Таштарҙы кем төшөргән?

Таштарҙы кем төшөргән?
Мәүлиҙә ӘХМӘТЙӘНОВА
Хикәйә

Кем булһын, Ҡуян. Таштарҙы кем төшөргәнен әйтәм. Егет сағында ул матур аяҡтарын күрһәтеп йөрөр өсөн бер сәғәт эсендә үҙенә күлдәк тегеп кейгән апайыбыҙ артынан йөрөнө. Етәкләшеп йөрөгәндәрҙең аяғы аҫтында бер ҡыяҡ үлән дә тыуҙыра алмаған, ай яҡтыһында ялтырап ятҡан тар һуҡмаҡтар һалынған ҡайындар араһында осрашты улар.

Эш көндәрендә уңған апайыбыҙ, район үҙәгендә бер ҡарт мәрйәлә фатирҙа тороп, халыҡҡа киң хеҙмәт күрһәтеүсе, КыБыО тип аталған ике ҡатлы йортта күлдәк, салбар текте, ял көндәрендә ауылға ҡайтты.

Автобус ауылға хәтлем килеп етмәгәс, апайыма йыш ҡына күрше ауылдан йәйәү атларға тура килә. Шуға күрә, ҡыҙы өйгә килеп инеү менән, сабыр әсәйемдең тәүге һорауы, нисек ҡайтып еттең, булыр ине. Ул төбөнә һыу ҡоймайынса туҡтамай, был һыу ҡойоу бик оҙонға китә. Апайым, уф, ярар инде, тип әсәйемде ҡалдырып, кискелеккә әҙерләнә башлай.

Тәүҙә ул көрән төҫтәге арты һыҙыҡлы капрон ойоғон сайҡата, аҙға ғына беҙгә тирә-яҡҡа аша ҡарарға рөхсәт итеп, уны әллә ни итеп һелккеләп ҡорота. Шунан ҡап-ҡара оҙон толомон йыуырға бер йомортҡа алып, әҙер мунсаға йүгерә.

Иҫке клубтың таҡта иҙәнендә туҙан туҙҙырып, ауыл йәштәре гармун менән обще уйнай: «Һоп-һа!». Шул бейеүгә сығып киткәнсе, барыһы ла уның нисек йыйыныуын күҙәтә. Бигерәк тә осло күҙ әсәйем уның һәр хәрәкәтен энәһенән ебенә үткәрә. Ул, биҙәнеп-төҙәнеп, ҡыҫҡа күлдәген, капрон ойоғон кейеп, өйҙән сығып киткәс, әсәйем уны, бик оҙаҡ тәҙрәнән ҡарап, оҙатып ҡала:

– Таңға хәтле китте инде тағын, сығып ҡына ҡуймай ҙа, исмаһам. Ыстараф булып йөрөр, тип ҡурҡам, – ти ул, ауыр көрһөнөп.
Ҡайтышлай үҙен оҙатҡан егет менән парлашып килгәндә, апайым уға ҡулын ғына тоторға рөхсәт иткән, ләкин… кейәүгә сыҡмаған. Сөнки Ҡуян ҡушаматлы Ғәлимйән исемле тракторсы ял көндәрендә апайымды оҙатһа, аҙнаның башҡа көндәрендә сельпоға бухгалтер булып килгән, ике бите кершән һөрткәндәй янып торған Фәнүзә исемле күрше ауыл ҡыҙын фатирҙа торған әбейҙең өйөнә илтеп ҡуйыр булған.

Ҡайһы саҡта сибәркәй уға ҡараңғы соланға ла инергә рөхсәт иткән. Уларҙың ялҡыны сығып торған бышылдашыуынан тирә-яҡҡа осҡондар сәсрәгән. Ғәлимйән ни эшләп кеҫәһенә таш тултырып йөрөй икән, тип баш ватҡан ҡыҙыҡай был таштың уттай ҡыҙып, ҡағылған һайын тәнен яндырып ебәреүенә иҫе киткән. Наҙлы егеттең ҡосағында уның бите уттай янған, иртән эшкә килгәс, уның муйынындағы ҡыҙыл таптарҙы күреп, сельпо председателе ҡыҙҙы шаяртҡан. Тик ялға ҡайтҡанда ер аҫтында йылан көйшәгәнен дә һиҙеп торған әсәһе генә, уның муйынын күреп ҡалып, әйт, кемдән засус ҡуйҙыртып йөрөйөң тип, сыбыртҡы менән ҡыҙын йорт буйлап баҫтырып йөрөткән. Тик ҡайҙа инде кәкрешкә Ғәҙиләгә ут бөрсәһендәй Фәнүзәне тотоу! Тоттормаған ҡыҙыҡай.

Аҙнаның ике көнө – апайымдыҡы, ҡалғандары – күрше ауыл ҡы­ҙыныҡы. Ял көндәре икәү генә, ә эш көндәре, үҙең беләһең, бик күп. Шуға күрә Ҡуян ҡушаматлы Ғәлимйән күрше ауыл ҡыҙына өйләнде.
Юҡ, улай булманы. Егеттең тап Фәнүзәгә өйләнеүенең сәбәбе бөтөнләй башҡа ине.

Ҡыҫҡа күлдәк кейергә яратҡан оҙон буйлы Зәлиә апайыбыҙҙың район үҙәгендә фатирҙа торған әбейенең өйөнән бер-ике генә йорт аша бер егет йәшәгән. Ул да, ҡуянға оҡшап, табаҡ битле, килешле генә оҙон буйлы икән. Ғаиләләрендә алты бала булып, улар бик иркен йәшәй алмаған. Ҡайһы йылды бәрәңгеләре лә яҙға сыҡҡансы етмәй ҡала икән. Шуға күрә ғаиләлә иң өлкәне булған был егеткә, һигеҙҙе генә бөтөп, эшкә башларға тура килгән. Йәй ул атаһы менән бер туған бабаһында ат көткән, шунан ҡалала троллейбус йөрөткән, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, әсәһе янына эшкә ингән. Егеттең әсәһе бухгалтер икән, ул шофер булып йөрөгән улына төшөмлө рейстар алып бирешкән.

Инде утыҙҙы үтеп бара бит улым, тип аптырап, Хәлисә исемле бухгалтер апай килен күҙләй башлай.

Ул ҡатын апайым эшләгән комбинатҡа күлдәклек туҡыма алып килә, күлдәкте бик ыҡсым итеп тегеп биргән, матур аяҡтарын күрһәтеп, ҡыҫҡа итәк кейергә яратҡан ҡыҙҙы, йәғни минең апайымды, бик оҡшата. Ошонда уҡ иренең һеңлеһе эшләй икән. Бына шул Гөлйыһан исемле апай бик маҡтай буласаҡ киленде. Шунан ни, егет Зәлиәне киноға саҡыра. Ул заманда киноға халыҡ көн дә йөрөй, ҡайһы ваҡыт хатта билет та алып булмай. Был йәһәттән егеткә ҡайғыраһы түгел, сөнки атаһы менән бер туған Гөлйыһан апаһының ире ошо кинотеатрҙа киномеханик булып эшләй, еҙнәһе, нисә билет кәрәк, рәхим итегеҙ, тип кенә тора икән. Зәлиәнең әхирәттәре лә рәхәткә күсә, таныш-белешлек ул заманда – донъя тотҡаһы.

Бер ҡулын ғына биреп, ҡайындар араһынан һалынған һуҡмаҡтар буйлап йөрөргә өлгөргәндәрме-юҡмы, ауылға ҡоҙалар ҙа килеп төшә. Ҡуян ҡушаматлы Ғәлимйән исемле егет, ошо хәбәрҙе кемдәндер ишетеп, мазут еҫе һеңгән әйберҙәрен сисеп ырғыта ла, ап-аҡ плащын кейеп, ҡойроғона ут ҡап­ҡандай, ҡыҙ торған өйгә, йәғни беҙгә, килә.

Ундай ниәтең булғас, йоҡлап йөрөмәйҙәр, тип әйтеп, уны ишектән генә бороп ебәрәләр.

Кем борғандыр егетте, әсәйемме, атайыммы, әллә икәүләшеп килеп сыҡҡандармы уның ҡаршыһына, әллә ул өйгә үк килеп кереп, ҡашъяҡта барғанмы был кире бороу – билдәһеҙ. Атайым бик һүҙгә ҡыҫылмай, мейес ауыҙын аҙ ғына асып, тәмәке төтәткәндер, ғөмүмән, ул сетерекле хәлдәрҙе, артыҡ һүҙ ҡыҫтырмай, тауыш-тынһыҙ ғына, үҙ яйына ҡуйып хәл итә торған кеше ине, ә бына әсәй-е-ем, буяуҙарҙы ҡуйыртып, төймәләйҙе дөйәләй итә торған кеше, уйға ҡалып, аптырап киткәндер, шунан ауыҙын ҡаплаған ҡулдарын күкрәк тирәһендә ҡаушырып, яңы балдай күҙҙәрен сылт-сылт йомоп, башын һүҙ ыңғайына алға ҡаға-ҡаға, былай тигәндер:
– Иркәкәйем, беҙҙең ҡыҙҙы йәрәштеләр инде, бына ҡоҙаларҙы көтәбеҙ, йәштәр ғариза ла яҙҙылар.

Быларҙы ишеткән Ғәлимйән, ишекте шаҡылдатып ябып, бәрелә-һуғыла беҙҙең текә баҫҡыстар буйлап түбән төшкәндер ҙә, юл ыңғайы магазинға кереп, бер ярты һорап алғандыр. Һатыусылар уның сырайын күреп, яртыны бер һүҙһеҙ тотторғандарҙыр. Ул сығып киткәс, нимә булған был егеткә, ҡобараһы осҡан бит, тип иҫтәре китеп, тикшереп ҡалғандарҙыр.
Ундай саҡта барыһы ла шишмәгә килә, Ҡуян да шешәнең ауыҙынан ғына уртлай-уртлай, күпер аша шунда киткәндер, ул заманда тракторы менән ҙур-ҙур таштарҙы тәгәрәтеп төшөрмәгән булғас, егет башын ташҡа ормай, бер ергә бәрелмәй-һуғылмай,
ҡайғыһын һыуға һалырға тап шунда төшкәндер. Битен һалҡын һыу менән йыуып, үҙен йәлләп, бәлки, үкһеп илағандыр, бушаған шешәгә һыу тултырып, өҫкә күтәреп, үҙенә ағыҙғандыр ҙа, ултырған урынында тәгәрәп, ҡайғыһының ҡайһы арала ағып киткәнен дә күрмәй ҡалып, йоҡлап та киткәндер. Тик әрәмә батҡағында аунай торғас, аҡ плащының ғына ҡарарлыҡ ере ҡалмағандыр. Ҡараңғы төшкәс кенә уны эҙләп тап­ҡан ағай-энеһе, туғанын мотоцикл лүлкәһенә көс-хәл менән һөйрәк­ләп ултыртҡанда, бына тигән плащты әҙәм ҡарағыһыҙ иткәнһең, тип тиргәгәндер.

Иртәгеһенә, кисәгеләр төш кеүек кенә булып, ул эшенә китә. Тирмән тауының текә итәгенә менгәндә, тракторы моронон күтәреп ебәргәндә, тешен уҫал ҡыҫып ултыра, тап шунан ен асыуы сығып, егет мунса ҙурлығы таштарҙы ишеп төшөрә. Сөнки әҙәм балаһы бары шундай саҡта ғына баш етмәҫлек эштәргә тотонорға мөмкин, башҡа ваҡытта күрмәгән дә булыр йә саҡрымдан урап үтер ине ул тикле ғәләмәтте.
Ут менән уйнаған тракторсыға халыҡ иҫе китеп ҡарап тора. Үҙ башына ғына шашынһын был егет, ти берәүҙәре. Икенселәре, әллә, беҙ ҙә өй һалдыҡ, бер ҙә күҙ терәп торған тауҙы аҡтарманыҡ, тиешә. Минең ҡулымдан барыһы ла килә, тип маҡтанамы маңҡа малай, тип аптыраша ҡарттар. Изгегә генә булһын, ти әбейҙәр, тау-таш емерелгән тауышты ишетеп. Ундай урынды аҡтарыу изгегә булмай инде, ти урта йәштәгерәктәре.

* * *
Туй ҡоралар. Өс көнлөк туйға өс ай әҙерлек бара. Йолаһы шундай. Нисәнсе көнгә кем саҡыра, шуларҙа ҡунаҡ булғас, артынан ҡайһы өйгә баралар. Кемдең атын егәләр, кемдән ҡыңғырау һорап торалар. Барыһы ла алдан хәстәрләнә. Туй үткәрмәгән кеше генә белмәй туйҙың нимә икәнен. Әле башланмаҫ борон уҡ бейетә башлай туй ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙы бер иҙәндә гармунһыҙ. Туй бөткәнсе – тыпыр-тыпыр. Таҡмағын ғына әйтеп өлгөр.

Тик бер сәхнәгә генә сығыуы, тиҙәр был йәһәттән шымарғандары, ҡалғаны китә уның бер көй аҫтында.

Ҡаҙ итенән генә билмән яһап, биҙрә-биҙрә туңдыралар. Ат эсәгенә ит тултырып, быҡтырырға эләләр ҡаҙҙы, тоҙлайҙар өйрәген, йомортҡаға ғына баҫып, ваҡ-ваҡ ҡына киҫеп, ҡороталар һалмаһын. Һанай китһә-ә-ң…

Киләләр ҡоҙалар буласаҡ килен йортона, ҡунаҡ булалар, йығылғансы эсәләр, бейешәләр, йырлашалар. Төп ҡоҙа аккордеонда һыҙҙы­ра, «Барыня»ға ғына бейетә бөтәһен дә, шундай һөнәре була уның. Гармунсының уйнағанын тыңлап, бөтә кеше ах итә. Ғүмере ишетмәгән моңдар тыңлай ауыл кешеләре, телевизорҙан ғына күргән инструментты тотоп-тотоп ҡарайҙар.

Ҡоҙалар айнығас, ни эшләп йөрөгәндәре иҫтәренә төшөп, бирнәһен тейәп, йәш киленде алып ҡайтып та китәләр. Шунан оҙатып килеүселәр ҡыҙ төшкән яҡта ҡунаҡ була.

Шулай итеп әсәйемдең теләге тормошҡа аша, ҡыҙы ыстараф булып йөрөмәй генә кейәүгә сығып ҡуя.
Бухгалтер ҡәйнә үҙ өйөндә ҡыҙҙарын ҡашъяҡҡа яҡын да ебәрмәй:
– Китең, китең, ките-е-ең… аш-һыуҙы ғына әрәм итәһегеҙ. Килен генә бешерһен, – ти.

* * *
Ә бына Ҡуян ни эшләне?
Ни эшләһен, тәүҙә ул эшлектән сыҡҡан плащын мунсанан ҡалған йылы һыуға һабын һалып ебетте, таҙармағас, хлор өҫтәне, шулай бик тырышып, әйберен, ниһайәт, ағартҡас, муйыл ботағынан мунсаға һуҙылған бауға элеп киптерҙе лә ул да өйләнде.

Эш көндәрендә оҙатып ҡуйған, ике бите алма кеүек янып торған күрше ауыл ҡыҙы Фәнүзәгә. Ҡыҙ шатланып риза булды, ете ҡат күктәргә осто. Осҡондары сәсрәп торған бышылдашыуҙарға өйрәнеп киттеме, егет кеҫәһенә ниндәй таш тултырып йөрөгәнен аңлап ҡалдымы. Әллә әсәһе кәкрешкә Ғәҙиләнең, сыбыртҡы тотоп, йорт буйлап баҫтырып йөрөтөүҙәренән туйҙымы.

Ә инде Ғәлимйән, шундай ҙа сибәр ҡыҙҙы алып ҡалмаһам, халыҡ мине аңламаҫ, тип кенә уйлағандыр. Бәлки, апайыма үс тотоп, донъяла Зәлиәнән башҡа ҡыҙ бөткәнме, тигәндер. Шулай һәр кем, өлөшөнә төшкән көмөшөн эләктереп, донъя көтә башланы.

Ғәлимйән үҙенең көмөшө менән аҙмы-күпме ғүмер иткәс, Фәнүзәне әллә яҙыуы, әллә үҙе матур тип, силсәүиткә алдылар.
Бер кис, ҡараңғы төшкәс, бисәһен юғалтып, Ҡуян уның эшенә килә. Ишек тыштан бикле икән. Ир бағанала янған уттан ялт-йолт килгән тәҙрәләр буйлап йөрөй торғас, ҡараңғыла силсәүит рәйесе менән бисәһен күреп ҡала.

– Фәнүзә! Фәнүзә! – тип тәҙрә дөбөрҙәтә ир. Ә эстән, күршенең ташы ташлыраҡ икән бит, тигән асыш яһаған хәләл ефете, бите ут булып янған сибәр ҡатын, ҡысҡыра:
– Ҡуян! Ҡуян! Ниңә улай тауышланаһың, аҙ ғына ла түҙеп тора алмайһыңмы…
Шул хәлдән, ире бисәһен эҙләп, силсәүит тәҙрәләрен шаҡып йөрөгәндән һуң, бер ҡараһаң, оҙон-оҙаҡ, ә ысынында күҙ асып йомғандай ғүмер юлын үткәс, Ҡуян­дың бер ир туғаны район үҙәгендә апайымды күреп ҡалған да былай тигән:
– Ташланың да үҙең, бына Ҡуяныңды күмдек.
– Нисек күмдегеҙ, нимә булды?
– Аҫылынып үлеп ҡуйҙы. Эсә башланылар, бисәһе гүләйт итте…
– Бәй, ул ғүмере ауыҙына алған кеше түгел ине лә…
– Кемдең арбаһына ултыраһың, шуның йырын йырлайһың шул…
Йәл, бик йәл, Ҡуянды әйтәм. Бәләкәйерәк мунса хәтлем таштары ғына тороп ҡалды юл ситендә. Шулай, мәңге ятҡан ташты аҡтарыу бер ҙә изгегә булманы, хәйер, бәлки, ул да сәбәп булмағандыр әле, ирҙе ир иткән дә, ер иткән дә ҡатын, тип, юҡҡа әйтмәй шул беҙ­ҙең донъя күргән ҡарт инәйебеҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook