Ниндәй ул ысын мосолман ире?

Аллаһ бәрәкәте төшһөн, Аллаһ бәрәкәте яҙһын, насип итһен, тип доға ҡылалар. Уңдырышлы ерҙе “Аллаһ бәрәкәте төшкән”, – тиҙәр. Һеҙгә, ғаиләгеҙгә ошо бәрәкәтте теләп, ислам дине, иман, тәҡүәлек хаҡында һөйләшеүҙәргә саҡырабыҙ.

Аллаһ Тәғәлә Үҙ мөғжизәһе менән атабыҙ Әҙәм ғәләй­һис-сәләмде бар ҡылған, беҙ, барлыҡ кешеләр ҙә, унан башланғанбыҙ. Ул ергә төшөрөлгән тәүге пәйғәмбәр була. Ер йөҙөнә килгән бөтә пәйғәмбәрҙәр ҙә ир затынан, шундай оло бурыс уларға йөкмәтелгән. Төрлө быуаттарҙа, тарихтан билдәле булыуынса, ир-ат араһында ниндәй генә шәхестәр юҡ…

Илебеҙ бер быуатҡа яҡын дин­һеҙлек осоронда йәшәгәнлектән, беҙ мосолман ир-егетенең ниндәй булырға тейеш икәнлеген, уның йәм­ғиәттәге, ғаиләләге ролен, бурыстарын аныҡ ҡына билдәләй алмайбыҙ. Борон йәшәгән ата-бабаларыбыҙ мәшһүр һуғышсылар, батыр дәрәжәһендә йәки уҡымышлы мулла, әүлиәләр булғанын риүәйәт­тәрҙән беләбеҙ. Ысынында мосолман ниндәй булырға тейеш һуң?
Мосолман ире, тәү сиратта, Аллаһҡа ныҡ инанған, ислам ҡанундарын яҡшы белгән, иманлы мөьмин булырға тейеш. Ата-әсәһенә, туғандарына, ололарға оло ихтирамлы, ярҙамсыл.

Ир кеше йәше еткәс, балиғ булғас, өйләнергә бурыслы. Ғаилә ҡороу – Аллаһ ҡушыуы буйынса бойоролған сөннәт, Мөхәммәт саллаллаһу ғәләй­һис-сәләм өммәтен арттырыу өсөн дә кәрәк. Мосолман ире йәһүҙә йәки христиан ҡыҙына өйләнә ала, әммә ул мотлаҡ Аллаһҡа ышанған ҡыҙ булырға тейеш, ә мәжүсигә, атеисҡа өйләнеү тыйыла. Мосолман ирҙәренә дүрт ҡа­тын алыу рөхсәт ителгән. Әммә уларҙы матди һәм рухи яҡтан тулыһынса тигеҙ ҡарай алһа ғына мөмкин.
Ир-егет кәләшкә иң иманлы ҡыҙҙы һайларға тейешле, сөнки ныҡ тәҡүәле ҡатын алыу – имандың яртыһы, оло бәхет ул. Мосолман ире ҡатынына һәм балаларына ислам динен өйрә­тергә бурыслы, сөнки уның өсөн Ҡиәмәт көнөндә яуап бирәсәк. Тәрбиә бала тыуғандың тәүге көнөнән башлана. Атай баланың ҡолағына шыбырлап аҙан әйтә, сабыйҙың беренсе ишеткән һүҙе “Аллаһ” булырға тейеш. Шулай уҡ уға матур һәм яҡшы мә­ғәнәле мосолман исеме ҡушыу лазым. Малай тыуһа, ике һарыҡ ҡорбан итеп салына. Ир бала бәләкәй сағында уҡ сөннәткә ултыртыла.

Мосолман ир-егете ғаиләне матди яҡтан тулыһынса тәьмин итергә, хәләл юл менән табылған ризыҡ менән ризыҡландырырға тейеш. Ә ҡатын-ҡыҙ үҙ аҡсаһын үҙе тотона, әгәр теләһә, ғаилә сығымдарына бүлә ала, уныһы уның иркендә.
Мөьмин ир ҡатыны менән йомшаҡ мөнәсәбәттә, йәғни һәр яҡлап хәстәр­лекле, түҙемле булырға тейешле. Уның кейеменә, һаулығына, туғандарына ла иғтибарлы, ихтирамлы булыуы күҙ уңында тотола.

Ирҙәргә ҡатын-ҡыҙҙың йөҙөнә һәм ҡул суҡтарына ғына күҙ һалыу рөхсәт ителә. Дин буйынса, ул үҙ ҡатынының ҡулынан ғына тота ала, ә башҡа ҡатын-ҡыҙға ҡағылырға бөтөнләй рөхсәт ител­мәй. Урамда йөрөгәндә лә, ирҙәр яңы­лыш берәй сит ҡатынға ҡараһа, тиҙерәк ҡарашын борорға тейеш, икенсе тап­ҡыр күтәрелеп ҡарарға ярамай.

Ирҙәрҙең дә кендегенән алып тубығына саҡлы ере ғәүрәт иҫәпләнә, ошо кимәлгә ҡатындарға ла, ирҙәргә лә ҡарау тыйыла.
Ғөмүмән, мосолмандар Ҡөрьәнгә һәм хәҙистәргә таянып донъя көтә. Мөхәммәт пәйғәмбәр саллаллаһу ғә­ләйһис-сәләм нисек йәшәгәнен, ҡатындары менән ниндәй мөнәсәбәттә булғанын, кешеләр менән ҡайһылай аралашҡанын, һатыу, сәйәси һәм баш­ҡа эштәрҙе нисегерәк алып бар­ғанын өлгө итеп, бөтәбеҙ ҙә шулай йәшәргә ынтылырға тейеш. Малдарҙы ла фәҡәт Аллаһ юлында, Уның ризалығы өсөн сарыф итергә бойоролған.
Мосолманға ғилем алыу, ватанды һаҡлау бурысы ла фарыз. Һәр йома мәсеткә өйлә намаҙына йөрөү ҡушыл­ған. Ирҙәргә, ҡатын-ҡыҙҙарҙан айырмалы рәүештә, намаҙҙа аҙан, ҡа­мәт әйтеү, мәсеттә имам булыу, балаларға исем ҡушыу, никах уҡыу, мәр­хүмгә йыназа уҡып ерләү йолаларын атҡарыу йөкмәтелгән.
Ирҙең ҡатыны мәрхүмә булһа, уға уны йыуырға рөхсәт ителмәй, сөнки мәрхүмә булыу менән уларҙың никахы боҙола, тип иҫәпләнә. Ә ире мәрхүм булһа, уны йыуындырырға кеше булмаһа, ҡатыны йыуындыра ала.

Мосолман ирҙәренә бер үк енес кешеләре менән енси мөнәсәбәттә булыу, зина ҡылыу, хәрәм эсеү-ашау, кеше үлтереү һ.б. иң ҙур гонаһтар һанала. Диндә билдәле булыуынса, ирҙәр ныҡ тәҡүәле, изгелекле булып йәшәп мәрхүм булғандан һуң, ожмахҡа инһәләр, унда уларҙы һылыуҙарҙан-һылыу хур ҡыҙҙары ҡаршылаясағы әйтелгән...

Беҙҙең башҡорттарҙа борон-борондан ирҙәргә ҡарата күркәм ҡараш, оло ихтирам һаҡланған. Олатайҙарға, ҡарттарға, аҡһаҡалдарға, батырҙарға урын гел түрҙән бирелгән. Инәйҙәребеҙ аш-һыуҙы тәү сиратта ирҙәр алдына ҡуйған. Оло кешенең, ир балаларҙың юлдарын бер ваҡытта ла ҡыймағандар.
Фольклорҙа ирҙәр хаҡында төрлө мәҡәл, әйтемдәр, тыйыуҙар күп. Мәҫә­лән: “Ирҙәр кейеменән йыуғыс эш­ләргә ярамай, кәмһетелә”, “Ирҙәрҙең кейемен баш түбән элмәйҙәр”, “Ир­ҙәрҙең эш ҡоралын ашатлап сығырға ярамай” тигән тыйыуҙар халыҡта әле лә бар.

Сағыштырып ҡарағанда, беҙҙең боронғо башҡорт ирҙәре – иманлы, мөһабәт кәүҙәле, ҡыйыу, сая, көслө рухлы, ҡурҡыу белмәҫ батырҙар булып күҙ алдына баҫа. Хәҙерге заманда ла беҙҙең башҡорт ирҙәре дини ғилем алып, юғары иман менән, салих инсандар булып йәшәһәләр икән, тип теләйек. Әммә, нисек кенә булмаһын, ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә ҡатын…

Фәнирә ҒАЙСИНА.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook