Шыршыларҙа балҡый уттар, Байрам ҡотло булһын, дуҫтар!

Аждаһаға хас сифаттар
Йондоҙҙай сағыу, үтә йомарт һәм киң күңелле, ҡорос йәнле һәм артығы менән үҙһүҙле, сиктән тыш әҫәрләнеүсән һәм фиҙакәрлек сигенә етеп намыҫлы. Ҡара Аждаһа йылы – лириктар, физиктар, рәссамдар, фәйләсүфтәр йылы. Иң ҡыйыу ниәттәр ғәмәлгә аша торған саҡ.

Нисек кейенергә?
Киләһе Аждаһа йылы менән ҡытайҙарҙың ғөрөф-ғәҙәте буйынса инь символикаһына ҡараған Ҡара төҫтө сағылдырыусы Һыу шауҡымы идара итәсәк. Шуға ла, Яңы йыл ҡаршылағанда, кейемегеҙҙә ҡара төҫтөң булыуы мотлаҡ. Әлбиттә, был тулыһынса тоноҡ төҫкә өҫтөнлөк биреүҙе аңлатмай. Шулай ҙа Шанелдең “бәләкәс ҡара күлдәге” 2012 йылды ҡаршылау өсөн махсус уйлап табылған тиерһең.

Аксессуарҙар
Ҡаралатылған көмөш, ҡара сәйлән, шул уҡ төҫтәге ынйы – иғтибар үҙәгендә. Аждаһаның үҙ төҫө – һарыны ла иҫәптән сығарырға ярамай. Был алтын әйберҙәргә лә ҡағыла. Алтын менән ҡара төҫтө берләштереү айырыуса килешәсәк.
Биҙәүестәр һайлағанда, үҙегеҙҙең эске һиҙемләүгә таянығыҙ. Йылға идара итеүсе Һыу шауҡымы донъя көстәренең нескә ағымдарын тойоу һәләтен асыуға, үткәндәр, бөгөн, киләсәк хаҡында иҫтәлектәр уятыуға йүнәлтәсәк. Шуға ла Яңы йыл кисендә нәҫелдән күсә килгән йәки яҡындарығыҙ бүләк иткән биҙәүестәрҙе тағырға тырышығыҙ.

Табын ҡорғанда
Өҫтәлгә күберәк тәм-том ҡуйығыҙ. Аждаһалар татлы ризыҡ ярата. Ит, балыҡты һу­ңынан да ашарға мөмкин. Ә Яңы йыл табынында емеш-еләк, төрлө ҡайнатмалар, сәт­ләүектәр, татлы бәлеш, шоколад, туңдырма һәм шампань шарабы урын алыуы фарыз.
Һуңғыһына артыҡ әһәмиәт биреү ярамай. Аждаһа эскене үҙ итмәй. Ә бына шә­кәрле ҡаты сәй, яңы һығып алынған һут, яҡшы ҡәһүә йылдың хужаһын айырыуса ҡыуандырыр һәм ғаиләгә уңыш юрар.
Аждаһа – юғары зауыҡ өлгөһө. Шуға һауыт-һабаның затлырағын һайлау зарур. Әгәр ҙә көмөш, фарфор, гәлсәр һауыттарығыҙ булмаһа, ашъяулыҡ һәм башҡа кәрәк-яраҡ таҙалыҡтан балҡып торорға тейеш.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook