бағана бәй­ләйбеҙ. Епте өҙәбеҙ.

3-сө – 12-се рәттәрҙе йәшел еп менән һыҙма буйынса бәйләйбеҙ.

Әҙер телдәрҙе кедаларға тегәбеҙ.

Тигеҙ күренһен өсөн пинеткаларҙың йәшел төҫ менән бәйләнгән өҫкө өлө­шөн салыуһыҙ баға­налар менән бәйләп сығабыҙ. Еп өсөн ҡалдырылған тишектәрҙе энәгә йоҡа аҡ еп һаплап сигәбеҙ. Эш барышында ҡалған ҡойроҡ ептәрҙе ыр­ғаҡ менән йәшерәбеҙ. Бауҙарҙы кедаларға кей­ҙерәбеҙ. Бәпескә пинетка-кеда әҙер!

Көнһылыу Хасаева
Салауат ҡалаһы


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook