Ҡамыр уңмағанға кем ғәйепле?

Бөгөн гүзәл затҡа: “Ир-егет­тәребеҙҙе һаҡлайыҡ!” – тип саҡырыу ташлау, бер яҡтан, урынһыҙ кеүек, сөнки кешелек барлыҡҡа килгәндән алып көслө зат һәр саҡ ғаиләһен, илен, ерен һаҡлаусы, яҡлаусы булған; икенсе яҡтан, ысынбарлығы­быҙға күҙ һалһаҡ, ир-ат, ысынлап та, бөгөн үҙе һаҡлауға һәм яҡлауға мохтаж. Иң беренсе нәүбәттә, ҡатын-ҡыҙ мәкеренән, хәйләһенән һәм яһиллығынан тиер инем, сөнки ир-егеттәребеҙҙең йәмғиәттәге бөгөнгө хәл-торошона, бахырлығына, нигеҙҙә беҙ – гүзәл зат – ғәйепле. Бының сәбәптәренең башында, моғайын да, ғаилә торалыр. Уйлап ҡа­раһаң, совет осоронда ир-ат ғаиләһенә ашарға һәм йоҡларға ғына ҡайтҡандыр: гөрләп торған производстволар, колхоз-совхоздар. Атайҙарҙың балаларын тәрбиәләргә ваҡыты ла булманы. Бала тәрбиәләү, нигеҙҙә, ҡатын-ҡыҙ иңенә төштө (борон да шулай булған, әммә ул замандарҙа ир балалар атларҙан алда һыбай йөрөгән, көсө еткәс тә уҡ-һа­ҙаҡҡа тотонған). Балалар баҡ­саһында тәрбиәселәр – ҡатын-ҡыҙ, өйҙә – өлә­сәйҙәр һәм әсәй – тәрбиә дилбегәһе ҡабат гүзәл зат ҡулында булды. (Бер осор олатайҙар бик һирәк күренеш ине – улары ла һуғыштан иҫән ҡайтыусылар). Әсә өсөн, әлбиттә, балаһының ҡайһыһы ла яҡын, әммә, тәбиғәт ҡанундары буйынса, ҡатын-ҡыҙға улы һәр ваҡыт яҡыныраҡ (тәүге бала ир бала булһа – бигерәк тә). Ә ҡыҙ балаға тыу­ғанда уҡ әсәлек инстинкты һалын­ғанлыҡтан, ул, ир баланан айырмалы, үҙ аллыраҡ үҫә, хатта ир туғандарына әсәләрсә мөнәсәбәттә була башлай (өйҙә тәртип урынлаштырып, бойороҡтар ҙа биргеләй). Атай кеше, ваҡыт табып, тәрбиә барышына ҡушылғанда, улын ысын ир-егет итеп үҫтереү маҡсатында, уға ҡарата ҡырыҫыраҡ мөнәсәбәт һаҡлай. Юҡҡа ғына шундай хәҡиҡәт тыумаған бит: улың тыуһа, һин “атай” ғына, ҡыҙың тыуһа – “атаҡайым”.

Тәбиғәттән һалынған инстинкт хатта атайҙарҙы ла йыуашайта – бәләкәй фетнәләрҙең ауына иң элек улар эләгә: ҡыҙҙарының күңел иретерлек итеп йылмайыуы, иркәләнеп кенә килеп муйынынан ҡосаҡлап алыу һ.б. хаҡына улар бөтөн нәмәне ғәфү итергә риза. Элегерәк ололарҙың, “ҡыҙ балаға һүҙ әйтмәгеҙ, ҡыҙ бала ата йортонда ҡунаҡ ҡына”, тигәнен йыш ишетергә тура килә ине. Борон, бәлки, шулай ҙа булғандыр. Әммә был әйтем хәҙерге заманда һаман да ир-егеттәрҙе ситләтеүгә алып барған бер аҙым түгелме икән? Ололар (бө­гөнгө түгел, беҙҙең ҡарт олатай-өлә­сәйҙәр. Бөгөнгө ололар – һаман да йәштәр менән ярышып, мәңге йәш булып ҡалырға тырышыусы категория ул) күҙаллауынса, ҡыҙ бала – ҡунаҡ, сөнки ул заманда ҡыҙ ҡайҙа килен булып төшкән, шунда таш булып батҡан. Ә хәҙер таш булып батмайҙар, киреһенсә, ваҡ-төйәк сәбәп табып, йә айырылалар, йә ирҙәрен үҙҙәре артынан эйәртеп, оҙаҡҡа “ҡунаҡҡа” ҡайталар. Һуңынан инде, “минең ир балаларын ярата, уларҙан айырылмай, ҡайҙа барһаң, шунда эйәрә”, тип, маҡтанырға ла күп һорамайҙар (бында балалар козырь ролен үтәй). Энә артынан еп йөрөргә тейеш тә бит... Килмешәк ролендә ҡалған ир-егет үҙен нисек хис итергә тейеш һуң? Хатта йылдар үтеп, быуын-быуын балалары ошо ерҙә төпләнһә лә, был тоҡом барыбер килмешәк тоҡомо тип һанала. Аҫаба булып өйрәнгән башҡорт ир-аты өсөн бынан да түбәнерәк кәмһетеү булыуы мөмкинме?

Килендең ҡәйнәһенә хеҙмәт итергә (дөрөҫөрәге, ҡәйнә өйөндә донъя көтөргә) теләмәүе, мин-минлеге һәм мәкере яйлап ҡына ирҙе һындырыуы ла ихтимал. Ә бит ҡәйнә (бейем) – һинең иреңдең әсәһе, ул да әсәй һәм ул да ҡәҙер-хөрмәткә хаҡлы. “Килен – ҡәйнә” мөнәсәбәте ҡатмарлығының һуңғы сиген Азамат Юлдашбаев үҙенең шиғырында бик тапҡыр әйтеп биргән. Аҡыллыға шул да ишара:
Уртаҡ юрған кеүек,
Бүлешә алманы уны
Әсәй менән кәләш,
Бейем менән килен.
Хәҙер уртаҡ тупраҡ өйөмө –
Хоҡуҡтар тип-тиң.

Ҡәйнә-килен мөнәсәбәтендә бер ваҡыт үҙәк гәзиттәрҙең береһенән уҡыған мәҡәлә ғүмерлеккә хәтеремдә уйылып ҡалған: спортсылар ғаиләһе сираттағы күнекмәләренән һуң егеттең әсәһенә ҡайта һәм улы әсәһенә ҡатынын һөйләп, зарлана башлай. Әсәһе улын тыңлап та тормай, шым ғына икенсе бүлмәгә сығып китә һәм, кире инеп, улына аҡса тоттора. Аптырап киткән улы: “Миңә аҡса кәрәкмәй”, – тип яуап­лай. Әсәһе уға: “Ә һин был аҡсаға, вокзалға барып, ҡатыныңа билет ал. Ул да әсәһенә ҡайтып, һине ошаҡлап килһен!” “Шул ваҡиғанан һуң, ти спортсы, ғаиләләге проблемаларҙы бер ваҡытта ла тышҡа сығарманыҡ”. Бөгөн бындай зарланыуҙы ишеткән әсәйҙәрҙең күпселеге үҙ балаһына (улына ла, ҡыҙына ла): “Интегеп йәшәмә, айырыл”, – тиер ине, моғайын. Сөнки һәр кем өсөн үҙ бала­һы иң яҡшыһы, иң уңғаны, иң тәртиплеһе һ.б.

Шуға оҡшаш тағы бер аҡыл ята хәтер һандығында. Ҡыҙының туйында атаһы ҡыҙына: “Тормошоңдағы бөтөн нәмәгә зарланһаң да, миңә килеп, иреңә зар­ланма”, – ти. “Ниңә?” – тип һорай ҡыҙы һәм шундай яуап ишетә: “Һин иреңде барыбер ғәфү итәсәкһең, ә мин ғәфү итә алмаясаҡмын”. Был да үҙенә күрә аҡыл түгелме ни: ысынлап та, кеше бер-береһен табып, танышып, ҡауыша икән, ни өсөн һуңынан алдарында килеп тыуған ҡытыршылыҡтарҙы хәл итеү өсөн башҡаларҙан ярҙам һорай, ваҡ ҡына сәбәпте лә ҙурға ебәрә? Бында тағы ла ҡатын-ҡыҙ алдынғылыҡты бир­мәй тиер инем: йә ире ул теләгәнсә ҡарамаған, йә яңылыш йоҡо аралаш ҡулын ҡатынының битенә һалып ебәр­гән, йә эшенән һуң ҡайтҡан һ.б.

Шул уҡ ваҡытта һәр кем матур йәшәргә, ҡупшы кейенергә, тәмле-татлы ашарға һәм дуҫ-иштәренән арттырып донъя көтөргә тырыша. Үҙгәртеп ҡо­роуҙар, иҡтисадтың көрсөккә те­рәлеүе, колхоз-совхоздар тарҡалыуы ла ир-аттың елкәһенә төштө. Сөнки эш юҡ, ғаиләне аҫрарға кәрәк. Аҫыл ир-егеттәребеҙ үҙ ирке менән Себергә һөргөнгә – аҡса эшләргә китте. Ләкин ул оҙон аҡсаның оҙоно һәр кемгә лә эләкмәй, кемдер, бәлки, айына 100-әр мең һум алалыр, әммә ундайҙар һирәк. Нигеҙҙә, күпселек бер вахта осоронда 40-50 мең һум эшләй. Ә бит, уйлап ҡараһаң, улар бер ай эшләй, бер ай ял итә. Тимәк, айына 20-25 мең һум килеп сыға. Йүнсел кеше ундай аҡсаны бер ҡайҙа сығып йөрөмәйенсә лә эшләй ала. Әммә ҡатын-ҡыҙ өсөн, “утын һата” йәки “тиҙәк һата”, “баҡса һөрә”, “кешегә бесән саба” һ.б. тигәнгә ҡарағанда, “ирем сибиряк”, тип әйтеүе мәртә­бәлерәк.

Бөгөн күптәр, бигерәк тә урта быуын, ирҙәренең эсеүенә, тәмәке тартыуына зарлана. Ололар һөйләүен иҫләһәгеҙ, элек беҙҙең әсәй-апайҙар әрме хеҙмәтен үтмәгән ир-егетте һанлап та бирмәгән. Һуңынан вузда уҡыусы егеттәр әрме хеҙмәтенән азат ителгәс, ҡатын-ҡыҙ үҙенсә икенсе бер һынау ысулын уйлап тапты: “Ир еҫе, араҡы, тәмәке еҫе сыҡмаған егет егетме ни инде ул?” Миҫалға мәктәптә уҡығанда уҡытыусым һөйләгән тарихты килтермәксемен. “Дуҫлашып йөрөгәндә эсмәй-тартмай ине. Бер осрашҡанда: “Тәмәке еҫе сыҡмаған егет егетме инде?” – тип әйтә ҡуйҙым. Шунан һуң эсергә лә, тартырға ла өйрәнде. Хәҙер бер нисек тә ташлата алмайым”. Күптәр өсөн был таныш күренештер. Студент йылдарында үҙенә оҡшаған егетте ҡаратыу, үҙеңдеке итеү өсөн ниндәй генә хәйләләргә бармай ҡыҙҙар: иң аяныслыһы – спиртлы эсемлектәр эсереп әүрәтеү. Маҡсаттарына өлгәшеп, ғаилә ҡороп йәшәй башлағас, инде китә зар­ланыуҙар: “Һин алкашҡа сығып, ғүмеремде әрәм иттем” һ.б. Ә кем ғәйепле?

Көнбайышта феминизм хәрәкәте әүҙемләшеүе Рәсәй, Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарын да үҙгәртте. Ыңғай яҡҡа түгел, әлбиттә. Ир-ат менән тиң хоҡуҡтар талап итеп, уларына ла өлгәште: тәүҙә бүрек-салбарҙарын һалдырып алдыҡ, һуңынан улар менән бер рәттән эсеүгә, тәмәке тартыуға барып еттек, яйлап тимер аттарҙы йүгәнләй башланыҡ, етәксе урындарға ҡатын-ҡыҙ ултырһа, башыбыҙ күккә тейә һ.б. Шул уҡ ваҡытта, транспортта ир-аттың урын биреүен теләйбеҙ, транспорттан төшкәндә, ишектән ингәндә ярҙам итеүҙәренә өмөтләнәбеҙ. Кино, театр, ресторанға уларҙың иҫәбенә йөрөргә тырышабыҙ. Әгәр ике зат та бер үк хоҡуҡлы икән, ни өсөн уларҙан иғтибар талап итәбеҙ һуң? Сөнки ҡатын-ҡыҙ булыуыбыҙ (ә, бәлки, тап ошо ир-аттың тыуасаҡ балаларының әсәһелер?), матурлығыбыҙ, гүзәллегебеҙ, тәкәбберлегебеҙ һәм аҡылһыҙлығыбыҙ арҡаһында үҙебеҙҙе өҫтөн ҡуйырға тырышабыҙ. Хәленән килһә, ҡатын-ҡыҙ бөтөн донъя мәшәҡәттәрен ир-ат елкәһенә һалып, үҙе шул елкәгә менеп, ике аяғын һәлендереп, бойороҡ ҡына биреп ултырыр ине. Ярай әле, ир-аттарыбыҙ саҡ ҡына булһа ла үҙенең ирлеген һаҡлап алып ҡалған.

Элеккерәк замандарҙа, һөйгәнең менән ҡыуышта ла ожмах, тиһәләр, заман менән бергә ул ҡыуыштың дәүмәле лә үҙгәрә: ул ике йә өс бүлмәле фатир, шәхси йорт булырға тейеш. Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта фатирлы, йортло яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ шул тиклем күбәйҙе, улар үҙ сиратында йортло-машиналы ир-ат эҙләй. Был, бер яҡтан, бәлки, дөрөҫтөр ҙә, сөнки бушлай килгәндең ҡәҙере юҡ, тигәндәй, әҙер донъяға йортҡа ингән ир-аттың ул донъяның ҡәҙерен белеүе бик икеле. Икенсе яҡтан, боронғолар юҡҡа ғына “Йортҡа кергәнсе – утҡа кер” тимәгән. Ул йортта ысын ир-ат үҙен бер ваҡытта ла ысын хужа итеп тоймаясаҡ. Фатирлы, бай егеткә кейәүгә сығыусы ҡыҙҙар өсөн дә әҙер донъяның ҡәҙере булыуы икеле: әҙерҙең ҡәҙере юҡ. Моғайын, шуғалыр ҙа, элек айырылышыуҙар һаны аҙ булған, сөнки тәүге нигеҙ ташынан алып үҙҙәренең ожмах ҡыуышын ир менән ҡатын бер төптән егелеп ҡорған, ауырлыҡтарҙы бергә үткәргән, ел-дауылдарға бергә ҡаршы торған, йорттарында бәхет тә, бәрәкәт тә булған. Бөгөн бөтә нәмә бар һымаҡ, тик кешеләрҙән, ғаиләнән ҡот, бәхет, бәрәкәт ҡасҡан әллә? Был сифаттар менән бергә ҡатын-ҡыҙҙан – бисәлек, ир-аттан ирлек юғала бара. Донъя ҡотон, ғаилә усағын һаҡлап, балалар үҫтереп, иренең ҡайтыуына тәмле аштар бешереп, үҙен ғаиләһенә һәм иренә бағышлап ултырыр урынға ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәт, кешелек хәстәрен хәл итергә маташа. Әммә төп мәсьәлә тулыһынса хәл ителмәй ҡала – ир-атҡа “генералша”, “директор”, “прези­дент”тар түгел, ә ҡайтыуына йылы, өйҙә бешерелгән (магазин ярымфабрикаты түгел инде) ризыҡ әҙерләп, йылмайып, үҙе лә, балалары ла, өйө лә бөхтә булып ҡаршылаған бисә кәрәк. Бында өләсәй­ҙәр һабағын да әйтеп үтмәй булмай: ир-ат ашағанда уға хәсрәттәрегеҙҙе, хәстәрҙәрегеҙҙе һөйләмәгеҙ, эш ҡушмағыҙ; кешенең ризығы ашҡаҙанына таш булып түгел, аш булып төшһөн.

Хәҙер ир-атҡа бөтөнләй һан юҡ, тиер инем. Ҡайҙа ғына булмаһын, ҡатын-ҡыҙ һүҙ әйткән ир-аттың ауыҙын тиҙ генә яба һалып ҡуя, уларға аҡыл өйрәтеп маташа. Ә бит, мәҡәлдән күренеүенсә, алтын башлы ҡатындан баҡыр башлы ир яҡшы. Боронғолар аҡылына таянһаң, унда кешелектең барлыҡ программаһы яҙылып бирелгән. Беҙгә бары тик шуны ҡулланырға кәрәк тә бит. Күрәһең, ул аҡылды аңлау өсөн баштың алтын булыуы ғына етмәй. Ошо урында ир-атҡа һан булмауына бер генә миҫал килтергем килә: оло инәйҙәр йыйылып, сәй эсеп, гәп һатҡанда, ниндәй генә һүҙ башлар булһалар ҙа: “Өйҙә кешекәйҙәр (ирҙәр) юҡмы?” – тип һорайҙар ине. Әле лә ҡайһы берҙә шулай тип һорағандарына шаһит булына. Әгәр өйҙә бәлә­кәй генә ир бала йөрөһә лә, улар үҙҙә­ренсә “сер” итеп тотҡан һүҙен әйтмәй ҡалдыра. Бына ҡайҙан килә ул ир-атҡа ихтирам! Өйҙә бәләкәй генә “кешекәй” булғанда, оло инәйҙәр ҙә телен тыйып, итәк-еңен йыйып йөрөй. Ә хәҙер малайҙарҙы ир кеше иҫәбенә һанаусы ла юҡ, хатта уларҙы күп осраҡта ҡыҙҙар кеүек итеп тәрбиәләп, һуңынан “минең улым ҡыҙҙар кеүек”, тип маҡтаныуҙан бушамайбыҙ. Ҡыҙҙар кеүек улдар тәр­биәләп, һуңынан ҡыҙҙарыбыҙға “настоящий ир” эҙләйбеҙ. Ә тормош гелән көләмәстәгесә килеп сыға: ҡыҙымдың ире насар, улымдың бисәһе яман.

Ғөмүмән, ир-аттың ирлек сифаттарын юғалтыуында, нигеҙҙә, ҡатын-ҡыҙ ғәйепле, сөнки был тормошта гүзәл затҡа һәр саҡ нимәлер кәрәк, шөкөр итеү тигәнде бөтөнләй онотоп барабыҙ кеүек. Ә нимә кәрәк икәнен ҡатын-ҡыҙ үҙе лә аңлап бөтмәй шикелле (матди байлыҡ та, йорт та, машина ла кәрәк, шәшке тун да, шәшке бүрек тә, күп аҡса ла, иғтибар ҙа, иреңдең эргәңдә генә булыуы ла, шул уҡ ваҡытта минут һайын күҙеңде сыбарламауы ла, наҙы ла, мөхәббәте лә, шул уҡ ваҡытта ашарға таптырмауы ла һ.б.). Ә бит ир-ат та шундай уҡ кеше, тере йән. Ҡатын-ҡыҙ мохтаж булған иғтибарға, наҙға ул да мохтаж. Хатта нығыраҡ мохтаж тиер инем, сөнки улар үҙ әсәләренең генә түгел, хатта Аллаһы Тәғәләнең яратҡан балаһы (шулай булмаһа, Аллаһы Тәғәлә иң элек ир затын яралтмаҫ ине) һәм ғүмер буйы ошо һөйөүгә, иғтибарға мохтаж бала булып ҡала. Ә бала – ул йомшаҡ ҡамыр кеүек, унан нимә теләйһең, шундай һын, образ әүәләргә мөмкин. Әгәр бөгөн тормошобоҙҙа Диоген шәм яҡтыртып кеше эҙләгән кеүек, ысын ир-егеттәрҙе эҙләйбеҙ, ирҙәр юҡ, тип саң ҡағабыҙ икән, тимәк, үҙебеҙ йүнһеҙ хужабикә – ҡамырыбыҙ уңмаған...

Даяна АТАНОВА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook