Шаярып-көлөп кенә, яратып-һөйөп кенә

Шаярып-көлөп кенә,  яратып-һөйөп кенә
Мар.СӘЛИМ
Мар. Сәлим (1949) – билдәле яҙыусы-сатирик, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, болгар телдәрендә сыҡҡан тиҫтәләрсә китап авторы, юморис­тарҙың «Алеко» (Болгария) һәм С. Михалков исемендәге халыҡ-ара премиялары лауреаты. «Һәнәк» журналында утыҙ йыл баш мөхәррир булып эшләне.

Ҡар һылыуы
Унда һалҡын…
Унда алтын,
унда алмас…
Унда барған бер кеше лә
байымайынса ҡалмаҫ… –
тигәйнеләр миңә дуҫтар,
киткән саҡта
алыҫтағы
ҡар иленә.
Һәм бына мин аяҡ баҫтым
ғүмеремдә тәүге тапҡыр
йомарт яҡут еренә.
Эйе, дөрөҫ әйткән дуҫтар:
бында һалҡын…
Ләкин бында
кешеләрҙең
йөрәктәрендә ялҡын.
Улар,
ыҙғыр буран төҫлө, –
ғәййәр,
көслө.
Сеү! Был ни хәл?
Урамдан үткән һылыуға
күҙем төштө –
ул нәҡ минең
йәшләй һөйгән
йәрем төҫлө!
Ҡара сәсле,
ҡыҫыҡ күҙле,
нурлы йөҙлө
башҡорт ҡыҙы…
Әйтерһең дә,
һөйгәнемде
йәп-йәш көйө
һаҡлап тотҡан
яҡут ҡышы!
Ғәйепме ни, сибәркәйҙе
ҡосаҡлап алғым килде.
Ҡар бөртөгө кеүек һылыу,
бәлки,
ҡайнар ҡосағымда
иреп тә китер ине…
Әммә шуҡ ағайығыҙҙың
кикреге бик тиҙ шиңде.
Яғымлы йылмайыу менән
ҡыҙ мине шундуҡ еңде.
Батыр ғына ир инем –
ҡапыл ғына ебенем,
яҙын яуған ҡар һымаҡ,
бәлйерәнем, иренем…
Дуҫтар дөрөҫ әйткән дә ул:
– Унда һалҡын…
Унда алтын,
унда алмас…
Ләкин улар белмәгәндәр:
бында һөйөү,
бында наҙ!
Ә күңелдә
һәр саҡ яҙ…

Йән атабыҙ
(уйыны-ысыны бергә)
Урыҫ менән нисә быуат
Бергә ғүмер иткәнбеҙ.
Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар булып,
Туғанлашып бөткәнбеҙ.

Урыҫтарҙан да уҙҙырып
Мәрйәләр яратабыҙ.
Хистәребеҙҙе ҡыҙғанмай
Тонналап таратабыҙ.

Хистәрҙе таратабыҙ ҙа
Уларҙы ҡаратабыҙ.
Ҡаратҡас ни, ясно дело:
«Душам» тип йән атабыҙ.

Бабайҙарҙан ҡалған йола –
Мөхәббәт яңыртабыҙ.
Кәләшебеҙ мәрйә икән,
Урыҫ – беҙҙең атабыҙ.

Урыҫ булғас ни атабыҙ,
Билдә һәр саҡ балтабыҙ.
Дошмандарға сер биргән юҡ,
Рәхәт йәшәп ятабыҙ.

Бала-саға менән тулы
Мәрйәбеҙҙең итәге.
Демография мәсьәләһен
Үәт тәк беҙ хәл итәбеҙ.

Эрәсәйҙә халыҡ һаны
Кәмемәҫ, беҙ булғанда.
Илдә урыҫ бөтә тип тә
Борсолмағыҙ, туғандар!

Башҡорттан да, мәрйәнән дә
Тыуып тора балабыҙ.
Һәм шуныһы главныйы:
Мәрйәләргә өйләнһәк тә,
Башҡорт булып ҡалабыҙ!

Ҡыҙ күҙләйем
Етмеш йәшкә еткәндә лә
Күңел ҡартаймай, тиҙәр.
Йәшәгән һайын йәшәрә
Бара, ти, имеш, ирҙәр.

Ошо һүҙгә ышандым да…
Тик бер генә сәғәткә
Әйләндем бит, малайҡайым,
Өйләнмәгән егеткә.

Ҡыҙ күҙләйем, өй алдында
Эскәмйәгә ултырып.
Ҡарайым һәр береһенә,
Күҙҙәремде тултырып.

Ана, бер сибәркәй килә…
Яна йөрәк – нишләһен…
Һүнде йөрәк, ҡыҙ ҡулында
Күргәс һыра шешәһен.

Уның артынан килгәне
Текә атлай бигерәк.
Ауыҙында сигареты –
Һаламдан нәҙегерәк.

Ләкин минең иҫем китмәй
Тәмәкесе ҡыҙҙарға.
Ана, тағы берәү килә
Бит остары ҡыҙарған.

Серле йылмайып, әйтте ул:
– Йә, бабай, бармы аҡсаң?
Наҙға күмермен үҙеңде,
Күберәк булһа баксаң!

– Баксам юҡ, баҡсам бар, –
тинем,–
Әйҙә киттек баҡсаға.
– Ну, дедуля! Һинең баҡсаң
Инмәй минең таксаға.

Шул саҡ ҡара иномарка
Туҡтаны яныбыҙға.
Пеләш башлы йыуантыҡ ир
Ҡул һуҙҙы тәтәй ҡыҙға.

Ҡара машина артынан
Ҡалды аҡ туҙан ғына…
Ҡайғырып ултырам бына,
Йәшәрһәм, мин өйләнерлек
Ҡыҙҙар ҡалмағанына.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook