Ышаныс һалып күңелгә, яҙмышты алып ҡулға

Ҡайһы берҙә яҙмыш әҙәм балаһын аямай, төрлө ҡаршылыҡтар, йән һәм тән яралары менән интек­терә, үҙәкте өҙгөс һынауҙарға дусар итә. Кемдәр­ҙер, сабырһыҙланып, бер сиктән икенсеһенә һуғыла, Хоҙай ебәргән билдәләрҙе аңғармай, һығымталар яһамай. Йәшәүгә ышанысы һүрелә, яйлап түбән тәгәрәй. Бер нәмәгә ҡарамаҫ­тан, зиһен һәм күңел көсөнә таянып, яҙмышты еңгән, һәр һулышы, йөрәк тибеше менән камиллыҡҡа ынтылған илаһи заттар барыбер күберәктер тормошобоҙҙа. Иң мөһиме – йылдар уларҙы сыныҡтырып ҡына ҡалмай, тырыш, кешелекле булғандары өсөн бүләк итеп, тормоштарын йәшәү ҡото менән һуғара, йөҙҙәренә һүнмәҫ һөйкөмлөлөк нуры һирпә. Шундай изге ғәмәлле, һылыуҙарыбыҙҙың бере­һе – Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылы ҡыҙы – Зимфира Рәшит ҡыҙы Хөсәйенова-Юламанова. Ихласлығы, яғымлы­лығы, ярҙамсыллығы менән яҡташтарының ғына түгел, бөтә Башҡортостан гүзәл заттарының рәхмәтен алып, йәмле, сәмле, мәғәнәле ғүмер кисерә ул.

“Мин ғаиләлә көтөп алынған ғына ҡыҙ булғанмын. Ике ир баланан һуң, ниһайәт, һағындырып тыуған ҡыҙсығын әсәйем менән атайым ауыр һүҙ тейҙермәй, һөйөп, иркәләп кенә үҫтерҙе. Әсәйем, медицина техникумын тамамлап, Саҡмағош районынан эшкә килгән йәш фельдшер, Хәйбулла егетенә тормошҡа сығып, Ғәлиәхмәт ауылында төпләнәләр. Әсәйемдең моңло тауышына хайран ҡалған ауылдаштары уны, икенсе Фәриҙә Ҡудашева, тип йөрөткән. Кешеләрҙең сәләмәтлеге һағында торған фиҙакәр йәнле, мөләйем табибәне әле булһа һағынып иҫкә алалар, – ти Зимфира ханым, үткәндәренә байҡау яһап. – Миңә ике йәштәр самаһы булғандыр, беҙ Өфөгә күстек. Баш ҡаланың 20-се башҡорт мәктәбен тамамланым. Хәйбуллаға йыш ҡунаҡҡа ҡайта инек. Элгәре машина юҡ, ауылға тиклем ат арбаһында ты­ҡырлайбыҙ. Ул көндәр ҡәҙерле һәм һөйөнөслө күңел байрамдарым булып иҫемдә ҡалған. Шул гүзәл, саф тәбиғәте, татлы һыуы, игелекле, йомарт, ҡунаҡсыл халҡы менән йөрә­гемде арбаған Хәйбулла ерен һәр ваҡыт өҙөлөп һағынам. Һәр кемдең дә ғүмерендә күңел утрауы булырҙай изге ере – үҙ Мәккәһе булалыр, моғайын. Әле еңел машинала көҙ­гөләй ялтырап ятҡан асфальт юлдан айына бер нисә тапҡыр ҡайтып урайбыҙ. Хәйбулла районында беҙҙе һағынып көтөп торған туғандарыбыҙ, таныштарыбыҙ күп”.

Өфө сауҙа техникумында тауар белгесе һөнәре алған ҡыҙҙы яҙмыш елдәре ҡайһы тарафтарға ғына ташламай. Уға тегеүсе лә, мебель ҡаҙауы яһаусы ла, торт бешереүсе лә, магазин мөдире лә, рәссам-декоратор ҙа булырға тура килә. Отҡор ҡыҙ һынатмай, һәр яңы һөнәрҙе еңел генә үҙләштереп, ҡайҙа ла уңыш ҡаҙана. Мәҫәлән, рәссам-декоратор булып эшләгәндә уның экспонаттары төрлө күргәҙмәләрҙә призлы урындарға лайыҡ була.

90-сы йылдарҙа аҡсаның хаҡы төшөп, эш урындары ҡыҫ­ҡартылып, кибеттәрҙә йүнле кейем-һалым ҡалмағас, Зимфира ханым алыпһатарлыҡ эшенә тотона. Ул ваҡытта баҙар­ҙағы сауҙа рәттәре асыҡ һауала урынлашҡан, әлеге кеүек уңайлы, заманса, йылы биналар юҡ. Йәйен ҡайнар ҡояш аҫтында, яҙын, ҡышын һәм көҙҙәрен ыжғыр ел-дауылдарҙа, ҡойма ямғырҙарҙа көн уҙарына тышта торсо әле! Бының өсөн, ай-һай, ниндәй тәүәккәл һәм түҙем булыу кәрәк. Ул тиҙҙән автомобиль йөрөтөүҙе лә үҙләштереп ала.

Дәүләкән районы йәмле Өршәк буйында тыуып үҫкән Рифат Ҡәнзәфәр улы менән ҡорған татыу ғаиләһе лә күптәргә үрнәк булырлыҡ. Ире ҡатынының һәр башланғысын хуплап тора, ярҙамынан өҙмәй. Ғаиләлә быуын нығытып килгән ике баланы: Динар менән Айһылыуҙы һөнәрле, башлы-күҙле итеү маҡсаты ла бар бит әле ул мәлдә. Уҡыуҙан буш ваҡытта Динар, ваҡ-төйәк мәсьәләләрҙе хәл итешеп, әсәһе янында өйөрөлә. Ә Айһылыу, әсәһенең йыш ҡына эштән бушай алмағанлығын аңлап, тәмле итеп аш-һыу хәстәрләргә өйрәнә. Мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан һәләтле ҡыҙсыҡ “Сәңгелдәк” тапшырыуында төшә, йәш таланттарҙың «Ирәндек моңдары” йыр-моң бәйгеһендә дипломант булыу бәхетенә өлгәшә.

Эше уңғандың ашы ла уңған, тиҙәр бит әле. Уңыш, ғәҙәт­тә, егәрлеләрҙе, тырыштарҙы үҙ итеүсән – Хөсәйеновтарҙың да тормошон уңыш ҡошо үҙ ҡанаты аҫтына ала. Әммә бары­һы ла көйләнде, яйланды тигәндә генә, яҙмыш көтөлмәгән һынау ебәрер, тип кем уйлаһын инде? 2005 йылдың 26 сентябре... Ул аяныслы көндө Зимфира Рәшит ҡыҙы бер ҡасан да онотмаҫ, моғайын. Бөгөн ул көн ҡурҡыныс һаташыу, алама төш кенә булып иҫтә ҡалған. Әммә ул мәлдә...
Юл фажиғәһенә тарыған ҡатын менән уның үҫмер улын ауыр хәлдә дауаханаға килтерәләр. Тәрән тән йәрәхәте ал­ған ҡатынды табиптар оҙаҡ ҡына кома хәленән сығара ал­май яфалана. Был хаҡта ишеткән кемдер әсәһе Роза апайға, ҡыҙығыҙ юл фажиғәһендә һәләк булған, тип хәбәр итә. Шул минут эсендә Роза Латип ҡыҙы ярты ғүмергә ҡартая. Бала ҡайғыһы бигерәк тә әсә өсөн тетрәндергес шул.

“Әсәйем менән ҡыҙымдың доғалары беҙҙе үлемдән һаҡлап ҡалғандыр. Хәҙер тормошомдо ике осорға бүлеп ҡарайым: береһе – юл һәләкәтенә тиклем, икенсеһе – унан һуң. Комала оҙаҡ ҡына булғанмын. Үҙемден ниндәй халәттә икәнемде аңламайым әле, уянһам, эргәмдә ҡыҙым менән улым баҫып тора. Улымдың бите йәрәхәтле, ә ҡыҙымдың йоҡламауҙан күҙ төптәре күгәреп бөткән. Бәләкәс кенә көйөнә, көнө-төнө доғалар уҡып, эргәмдә ултырған булған, балаҡайым. Беҙ терелеп аяҡҡа баҫҡас, Хоҙайға ышанысы нығынып, дин тота башланы. Хәрәкәт тә итә алмаған сағымда иремдең, балаларымдың мәрхәмәтле хәстәре, ярҙамы, яратыуы миңә ныҡлыҡ бирҙе. Улар хаҡына йәшәргә, яңынан аяҡҡа баҫыр өсөн көрәшергә тейешмен, тинем. Ғүмерлеккә зәғиф ҡалыу ҡурҡынысы янай ине бит. Улым өсөн дә йөрәгем өҙөлә. Имгәнгән тәнемдең һыҙлауын, күңелгә шом һала барған төшөнкө кисерештәрҙе еңеү еңел түгел ине. Өмөтһөҙләнеп, күҙ йәштәренә быуылған минуттарым да булды. Тәүҙә өндәрҙе дөрөҫ әйтергә, һөйләшеү нескәлек­тәрен үҙләштерергә, бармаҡтарымды ҡыбырҙатып, ҡулдарымды йөрөтөргә, аяҡҡа баҫып, ҡабаттан атларға өйрәнергә тура килде. Әйтерһең, донъяға яңынан тыуып, яңынан уны астым! Эйе, бөтөнләй башҡа төрлө ҡабул итә инем инде тормошто. Иғтибарлыраҡ, тәрәнерәк, нескәрәк, тип әйтәйемме. Аллаға шөкөр, хәҙер үҙ аяҡтарыма иртән менән тороп баҫам да имен атҡан һәр таңға һөйөнәм, онотолоп тәбиғәт тауышын тыңлайым, йәшәйештең һәр сағылышын оло бүләктәй ҡабул итәм. Ғүмер юлымда осраған кешеләргә хөрмәт һәм яратыу менән бағам. Ваҡыт төшөнсәһенә лә башҡасараҡ мөнәсәбәт: Хоҙай биргән һәр минутты дөрөҫ файҙаланып ҡалырға тырышам. Иремде, балаларымды, эшемде яратам. Улым да бит, йәш кенә булһа ла, ауырлыҡҡа бирешмәне, артабан тормошҡа һөйөнөп, дәртләнеп йәшәргә үҙендә көс тапты. Хоҙайға сикһеҙ рәхмәтлемен. Өфө ҡалаһында йәшәгән әсәйем Хафизова Роза Латип ҡыҙына 80 йәш тула. Ҡайным Ҡәнзәфәр Ямалетдин улы менән ҡәйнәм Кәфиә Ниғмәт ҡыҙы Дәүләкән районы Хөсәйен ауылында матур итеп донъя көтә. Өлкән генә йәштә булһалар ҙа, уларҙың барлығы беҙгә көс һәм ышаныс бирә”, – тип ихлас йылмая һөйкөмлө ханым.

Тулыһынса һауығып бөткәнен дә көтмәйенсә, бер аҙ атлап йөрөрлөк булғас та, элекке бәйләнештәрен тергеҙеп, эшҡыуарлыҡ эшен тағы ла киңерәк йәйелдереп ебәрә ул. Бер урында тапанып, бары менән ҡәнәғәт була торғандарҙан түгел шул холҡо. “Зимфиранан тундар” исемле сауҙа компанияһын төҙөй. Оҫта эшҡыуар илдең йыл да күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан һәм бәйгеләрҙә еңеү яулаған иң алдынғы тун тегеү фабрикалары менән килешеү төҙөгән. Бөгөн модала һаналған мутон тундарҙың ниндәй генә төрҙәре юҡ унда. Билле, тура, киң итәкле, ҡыҫҡа, оҙон, ҡайышлы, шәшке яғалы. Төҫтәр сағылыштары ла күҙҙең яуын алырлыҡ! Йәнлек тиреләре Австралияла юғары технологиялы махсус ысул менән эшкәртелгән һәм аукционда һайлап алынған. Шуға ла ул әйберҙәр затлы һәм юғары сифатлы. Тундарҙан тыш, бүректәр, пальтолар, плащтар, пинжәктәр һәм күлдәктәр ҙә бар. Зимфира Рәшит ҡыҙы инде нисәмә йыл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡупшы, килешле, зауыҡлы кейемдәр менән һындарын тағы ла нәзәкәтлерәк, күркәмерәк итергә тырышып йәшәй. Тәжрибәле эшҡыуар, урындағы халыҡ ихтыяжынан сығып, кейем моделдәрен һайлай. Ул донъя модаһы өлкәһендәге яңылыҡтарҙы күҙәтеп бара, фабрикаларға үҙе уйлап тапҡан кейем һыҙмаларын да тәҡдим итә.

Хәҙер инде балалары ла белем алып, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡан. Ҡыҙҙары Айһылыу, тормошҡа сығып, һөйгәне Ислам менән Әсәҙулла исемле ул үҫтерә. Йәш ғаилә ислам дине ҡанундарына ярашлы йәшәй. Иманға, тәртипкә, әҙәпкә ҡоролған ғаилә һоҡланыу һәм ышаныс уята. Динар Бөтә Союз финанс һәм иҡтисад ситтән тороп уҡыу институтын тамамлаған, ул – әсәһенең уң ҡулы. Бөтә ауыр эштәрҙе үҙ иңенә алған. Ә Зимфира Рәшит ҡыҙы дөйөм эш барышына идара итә. Улар ҡулы аҫтында байтаҡ кеше эшләй. Һәр береһе – үҙ эшенең оҫтаһы. Үҙен дә, башҡаларҙы ла эшле итә алыуына ҡыуана эшљыуар. Әйбер ташыусы, өйрәнсек кенә булып килгән йәштәр ҙә, яңы һөнәр үҙләштереп, эшкә ныҡлап ылығып китә бында.

“Һатып алыусыларҙың “Һеҙҙә “Модный приговор”ҙағы кеүек һылыуланып китәбеҙ”, – тип әйтеүе генә лә башҡарған эшемә юғары баһа түгелме ни?! Беҙҙең халыҡ әйбер алғанда төпсөп һорарға ҡыймай, уларҙың өҫ-башына нимә килешеүен, муйынға һалынған яулыҡтың, шарфтың ниндәйе отошлораҡ күренеүен аңлатам, сифатлы кейемде нисек билдәләргә, һайларға өйрәтәм. Тәү сиратта, әйберҙең этикеткаһына иғтибар итеү мотлаҡ: унда фабриканың исеме, тулы адресы, кейем моделенең атамалары яҙыла. Тегелеше, эшкәртелгән урыны шик тыуҙырмаҫҡа, ә йөнө, тере йәнлектеке һымаҡ, күпереп һәм ялтырап торорға тейеш. Хәҙер тундарҙың күбеһе ҡалдыҡ-боҫтоҡ киҫәктәрҙән йәки йәнлектең ҡорһаҡ өлөшөндәге тиренән тегелә, ҡайһы берәүҙәр элекке тундарҙы һүтеп, яңыһына ҡуллана. Әлбиттә, уларҙың хаҡы ла түбәнерәк. Һатып алыусыларға ошо хаҡта ла аңғартам, – тип хәбәрен дауам итә әңгәмәсем. Холҡонда башҡаларҙы дәртләндерә, йөрәктә йәшәү уты ҡабыҙа, үҙе артынан эйәртә торған хәстәрлекле, игелекле яғы ла бар уның. Һатыу эшенән тыш, төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашырға ла өлгөрә. – Бәләкәстән әсәйемдең йырын тыңлап үҫкәнгәме, йыр-моңға ғашиҡмын. Нескә күңел, нәзәкәтлелек, эшкә таһыллыҡ, матурлыҡҡа, йыр-моңға һөйөү миңә унан күскәндер. Баянымды ҡулға алып, уйнап ебәрһәм, бөтә уй-хәсрәттәрем тарала. Оҙон көйлө халыҡ йырҙары ла, дәртле моңдар ҙа күңелемә яҡын. Ҡасандыр ошо һәләтем арҡаһында “Уйна, гармун” тапшырыуына ла эләгеп ҡалғайным. “Юлдаш” радиоһында “Хеҙмәтеңдә – хөрмәтең” бәйгеһендә ҡатнашып, “Иң гүзәл һәм нәзәкәтле ҡатын” һәм “Йырсы һандуғас” номинацияларында еңеү яулау бәхетенә өлгәштем. Тормош йыр-моң менән үрелеп барһа, яңы асыштарға талпынып, дәртләнеп, ҡыуанып йәшәйһең бит ул”.

Һанай китһәң, отҡор ҡатындың эшмәкәрлегенең иҫәбе-хисабы юҡ. Мәрхәмәтлек эшләүҙе лә тормошоноң төп бурысы итеп алған. Йыл да балалар йорттарына һәм приютта­рына ярҙам итә, байрамдарҙа кескәйҙәргә бүләктәр тарата. Мөләйем, итәғәтле, егәрле, миһырбанлы ханым Зимфира Рәшит ҡыҙының ҡулынан килмәгән эш юҡ. Етмәһә, һәр нәмәгә етди үҙ ҡарашы булыуы, ҡул ҡаушырып ултырмай, һәр яңы эшкә күңел һалып тотоноуы менән күптәргә өлгө. Үҙ-үҙенә талапсан, ярҙамсыл һәм көслө рухлы ҡатын ул. Әлеге ышанысһыҙ тормошобоҙҙа тап шундай шәхестәребеҙ тормошобоҙҙо йәмләй, уны ҡотлораҡ һәм мәрхәмәтлерәк итә. Зимфира Рәшит ҡыҙының татыу һәм мөхәббәтле ғаиләһенә – бәрәкәт, именлек, сәләмәтлек, эшендә рухи асыштар һәм яңы бейеклектәр теләйбеҙ!

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook